Бала - ата-әсәһенең көҙгөһө
консультация
Предварительный просмотр:
Үҙәк каналдарҙың береһендә тележурналист Михаил Зеленский алып барған ток-шоуҙа шундай фекер яңғыраны:“Хәҙер беҙҙә йыртҡыстар үҫә, сѳнки беҙ үҙебеҙ йыртҡыстар, әфәнделәр”, -тип яуапланы ҡатнашыусыларҙың береһе.
Уйланмаҫ ерҙән уйланырһың. Ысынлап та, бѳгѳнгѳ кѳндә үҫмерҙәр араһында баш етмәҫлек уҫал ниәт менән енәйәт ҡылыусылар осрай. Был ҡәҙәр агрессия, ҡанһыҙлыҡ ҡайҙан килә, кем тәрбиәләй йәш енәйәтселәрҙе?
Заманса йәмғиәткә, башҡаһына һылтанһаҡ та, барыбер тәүге сиратта ата-әсәнең балаһына иғтибары етешмәүе беренсе урында тора. Донъя мәшәҡәтенә башкѳллѳ сумған ата-әсәнең улына, ҡыҙына ваҡыты ҡалмай. Бала күберәк телевизор, компьютер менән “аралашырға” мәжбүр. Ә унда инде донъяның бѳтә кире яғы күрһәтелә: үлтереш, ҡыйралыш, кѳсләү, эскелек һ.б. Хатта хәҙерге йәнһүрәт геройҙары ла ҡанһыҙ, аяуһыҙ була бара.
Ѳйҙә атай-әсәй үҙен нисек тота, бала барыбер шуны ҡабатлай. Беҙҙең яҡта әйтмешләй, баланы артыҡ буйлатырға ла ярамай. Насар ҡылығына күрә язаһы ла булырға тейеш. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, күпселек ата-әсә балаһы мәктәптә, урамда эш боҙһа ла, һуҡырҙарса уны яҡлай, күкрәге менән башҡа балаларға, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә ташлана. Бына ошо ваҡыт атай йәки әсәй ҙур хата эшләй. Аҙаҡтан был хәл ѳсѳн үкенерҙәр ҙә, әммә ләкин һуң булыуы бар. Самаһыҙ артыҡ тыйыуҙың да, шулай уҡ кәрәкмәгән саҡта баланы йән талашып яҡлашыу ҙа баланың характерын боҙа, аҙаҡтан бик насар эҙемтәләргә килтереүе бар. Ауыл ерендә лә ваҡ хулиганлыҡ ҡылған үҫмерҙәр, бер-береһен ҡаты йәберләгән балалар һаны арта барыуы борсолоу тыуҙыра.
Беҙҙең заман балалары хәҙергеләрҙән күпкә бәхетле булған, сѳнки ул заманда октябряттар, пионер ойошмалары, комсомол, унан һуң коммунистар партияһы - һәр ҡайһыһы ғаилә һағында, тәртип һағында торҙо. Атайҙарҙың абруйы кѳслѳ ине. Иҫтә, беҙҙең атайҙар ата-әсәләр йыйылышына үҙҙәре барыр ине. Уйлаһаң, улар бит бик ауыр урман эшендә йѳрѳгән, ә балаға ваҡыт тапҡан. Бармы бѳгѳн шундай атайҙар? Бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр...
Әсәйҙәрҙән дә бѳгѳнгѳ кѳндә ҙур түҙемлек, матур тәрбиә биреү кѳсѳ талап ителә. Әммә күпселек тик үҙен уйлай, мәктәптә балаһының нисек уҡыуы, тәртибе менән ҡыҙыҡһынмай. Ә класс етәксеһе элекке етәксе түгел, сѳнки уның кѳн һайын бѳтмәҫ-тѳкәнмәҫ отчеттар яҙаһы бар.
Замана үҙгәрҙе. Байҙар бар, урта хәллеләр һәм ярлылар. Бына шул тѳрлѳ ҡатлам кешеләренең балалары бергә уҡырға, бергә уйнарға, йәшәргә тейеш. Һиҙҙерәме ул бѳгѳн ошо айырмалыҡ үҙен, әллә был тәңгәлдә барыһы ла ал да гѳлмѳ? Һиҙҙерә шул, ҡыҙғанысҡа күрә, хатта балаларҙың артабанғы яҙмышына туранан-тура йоғонто яһай, сѳнки бай ата-әсәнең балаһының хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре, йә иһә инспекторҙар алдында ла кѳслѳ “иммунитеты” бар, ә ярлының хоҡуғы ла, яҡлаусыһы ла юҡ. Бына шунда үс алыу тойғоһо, яман ғәҙәткә бирелеү, “урам дуҫлығын” ѳҫтѳн ҡуйыу хисе уяныуы бар. Ә был юл балаға бик хәүефле.
Бына шундай мѳхиттә бѳгѳнгѳ кѳндә хатта ауылда ла, “Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул!” тигән матур әйтемгә торошло бала тәрбиәләүе бик тә ауыр.
Халҡыбыҙҙы, шәжәрәбеҙҙе дауам иттереүҙә нигеҙ ташы - балаларыбыҙ. Уларҙы тотош йәмғиәт, йәмәғәтселек менән киң күңелле, милли рухта, изге тәбиғәтле, ысын кеше итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ. Яманлыҡтың да, яҡшылыҡтың да сығанағы үҙебеҙҙә, уны ситтән эҙләп ваҡытты әрәм иткәнсе, һәр минут, һәр сәғәт балабыҙға матур тәрбиә бирергә, үрнәк булырға ашығайыҡ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий выпускного бала
Сценарий выпускного вечера в школе...
К "Осеннему балу"
В данном материале - стихотворение об осени, стихотворение об осеннем букете и четверостишие о поделке из природного материала "Жар-птица"...
Сценарий выпускного бала "ВЫПУСКНИК - 2011"
Сценарий выпускного вечера для девятиклассников в форме вручения премии "Оскар"...
Л.Н.Толстой "После бала"
Урок литературы. Мастер-класс. Цель урока: Выявить, при помощи каких средств автор раскрывает главную мысль рассказа: каждый человек несет ответственность за все происходящее вокруг. Задач...
Презентации к уроку литературы. Л.Н Толстой "После бала"
Прием контраста в произведении...
Урок-презентация. Л.Н. Толстой "После бала"
Презентация представляет собой набор иллюстраций и информационных сносок, касающихся биографии писателя и истории создания произведения "После бала"....
Урок-презентация. Л.Н. Толстой "После бала"
Презентациявключает в себя весь необходимый материал для проведения урока по теме "Л.Н.Толстой "После бала". Контраст как основной художественный прием в произведении"....