Ҡартатайым яҙмышында...инша
материал на тему
Предварительный просмотр:
Ҡартатайым яҙмышында- ил тарихы.
Минең ҡартатайым, Уликанов Ғәлимйән Фазылйән улы, 1946 йылдың февраль айында Ейәнсура районының Ибрай ауылында доньяға килә. Был ауыл ул ваҡытта Ырымбур өлкәһенең Сәлих уездының Урмансы ауылы тип атап йөрөтөлгән була. Исеменән үк күренеүенсә Урмансы ауылы булғас ауыл халҡының табышы, көн итмеше урманға бәйләнгән була. Халыҡ урман ҡырҡа, һалабаш һала, ҡабыҡ әрсей, тырынса яра, септә, ҡап һуға, дуға бөгә,тәртә әҙерләй һәм ошо урман байлығын Ырымбур ,Йылайыр баҙарҙарына алып барып һатып көн күрә. Быларҙан тыш ҡайһы берәүҙәр күмер яға, эзбиз яндыра,күн иләй һәм уларҙың тауарын ҙур һорау менән файҙаланғас, алыпһатарҙар әҙер тауарҙы өйгә үк килеп алалар. Шуға ла улар бүтәндәргә ҡарағанда хәллерәк йәшәй.
Шулай йылдар артынан йылдар үтә,яйлап урман кәмей. Эш йылдан йыл ауырлаша бара, халыҡ яйлап малсылаҡҡа күсә башлай. Халыҡ ҡорот, май эшкәртеп, балыҡ тотоп кәсеп итә башлай. Ауылымдың һунарсылары ла тирә- яҡта дан тота.Улар шәшке, һыуһар, бурһыҡ, төлкө тиреһе әҙерләй. Айыу менән бүрегә лә йөрөйҙәр.
Бөтә ошо ауыр эштәр ауыл халҡын, минең ҡартатайымды сыныҡтыра, шуға ла ул бар эшкә лә маһир, егәрле, тырыш булып үҫә. Ауылым халҡы әлегә көндә лә үҙенең тырышлығы, дәртле, сәмле булыуы менән районда айырылып тора.
Батша власының аҙаҡҡы йылында тыуған ҡартатайым бер эштән дә ҡурҡмай, бәләкәйҙән һәр эште өйрәнеп, сынығып үҫә. 14 йәшлек кенә сағымда, санаға баҫҡыс һалып бесәнгә йөрөй торғайным тип иҫләй торғайны ул. Бәләкәй булғас, кәбән башына баҫҡысһыҙ менә алмағандыр инде.
Утыҙынсы йылдарҙа ауылдарҙа колхозлаштырыу башлана. Ауылдарға тәүге тракторҙар ҡайта башлай. Йәш, аңлы, тырыш егет булараҡ ҡартатайым трактористлыҡҡа уҡырға китә. Баймаҡ районының Йылайыр совхозында тракторсы һөнәренә өйрәнеп ҡайта. Ибрай ауылына иң беренсе тракторҙы минең ҡартатайым алып ҡайта һәм гөрләтеп эш башлай.
Ул ваҡытта йәштәр үҙ- аллы тормошҡа иртә аяҡ баҫалар. Ҡартатайым да 18 йәшендә ауылдашы сибәр ҙә, тырыш та Разифа менән өйләнешеп бергә донья көтә башлайҙар.Өй һалып инәләр. Матур итеп йәшәй генә башлайҙар, тиҙҙән тәүге сабыйҙары доньяға тыуырға тейеш була. Тик 1935 йылда ҡартатайымда РККА сафына алалар. Бик яҡшы хеҙмәт итә тырыш ауыл егете.1937 йылда уны отпускыға ҡайтаралар. Өр-яңы хәрби кейем, шығырлап торған итек кейгәп ҡупшы ғына ҡайтып төшә һалдат.Уны инде бер йәше тулған ҡыҙы, кәләше ҡаршы ала.Һалдатты хөрмәтләп бөтә ауыл ҡунаҡ итеп, өйҙән өйгә йөрөтәләр. Тик һынаулы көндәр тиҙ генә үтеп китә. Һалдат хеҙмәтен тамамларға тип кире хәрби частҡа китә. Бер йылдан ҡайтам тип киткән һалдат, ул саҡта ҡыҙына 10 йәш тулғас ҡына тыуған яҡтарына ҡайтырын башына ла килтермәй. Украинаның иң көнбайышында урынлашҡан Хмельницкий ҡалаһында хеҙмәт иткән ҡартатайымды, йәш һалдаттарҙы өйрәтергә кәрәк тип алып ҡалалар. Илдә шул ваҡытта уҡ тыныс булмай, ҡартатайыма хәрби тормош оҡшай, шуға ла ул артабанғы тормошон армия менән бәйләргә хәл итә. Ауылда ҡалған кәләшенә: “Мал- тыуарҙы һат, юлға әҙерлән, һеҙҙе ҡайтып алам” тип хат ебәрә. Ҡәрсәйем хатты алғас ҡартайымды өҙөлөп көтә башлай. Тик 1941 йылдың май айында килгән ошо хат ҡартатайымдың аҙаҡҡы хаты була. Аҙаҡ биш йыл буйы ҡартатайымдан хәбәрһеҙ юғалды тигән рәсми ҡағыҙҙан башҡа бер хәбәр ҙә булмай. Ҡәрсәйем ҡыҙы менән уны өмөтләнеп көтәләр ҙә көтәләр...
Ғаиләһен ҡайтып алам тип юлға сығырға өлгөрә алмай, һуғыш башланып китә.Фашистарҙың разведкаһы яҡшы эшләгән була, сик буйында урынлашҡан хәрби часте тәүге сәғәттәрҙә уҡ бомбаға тоталар. Казармалар, хәрби техника, штаб, ҡорал склады шунда уҡ ут аҫтында ҡала, юҡ ителә. Тере ҡалған әҙ генә һалдат менән старшина ҡартатайым урманға инеп йәшенәләр. Төп көстәргә ҡушылыу ниәте менән партизан һуғышы башлайҙар.Ҡайҙа ҡарама фашистар, ауылдарҙа националистар була. Сентябрь айында ҡартатайымдарҙың төркөмө ҡулға алына, уларҙы шунда уҡ Германияға оҙаталар. Әсирҙәр өсөн иң ауыр хеҙмәт-шахтала эшләү ғазабы башлана.Ауыр хеҙмәттән, аслыҡтан, ауырыуҙан бик күп тотҡондар ҡырыла. Бер көндө сафҡа теҙеп ҡуйып кем ауыл эшен, ат туғарып, егеү эшен белә алға сығырға тип бойороҡ бирәләр. Алға сыҡҡан бер нисә һалдат менән ҡартатайымды бер фермер ҡоллоҡҡа алып ҡайтып китә. Эш ауыр булһа ла бында ашау яҡшырыҡ була. Йәштән эшкә сынығып үҫкән ҡартатайыма бөтә ауыл эше еңел бирелә. Фермер быны күрреп йөрөй, эшкә тилбер тотонған егеткә ҡол булһа ла мәрхәмәтлек күрһәтә, туҡмау, ас тотоу, язалау бик эләкмәй. Шуға ла ҡартатайым беҙгә:”Һәр ваҡыт тырыш булығыҙ, эшләгеҙ, эшкә өйрәнеүегеҙ үҙегеҙ өсөн, эштән кеше үлмәй ул!”-тип ҡабатлай торғайны.
Михнәтле йылдар ауыр булһа ла үтәләр, бына һуғыш та Германия еренә яҡынлаша. Ҡартатайым бер иптәше менән һөйләшеп аҙыҡ йыя башлайҙар һәм бер төндә ҡасып китәләр.Тик үкенескә, күрә уларҙы тотоп кире алып киләләр. Был юлы бәхет йылмая, уларҙы алып килгәндә хужаларын һуғышҡа алып киткән булалар, шул арҡала ғына улар тере ҡала. Улар бер нисә көндән ҡабат ҡаса һәм ниһәйәт, үҙебеҙҙекеләргә барып ҡушылалар. Тикшереү үткәндән һуң ҡартатайым һуғыш бөткәнсе һуғышта була, аҙаҡ та хәрби хеҙмәтен дауам итә. Тыуған ауылына 1946 йылда ғына ҡайта. Унда уны 10 йәшлек ҡыҙы менән ҡәрсәйем ҡаршы алалар.
Ауылда аслыҡ, яланғаслыҡ, бөтә ерҙә оҙайлы һуғыш эҙемтәләре. Бигерәк тә яҙ ауыл халҡы ныҡ йонсой, асыға. Шулай ҡартатайым ҡустыһы менән йыуаға китәләр, ҡаты ҡарҙан үрмәләп йыуа үҫкән ергә еткәс кенә, ҡартатайым тауҙан шыуып төшөп китә. Ҡустыһы артынан уның янына килһә, ҡартатайым илап ултыра икән. “Беҙ бит немецты еңгән кеше беҙҙең дә тормош һәйбәтләнер әле”-тип ҡабат тауға менеп күп итеп йыуа алып төштө тип һөйләгәйне Салихйән олатай.
Ысынлап та ҡартатайым тормошонда ил тарихы уның атаһын 1934 йылда хәйерсенән хәйер һорай был хөкүмәт тип заемға яҙылыуҙан баш тартҡас репрессияға эләгеп шунда вафат булып ҡала. Ҡартатайым үҙе лә һуғыштан ҡайтҡас Берия ҡорбаны булып тағы ла биш йыл лагерь туҙаны була.
Шулай ҙа бирешмәй ҡартатайым, тормоштоң яҡшырырына ышанып, колхозда тырышып тракторҙа эшләй, бригадир була. Өлкәнәйгәс балта оҫтаһы булып китте. Ауылым да, күрше ауылдарҙа ул һалған өйҙәр әле лә балҡып ултыра.
Ул һәр ваҡыт һуғыш ҡына булмаһын, һуғыш булмаһа барыһы ла һәйбәт буласаҡ ти торғайны.
Йыл да 9 май- Еңеү байрамын байрам иткәндә бына быйыл да тыныс йәшәнек, малайҙарым һуғыш күрмәһен тип теләй торғайны.Ҡартатайым тыуыуына быйыл 100-cе йыл китте. Илебеҙҙәге 70-cе тыныс яҙҙы ғына күрә алманы.Уның тәрбиәһендә үҫкән 6 балаһының 14 ейән-ейәнсәре бар.Хәҙер шул балалар ҡартатайҙарының һаҡлап алып ҡалған илендә тыныс тормошта йәшәйҙәр, уҡыйҙар, балалар үҫтерәләр.