Башҡортса йомаҡтар
материал
Предварительный просмотр:
Йомаҡтар
1.Алма тиһәң дә алалар,
Нимә һуң ул,балалар?
2.Шишмә түгел, әммә үҙен
"Белем шишмәһе” тиҙәр.
Бик белемле булғың килһә,
Ҡулдан төшмәһен, тиҙәр.
3.Орлоғо ҡара,ере аҡ,
Ҡул менән сәсәләр,
Күҙ менән йыялар.
4.Тун түгел-тегелгән.
5.Үҙе уҡый белмәһә лә,
Ғүмер буйы яҙыша.
6.Ҡулланған һайын
Ҡысҡара бара;
Ҡыҫҡарған һайын
Оҫтара бара.
7.Ике туған:
Береһе-аҡ,
Икенсеһе-ҡара.
8.Ҡыҙыл төймә таптым,
Ауыҙыма ҡаптым.
9.Үҙе ҡып-ҡыҙыл,
Күлдәге йәм-йәшел.
10.Һыу өҫтөндә һары май
Батмай ҙа,иремәй ҙә.
11.Ҡышын да йәшел, Йәйен дә йәшел.
12.Әсәй әйтә бер йомаҡ:
Ап-аҡ ҡына тумалаҡ,
Аҡ мейескә инеп ята
Йомро-йомро йомарлаҡ.
13.Беләбеҙ бит,әсәкәй,
Беҙ итәбеҙ сәпәкәй:
Йомро-йомро йоморлаҡ-
Әпәкәй ул,әпәкәй! (Г.Яҡупова.)
14.Кем белә?
Әсәйем мейескә һалһа,
Табала ул ҡабара.
Бешкәс телеп кенә алһаң,
Тәмле еҫтәр тарала.
Нимә һуң ул?Кем белә?
Йә әйтегеҙ тиҙ генә. (М.Шиһапов.)
15.Түтәлдерҙе ҡаҙып бөткәс,
Мыштырлап оҙаҡ торма.
Эшкә тотон йәһәт кенә
Ҡулыңа алып… .
16.Бесән ҡалай ныҡ кипкән,
Йыйырға ваҡыт еткән.
Ҡарап торма,тик торма,
Йә,ҡулыңа тот …
17.Был ҡоралды сабый саҡтан
Ҡулда тоторға кәрәк
Ғүмер буйы бары файҙа
Бирә кешегә… .
18.Ерҙән ҡаҙып алалар,
Аш, бәлешкә һалалар.
Көлгә күмә малайҙар,
Иҙеп ашай бабайҙар.
19.Миңә оҡшай ҡурғаны,
Кетерләп үк торғаны,
Маҡтап бөтөргөһөҙ, уф!
Нимә ашайым? … . (З.Әхмәтйәнова.)
20.Бер ағаста мең ҡара.
21.Сәскәһе ап-аҡ,емеше ҡыҙыл.
Ҡыҙарып беште,ергә төштө.
22.Эсе ҡыҙыл,тышы ҡара,
Ышанмаһаң,ашап ҡара.
23.Кәкре ҡайын аҫтында,
Ҡан тамсылап ултыра.
24.Үләндәрҙә ҡыҙарып бешер,
Һабағын бөгөп, ергә төшөр.
25.Әбей түгел,бабай түгел,
Үҙе ҡат-ҡат тун кейә,
Һыуҙар һибеп үҫтерәбеҙ-
Ул дымлы ерҙе һөйә.
Йәшкелтем һәм аҡ төҫтә,
Шытырлап тора тештә,
Ә исеме-...
26.Лампочкаға бик оҡшаған
Татлы был емеш.
Исемен әйтһәң,һиңә лә
Сығарам өлөш!
27."Бал”лы ижеге булһа ла,
Һис тә түгел ул татлы.
Миләшкә оҡшаш емештең,
Йә, исемен кем тапты?
28.Әхмәттең бер алмаһы,
Әсғәттең бер алмаһы,
Бер алма бар Әсмәлә,
Бер алама бар Сафала,
Берәү өҫтәлдә ята,
Бөтәһе нисә алма? (Ғ.Ғүмәр.)
29.Ағас башында туп һымаҡ
Ул һикереп шаяра,
Йә тубырсыҡ эҙләп йыя,
Йә ул сәтләүек яра.
Имәнгә ҡора өйөн,
Ниндәй кейек ул?
30.Ҡойроғо көлтә кеүек,
Яратҡаны сәтләүек,
Ҡыуышҡа яһай өйөн,
Был ни,әлбиттә,… .
31.Энәләре күп булһа ла,
Кейем текмәй был кейек.
Сәнскеле балаһын да Һөйә:
”Йомшағым!”-тиеп.
32.Энәһе күп:йөҙләп-меңләп,
Бер ни тегә алмай йүнләп.
33.Һаҡалы бар-бабай түгел,
Бер кемгә лә ағай түгел.
34.Тәү ҡарашҡа меҫкен,өтөк,
Үсектерһәң-китә төкөп.
35.Борсаҡтай ғына күҙҙәре,
Морон осо ҡап-ҡара.
Яҡын килһәң, йоморлана,
Энәле-тотоп ҡара!
Кем белә,кем белә,
Йә әйтегеҙ тиҙ генә. (М.Шиһапов.)
36.Йәйен-урманда батша,
Ҡышын-ҡарҙан да аҫта.
37.Йәйен-һоро,ҡышын-аҡ,
Ҡыҫҡа ҡойороҡ,шеш ҡолаҡ.
38.Йылыта,кейендерә,
Әҙәмде һөйөндөрә.
39.Дүртәүҙер аяғы,
Ҡайсылай ҡолағы,
Таштан ҡаты тояғы.
40.Йәй ҙә,ҡыш та тире тун кейеп йөрөй.
41.-Ҡаҡ-ҡаҡ,-тиер,-ҡаҡ,-тиер,
Ниҙер ҡағырға ҡушыр.
Үҙе ҡанат ҡағып ҡына
Һыу буйында булашыр.
Күл, йылғала табыр наҙ
Ҡыҙыл ситек кейгән … .
42.Сирыҡ-сирыҡ сирҡылдай,
Бәҫле ботаҡҡа ҡунып.
Сирыҡ-сирыҡ,үҙ телендә
Ниҙер һөйләй ҡыуанып.
Ниҙер генә һөйләһә лә,
Аңламайым шул телен.
Шуны беләм: йылы эҙләп,
Ташлап китмәй үҙ илен.
Кисерһә лә күп этлек,
Иленән китмәй … .
43.-Ҡыт-ҡытыҡ,-ти,-ҡытыҡ,-ти,-
Тибенеүе ҡыҙыҡ,-ти,
Әйтеп ҡуймағыҙ яҙыҡ,
Әлеге ҡош ул-… .
44.-Мин барыһын уятам,-тип
Ҡысҡыра,-кикирикүүүк!
Бара торған ерегеҙгә
Һуңлап ҡуймағыҙ берүк!
Һис кәрәк түгел бәхәс,
Был булыр инде … .
45.Яңғыратып һыу буйҙарын
Һарай,алһыу таң тыуғас,
Моңло,дәртле … .
46.Йылы яҡтан
Беҙгә килә,
Ул йылдарҙы
Һанай белә.
Был ниндәй ҡош?
Бирсе әйтеп!
Әйтәм-әйтәм,
Был бит … .
47.Бар белгәне ҡар ҙа ҡар,
Бер туҡтауһыҙ ҡар даулар.
Ниндәй ҡош мохтаж ҡарға?
Ни булһын инде … .
48.Көнө буйы туҡ та туҡ,
Ағастан ҡорт табып туҡ.
Ағасты йырған ҡортҡа
Иң ҙур дошман … .
49.Аҡ бабай, аҡ бабай,
Аҡ туныңды ҡаҡ, бабай.
50.Утта янмай, һыуҙа батмай.
51.Осоп китә, йөҙөп китә,
Ваҡыт еткәс, иреп бөтә.
52.Йондоҙ булып ҡойола,
Мамыҡ булып йыйыла.
Ел булһа, оса, Я
ҙ булһа, ҡаса.
53.Үкерә лә ҡотора, бөтә ерҙе тултыра.
54.Ҡара ерҙең өҫтөнә ҡаҙ мамығын кем һипкән?
Аҡ юрғанды кем теккән, ап-аҡ ондо кем һипкән?
55.Кәкре муйын ағайҙар, ҡарға батмай баралар.
56.Ике ағай йәнәшә бара,
Береһен-береһе уҙыша бара.
57.Көндөҙ йоҡлай, кис уяна.
58.Ямауы бар,йөйө юҡ.
59.Атта бар, ҡолонда юҡ.
60.Эй ат саба, ат саба,
Һығыла билгенәһе,
Тояҡтары резина,
Тимерҙән дилбегәһе.
61.Ай бирҙе, ҡояш алды.
62."Был” һүҙен ике мәртәбә
Яҙҙым да бергә ҡуштым.
Йә уҡы: килеп сыҡты
Исеме ниндәй ҡоштоң? (Ф.Рәхимғолова.)
63.Үҙе йомшаҡ, үҙе еңел,
Беҙҙә үҫә торған түгел.
Аҡ төҫөнән була танып,
Белдем, белдем! Был бит-….
64.Ауыҙы юҡ-теше бар.
65.Тегеүсе үҙе, һыңар ғына күҙе,
Кеше кейем тегә, янланғас үҙе.
66.Ауыҙы юҡ-теле бар.
67.Өй башына мендем, ҡанатымды йәйҙем.
68.Аҡ ерҙә эҙ һалған, эҙ ҡалмаған, һүҙ ҡалған.
69.Теле юҡ-һүҙе бар.
Күҙе юҡ-күрһәтә,
Бар нәмәне өйрәтә.
70.Күҙгә күренмәй,
Бик шәп йүгерә,
Һүндерһәң-һүнә,
Яндырһаң-яна,
Тотонһаң-үлтерә.
71.Ҡумта эсендә кеше,
Йырлау,һөйләүҙә эше.
72.Тарағы бар-сәсен тарамай,
Урағы бар-иген урмай.
73.Берәү уның бармағы,
Әйтерһең дә, ҡармағы,
Бәйләйҙәр дә, ҡармағы.
Бәйләйҙәр уны ептән,
Йөндән йәки дебеттән,
Уға ҡулдар эйәләй,
Ә исеме …
74.Өйҙә лә бар, һарайҙа ла:
Береһе ашау өсөн,
Икенсеһе һыйыр-малға
Бесәнде ташлау өсөн,
Икеһе лә бик кәрәк,
Исеме уның … .
75.Ике туған булған,
Береһе-аҡ булған,
Икенсеһе-ҡара булған.
76.Өй башында айыу бейей.
77.Ҡояш ҡайҙа барһа, уға ҡарап йылмая.
78.Үҙе аҡ-ҡара түгел,
Үҙе шыйыҡ-һыу түгел.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Мортлöн ортсы да сям
Данную презентацию можно использовать при обобщении темы "Прилагательные. Внешность и характер человека"....
Йомаҡтар
а) Йәйен - урманда батша, Ҡышын - ҡарҙан да аҫта. ...
Йомаҡтар яратаһыңмы?
http://LearningApps.org/watch?v=pfoev0kkk16...
Дәрес планы "Башҡорт халыҡ ижады. Йомаҡтар"
Уҡыусыларҙа тапҡырлыҡ, зирәклек тәрбиәләү. Башҡорт халыҡ ижады менән танышыуҙы дауам итеү һәм әкиәт йөкмәткеһен үҙләштереүҙе тикшереү Йомаҡ жанрының үҙенсәлеген билдәләү Уҡыусыларҙы ижади фекерлә...
Йомаҡтар темаһы буйынса презентация.
Йомаҡтар темаһы буйынса презентация....
Презентация к уроку коми языка по теме: Мортлӧн ортсы да сям
Данная презентация разработана к уроку коми языка по теме: Мортлӧн ортсы да сям...
Уҡыусым!Был биттә һиңә төрлө тест һорауҙары,сканвордтар әҙерләнем.Рәхим итеп башҡортса шөғөллән
Уҡыусым!Был биттә һиңә төрлө тест һорауҙары,сканвордтар әҙерләнем.Рәхим итеп башҡортса шөғөллән...