Д.Бүләковтың "Килмешәк" романын өйрәнеү
план-конспект урока (11 класс)

Шарафутдинова Зульфия Тальгатовна

11-се класта башҡорт әҙәбиәте дәресе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл d.bulkov_kilmeshk_dres_olgoho.docx43.86 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусы: Шәрәфетдинова Зөлфиә Тәлғәт ҡыҙы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Тема: Д.Бүләковтың “Килмешәк” романында тәбиғәтте һаҡлау проблемалары.

Маҡсат: 1. Яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, романды анализлау, уның төп фекерен, проблематикаһын асыҡлау.

2. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, хәстәрлек тойғоһо, ярҙамсыллыҡ, изгелек сифаттары тәрбиәләү.

3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, уй-фекерҙәрен теүәл һәм аныҡ еткерә белеү һәләтен үҫтереү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

  1. Шәхси: Д.Бүләков ижадына хөрмәт тәрбиәләү, алған белемдәрҙең әһәмиәтенә төшөнөү, юғары әхлаҡ сифаттары булдырыу, үҙ һәләтеңде, мөмкинлектәреңде дөрөҫ баһалай һәм кәрәкле йүнәлештә файҙалана белеү.
  2. Предмет: әҫәрҙең исемен һәм авторын белеү, образдарға характеристика биреү, уҡылғанға ҡарата үҙ ҡарашыңды белдереү, романдың темаһын, идеяһын һәм проблематикаһын асыҡлау, ҡуйылған һорауҙарға тулы, аныҡ яуап табыу.
  3. Метапредмет:

– коммуникатив  универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: үҙ ҡарашыңды теүәл һәм дөрөҫ итеп еткерә алыу,тиңдәшеңдең яуабын тыңлау һәм аңлау, күмәкләп һәм төркөмдәрҙә килешеп эшләү, диалог һәм коллектив фекер алышыуҙа ҡатнашыу;

– танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; текст өҫтөндә эшләй һәм анализлай белеү, алған белемдәргә таянып, бирелгән эштәрҙе үтәү, Венн диаграммаһы буйынса эш алымдарын үҙләштереү, “ҠНРҺ-формула” (ҡараш – нигеҙ –раҫлау – һөҙөмтә) төҙөү;

– регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:  дәрестең маҡсатын билдәләү, эшмәкәрлекте планлаштырыу, үҙеңдең эшмәкәрлегеңә тейешле үҙгәрештәр индереү, үтәлә торған эш төрҙәренең әһәмиәтен һәм мәғәнәһен аңлау, дөйөмләштереү, һығымта сығарыу.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, компьютер, экран, дәрескә презентация, яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, гәзит-журналдарҙан өҫтәлмә материалдар.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу моменты. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙың дәрескә ойошҡанлығын һәм әүҙемлеген булдырыу, аралашыу һәләтен камиллаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу.

– Хәйерле көн, уҡыусылар! Ултырығыҙ. Бөгөнгө дәресебеҙҙе башлайыҡ.

  1. Дәрестең маҡсатын һәм бурыстарын билдәләү. Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация тыуҙырыу. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙың иғтибарын һәм уй-теләген яңы белемде үҙләштереүгә, белем юлдарын таба белеүгә йүнәлтеү.

– Уҡыусылар, слайдта бирелгән һорауҙарға дөрөҫ яуап бирһәгеҙ, бөгөнгө дәресебеҙ нимә тураһында икәнлеген белербеҙ:

  1. Мәләүез районы Арыҫлан ауылынан сыҡҡан яҙыусы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты. [1-се слайд].
  2. Ситтән килгән, ят ырыу, сит яҡ кешеһе. [2-се слайд].
  3. Кешенең мөхит менән бәйләнеше һәм биологияның шуны өйрәнә торған бүлеге. [3-сө слайд].

Уҡыусыларҙың яуаптары:

1. Динис Бүләков. 2. Килмешәк. 3. Экология.

– Тимәк, беҙ бөгөн Д.Бүләков ижады тураһында һөйләшербеҙ, яҙыусының “Килмешәк” романы, унда күтәрелгән экология проблемалары буйынса фекер алышырбыҙ.

  1. Белемдәрҙе актуалләштереү. Этаптың маҡсаты: яңы материалды үҙләштереү өсөн эшмәкәрлек итеүҙең билдәле ысулдарын актуалләштереү.

Уҡыусылар менән Д.Бүләков ижады буйынса түбән кластарҙа алған белемдәрҙе иҫкә төшөрөү маҡсатында таблица менән эш үткәрелә.

– Уҡыусылар, һеҙгә таблица тәҡдим ителә. [4-се слайд.] Ул 2 бағанаға бүленгән. Һәр бағанаға Д.Бүләков әҫәрҙәренән алынған образдар урынлаштырылған. Уларҙы иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм ниндәй әҫәрҙән икәнлеген әйтегеҙ.

  1. Тәлғәт.
  2. Әнүр ағай.
  3. Ғүмәр.
  1. Ирмәк.
  2. Нәжибә апай.
  3. Ғизетдин бабай.

Уҡыусыларҙың яуаптары:  1-се бағана – “Ҡара икмәк” хикәйәһе, 2-се бағана – “Эҫе ҡар” повесы.

– Афарин, уҡыусылар! Түбән кластарҙа Д.Бүләков әҫәрҙәрен яҡшы үҙләштергәнһегеҙ. Яҙыусы ижадын артабан да өйрәнеүҙе дауам итәйек.

  1. Яңы белемде тәү тапҡыр үҙләштереү. Этаптың маҡсаты: яңы теманы өйрәнеү маҡсатында уҡыусылар менән әңгәмә-анализ ойоштороу, әҫәрҙең идея-проблематикаһын асыҡлау.

Әҫәрҙең яҙылыу осоро.

– Роман нисәнсе йылда ижад ителгән? Был осорҙа илебеҙҙә ниндәй үҙгәрештәр була?

– “Килмешәк” романы 1984-1987 йылдарҙа ижад ителә. Был ваҡытта илебеҙҙә көсөргәнешле осор башлана. М.С.Горбачев “үҙгәртеп ҡороуҙар” сәйәсәтен тормошҡа ашырырға тотона. Афған һуғышы бара. 1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль АЭС-да булған ҡот осҡос шартлау тереклеккә, тәбиғәткә ныҡ зыян килтерә, кешеләрҙең һаулығын ҡаҡшата.

Романдың йөкмәтке үҙенсәлектәре.

– Әҫәрҙә ниндәй ваҡиғалар яҡтыртыла?

– Нурихановтың орден алыуы, Йөҙшишмәгә Яубаҫаровтың килеп төшөүе, уның колхоз председателе урынбаҫары итеп һайланыуы, Атбатҡанды ҡотҡарыу өсөн көрәш, ПМК егеттәренең Екәнкүлдә ҡыр ҡаҙын атыуы, Байгилденең Яубаҫаровты машина менән тапатыуы, Таштимерҙең ауылға орден тағып ҡайтып төшөүе,  Нуриханов менән Яубаҫаровтың бер туған булып сығыуы һ.б.

Образдар системаһы.

– Әҫәрҙең төп образдарына кемдәрҙе индерәбеҙ?

– Яубаҫаров менән Нурихановты.

– Венн диаграммалары (Джон Венн – инглиз логигы һәм философы) ярҙамында Яубаҫаров һәм Нуриханов образдарына сағыштырма характеристика бирәйек. (5 слайдта Венн диаграммалары күрһәтелә).

Эш дәфтәрҙәрҙә башҡарыла. Уҡыусылар фигуралар эсендә күрһәтелгән образдарға  хас  сифаттарҙы  яҙып сығалар. Түңәрәктәр киҫешкән урында образдарҙы дөйөмләштереүсе һыҙаттар яҙыла.

– Романда тағы ла ниндәй образдар хәрәкәт итә?

– Атбатҡан һаҙлығының, Аҡтүбә шишмәләренең яҙмышы өсөн борсолоусы Харис Яппаров, тура һүҙле Мәрйәм Ҡәнзәфәровна, ауыл халҡының теләктәрен, уйҙарын аңлап торған Ҡотлобаев, алсаҡ Мәүсилә, ҡыйыу Таштимер, бөтмөр Сәрбиямал апай, шофер Зөфәр һ.б.

Әҫәрҙең идея-тематикаһы.

– Әҫәрҙең төп темаһы?

– Тыуған ергә, тәбиғәткә мөнәсәбәт, уның күркәмлеген, байлығын һаҡлау өсөн көрәш.

– Әҫәр аша яҙыусы нимә әйтергә теләй? Уның идеяһы ниндәй?

– Ысын килмешәк тип беҙ үҙ тыуған ерендә йәшәп тә уның өсөн файҙа килтермәгән кешеләрҙе атайбыҙ. Ә Яубаҫаров кеүек тәбиғәттең матурлығы, уның киләсәге өсөн тырышҡан кешеләр килмешәк булмай.

Романда күтәрелгән проблемалар.

– Яҙыусы әҫәрҙә ниндәй проблемалар күтәреп сыға?

  1. Кеше һәм тәбиғәт араһындағы бәйләнеш, гармония. (Ҡотлобаевтың: “Әгәр Атбатҡанды киптерһәләр, унан Аҡтүбәгә күсеүҙән дә тартынмаясаҡ Нуриханов. Быйылғы кеүек ҡоролоҡто беҙҙең район ғына ошо Аҡнөгөш арҡаһында белмәй, әллә ни зыян күрмәй ҡала. Ун ике колхоз, бер нисә леспромхоз ултырған уның буйына. Игенселеккә зыян килә, был бер, икенсенән, Аҡнөгөштөң һыуы кәмеһә, ҡыуғынсылар өсөн дә проблема килеп тыуасаҡ”, – тигән һүҙҙәре проблеманың ни тиклем ҡатмарлы икәнен күрһәтә.)
  2. Тәбиғәттең тәләфләнеүе, тереклектең шишмә күҙ йәштәре менән сеңләп илауы. (Нурихановтың Атбатҡанды киптереү мәсьәләһен райком ултырышында раҫлатып ҡайтыуы, ПМК егеттәренең Екәнкүлдә ҡыр ҡаҙын атыуы ҡурҡыныс тыуҙыра. Шуға ла Харис ағай, әсенеп: “Бынау Атбатҡан эсте бошора. Күрмәйһеңме ни, торба әпкилә яталар… Беҙ генә бит уны тирә-яғын күрән ҡаплағанға “һаҙлыҡ” тип атап йөрөткән булабыҙ. Ата-бабалар һөйләй торғайны, ошо Атбатҡан ер аҫтынан Аҡнөгөш менән ҡушылған тип. Шул һыу өҫтәп тора икән йылғаға. …Мин әйтәм, әле Атбатҡан, иртәгә Аҡтүбә шишмәләре… Аҡнөгөшһөҙ тороп ҡалабыҙмы икән?..” – ти).
  3. Мөхәббәткә тоғролоҡ, хистәр сафлығы. (Мәүсилә менән Таштимерҙең мөхәббәте).
  4. Һуғыш йылы балаларының яҙмышы. (Нуриханов менән Яубаҫаровтың бер туғандар булып сығыуы).
  5. Әҙәп-әхлаҡ проблемаһы (ғаилә мөнәсәбәттәре, Байгилденең баш-баштаҡлығы һ.б.).
  6. Ауыл хужалығын күтәреү өсөн көрәш (Яубаҫаров «Башҡортостан ынйыһы» тигән яңы сорт тары уйлап таба. Хәҙер таулы зоналарҙа бойҙайҙың районлаштырылған яңы сортын үҫтереү, уның уңдырышлылығын ҡырҡа күтәреү өҫтөндә эшләй).
  7. Тормошта үҙ урыныңды табыу (Яубаҫаров, алдында ниндәй генә кәртәләр осраһа ла, кешелек сифаттарын юғалтмай, намыҫлы, көслө рухлы булып ҡала белә).

V. Уҡыусыларҙың аңлауын беренсел тикшереү. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙың яңы материалды тулы аңлауын һәм йөкмәткеһенә төшөнөү кимәлен асыҡлау.

“Кәңәшсе” алымы. 2017 йыл Башҡортостанда Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Нурихановҡа тирә-яҡ мөхитте  һаҡлау буйынса ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ? (Уҡыусылар 2-3 һөйләм менән дәфтәрҙәренә яҙалар).

Төркөмдәрҙә эш. Таблицаның уң яҡ бағанаһына өҙөккә тап килгән ер-һыу атамаһын яҙығыҙ.

1-се төркөм.

– Шишмә генә түгел, мең-мең шишмә уның төбөндә. Беҙ генә бит уны, тирә-яғын күрән ҡаплағанға, “һаҙлыҡ” тип йөрөткән булабыҙ.

Ысынлап та, ул, ситтән ҡараһаң, сыйылып киткән ҡашҡа оҡшап, яланғас таш стенаһы уң яҡҡа офоҡҡа барып туҡтап ҡуя.

– Саҡ ҡына юғарылыҡтан инеш булып төшә ул бында. Әммә ошо Аҡтүбә һыуҙары килеп ҡушылыу менән, ул ҡапыл тәрәнәйә, киңәйә, олпатлана. Өләсәйем һөйләй торғайны, ошондағы бар шишмә-инештәр, күлдәр, бөтәһе лә бер тамыр хасил итеп, ер аҫтынан ...кә  барып ҡушыла имеш, тип.

(Яуаптар: 1 – Атбатҡан һаҙлығы, 2 –Кейәүҡашы ҡаяһы, 3 – Аҡнөгөш йылғаһы).

2-се төркөм.

Элегерәк бөтә ауылдарҙың өйҙәре, эстән дә, тыштан да, шул ҡаянан барып алынған аҡ балсыҡ менән ағартылған.

Күлгә яҡын барырмын тимә, киңлеге ун-ун биш метрлап шырлыҡ менән тирәсләнгән. Ярҙарында һөрмәле ҡамыштар, екәндәр, томбойоҡ сәскәләре, ә тағы ла күҙҙе ҡамаштырғаны – һыу сите буйынан-буйына аҡ сәскә таждары менән биҙәлгән.

Ерҙә мөхәббәт бөтмәгән кеүек,  ...  шишмәһе лә һис ҡоромай, һандыҡтай ҙур һорғолт таш аҫтынан тыныс ҡына, хатта терегөмөштәй зәңгәрһыу саф һыуын сайпылтмайынса ла, эркелеп кенә ағып тик ята.

(Яуаптар: 1 – Аҡтүбә ҡаяһы, 2 – Екәнкүл, 3 – Кәләшкүҙе шишмәһе).

VI. Яңы белемдәрҙе нығытыу. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙың тема буйынса белем һәм оҫталыҡтарын нығытыу, фекер йөрөтөү даирәһен киңәйтеү.

“ҠНРҺ-формула” алымы. [6-сы слайд]..

Ҡ – ҡараш

Н – нигеҙ

Р – раҫлау

Һ – һөҙөмтә.

Ҡараш. Тәбиғәт – тыуған йортобоҙ, беҙ уны һаҡларға бурыслы.

Нигеҙ. Сөнки кешегә йәшәү өсөн бар нәмәне тәбиғәт бирә: эсер һыуын да, һулар һауаһын да, ашар ризығын да.

Раҫлау. Атбатҡанды киптергән хәлдә, Йөҙшишмә ауылы бөтөнләй йылғаһыҙ, шишмәләрһеҙ ҡалыр ине. Ә һыуһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Һыу булмаһа, ауыл хужалығын да үҫтереп булмай.

Һөҙөмтә. Яубаҫаров кеүек намыҫлы, үҙ еренең киләсәге өсөн көрәшкән кешеләр арҡаһында Атбатҡандың яҙмышы ыңғай яҡҡа хәл ителә. Тимәк, бөтә нәмә лә кешенең үҙенән тора. Тыуған ереңде яратаһың икән, һин уны күҙ ҡараһылай һаҡлайһың, ҡурсалайһың.

VII. Үҙләштереү кимәлен тикшереү, ебәрелгән хаталар буйынса фекер алышыу һәм төҙәтеүҙәр индереү. Этаптың маҡсаты: белем, оҫталыҡ һәм күнекмәләрҙе үҙләштереү кимәлен һәм сифатын асыҡлау, етешһеҙлектәрҙе билдәләү һәм төҙәтеү.

“Спич” (ҡыҫҡаса сығыш) алымы. 2 уҡыусы роман йөкмәткеһенә бәйле тәбиғәтте һаҡлау тураһында сығыш (1 минут) яһай. Был алым проблема буйынса үҙ фекереңде еткереү мөмкинлеге бирә, уҡыусыларҙың әҫәрҙең төп фекерен аңлауын күрһәтә.

VIII. Өй эше тураһында мәғлүмәт, уны үтәү буйынса күрһәтмә биреү. Этаптың маҡсаты: киләһе дәрескә өй эшен аңлатыу, уны башҡарыу буйынса кәңәш-тәҡдимдәр әйтеү.

1. Роман буйынса фильм төшөргәндәр икән тип күҙ алдына баҫтырығыҙ. Һеҙ уның афишаһын нисек биҙәр инегеҙ?

2. “Д.Бүләковтың “Килмешәк” романында Яубаҫаров образы” темаһына инша яҙып килергә. [7-се слайд].

IX. Рефлексия (дәрескә йомғаҡ яһау). Этаптың маҡсаты: дәрес буйынса һығымта сығарыу, шәхси уҡыу эшмәкәрлеген һәм дөйөм класс эшен баһалай белеү.

– Бөгөн дәрестә ниндәй әҫәр өйрәндек?

– Роман аша һеҙ нимәгә төшөндөгөҙ?

– Дәрес ҡайһы яғы менән файҙалы булды?

– Ҡуйылған маҡсаттарға ирештекме?

– Үҙ эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?