Мәҡәлдәр
картотека

Магдинова Эльза Канафиевна

Мәҡәлдәр

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл mkldr.docx14.76 КБ

Предварительный просмотр:

Тыуған ил, Ватан тураһында.

Илен һөйгән ир булыр.

Тыуған илдән туйған юҡ.

Үҙ илең-алтын бишек.

Хеҙмәт,һөнәр тураһында

Ҡалған эшкә ҡар яуа.

Буй эшләмәй-ҡул эшләй.

Һөнәре бар юғалмаҫ.

Икмәк тураһында

Икмәк-халыҡ байлығы.

Икмәк-табын ҡояшы.

Уҡыу, белем тураһында

Уҡығандың теле икәү.

Белеме барҙың ҡәҙере бар.

Китап тураһында

Китап-белем шишмәһе.

Китап- тормош көҙгөһө.

Тел тураһында

Телен һаҡлаған-башын һаҡлаған.

Теле юҡтың иле юҡ,иле юҡтың көнөюҡ.

Һүҙ тураһында

Һүҙ дауалай,һүҙ яралай.

Күп уҡыған күп белә.

Һандар менән

Иренгән ике эшләр.

Ике уйла,бер һөйлә.

Ғаилә, атай,әсәй, бала тураһында

Ата-инә-алтын һөйәк.

Матур ғаилә-ил күрке.

Ете атаһын белмәгән-етемлектең билдәһе.

Дуҫлыҡ тураһында

Татыулыҡта бәрәкәт.

Дуҫ –дуҫтың көҙгөһө.

Дуҫтан дошманды айыра бел.

Кеше һәм уның сифаттары (яҡшылыҡ, яманлыҡ) тураһында

Яҡшылыҡ ерҙә ятмай.

Намыҫлы кеше-ырыҫлы кеше.

Изгелектең иртәһе-кисе юҡ.

Үҙеңде ҙурлама, кешене хурлама.

Йыл миҙгелдәре тураһында

Йәй ҡышты туйҙыра.

Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанма.

Ҡалған эшкә ҡар яуа.

Батырлыҡ тураһында

Батырҙан дан ҡала.

Батыр үҙе өсөн тыуа,иле өсөн үлә.

Таҙалыҡ, һаулыҡ тураһында

Һаулығың- байлығың.

Сәләмәт тәндә-таҙа аҡыл.