презентация о жизни и творчестве З.Биишевой
презентация к уроку (8, 9, 10, 11 класс) на тему

Баишева Айгуль Галимьяновна

презентация о жизни и творчестве народного писателя для учителей башкирского языка и литературы. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл prezentatsiya_po_z.biishevoy.pptx1.66 МБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады тураһында презентация

Слайд 2

Мин фәрештә түгел, кеше инем, Ерҙә кеше булып йәшәнем. Хаҡһыҙлыҡты күрһәм, ярып әйттем, Йәшен булып ярһып йәшнәнем. Ә. Таһирова

Слайд 3

Оло юлға аяҡ баҫыу… Зәйнәб Биишева Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында1908 йылдың 2 ғинуарында, бөрйән ырыулы ярлы крәҫтиән Абдулла ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһенән бик иртә етем ҡала. Зирәк ҡыҙ бәләкәй саҡтан белемгә ынтылып үҫә. Әммә тормош ауырлығы арҡаһында 4-се класты фәҡәт 1924 йылда ғына тамамлай. Мәктәп йылдарында ул шиғырҙар яҙа башлай.

Слайд 4

Зәйнәб Биишеваның Ырымбурҙағы Башҡорт педтехникумында уҡыған саҡта төшкән фотоһы. Шул йылдың йәйендә Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Ырымбур өлкәһенең Ташлы ауылына әҙерлек курсында, аҙаҡтан Ырымбурҙа Башҡорт педагогия техникумында уҡый. Уҡыу йылдарында ул әҙәбиәт менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай,техникумда сығарылған « Йәш быуын » журналына материалдар йыя , мәҡәләләр яҙа , онотолоп китеп китаптар уҡый .

Слайд 5

1929-1931 йылдарҙа Зәйнәб Биишева Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1931 йылда Өфөлә уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу курсын үткәндән һуң, Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә ҡала. 1938- 1951 йылдарҙа – төрлө гәзиттәрҙә, комитеттарҙа эшләй. 1951 йылдан һуң Зәйнәб Абдулла ҡыҙы профессиональ яҙыусы.

Слайд 6

Ғаиләһе Зәйнәб Абдулла ҡыҙының ире Ғ әзиз Әминев һуғышта ҡатнаша , орден-миҙалдар менән наградлана , ҡаты яралар алып , икенсе төркөм инвалиды булып ҡайта . Зәйнәб апай байтаҡ йылдар ауырыу ирен , етем апаһын ҡарай , өс улын аяҡҡа баҫтыра . Бөгөн оло улы Тельман Әминев – химия фәндәре докторы , профессор, Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһында эшләй , уртансыһы Юлай – шулай уҡ ғалим , тәбиғәт фәндәре кандидаты, әсәһенең әҫәрҙәрен нәҡ ул руссаға тәржемә иткән . Кинйә улы , табип Дарвин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы , мәрхүм булып ҡалған . З.Биишева ғаиләһе менән.

Слайд 7

Ижады « Алла шаһит, уйҙарымдың сиге юҡ, ҡәләмемдең осо юҡ.” З.Биишева

Слайд 8

Зәйнәб Биишева – оҙайлы ижад юлы үткән яҙыусы. «Г өрләүектәр араһында » исемле хикәйәһе « Октябрь » журналында 1930 йылда баҫылып сыға. Әҙәби ижадҡа ныҡлап Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ныҡлап тотона.1941-1942 йылдарҙа « Өс кис », «Партизан малай» исемле хикәйәләре донъя күрә. Унда үҫмерҙәрҙең һуғыш яландарында күрһәткән батырлыҡтары кәүҙәләндерелә.

Слайд 9

Бөгөн Зәйнәб Биишеваны әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла бына тигән әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусы тип беләләр.

Слайд 10

Ши ғриәт Әҙибәнең тиҫтәләгән шиғыр һәм поэмаларын, « Гөлъямал » исемле шиғри повесын, « Салауаттың һуңғы монологы » поэмаһын халыҡ, әле булһа ла, яратып уҡый .

Слайд 11

Йәшәү бәхете. Йәшәү бәхете- күңел сафлыҡта. Йәшәү бәхете- дуҫлыҡ, сафлыҡта. Йәшәү бәхете- илең, халҡың өсөн Хеҙмәт аша тыуған хаҡлыҡта. З.Биишева Зәйнәб Биишеваға арналған һәйкәл – проекты. Авторы - Стритович Д. А.

Слайд 12

« … уның шиғри әҫәрҙәрендә изгелеккә ынтылған йөрәктең таштан да ҡатыраҡ һәм көслөрәк икәнлеге данлана, сөнки ауыртыныуҙы, күтәрә алмаҫ ауырлыҡты тын-тауышһыҙ үткәрә алыу, шул уҡ ваҡытта изге һәм һиҙгер булып ҡалыу бары ысын кешеләргә генә хас .» О.В ә литов

Слайд 13

Зәйнәб Биишева - бигерәк тә проза өлкәһендә әүҙем эшләгән яҙыусы. «С ә йер кеше », « Уйҙар , уйҙар », « Дуҫ булайыҡ », « Ҡайҙ а һин , Гөлниса ?» тигән повестарында яҙыусы йәштәр тормошоноң мөһим яҡтарын һүрәтләй . Яҙыусы матбуғатта тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр , иҫтәлектәр менән дә йыш сығыш яһаны .

Слайд 14

« Мөхәббәт һәм нәфрәт », « Һөнәрсе менән Өйрәнсек » тигән әҫәрҙәре яҙыусының хикәйәт жанры оҫтаһы булыуын да күрһәтте .

Слайд 15

Башҡорт дәүләт академия һәм башҡа театрҙарҙа уның « Тылсымлы ҡурай », « Гөлбәҙәр », « Нәҙер » пьесалары буйынса спектакльд ә р ҡуйылды, һәм тамашасылар тарафынан яратып ҡаралды. Үҙебеҙҙә тейешле баһаһын алмаһалар ҙа , ваҡыт барыбер ҙә бөтәһен үҙ урынына ҡуйҙы . Йылдар үткәс , Ижевск драма театры Бөтә Союз милли драматургия фестиваленә башҡорт яҙыусыһының « Нәҙер » әҫәре буйынса спектакль сәхнәләштереп фестиваль лауреаты исемен алды .

Слайд 16

“Ғүмер китабы” « Ышанығыҙ миңә, « Кәмһетелгәндәр » ҙе уҡып, башҡорттарҙың революцияға тиклемге тормошо, көнкүреше, ауыҙ-тел ижады хаҡында һәр төрлө этнографик һәм тарихи әҙәбиәтте уҡығандан күберәк һәм тулыраҡ мәғлүмәт алдым» П.Берков.

Слайд 17

« Яҡтыға » трилогияһы – оҙайлы тыңғыһыҙ ижад емеше : 1929 йылда, Билалда уҡытҡан сағында , яҙыла башлаған был эпик полотно 70-се йылдарҙа аяҡ баҫҡанда ғына тамамлана .

Слайд 18

«Б ыл әҫәрҙәрем… - минең тиҫтәләрсә йылдар күңелемдә һаҡлап килгән иң мөҡәддәс теләгем ине. Һәм мин… ошо изге теләккә ирештем » З.Биишева

Слайд 19

Ошо трилогияһының « Кәмһетелгәндәр », « Уяныу » романдары өсөн 1968 йылда уға Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде .

Слайд 20

« Зәйнәб Биишеваның « Кәмһетелгәндәр » романы айырым китап булып сыҡҡанда , мин 4-се класта уҡый инем . Был әҫәр өлкәндәргә генә түгел , беҙҙең йәштәге балалар өсөн дә бүләк булды . Ҡалын тышлы булһа ла , күп уҡыуҙан туҙып бөткән был китапты китапхананан бер нисә тапҡыр алып уҡый башлағас , әсәйем Өфөнән үҙемә алып ҡайтып бирҙе » Г.Юнысова

Слайд 21

« Яҙыусының исемен мәңгеләштереү » Өфөләге Коммунистик урамындағы З.Биишева йәшәгән йортта ҡуйылған мемориаль таҡтаташ Сибай институты алдында әҙибәгә ҡуйылған бюст.

Слайд 22

Зәйнәб Биишеваның тыуған ере - Туйөмбәттә (Күгәрсен районы) асылған йорт-музейы Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә: - Башҡортостан «Китап» нәшриәте дәүләт предприятиеһы, - Өфөләге урам, - Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, - Мораҡ ауылында дөйөм белем биреү мәктәбе, - Күгәрсен районының әҙәби премияһы.

Слайд 23

- Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренсе булып «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән оло исем ал ған шағир , драматург. -Революция һәм граждандар һуғышы осоронда башҡорт халҡының тормошон асыҡ сағылдырған эпик романдар ижад итеүсе . - Замандаштары тураһында повестар һәм хикәйәләр , балалар һәм үҫмерҙәр өсөн пьесалар һәм әкиәттәр авторы. -Гоголь, Тургенев, Аксаков, Кассиль, рус һәм совет әҙәбиәтенең башҡа классиктарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе . -Әҙибәнең Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә алтмыштан ашыу китабы баҫылып сыҡҡан . Һәм ул – Зәйнәп Биишева . 1996 йылда әҙибәнең йөрәге тибеүҙән туҡтай…

Слайд 24

Оҫтаның ҡулы ҡала, Шағирҙың һүҙе ҡала…

Слайд 25

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге Биишева З. Уҡытыусыға ярҙамға. Төҙ. Ф.Б. Юнысова – Өфө, 2007, 3-сө бит. Биишева З. Монолог. Шиғырҙар. Поэмалар. – Өфө, 1986й. Биишева З. Әҫәрҙәр, дүрт томда, том 2. Роман, повестәр, хикәйәттәр, хикәйәләр. – Өфө, 1981. Вәлитов О. Башҡортостандың бөйөк ҡыҙы. // Ағиҙел / 2008, №1-12-се бит. Килмөхәмәтов Т.А. Әҙәбиәттең сағыу биҙәктәре. Ижади портреттар. – Өфө, 2005. Ф.Әмирханова. Кеше күңеле диңгеҙ бит ул. // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2001. №6 http://ukb.ucoz.ru/index/zajnab_biisheva/0-7ttp://sspa.edu.ru/2010- 03-19-05-45-25/2010-04-09-06-00-15/139-2010-04-09-05-57-18 http://festival.1september.ru/articles/508555/


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация о жизни и творчестве Лермонтова

Буду рада, если информация, размещенная на моем сайте, поможет Вам в работе.   ...

Презентация по жизни и творчеству К.И.Чуковского

В презентации рассказывается о жизни и творчестве К.И.Чуковского...

Презентация о жизни и творчестве народного писателя Башкортостана Зайнаб Биишевой

Презентация о жизни и творчестве народной писательницы Башкортостана Зайнаб Биишевой на башкирском языке. ...

Презентация - викторина "Жизнь и творчество Г.Тукая"

Презентацию можно использовать в викторине, посвященной творчеству Г.Тукая....

"Там, где культура, там и мир..." Презентация о жизни и творчестве Н.К. Рериха

Презентация о жизни и творчестве Н.К. Рериха познакомит обучающихся с величайшим общественным деятелем, путешественником, художником, литератором, философом, жизненные принципы которого актуальны для ...

Презентация, посвященная жизни и творчеству М.Е.Салтыкова-Щедрина (Изучение сказки "Дикий помещик")

Можно использовать при изучении сказок М.Е.Салтыкова-Щедрина (термины: ирония, сарказм, аллегория)...

Презентация по жизни и творчеству А.П.Чехова

Данная презентация предназначена для учащихся 10 классов. Основная цель: донести до учащихся о благотворительной деятельности и бескорыстности писателя...