Башҡортостан инша
материал на тему
Предварительный просмотр:
Мин бәхетле тыуған еремдә.
Рәсәй менән Башҡортостан
Рәсәй менән Башҡортостан
Берен-бере ҡайғыртҡан.
Гелән бергә дуҫ йәшәп,
Бик күп үрҙәр яулаған.
Башҡортостан-тыуған ил,
Рәсәй менән бергә гел.
Нисә йылдар иңгә-иң
Йәшәйбеҙ беҙ тиңгә-тиң.
Башҡортостанда тыуған, йәшәгән һәр кеше үҙен бәхетле тип атай ала. Мин дә шул бәхетле балаларҙың береһе.Ошо ерҙә ата-әсәм, туғандарым тыуған, ғүмер кисергән.Ысынлап та беҙ әкиәт кеүек матур тәбиғәтле ерҙә йәшәйбеҙ, ғүмер итәбеҙ. Барыбер, иң ҙур байлыҡ- ул тыуған еремдең халҡы, бәхетле балалары...
Бөгөнгө көндә, ғөмүмән алғанда, кеше һәйбәт эшләйем, карьера үҫтерәм тип сит өлкәгә генә түгел, хата сит илгә лә сығып китә. Нисек итеп тыуған ерҙе ташлап сығып китәһең?! Бында бөтә дуҫтарың, ата-әсәйең, таныш булған ерҙәрең ҡала.
Башҡортостан Рәсәйҙең ҡуйынында йәшәй, ләкин ул үҙе бер дәүләт. Башҡортостандың үҙ флагы, гербы, президенты бар.Президентыбыҙ барлыҡ Башҡортостан халҡына ярҙам ҡулы һуҙырға ғына әҙер тора.Күп балалы әсәйҙәргә миҙал, машина бирә, торлаҡҡа мохтаж кешеләргә торлаҡ биреп тора. Башҡортостан көндән-көн матурая, төҙөкләнә, сәскә ата. Төрлө мәктәптәр, больницалар, өйҙәр төҙөлә.
Минеңсә, Башҡортостандың ете мөғжизәһе бар. Ете һаны- ул башҡорттарҙың һаны: етегән йондоҙ, ете ҡыҙ, ете ырыу. Беренсе мөғжизә- ул ҡурай, сөнки шундай бер
үҫемлектән генә ниндәй иллаһи моң сыға, был музыкаль ҡорал бөтә илдә танылыу алған. Ете тажлы ҡурай Башҡортостандың флагында ла төшөрөлгән. Икенсе мөғжизә- ул бал ҡорто, шундай бәләкәй генә бөжәк көнө буйы, сәскәләрҙән сәскәләргә күсеп бал йыя. Башҡорт балы иҫ киткес шифалы, тәмле, ашап ҡараһаң телде йоторлоҡ. Тағы ла күп ауырыуҙарға дауа булып хеҙмәт итә. Тағы ла бер мөғжизә- ул Шүлгәнташ мәмерйәһе. Был мәмерйәлә минең дә булғаным бар, ысынлап та тәү тормош кешеләре мәмерйә ташында төрлө һүрәттәр төшөргән. Шүлгәнташ эргәһендә Түңәрәк күл бар, кешеләр әйтеүенсә, был күлдең төбө юҡ. Көндөҙ ул зәп- зәңгәр төҫкә инә. Был күлде лә мин мөғжизәгә индерәм. Башҡорттарҙың «Урал батыр» эпосы ла үҙе бер мөғжизә. Ҡайһы бер кешеләр был эпосҡа ышанып та етмәй, ләкин мин ышанам.Эпос бик күп сит телдәргә тәржемә ителгән.
Башҡорттарҙың атаҡлы, данлыҡлы, ҡаһарман улдары бик күп булған, ә шулай ҙа иң-иңе ул- Салауат Юлаев. Күпме көс һәм халҡына һөйөү менән тулған уның күңеле. Салауат Юлаевҡа бик күп һәйкәлдәр һәм бюсттар ҡуйылған. Ләкин мөғжизә тип мин уның Өфөләге һәйкәлен әйтә алам. Ул һәйкәл Өфөгә ингән һәр кешене ҡаршы алып тора. Ағиҙел йылғаһы менән Дим йылғаһы ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Етенсе һәм һуңғы мөғжизә ул- Башҡортостанда йәшәүсе башҡорт халҡы. Мин үҙем дә, минең туғандарым да -башҡорттар. Башҡорттар ҡунаҡсыл, киң күңелле, йомарт, ярҙамсыл халыҡ.Башҡорттар- мосолман.Улар дингә битараф ҡарамайҙар, Аллаға ышаналар һәм табыналар. Ҡайһы берәүҙәр көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡый.
Башҡортостандың тәбиғәтен һүрәтләү мөмкин түгел. Текә ҡаялар, бейек тауҙар, тәрән, таҙа йылғалар, ҙур күлдәр, шифалы шишмәләр, бөтмәҫ- төкәнмәҫ далалар, сәскәле болондарға бай ул. Ҡуйы урмандарҙа ниндәй генә кейек юҡ, тәрән йылғаларҙа ниндәй генә балыҡ юҡ.Матур-матур һайраған ҡоштар, төрлө бөжәктәр ҙә бик күп.Йылҡы малынан башҡорттар ҡымыҙ бешә. Ул эсемлек бик файҙалы. Ошо хозур тәбиғәткә һоҡланып яҙыусылар илһамланып шиғырҙар яҙа, композиторҙар көй ижад итә, ә инде йырсылар көслө тауыш уларҙы менән башҡара. Ысынлап та, танылған, данлыҡлы яҙыусылар төйәге ул Башҡортостан, мәҫәлән: Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рәшит Ниғмәти, Зәйнәб Биишева, Аҡмулла.
Башҡортостанда тыуғанға мин бик бәхетлемен, сөнки ошо матур тәбиғәт ҡосағында йәшәйем. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, үҙ илебеҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ. Һәм артабан да илебеҙ сәскә атһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға бурыслыбыҙ.Ата-бабаларыбыҙ беҙгә ошондай изге ерҙе аманат итеп ҡалдырған,беҙ уларға мәңге рәхмәтлебеҙ.Киләсәк быуынға уны тағы ла йәмлерәк итеп ҡалдырырға тейешбеҙ.Шуға беҙҙә тәбиғәтте һаҡлау,үҙ илеңде ҡайғыртыу тойғоһо булырға тейеш.Сит ерҙәрҙән килеп төрлө ҡунаҡтар яҡшы кәйеф менән ҡайтып китәләр.Башҡортостандың тәбиғәте шул тиклем тылсымлы,шифалы,матур.
Беҙ - Башҡортостандың бәхетле киләсәге.
Әхмәтшина Аделина 9В
Заявка на участие в городском конкурсе сочинений
«Пою мою республику»
МБОУ СОШ № 26
Фио ученика | Район, школа, класс | Вид работы, на каком языке | Фио руководителя | Телефон руководителя |
Ахметшина Аделина | Советский, 26 школа, 9-в класс | Сочинение “Мин бәхетле тыуған еремдә” на башкир. языке | Илимбетова Гузель Замановна | 89625355559 |
Директор МБОУ СОШ № 26 А.В.Басов
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Милләтем - киләчәгем! Инша.
Татар халкы күп михнәтләр кичергән. Әмма халкымның бүгенгесе бик куанычлы, киләчәге өметле. Без киләчәк буынга гореф-гадәтләребезне, милли йолаларыбызны тапшырырга тиеш....
Инша "Туган телем – татар теле."
Туган тел турында инша...
Инша "Туган авыл" (на татарском языке)
Туган авыл дип әйтүгә, минем күз алдыма мәһабәт агачлар, яшел урамнар, матур өйләр килә. Әйе, туган авылым Иштуган нәкъ...
"Мин - табигать баласы" инша
4В сыйныфы укучысы Гайфуллина Алисәнең "Мин - табигать баласы" исемле иншасы...
Инша
"Табигать - туган йортыбыз" темасына инша. Эшне үтәде: 6 нчы в сыйныф укучысы- Хәкимуллин Илүс...
Дәрес - конспект. "Батыр улдар төйәге ул Салауат", Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дәрес - сәйәхәт конспекты. "Башҡортостан уҡытыусыһы" №3, 2006 йыл.
Дәрес - сәйәхәт Салауат районына уҡыусылар менән экскурсияға барғандан һуң яҙылды. Райондың арҙаҡлы улдары Салауат Юлаев һәм Рәми Ғариповтың тыуған яғы менән танышыу булды....
Инша "Минең тыуған илем - Башҡортостан!"
Минең тыуған илем –Башҡортостан !Тыуған илгә һөйөү тойғоһо үҙ өйөңдө,ҡасабаңды,ауылыңды яратыуҙан,уның үткәне һәм киләсәген ихтирам итеүҙән башлана.Ул беҙгә тыумыштан бирелмәй.Киреһенсә,бының өс...