"Йыл уҡытыусыһы" конкурстары
методическая разработка

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Был методик күрһәтмәлә уҡытыусылар өсөн тәғәйенләнгән конкурс сценарийҙары тупланған.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon rayonnyy_konkurs_uchitel_goda_bashkortostana_2011.doc90.5 КБ

Предварительный просмотр:

Сценарий районного конкурса «Учитель года Башкортостана»

(сценарист ХИСАМУТДИНОВА А.З.)

(звучит гимн)

Под музыку читаем стихи:

АЛИЯ:

Уҡытыусы!

Түҙемлегең, ахыры, ҡая һымаҡ,

ә күңелең тулы нур ғына.

Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең,

Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына?

Залифа:

Учитель! Нестареющее слово!

Свежо всегда и вечно будет ново!

Пока Земля кружится во Вселенной,

Профессия учителя нетленна!

(звучит музыка)

АЛИЯ:

Хәйерле көн, хөрмәтле “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” I район конкурсында ҡатнашыусылар! Коллегалар! Был конкурс районыбыҙҙа тәү тапҡыр үткәрелә! Һеҙҙе район кимәлендә үткәрелгән ошо күркәм сара – уҡытыусыларыбыҙ хеҙмәтенә арналған ҙур тантана айҡанлы ҡайнар ҡотлайым!

Залифа:

Добрый день, уважаемые участники районного конкурса «Учитель года Башкортостана». Конкурс – это всегда праздник! Это возможность громко заявить о себе, насущная необходимость поделиться открытиями и впитать опыт других. Конкурс – это особый мир. Мир общения, соревнования, удач и находок.

   

АЛИЯ:

Заман уҡытыусылар алдында яңы талаптар ҡуя. ХХ1 быуат – яңы информацион технологиялар һәм мәғариф өлкәһендә ҙур мөмкинлектәр тыуҙырған заман. Мәктәптәрҙә белем биреү мөмкинлектәре киңәйҙе: электрон дәреслектәр, компьютер, мультимедия, аудио-видео материалдарын ҡулланыу дәрестәрҙе йәнләндерә, эште еңелләштерә. Бөгөн конкурста заманға ярашлы уҡытыу методикаһын камиллаштырыу йүнәлешендә эшләгән, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған тәжрибәле уҡытыусыларыбыҙ сығыш яһаясаҡ.

Залифа:

Нуримановская земля славится талантливыми учителями, и в нашем зале собрались лучшие представители этой благородной профессии. Мы рады приветствовать руководителей и учителей, старейших педагогов, которые большую часть своей жизни посвятили обучению и воспитанию молодого поколения.  Наши конкурсанты – высококвалифицированные учителя, у каждого своя методика обучения, разные формы работы, опыт и сложившиеся технологии. Они творцы и воспитатели.

Алия:

 “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы ” конкурсының маҡсаты – киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыусыларҙы билдәләү. Мәғариф өлкәһендә яңы идеяларҙы, алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, ғөмүмән, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү. Район конкурсы яңы исемдәрҙе асыр, тип ышанабыҙ.

Залифа:

Уважаемые коллеги, наш конкурс – это праздник профессионального мастерства. Цель конкурса: выявление, поддержка и поощрение талантливых, творчески работающих учителей; повышение престижа учительской профессии, формирование позитивного образа Учителя в общественном сознании; распространение передовых идей в области образования; создание мотивационной среды для творческого роста и самореализации педагогов в современном педагогическом сообществе.  Сегодня мы приоткроем завесу творческой мастерской учителя, проследим становление профессионализма. И пусть это будет состязание блистательных умов, эрудиции, высоких профессиональных качеств и талантов. Конкурс «Учитель года Башкортостана» объявляется открытым.

 (музыка “БУРАТИНО”. Выступление ДПиШ)

Залифа:

И теперь настала пора поближе познакомиться с нашими конкурсантами.

(звучит музыка. 1 Вед приглашает на сцену 1-го конкурсанта, 2вед – 2-го конкурсанта (среди участников проведена жеребьевка и определены номера каждого из них)):

Учителя начальных классов:

  1. М.Л.И.
  2. Ф.А.Р.
  3. А.Ф.Ф.
  4. З.Ф.Т.
  5. Р. Х.Ф.
  6. С. О.О

АЛИЯ: (приветствую физиков)

(Чтобы успеха добиться.

И известным стать.

Нужно, прежде всего

Физику знать)

ҡорос ҡойған, иген иккәндәрҙе

Күмгән кеүек сикһеҙ хөрмәткә.

Йырҙарымдан һәйкәл ҡойор инем.

Уҡытыусы, һинең хеҙмәткә.  Сәхнәлә 1-се конкурсантыбыҙ – Байгилде лицейының физика уҡытыусыһы Ф. Й. Р. сәләмләйбеҙ.

Залифа:

Биология:

8. Г.Р.Р

9. А.Ю.М

10. В. Г.М.

АЛИЯ: учителя русского языка.

Мең-мең йылдар үткән тел ул

Мең киҫелеп үҫкән тел ул.

Ҡылды ҡырҡҡа киҫкән тел ул.

Дуҫлыҡты аманат иткән тел ул.

Һай, афарин, рус теле!

11. 8-се номер, конкурсантыбыҙ Ф. В.И. Ҙур Шиҙе ауылы мәктәбенең рус теле уҡытыусыһы.

12. 10-сы номер. С. А. А., Нимесләр ауылы мәктәбе.

Залифа:

Физ-ра:

13. Ф.А.А.

14. М.Р.Г.

Алия: (история и обществоведение):

Артҡа һөйрәмәй ул тарих.

Гел алға ҡыуа.

Уҙғандарҙан ғәйрәт алып,

Туҙғандарҙан фәһем алып.

Заман бил быуа.  Сәхнәлә тарих уҡытыусыларын сәләмләйбеҙ.

15. 15-се номер. Красный Ключ Мәктәбенең тарих уҡытыусыһы К. Н. А.

16. 17-се номер. У. Э. Б. Павловка мәктәбенең уҡытыусыһы.

17. 18-се номер. Ш. А. С. Павловка мәктәп-интернатының уҡытыусыһы.

Залифа:

Немецкий язык;

18 М. Э.Р.

 

АЛИЯ:

Һүҙ конкурстың шарттары менән таныштырыу өсөн Нуриман районы мәғариф бүлеге етәксеһе, ойоштороу комитеты ағзаһы һәм жюри комиссияһының рәйесе М. Ф. Ғ. бирелә. Рәхим итегеҙ!(Нуриман районы мәғариф бүлеге етәксеһе М.Ф. Ғ.сығыш яһай)

Залифа:

Всех, кого мы видим на сцене, объединяет одно: любовь к детям, преданность своему делу, постоянный творческий поиск. Мы искренне желаем всем участникам, чтобы свои многочисленные дарования, педагогический талант Вы в полной мере смогли раскрыть, чтобы каждому из Вас улыбнулась удача. И не важно, кто будет победитель, главное, что здесь нет проигравших. И тому свидетельство – уважение коллег, доверие родителей и любовь учеников. Уважаемые конкурсанты, теперь просим вас занять свои места в зрительном зале.

(ЗВУЧИТ МУЗЫКА. Под аплодисменты провожаем конкурсантов в зал).

Залифа:

Все выступления на нашем конкурсе будет оценивать строгое, но очень компетентное жюри. Уважаемые коллеги и гости, разрешите представить вам приглашенных гостей и наше профессиональнное жюри:

  1.  Н. А. Р. Глава администрации муниципального района Нуримановский район РБ
  2. А. М. Р., заместитель Главы администрации по социальным вопросам (район хакимиәте башлығы урынбаҫары)
  3. Г. М.Ф. – начальник отдела образования, председатель жюри (Нуриман районы мәғариф бүлеге етәксеһе, ойоштороу комитеты ағзаһы һәм жюри комиссияһының рәйесе М. Ф. Ғ.)
  4. Г. Н.А. – учитель русского языка и литературы МБОУ СОШ с. Красная Горка, почетный работник образования и науки РФ, отличник образования РБ, зам председателя жюри. (учитель высшей категории)
  5. А. Т. Р. – участник конкурса “Учитель года - 2007”, победитель республиканского конкурса педагогических званий “Учитель мастер”, учитель начальных классов МБОУ СОШ с. Красная Горка (Ҡыҙылъяр мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, юғары категориялы уҡытыусы. “Йыл уҡытыусыһы - 2007”, “Уҡытыусы - мастер” республика конкурстарының еңеүсеһе)
  6. М. Э.Р. – зам. Директора по воспитательной работе МБОУ СОШ с. Красный Ключ (уч. Высш катег)
  7. Н. Н.В. зам директора по научной работе МБОУ СОШ с. Красный Ключ.
  8. Н. А. Х.- председатель РК профсоюза работников народного образования. (Нуриман районы мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе)
  9. С. Г.Г. – учитель химиии С. Павловка.

Залифа:

1 конкурс. Конкурс “Я педагог” (ФИО участников)

Алия: (ФИО участников)

 Залифа:

2 конкурс. Сейчас пройдет конкурс «Представление инновационного педагогического проекта», где необходимо показать актуальность темы, творческую новизну работы, результат. Уважаемые конкурсанты, позвольте мне напомнить, что все наши конкурсные задания строго регламентированы. На это задание вам отводится  - более 7 минут. Предоставляется слово участнику под номером _ (выступают конкурсанты)

АЛИЯ: Конкурсанттарыбыҙ уңышлы сығыш яһанылар. Афарин! Мәҙәниәт йорто залында улар тарафынан эшләнгән бик бай һәм матур күргәҙмә лә ойошторолдо. Быны Жюри ағзалары, әлбиттә, баһалаясаҡ. Ә хәҙер хөрмәтле жюри ағзалары конкурсанттар йыйған мәрәйҙәрҙе һанаған арала музыкаль тәнәфескә туҡтап алайыҡ.

1.

Йырҙан ғүмерлерәк нимә бар һуң?

Йыр тормошто биҙәй, хеҙмәтте.

Йыр кешегә дуҫ та һәм юлдаш та,

Йыр йәшәртеп йәшәй йөрәкте, тип сәхнәгә Эльвира Мухамадиева сыға. Йыр “Журавли” (“Торналар”).

Залифа:

2.

Их заман һылыуҙары,

Ҡыҙҙарҙың ҡыйыуҙары.

Талпынып уҙыуҙары ла

Күҙҙәренән осҡон һирпеп,

Тыпырҙап ҡуйыуҙары.

Их, атлап килеүҙәре, йылмайып көлөүҙәре,

өҙҙөрөп бейеүҙәре лә

күңелдәрҙе аллы-гөллө

хистәргә төрөүҙәре. Белеүебеҙсә, 2011 йыл БР Президенты тарафынан “МИЛЛӘТ-АРА ТАТЫУЛЫҠТЫ НЫҒЫТЫУ”(укрепление межнационального согласия) йылы тип иғлан ителде. Милләттәрҙең дуҫлыҡ ебе бер ҡасан да өҙөлмәһен!!!  Сәхнәлә төрлө милләт вәкилдәренең бейеүҙәр теҙмәһе менән Луиза Муфтахова. Ҡаршы алығыҙ.

3.

Ни булыр ине, донъяла,

әгәр ҙә йыр булмаһа.

кешеләрҙең күңелендә

Яңғырап гел тормаһа? Үҙенең моңло тауышы менән кисәбеҙҙе Альбина Солтанова биҙәй. йыр “Ҡатын-ҡыҙ бәхете”

4.

Бәхет ул гел алда:

Үтәһе юлдарҙа.

Йәшәйһе йылдарҙа.

Бәхет ул гел алда:

Яҙаһы шиғырҙарҙа һәм

Йырлайһы йырҙарҙа, ти киләһе йырсыбыҙ. “Бәхет өсөн” йыры менән Сәхнәлә Фәнзилә Зәйнуллина.

5.

Ҡулдарығыҙҙы сабырға.

Дуҫтар, һис йәлләмәгеҙ.

Бынамын тигән бейеүсе сәхнәгә сыға хәҙер. Сәхнәлә Алиә Хисаметдинова. “Томбойоҡ” бейеүе.

6.

Башҡорт һылыуының саф тауышы

Уйнаҡ тулҡындарға ҡойона.

Ҡариҙел дә йәшлек йыры менән

Йәшәрәлер кеүек тойола. “Ҡариҙелем, һиндә ҡалам” йыры менән һеҙҙе Хәниә Рафикова сәләмләй.

7.

 тыпырҙатып бер баҫмағас.

   Бейеү була меней ул?

Йөрәгеңде яндырмағас

Һөйөү була меней ул? – ти, киләһе бейеүсебеҙ. Сәхнәлә дәртле бейеүе менән Гөлсинә Варина.

8.

ниндәй генә хистәр уятмайһың,

эй, тылсымлы йыр, һин һәр кемдә.

һин ул – минең ялан-ҡырҙарым да,

туғайҙарым, йылғам, тауҙарым да,

һағышым да, ҡайнар дәртем дә. Конкурсанттарыбыҙ тарафынан әҙерләнгән концертты йомғаҡлай Лариса Дубровская. Йыр “Ой, не вечер, то не вечер.” 

ЗАЛИФА:

Чем ближе конец нашего конкурса, тем очевиднее ваш профессионализм, все больше убеждаешься, что вам много по плечу. Мы приступаем к самому волнующему моменту, объявлению итогов конкурса. Слово предоставляется председателю жюри Г. М.Ф.(подведение итогов).

АЛИЯ:

 Уҡытыусы эше – айсберг.

Уның эшен әле баһаларға

Табылмаған әле үлсәмдәр.

Үҙ хәленән сығып баһа бирә

Дәрес үткәргәнен күргәндәр.

Дәрес күреп кенә, уның эшен

Баһаларлыҡ фекер тыуамы?

Дәрес бит ул уҡытыусы өсөн

Эштең башы түгел, дауамы.

Эш урыны мәктәп һаналһа ла,

өйгә ҡайтһа, эше эйәрә.

Һуңлап ҡына ял итергә ятһа,

Төшөнә лә тағы шул керә.

Дәрес үткәреүе – был эштең бер

Иң яуаплы ҡыҫҡа өлөшө.

Уҡытыусы эше – айсберг,

Дәрес – һыуҙан өҫкө өлөшө.

Залифа:

Вот и закончился наш праздник. Но пусть никогда не заканчивается ваш путь к профессиональному совершенству. Всего Вам доброго, крепкого здоровья, счастья, радости и удачи. Районный конкурс “Учитель года Башкортостана” объявляется закрытым.

1вед.

Районный конкурс “Учитель года Башкортостана”  вели:

ФИО 2-го ведущего...).

2вед.

И Хисамутдинова А.З. учитель башкирского языка и литературы МБОУ СОШ с. Новокулево.

Исполняется песня

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы ” конкурсы сценарийы

Сценарий авторы: Яңы Күл УДББ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ХИСАМЕТДИНОВА ӘЛИӘ ЗАКУАН ҠЫҘЫ

Программаның алып барыусылары:

  1. сценарий авторы, Яңы Күл УДББ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ХИСАМЕТДИНОВА А.З.
  2. Нимесләр мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Ибатова Рәмилә Исламғәли ҡыҙы.

 (“ЯҢЫ КҮЛ мәктәбе” гимны яңғырай)

АЛИЯ: (башҡорт телендә алып бара)

Туған башҡорт телем – ер-һыуымдың һыны,

Яҡты донъям, һауам, һулышым.

Сал быуаттар, йөҙәр быуын аша

Тыумышымдан килгән булмышым.

Рәмилә(татар телендә алып барыусы)

И татар телем син,

Кадерле туган телем!

Төрле телләр бакчасында

Хуш исле гүзәл гөлем!

АЛИЯ:

Хәйерле көн, хөрмәтле “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” район конкурсында ҡатнашыусылар! Коллегалар! Һеҙҙе район кимәлендә үткәрелгән ошо күркәм сара – уҡытыусыларыбыҙ хеҙмәтенә арналған ҙур тантана айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һәм Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбендә һеҙҙе сәләмләйбеҙ!  

Рәмилә:

Заман уҡытыусылар алдында яңы талаптар ҡуя. ХХ1 быуат – яңы информацион технологиялар һәм мәғариф өлкәһендә ҙур мөмкинлектәр тыуҙырған заман. Мәктәптәрҙә белем биреү мөмкинлектәре киңәйҙе: электрон дәреслектәр, компьютер, мультимедия, аудио-видео материалдарын ҡулланыу дәрестәрҙе йәнләндерә, эште еңелләштерә. Бөгөн конкурста заманға ярашлы уҡытыу методикаһын камиллаштырыу йүнәлешендә эшләгән, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған тәжрибәле уҡытыусыларыбыҙ сығыш яһаясаҡ.

Алия:

 “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы ” конкурсының маҡсаты – киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыусыларҙы билдәләү. Мәғариф өлкәһендә яңы идеяларҙы, алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, ғөмүмән, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү. Район конкурсы яңы исемдәрҙе асыр, тип ышанабыҙ. Һәм конкурсты асыҡ тип иғлан итәбеҙ! (музыка яңғырай)

 

АЛИЯ:

 конкурсанттарыбыҙ менән яҡындан танышыу ваҡыты ла килеп етте.

Кисә генә белмәй инек әле,

Ер шарының йомро икәнен.

Диңгеҙҙәрҙең зәңгәр булыуын да,

Ел-ямғырҙар ҡайҙан иҫкәнен.

өйрәндек беҙ ҡушыу, алыуға ла,

төшөрөргә матур һүрәттәр.

Дәртле итеп бейеп китергә лә,

Кейеп бик тә матур күлдәктәр.

Үҙ телеңдә уҡый, яҙа белеү

Ғорурлыҡтыр һәр бер балаға.

Теле барҙың ғына иле бар бит,

Ҙур бәхет ул беҙгә донъяла, сәхнәгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын саҡырабыҙ:....

Рәмилә:

Шушы көннән башлап безнең өчен

Кызганмады үзенең бөтен көчен.

Безне сөйде, безгә белем бирде,

Рәхмәт аңа изге эше өчен! Сәхнәдә татар теле һәм әдабияте укутучыларын сәләмлибеҙ:....

АЛИЯ:

Һүҙ конкурстың шарттары менән таныштырыу өсөн Нуриман районы мәғариф бүлеге етәксеһе, ойоштороу комитеты ағзаһы һәм жюри комиссияһының рәйесе Минислам Фәтих улы Ғәлиасҡаровҡа бирелә. Рәхим итегеҙ!(Нуриман районы мәғариф бүлеге етәксеһе М.Ф. Ғ. сығыш яһай)

Рәмилә:

Хөрмәтле конкурсанттарыбыҙ, һеҙҙе ошо сәхнәлә тағы ла бер сәләмләйбеҙ. Һеҙҙе беҙ ошо конкурстың еңеүселәре тип иҫәпләй алабыҙ, сөнки турҙан-турға уңышлы үтеп, юғары мәрәйҙәр йыйып, финалға сыҡҡанһығыҙ. Бөгөнгө конкурста һеҙгә ижади уңыштар, тел асҡыстары һәм күңел күтәренкелеге теләйбеҙ һәм залға төшөп үҙ урындарығыҙға ултырыуҙарығыҙҙы һорайбыҙ.

 (көслө алҡыштар менән конкурсанттарыбыҙҙы залға оҙатабыҙ).

Алия:

Конкурсанттарыбыҙҙың сығыштарын талапсан, компетентлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Хөрмәтле коллегалар һәм килгән ҡунаҡтар, рөхсәт итегеҙ һеҙҙе хөрмәтле жюри ағзалары менән таныштырырға:...

  1. Нуриман районы мәғариф бүлеге етәксеһе, ойоштороу комитеты ағзаһы һәм жюри комиссияһының рәйесе М. Ф. Ғ.
  2. ...

Рәмилә:

Күреп сезнең матурлыҡны

И сулкылдый йөрәк.

Сезнең төсле матурларга

Матур донъя кирәк, тип “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсының 1-се турын иғлан итәбеҙ. “Мин - уҡытыусы”. Был конкурс турының маҡсаты – үҙегеҙ менән таныштырыу. Регламент – 3 минутҡа ҡәҙәр. Һүҙҙе 1-се конкурсантыбыҙға бирәбеҙ... рәхим итегеҙ...

Алия: .... 2-се конкурсантыбыҙҙы сәхнәлә сәләмләйбеҙ...

Алия: иғлан ителгән тәүге тур ошоноң менән тамам. 1-се турға йомғаҡ яһау өсөн һүҙҙе жюри ағзаларына бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ...

Алия:

Конкурсыбыҙҙың икенсе турын иғлан итәбеҙ. “Инновацион тәжрибә менән уртаҡлашыу”. Был турҙың маҡсаты – уҡытыу процесында эш алымдарының актуаллеген асыҡлау, заман талаптарына яуап бирерҙәй сифатлы белем биреү өсөн ҡулланылған алымдар менән бүлешеү, тәжрибәләр менән уртаҡлашыу. Хөрмәтле конкурсанттарыбыҙ, был турҙа һеҙгә 7 минутҡа тиклем ваҡыт бүленә. Һүҙҙе 1-се конкурсантыбыҙ...

Рәмилә: конкурсанттар....

Алия: конкурсыбыҙҙың 2-се турына йомғаҡ яһау өсөн һүҙ хөрмәтле жюри ағзаларына бирелә. Рәхим итегеҙ.

АЛИЯ: Конкурсанттарыбыҙ уңышлы сығыш яһанылар. Афарин! Ә хәҙер жюри ағзалары конкурсанттар йыйған мәрәйҙәрҙе һанаған арала, конкурсанттарыбыҙ тарафынан әҙерләнгән музыкаль тәнәфескә туҡтап алайыҡ.

1.

әй халҡымдың хисле телкәйе, тим!

Йырлау ғына түгел, иларһың, тип.

Бәғереңде үтеп кем әйтә -

әйләндереп килтереп тел әйтә -

илатырлыҡ итеп тел әйтә,

йырлатырлыҡ итеп тел әйтә.

2.

Атай, тигәндә лә һин кәрәк,

әсәй, тигәндә лә һин кәрәк.

күңелемдең һүнмәҫ нуры һин,

мәңге йырланасаҡ йырым һин,

моңло-йырлы туған телем һин.

3.

әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,

мин барыбер тыуған илемдә.

Тыуған илгә булған һөйөүемде

әйтермен тик туған телемдә.

4.

Уйнай икән – тимәк, үҙәк өҙгөс.

Йырлай икән – дала киңлеге.

Бейей икән – ут сәсрәп тора –

Башҡорт шундай була тигән шикелле.

5.

Күңелең киң, рухың бөркөткә тиң,

Моңоң тәрән һинең, башҡортом.

Тел ҡеүәһе ниндәй, һүҙ ҡеүәһе! –

Йөрәгемде шулар яҡтыртты.

6.

Башҡорт һылыуының саф тауышы

Уйнаҡ тулҡындарға ҡойона.

Ҡариҙел дә йәшлек йыры менән

Йәшәрәлер кеүек тойола.

ҡурай көйҙәренә бейей егет.

дәрттәренән һис тә дүнмәгән.

туған моңдар үҙәктәрҙе өҙә -

башҡорт рухы йәшәй, һүнмәгән.

 

Алия:

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы аҙағына ла яҡынлашты. Хөрмәтле конкурсанттарыбыҙ, бай һәм тәрән йөкмәткеле сығыштарығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ. Ә хәҙер иң тулҡынландырғыс мәл – конкурстың һөҙөмтәләре менән танышыу ваҡытына ла аяҡ баҫтыҡ. Һүҙҙе жюри ағзаларына бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ.

АЛИЯ:

Хоҙай мине ололаған,

Дәрәжәм минең – башҡорт.

Башҡортлоҡто һаман асам.

Бөтөрә алмайым асып.

Яҙмышыбыҙ – тел яҙмышы,

Беләм уның хаҡында:

әгәр телем йәшәй икән,

йәшәйәсәк халҡым да.

 Рәмилә:

Һөйгәнемдән айырһаң, айыр әйҙә,

Ҡанатымды ҡайырһаң, ҡайыр әйҙә.

Тик айырма мине тыуған илемдән,

Мәхрүм итә күрмә туған телемдән.

Алия:

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсын ябыҡ тип иғлан итәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә уңыштар, бер-берегеҙгә ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы булыуығыҙҙы теләп хушлашабыҙ. Киләһе осрашҡанға тиклем, һау булығыҙ.