тиҙәйткестәр
занимательные факты (7 класс)

Коновалова Раушания Феоктистовна

данные скороговорки можно использовать для артикуляционных упражнений перед началом урока. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon tizytkestr.doc33.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тиҙәйткестәр

 Сейәлектән сыҡҡан саҡта, 
Сей сейә сәйнәй-сәйнәй, 
Сикәләрем сатнар сиктә. 

Һары
ҡ һап-һоп баҫып, 
һыйырға һыйланырға килгән, 
һыйыр, һәлпелдәй-һәлпелдәй, 
һарма
ҡ һарыҡты һап-һары һалам менән һыйлаған. 

Һал
ҡын ағай, кит-кит, 
Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ
Һөтлө һыйыр яланда, яланда. 
Майлы бут
ҡа ҡаҙанда, ҡаҙанда. 
Тәтәй
ҡалаҡ баҙарҙа, баҙарҙа. 
Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ! (Халыҡ ижадынан.) 

Бе
ҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙҙеке, һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙҙекеме? 

Ба
ҫ, баҫ, Аҫылбикә!
 Ба
ҫ, баҫ, Аҫылбай! 
Ә
ҫәрләнеп баҫмайынса, 
Тәь
ҫирләнеп баҫмайынса, 
Илә
ҫләнеү баҫылмай! 
Сәғәт һуға даң-даң, 
Хәбәр бирә таңдан. 
Мәктәпкә барырға 
Ун биш минут
ҡалған. 

Нисә
ҡарға һәм нисә тал! 
Осоп килгән, ти, бер нисә
ҡарға һәм ҡунған, ти, улар талға. 
Берәмләп ултырһалар, 
Талһы
ҙҡала, ти, бер ҡарға. 
Икешәрләп ултырһалар, 
Ҡарғаһыҙҡала, ти, бер тал. 
Әйтеге
ҙ әле, нисә ҡарға һәм нисә тал булған? 

Биш бесәй. 
Мейес башында биш бесәй, 
Биш бесәй
ҙең биш башына 
Төшмәһен мейес ташы. 

Һылыубикә һиге
ҙ һарыҡ һуйған, һигеҙе лә һимеҙ, һигеҙенән дә һигеҙ һауыт май сыҡҡан. Һиҙиәт һыйырға, һарыҡҡа һалам һалғанда, һәнәгенең һабын һындырған, һыныҡ һәнәген Һәҙиәгә һикһән һумға һатҡан. 

— Төлкө, төлкө, төләймән, 
Төндә
ҡайҙа бараһың? 
— Яу еренә барамын. 
— Унда ниңә бараһың? 
— Ки
ҫәк-киҫәк итем бар. 
— Уны
ҡайҙа ҡуяһың? 
— Таш а
ҫтына ҡуямын. 
— Ағып китһә нишләрһең? 
— Үкереп-үкереп илармын да 
һыуға батып үлермен. (Халы
ҡ ижадынан.) 

Өләсәйем.
Өй
ҙәгеләрҙе өҙлөкһөҙ 
Өйрәтә өләсәйем: 
«Өлкәндәр өгөт өләшә, 
Өгөттәр өләшәйем! 
Өлкәндәр өмөт өләшә 
— Өмөттәр өләшәйем!» 
— Ө
ҙөлөп-өҙөлөп, 
Ө
ҙөлөп-өҙөлөп, 
Өндәшә өләсәйем. (Ә. Әхмәт-Хужа.)

 Еүәйрә. 
Епшек елдә еүешләнмә
ҫ,
 Еңмешләнмә
ҫ Еүәйрә... 
Еңмешләнмәһә Еүәйрә, 
Ереклеләге еңгәһе 
Емеш-еләк ебәрә, 
Егә
ҙеләге еҙнәһе Ебәк елән ебәрә 
— Еңмешләнмә Еүәйрә! (Ә. Әхмәт-Хужа.)

 Көләс. 
Көләс кеткелдәп көлә:
 Кемде күргән кө
ҙгөлә? 
Күркәмләнеп киткән Көләс, 
Көйә
ҙләнеп киткән Көләс, 
Күкһел күлдәген кейгәс! 
Күлдәген күреп кө
ҙгөлә, 
Көләс кинәнеп көлә. (Ә. Әхмәт-Хужа.) 

Әйтсе. 
Әйтсе миңә, әйтсе миңә, 
Әйтсе серен, әсәкәй! 
Әллә һин бешергәнгәме, 
Бигерәк тәмле әпәкәй! (А. Игебаев.)

 Гөлба
ҡсабыҙ гөрләй. 
Гөлба
ҡсабыҙ гөрләүектәй гөрләй, 
Гөлба
ҡсабыҙ гөжләй, геүләй, гел-гел... 
Гәпләшһәләр Гөлнур, Гөлдәр, Гөлкәй, 
Гәпләшһәләр Гәүһәр, Гөлшат, Гөлгөл. (Ә. Әхмәт-Хужа.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тиҙәйткестәр

Тиҙәйткестәр...