Яҙма һәм ижади эштәргә пландар
презентация к уроку на тему
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Килендәр.(изложение, 9 класс) 1. ...Эйе, бик оҫта яһай ине Нәғимә апай күбәләрҙе: а) Зәлифәгә лә өйрәтә; б) ыҡсым күбәләр; в) күбәләр теҙелә башланы.
2. Бер аҙҙан һуң Ишбулды менән Ирек тә килеп ҡушылды: а) эш ырамлы китте; б) Нәғимә апай йылмайҙы; в) апайҙың кәңәшен тотоп; г) Шәүрәнең әсәһе.
Зәр ҡәҙерен зәрҡән белер (изложение,10 класс) 1. Борон бер хан булған: а) аҡһаҡалды гел үҙе янында тотҡан; б) асыуынан хан кәңәшсеһен зинданға яптырған; в) ханлығы тарҡала башлаған; г) аҡһаҡалды саҡырып һөйләшеп ҡараған.
2. Баш эймәй шул зинданда ҡала һаман аҡһаҡал: а) был яҡ ханлығына төрлө илселәр, ғилем эйәләре килә башлай; б) улар серҙәрен ныҡ һаҡлайҙар; в) хан тағы ла аҡһаҡалға ялына; г) аҡһаҡал, шарт ҡуйып, быға күнгәндәй итә.
3. Хан ризалаша, уға китап ҡына булһын, ҡалғанын үҙе ҡарар: а) аҡҡа яҙылаһы һүҙ башын аҡһаҡал ханға төбәп, аңлата; б) аҡһаҡал китап яҙырға ултыра; в) –Хаҡын әйт, - тигән хан. – Китабыңдың;
г) хан китапты үҙе уҡыған да йыраҡҡа йыйып ҡуйған; ғ) бер мәл китапты яртылаш ятлап алған; д) хан да, аҡһаҡал да донъя ҡуйғандар.
Әгәр мин башҡорт теле уҡытыусыһы булһам ?(инша,10-сы класс) 1. Башҡорт теленә ҡағылышлы поблемалар һәм уларҙы сисеү юлдары. 2. Әгәр ҙә башҡорт теле уҡытһам, ниндәй ысулдар менән телгә һөйөү уятыр инем ?
Мөхәббәт (изложение,8-се класс) 1. Күп йылдар артылышында булған , ти, бер гүзәл ер. 2. Ошо ерҙә бер егет йәшәгән. 3. Ләкин егеттең күңеле болоҡһоп тик торған.
4. Ҡояш-әсәнең һүҙҙәре. 5. Ҡояш-әсә ергә алтын уҡтарын йүнәлткән. 6. Бик бәхетле, татыу йәшәй башлағандар.
Башҡортостан-гөлбостан, былбылыстан, нурбостан, шунда тыуып, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан (инша,8- се класс) 1. Ил бәхете менән бәхетле бул, ил ҡайғыһы менән ҡайғылы. 2. Тарих – ул беҙҙең тамыр. 3. Ил яҙмышы, милләт хәстәре һинең иңеңдә, уҡыусым.
Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта уң ҡулында булыр ҡурайы (инша,8-се класс) 1. Драма жанры тураһында. 2. «Ҡаһым түрә» драмаһы: а) образдар системаһы; б) идея-тематик йөкмәткеһе;
в) төп конфликт; г) композицицон саралар. 3. Ҡаһым түрә образы: а) һеҙҙең ҡарашығыҙ; б) тарихи шәхес булараҡ әһәмиәте.
Тәбиғәткә, кейек-хайуандарға һаҡсыл бул! (инша,8-се класс) 1. «Һуңғы тарпан» әҫәре тураһында. 2. Аттар хаҡында мәғлүмәттәр. 3. Минең тәбиғәтте һаҡлауға индергән өлөшөм.
Йәнтөйәгем (инша,8-се класс) 1. Башҡортостандың ете мөғжизәһе. 2. Учалы районының ете мөғжизәһе.
Әсә (изложение,8-се класс) 1. Сережа балалар йортонда үҫте: а) Марат менән дуҫлашыу; б) Сережаның әсәй табыуы; в) Мәрхәбә апайҙың йыуатыуы.
2. Сережаның ҡала Советына барыуы: а) уллыҡҡа яҙылырға һуң инде; б) «әсәй» һүҙе йөрәгенә яҙылған. 3. «Әсәй!» Ниндәй тәрән мәғәнәле ғәжәйеп һүҙ!
4. Марат менән Сережа музыка мәктәбен тамамланы. 5. Малайҙар бик тәртипле булып үҫте: а) маҡтау ҡағыҙҙары алдылар; б) үтә ярҙамсыл булдылар.
6. Гөрләшеп йәшәгән саҡтар, иҫкән ел һымаҡ, үттеләр ҙә киттеләр: а) бөтәһе лә кеше булды; б) Мәрхәбә апай яңғыҙ ҡалды; в) «әсәкәйем минең!»
Ысын дуҫлыҡ (изложение,8-се класс) 1. Яҙма эш ваҡытында. 2. Иртән мәктәпкә бер үҙем сығып китәм. 3. Әсҡәт бәләгә тарый. 4. Күҙемә иң тәүҙә Рәхмәт салынды. 5. Рәхмәт Әсҡәтте ҡотҡара. 6. Дауаханала.
Йәмле йәй(изложение,8-се класс) 1. Йәйҙең йәмле саҡтары етте. 2. Ә яландар!: а) мин яландарҙы һәр ваҡыт яратам; б) Эйе,йәшлегем! 3. Быйыл йәй айырыуса һәйбәт килә.
4. Йәйҙең был мәлендә кистәр айырыуса матур була: а) кешеләр; б) күңелдәрҙе йәшәртә торған мәл; в) бөгөн дә ҡояш теләр-теләмәҫ кенә байыны.
Мине иң ҡыҙыҡһындырған әҫәр.(инша, 8-се класс) 1. Автор тураһында мәғлүмәт. 2. Әҫәр тураһында мәғлүмәт: а) йөкмәткеһе; б) образдар системаһы; в) төп фекере. 3. Ни өсөн һайланым һәм нисек дауам итергә мөмкин ?
Туғандар (изложение,9-сы класс) 1. Юл тотоу: а) тәбиғәт тормошо; б) муйыллы ялан. 2. Мылтыҡ тауышы: а) кем атты? ; б) ҡалтағай юлы.
3. Эҙәрлекләү: а) тәйпәк уя буйы; б) боландар өсөн шәп урын; в) эсен кәпәйтеп болан ята ине; г) еҙ гильза.
4. Мохтасарҙың йөҙө ҡырыҫланды: а) тәүәккәл хәрәкәт менән алға ҡуҙғалды; б) юл ҡуйы уҫаҡлыҡҡа китте; в) йөрәк дөп-дөп тибә; г) ҡулбашы-ҡалаҡ һөйәге тирәһе яраланған.
Майҙанда аттар сабыша,күңелемдә уйҙар сабыша... (изложение , 9-сы класс) 1. Күңелемдә уйҙар сабыша. 2. Эй, сабыш аттары! 3. Ауылымдың һуғыш йылы аттары. 4. Тылда ла һуғыш ғазаптарын татыны улар. 5. Эй, ауылымдың изге аттары, сыҙам аттары! 6. Майҙанда аттар сабыша.
Йыр-халыҡтың күңел көҙгөһө (инша,9-сы класс) 1. Йырҙарҙың классификацияһы (бүленеше). 2. Теманы иҫбатлау. 3. Минең ҡыҙыҡһыныуҙарым (оҡшаған йырҙар,йырсылар тураһында). 4. Йырҙың әһәмиәте.
Уй күрке – тел, тел күрке – һүҙ.(инша,9-сы класс) 1. Нимә ул тел, ике теллелек, әҙәби тел ? 2. Туған телем – әсәм теле. 3. Телмәр мәҙәниәте тәрбиәләү.
Бейгә ҡаршы ут булған – сәсән булмай, кем булһын!(инша,9-сы класс) 1. Сәсәнлек ижадының 16-17-се быуаттарҙа ныҡ таралған булыуы.Был осорға ҡыҫҡаса күҙәтеү. 2. Үҙегеҙ һайлаған сәсән: а) тарихи осор менән бәйләнеше; б) ихтилалдарҙа ҡатнашыуы; в) ғүмерен халыҡ өсөн, азатлыҡ өсөн бағышлауын асыҡлау.
3. Сәсәндәрҙең йәмғиәт тарихында һәм мәҙәниәт тормошонда тотҡан роле. 4. Сәсәндәрҙең уртаҡ ижадсы, индивидуаль ижад башланғысы вәкиле булыуын асыҡлау. 5. Сәсәндәрҙең халыҡ шағиры һәм философы, педагогы һәм тарихсыһы, илдең абруйлы аҡһаҡалы булыуы, халыҡты тәрбиәләү, аҡыл-тәжрибә биреүҙәге роле.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!(инша,9-сы класс) 1. Аҡмулла шиғырҙары. 2. Бер шиғырына анализ. 3.Аҡмулланың башҡорт әҙәбиәте тарихындағы роле.
20-се быуаттағы башҡорт мәғрифәтселәре һәм уларҙың эшмәкәрлеге (инша,9-сы класс) Инеш. Халыҡ тормошонда һәм башҡорт әҙәбиәтендә мәғрифәтселектең әһәмиәте һәм роле. Төп өлөш. 1. Мәғрифәтселектең төп маҡсаты. 2. М.Аҡмулла ижадының мәғрифәтселеккә йоғонтоһо һәм әһәмиәте.
3. М.Өмөтбаев ижадының үҙенсәлектәре һәм мәғрифәтселеккә йоғонтоһо. 4. Р.Фәхретдиновтың мәғрифәтселеге һәм әҙәби эшмәкәрлеге. Йомғаҡлау. Мәғрифәтселек – башҡорт әҙәбиәте үҫешендәге мөһим этап ул.
Мохтасар(изложение , 9-сы класс) 1. Мең һум аҡсаң булғансы... 2. Ҡунаҡханала ҡуныу. 3. Машина шарт туҡталды. 4. Байыш Шәйәхмәтов менән осрашыу.
5. Лесхозға юл тотоу (юл буйында һөйләшеү). 6. Артабанғы пландар нисек? 7. Юлға иртүк ҡуҙғалдыҡ. 8. Күренеп тора – эш кешеһе. 9. Мохтасарға табан эйәк ата.
Килен т өшөрөү(изложение,10-сы класс) 1. Заһит кәләшен алып ҡайтты. 2. Йолаға әҙерләнеү: а) ҡыҙҙар оялышып ҡына соланда тора; б) Йомай әбей өйгә бер инә, бер сыға; в) өләсәһе Зарифаға ороша. 3. Йоланы өйрәтеү.
4. Һыу буйына барып ҡайтыу: а) Сафураны уртаға алдылар; б) « еңгәм ҡайһылай матур!»; в) һыуҙың тамсыһы ла сайпылманы; г) сәйгә ултырыу. 5. Үҙегеҙ белгән берәй йола, уларҙың әһәмиәте.
Р.М.Нурмөхәмәтовтың «Генерал Таһир Тайып улы Кусимов» портреты буйынса инша (6 класс). 1. Генерал Т.Т.Кусимов образының әҙәбиәттә һәм сәнғәттә сағылышы. 2. . Генерал Т.Т.Кусимовтың портреты, үҙен тотоуы, уның характер үҙенсәлегенең сағылышы.
3. Геройҙы һүрәтләгәндә рәссам һайлаған төҫтәрҙең әһәмиәте. 4. Генерал Т.Т.Кусимов – башҡорт халҡының ҡыйыу улдарының береһе, мәңге тере шәхес.
Урман аҡланы (изложение) 6 класс I. Көҙҙөң һуңғы көндәре. 1. Мин урман һуҡмағы буйлап барам. 2.Шыршылар.
II. Япраҡтарҙың ҡыштырлауы ҡуяндарҙы уята. 1. Ҡайҙа барырға һуң? 2. Ерән ҡоҙағый уны шунда уҡ эләктерер ҙә китер
Батыр ҙар һәйкәле (изложение,6 класс) I. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк республикабыҙ халҡы үҙ дивизияһын төҙөргә теләк белдерҙе: 1.ҡарар ҡабул ителде; 2. полк командирҙары билдәләнде; 3. ҡыҙыл байраҡ тапшырылды.
II. Башҡорт атлыларының батырҙарса һуғышыуы яҡшы билдәле: 1. Берлинғаса барып еттеләр; 2. гвардия исеменә лайыҡ булдылар; 3. орден һәм миҙалдар менән бүләкләнделәр.
III. Йәш быуын атлыларҙың батырлығын, ҡаһарманлығын онотмай, уны ҡәҙерләп һаҡлай: 1. Республика йәмәғәтселеге обелиск төҙөргә ҡарар итте; 2. Ул һәйкәлгә бер ваҡытта ла юл өҙөлмәҫ
.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Айлыҡ пландар
Айлыҡ пландар...
Айлыҡ пландар
Айлыҡ пландар...
Айлыҡ пландар
Айлыҡ пландар...
Айлыҡ пландар
Айлыҡ пландар...
Айлыҡ пландар
Айлыҡ пландар...
Айлыҡ пландар
Айлыҡ пландар...
Айлыҡ пландар
Айлыҡ пландар...