РӘҮЕШ
учебно-методический материал
Предварительный просмотр:
Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән рәүештәргә ћорауҙар ҡуйығыҙ, мәғәнәләрен асыҡлағыҙ.
1. Вәсилә менән Рәсилә әхирәттәр. Уҡый башлағас та мәктәпкә етәкләшеп кенә бергә барҙылар, бергә ҡайттылар. Икећенең дә йөҙҙәре балаларҙыҡыса көләс, буй-ћындары ла үлсәп үҫтергән кеүек тип-тигеҙ. (И. Аҡъюлов) 2. Сәғәт туғыҙ ҙа тулмаған бит әле, ә ул кисә таңға ҡарай ғына йоҡлап китә алды... Вәсим кирелеп-ћуҙылып тороп китергә бер килке йыбанып ятты. (Г. Мостафина) 3. Иң алда ултырған бер-ике ҡыҙҙан башҡалары өҫтәл артында дөрөҫ ултырыу ҡағиҙәләрен дә «тоҙлаған»: кем ҡабырға менән, кем бөкрәйеп ултырып алған. (И. Аҡъюлов) 4. Эҙләгән моратына етер, ялҡауҙың ғүмере бушҡа үтер. (Мәҡәл)
Рәүештәр эш йәки хәлдең билдәһен, уның ниндәй хәлдәрҙә үтәлеүен аңлатҡан һүҙҙәр. Күп ваҡыт ҡылымға эйәреп килә. Нисек? Ҡасан? Ҡайҙа? Күпме? Ни тиклем? яуап бирә. Ҡай выҡыт рәүештәргә, сифаттарға эйәреп килә: байтаҡ ары, балдай татлы. Һөйләмдә – хәл, һирәк кенә – хәбәр, исем ролендә килгәндә – эйә, эйәрсән киҫәк.
Төркөмсәләре: 1)Хәл (Төп) рәүеш(Нисек? Ни рәүешле?)
2)Ваҡыт р.(Ҡасан?)
3)Урын р. (ҡайҙа?)
4)Оҡшатыу-сағыштырыу р.(Нисек?)
5)Күләм-дәрәжә р.(Күпме? Ни тиклем?)
6)Сәбәп-маҡсат р.(Ниңә? Нилектән? Ни өсөн?).
Яһалышы: 1)
1) Тамыр рәүеш
2)Яһалма рәүеш аффикстар – ярҙамында яһала:-са/-сә, -лай/-ләй -лата/-ләтә; -лап/-ләп,-лаш/-ләш
3)Ҡушма рәүештәр: а)теҙмә – бер үк һүҙҙең ҡабатланыу юлы м-н, йә 2 төрлө һүҙҙең үҙ-ара ишләшеү юлы м-н яһала; б)эйәртеүле – төрлө һүҙ төркөмдәренең үҙ-ара эйәртеүле мөнәсәбәттә килеү юлы м-н яһала: был арала, бер ваҡыт, ошо тирәлә; -са, -лай ялғаулы рәүеш+башҡа һүҙ төркөмө: өй беренсә.