Әҙәби әҫәрҙе анализлау схемаһы өлгөләре
консультация

Шәмсетдинова Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙы

Әҙәби әҫәрҙе анализлау схемаһы өлгөләре

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon analiz_shemalary.doc49.5 КБ

Предварительный просмотр:

Әҙәби әҫәрҙе анализлау схемаһы өлгөләре

Дөйөм схема

  1. Әҫәрҙең яҙылыу тарихы.
  2. Тематикаһы.
  3. Проблематикаһы.
  4. Идея йүнәлеше һәм уның эмоциональ пафосы.
  5. Жанр үҙенсәлеге.
  6. Иң мөһим художестволы образдар. Уларҙың үҙ-ара бәйләнеше, системаһы.
  7. Үҙәк персонаждарҙы ҡылыҡһырлау.
  8. Конфликттың бирелеше, сюжет.
  9. Пейзаж, портрет, диалог һәм монологтарҙың, интерьеҙарҙың, ваҡиға барған шарттарҙың әһәмиәте.
  10. Әҫәрҙең теле.
  11. Сюжеттың һәм айырым образдарҙың композицияһы. (ҫәрҙең дөйөм архитектоникаһы (структураһы, ҡоролошо).
  12.  Һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған әҫәрҙең яҙыусы ижадында тотҡан урыны (тәүҙә шул уҡ жанрҙа, шул уҡ темаға яҙылған әҫәрҙәр менән сағыштырырға, унан яҙыусының бөтә ижады фонында ҡарарға).
  13.  Әҫәрҙең тотош башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны һ.б.

Лирик шиғырҙарҙы анализлау

  1. Әҫәрҙең яҙылыу дәүере.
  2. Уның реаль ерлеге. Автор биографияһы һәм лирик герой.
  3. Жанр.
  4. Төп лейтмотив булырҙай юлдар.
  5. Темаһы, идеяһы.
  6. Әҫәрҙең эмоционаллеге.
  7. Тышҡы һүрәтләнеш һәм ассоциация бәйләнеше (идеяға бәйләп).
  8. Художестволы деталь, образ.
  9. Шиғырҙың формаһы:

а) композицияһы;

б) кинәйәләү алымдары (метафора, метонимия, сағыштырыу, аллегория, символ, гипербола, литота һ.б.);

в) тел үҙенсәлектәре (тон, интонация, пафос, эпитет, ҡабатлауҙар, антитеза, инверсия, эллипсис, йәнәшәлек, риторик һорауҙар һ.б);

г) шиғырҙың ритмикаһы, үлсәме һ.б.

Анализ күрһәтелгән билдәләрҙе табыу менән генә сикләнмәй. Иң мөһиме: уларҙың идея-эстетик функцияһын асыҡлау, әҫәр хаҡында тулайым фекер йөрөтөү, уның ҡиммәтен билдәләү. Мәҫәлән, һүҙ эпитет тураһнда бара, ти. Автор ни өсөн эпитеттарға, уларҙың әҫәрҙә ҡулланылған төрҙәренә мөрәжәғәт итә? Художестволы текста улар нндәй роль уйнай? һәм башҡа шундайыраҡ һорауҙарға яуап табырға.

Эпик әҫәрҙе анализлау

1. Әҫәр ниндәй жанрға ҡарай (билдәләре)?

2. Нимә хаҡына һүҙ бара, нимә әйтелә (темаһы һәм идеяһы)?

3. Үҙәк һәм ярҙамсы сюжеттар. Уларҙы билдәләүсе конфликттарҙың үҙенсәлеге, үҫтерелеше, хәл ителеше.

4. Образдар системаһы.

5. Әҫәрҙең композицияһы.

6. Теле (автор теле, хикәйәләү үҙенсәлеге, персонаждар теле).

7. Һығымта.

Әҙәби персонаж образын тикшереү

  1. Персонаждың портреты. (Тышҡы күренеше. Был күренеш һеҙҙә ниндәй тойғо уята? Портретта автор бигерәк тә ниндәй һыҙатҡа иғтибар итә? Ул һыҙат геройҙы нисек ҡылыҡһырлай? һ.б.)
  2. Персонаждың телмәре. (Телмәренең үҙенсәлеге нимә хаҡында һөйләй?)
  3. Персонаждың башҡалар менән мөнәсәбәте. (Уның хаҡында кем, нимә ти? Уны нисек ҡылыҡһырлай? Әйтелгәндәр раҫланамы, юҡмы? Уға башҡа персонаждарҙың симпатияһы һәм антипатияһы. Һүҙ барған персонаж башҡалар менән үҙен нисек тота? Шуларҙан ниндәй һығымта яһап булла?)
  4. Персонаждың эше һүҙенә тура киләме?
  5. Персонажды уратып алған мөхит. (Ул кемдәрҙе үҙ  итә, кемдәр менән аралаша? Ул йәшәгән, эшләгән шарттар, интерьер, пейзаж һ.б.)
  6. Үҙенең персонажы хаҡында автор ни уйлай? (Туранан-тура баһалау, ҡылыҡһырлау).
  7. Тулайым алғанда, персонаждың образы беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа нисегерәк һынлана? 
  8. Әҫәрҙең образдар системаһында һүҙ барған персонаждың урыны.
  9. Персонаждың образы тормош, кешеләр тураһында ниндәй уйҙар тыуҙыра, йәғни образдың ижтимағи һәм эстетик әһәмиәте.

Драма әҫәрен анализлау

Драмала төп урынды хәрәкәт һәм персонаждар телмәре алып тора. Унда автор тасуирлауы, ҡылыҡһырлауы үтә самалы, ремаркалар ҙа аҙ була. Сөнки пьеса сәхнәлә уйнау өсөн яҙыла. Пьесаны уңышлы анализлау өсөн уның сәхнә вариантын, спектаклде лә өйрәнеү кәрәк.

Драма әҫәрен анализлағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алырға тәҡдим итәбеҙ.

  1. Әҫәрҙең сюжет һыҙығы.
  2. Сюжет конфликтында ҡатнашыуҙары, уға мөнәсәбәттәренә ҡарап, персонаждарҙы төркөмләү.
  3. Сәхнәгә сығарылмаған персонаждарҙы иҫәпкә алыу, уларҙың әһәмиәтен билдәләү.
  4. Конфликт (Уның йәшертен йә асыҡ бирелеше. Персонаждарҙың антипатияһы һәм симпатияһы тәүҙә сер булып ҡалыуы мөмкин).
  5. Конфликттың үҫтерелеше, хәл ителеше. Шуға ҡарап, әҫәрҙең жанр үҙенсәлеген асыҡлау мөмкинлеге.
  6. Жанрҙы билдәләгәндә пьесаның конкрет сәхнәләштереүен иҫәпкә алыу.
  7. Эпик әҫәрҙән айырмалы рәүештә, драма ваҡыт эҙмә-эҙлегендә ҡорола. Сюжеттың төп моменттары ла эҙмә-эҙлекле бирелә. Тәүҙә – экспозиция, унан – төйөнләнеш, унан һуң - кульминация, иң ахырҙа сиселеш килә. #айһы саҡта был классик өлгөнән сигенеүҙәр ҙә була. Драма әҫәрен анализлағанда бындай мөмкинлекте, уның идея-эстетик яҡтан аҡланыу-аҡланмауын да иҫтә тоторға кәрәк.
  8. Образ тыуҙырыуҙа драматургтың мөмкинлеге сикле булыуын да иҫтән сығарырға ярамай. Персонаждарҙың образы хәрәкәт, телмәр, башҡаларҙың баһаһы аша ғына аҡланыусан. Ләкин өнһөҙ йә сәхнәгә сыҡмаған персонаждар булыуын да хәтерҙә тоторға кәрәк.
  9. Ғөмүмән, драма әҫәрендә кинәйәлеккә, театр белгестәренсә әйткәндә, метафоралылыҡҡа ныҡ иғтибар ителә. Кинәйәлелек телмәргә лә, хәрәкәткә лә һалына.

Художестволы әҫәрҙе яҡшыраҡ аңлау, уның эстетик, сәнғәти күренеш булыуына төшөнөү өсөн, әҙәбиәт ғилеме, тәнҡит буйынса сыҡҡан хеҙмәттәр, махсус әҙәбиәт менән таныша барырға тәҡдим итәбеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Дәресне анализлау.

Дәрес анализлауныңигътибарыгызга тәкъдим ителгән гомуми схемасы укытучыга дәрес планы төзегендә, эшенә үзанализ ясаганда ярдәм итә һәм, гомумән, дәрес үткәрәгә гомуми таләпләрне күзаллау өчен кирәк....

Г. Тукайның "Кәҗә белән сарык" әкиятен анализлау

Анализ произведения Г.Тукая "Коза и баран"...

И.Юзеевның “Мин телим дусларга” шигырен анализлау.

10нчы сыйныфта укучы  рус телле балалар  белән  үткәрелгән ачык  дәрес конспектын тәкъдим итәм. Дәрес бик тирән эчтәлекле һәм кызыклы....

ФДББС (ФГОС) ка күчү шартларында әдәби әсәрне анализлау алгоритмы

Август конференциясенең татар теле һәм әдәбияты укытучылары утырышында ясалган чыгыш...

Ш.Камалның "Акчарлаклар" повестен анализлау

Тема: Ш.Камалның тормыш юлы һәм иҗатына кыскача күзәтү ясау. “Акчарлаклар” повестен анализлау.Максат:Белем бирү максаты (укытучы өчен): Ш.Камалның тормыш юлы һәм иҗатына кыскача күзәтү ясау, "Акчарлак...

Гадел Кутуйның "Сагыну" нәсерен анализлау

Тема: Гадел Кутуйның “Сагыну” нәсерен анализлау.Максат:Белем бирү максаты (укытучы өчен): укучыларга «Сагыну» нәсеренең  эчтәлеген                төшендерү...

Учебные схемы (опорные конспекты, логико-структурные схемы, схемы-программы, обобщающие и проверочные опорные конспект) по органической химии

Опорные конспекты, логико-структурные схемы, схемы-программы, обобщающие  и проверочные опорные конспекты для оптимизации процесса обучения. Учебные схемы позволяют развивать мыслительные операци...