Доклад "Уҡыусылар күңеленә юл ярып".
статья

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

Уҡыусыны уҡытыу ғына түгел, ә уны тәрбиәләү, интеллектын ғына түгел, ә баланың шәхесен үҫтереү бөгөнгө көн шарттарында мәктәп эшенең төп маҡсаты булып тора.

Кешеләрҙә һәләттәрҙең бер төрлө генә асылмауы бер кемгә лә сер түгел: берәүҙәр үҙен кесе йәштән күрһәтә алһа, икенселәр яйлап асыла һәм мөғжизә тыуа!

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ukyusylar_kunelen.docx18.82 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡыусылар күңеленә

юл ярып

Уҡыусыны уҡытыу ғына түгел, ә уны тәрбиәләү, интеллектын ғына түгел, ә баланың шәхесен үҫтереү бөгөнгө көн шарттарында мәктәп эшенең төп маҡсаты булып тора.

Кешеләрҙә һәләттәрҙең бер төрлө генә асылмауы бер кемгә лә сер түгел: берәүҙәр үҙен кесе йәштән күрһәтә алһа, икенселәр яйлап асыла һәм мөғжизә тыуа!

Балалар үҙ һәләттәрен ваҡытында асһын өсөн мин тел һәм әҙәбиәт дәрестәремде түбәндәгесә ойошторам. Уҡыусыларымдың материалды нисек үҙләштереүен билдәләү алдағы эшемдә маҡсаттарҙы конкрет билдәләргә, һөҙөмтәлерәк эшләргә, дифференциаль уҡытыуҙы уңышлы ойошторорға ярҙам итә.

Эйе, бөтә балалар ҙа теманы еңел үҙләштерә алмай. Көсһөҙөрәк уҡыусыларға, йәиһә отҡорҙарға айырым эштәр бирәм.

Бигерәк тә үҙем шиғриәтте яратҡас, ҡағиҙәләргә ярашлы һөйләмдәрҙе лә шиғри текстарҙан алырға тырышам. Шиғырҙарҙың һүрәтләү сараларына бай, тәрбиәүи әһәмиәтенән көслө булыуына иғтибар итәм.

Мәҫәлән, Р. Ғариповтың «Көҙ нағышы» исемле шиғырынан өҙөктө эйә һәм хәбәр араһында һыҙыҡ ҡуйылыу, айырымланған өҫтәлмәлек темаларын үткәндә оҫта файҙаланырға була:

Йәй – йән күрке. Тотош хазина – ҡыш,

Яҙ – һабантуй. Моңһоу – көҙ генә.

Көҙҙөң тымыҡ һары һағышына –

Нағышына көҙҙөң түҙ генә.

(һығышына – нағышына; айырымланған өҫтәлмәлек йыйнаҡ, үҙенең аныҡлаусыһы менән бер үк һүҙ төркөмөнән килә).

Әгәр уҡыусылар яуаптарында хаталанһалар йә икеләнһә, ул осраҡта компетентлы ғына өҫтәмәләр индерергә, ҡайһы ваҡытта иптәштәренән тулыландырыуҙы һорар кәрәк. «Ярай һин ултырып тор әле. Ә бына был иптәшең нисегерәк уйлай икән. Уның да фекерҙәрен тыңлап ҡарайыҡ» һ.б.

«Картина буйынса фекер алышҡанда, иншалар яҙғанда, һис шикһеҙ, үҙ ҡарашығыҙҙы ла сағылдырығыҙ», «#еҙ рәссам булһағыҙ, был һүрәтте нисегерәк төшөрөр инегеҙ?», «Ошо картинаға ярашлы тормоштан, беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙән миҫалдар килтереп буламы?» тигән кеүегерәк проблемалы һорауҙар ҡуям һәм һәр ваҡыт яҙма эштәрҙе баһалағанда яҡшы яҡтарҙы күрһәтә барам.

Диалогҡа дәрестәремде лә шиғри юлдарҙан башлайым: йә плакаттан уҡыйбыҙ, йә яуап өлөшөн уҡыусыларҙан әйттертәм (яуап һөйләмдәр таҡтаға алдан яҙылып ҡуйыла).

- Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!

- Кем тураһында? Кемде күрәм мин?

- Танымайһың әллә? Мин ҡайттым бит!

Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми!

(Р.Ғарипов. Киләсәгем! Ас һин шегеңде!..)

Дәрестә айырым темалар биреп, парта-парта менән дә диалогтар төҙөтөргә мөмкин.

Һәр дәрестең башынан «Ижад  дәфтәрҙәре»нән үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы йә булмаһа оҡшатып күсереп алған башҡа строфалар уҡытыла. «Йә ошо килтерелгән өҙөктә ниндәй орфограммаға иғтибар итергә кәрәк? Был юлдарҙан ниндәй һүрәтләү сараларын табырға мөмкин?» тигәнерәк эштәр башҡарыла. Бындай эш алымы уҡыусыларҙың тасуири уҡыу күнекмәһе булдырыуға, дөрөҫ яҙыу ҡеүәһе тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

Уҡытыусы!

Ниндәй гүзәл исем!

Кеше итеп

Һине әҙерләй,

Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй! (Р.Ғарипов).

Был юлдарҙан өндәү һөйләмдәр, тиң хәбәрҙәр, киҫәксә яҙылышы, тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре, алмаш төрҙәре, тура тултырыусы, эйәлек килеш, эйәлек заты ялғауҙары, һөйкәлеү һүҙбәйләнеше, исем темаларына ҡағылышлы биремдәр, ҡабатлауҙар үткәреү отошло. Уҡыусыларҙың һәр яуабынан ниндәйҙер яҡшы яҡты билдәләп китер кәрәк. Шулай иткәндә, бала ҡул күтәреп яуап биреүгә лә ынтылып торасаҡ.

«Үҙеңде-үҙең тикшер» тип аталған эш төрөн дә йыш ҡулланам. Был алымды түбәндәгесә ойошторам: ө-һ һөйләм уҡыйым да ошонда осраған орфограммаларҙы һәм тыныш билдәләрен график аңлатырға ҡушам. Эштәрҙе бер-береһенә бирҙертеп тикшерергә лә, таҡта янында бер нисәһенекен ҡарап китергә була. Уҡыусылар аңламаған урындарын һорайҙар, уҡытыусы уларға тейешле күрһәтмә бирә.

Донъя гиҙҙем, йырҙарымды эҙләп,

Күктә остом, барҙым тауҙарға.

(Айырымланған хәл әйтемен тап, график аңлат).

        ,            ,

        

                                   ,               .

Шулай уҡ сигнал карточкалар, перфокарталар, тикшереү карточкалары, диагностик-коррекция алымдарын да ҡулланып уҡыусыларҙы тема үҙләштереүен тикшереп була.

Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә ижади һәләт тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирәм. Образлы һүҙбәйләнештәрҙән, матур бәйләнешле һөйләмдәр төҙөтәм, һүрәтләү сараларын оҫта ҡулланырға өйрәтәм. Йөрөтөп (рәттәр буйлап, төркөмләп) билдәле бер темаға йә дәрес темаһына ярашлы бәләкәй иншалар, һүрәтләмәләр, үҙебеҙҙең гимназияла сығарыла килгән «Тере шишмә» гәзитенә мәҡәләләр яҙҙыртам. Тәүге һөйләмде башлаусы тексты йомғаҡлап та ҡуя.

Мәҫәлән, М. Ямалетдиновтың «Көрәш, кеше!» шиғырын уҡығас, ҫ рәткә «Кем ул хәҙерге көрәшсе?» ө-се рәткә «Битараф кешеләрҙе фашлайбыҙ» темаһы бирелә лә, ғ-ҡ минуттан һуң рәтләп йөрөтөп яҙылған эш уҡыла, сағыштырыла. Уҡыусылар үҙҙәре ҡысҡырып уҡып ишеттерәләр, яуап менән килешеү-килешмәүҙәрен әйтәләр. Әгәр фекер ҫ-ө тапҡыр парта буйлап йөрөтөүҙә тамамланмай икән, тағы ла ваҡыт бирергә мөмкин. Ләкин был эште билдәле ваҡытта ғына яҙҙырып алыу уңайлы.

Ике яҙма яуап

Хәҙерге заманда көрәшсе кешене ҡыйыу, белемле итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. Ил алдына килеп тыуған заман проблемаларынан ҡурҡмаҫҡа, ә ил файҙаһына үҙенең белемен дә, көсөн дә йәлләмәҫкә тейеш. Торғонлоҡ, баҙар заманында юғалып ҡалмау, дөрөҫ юлды табыу – үҙебеҙҙән тора.

Минең бөгөнгө көнөм нисек булыр? Файҙалы үткәрерменме тормошомдо? Илем алдында намыҫым таҙамы? тигән һорауҙарға беҙ ыңғай яуап бирербеҙ.

Башҡортостаныбыҙ яҙмышы, ил киләсәге яңы быуын ҡулында. Ата-бабаларыбыҙ рухына тап төшөрмәҫбеҙ. Уларға лайыҡлы алмашсылар булып үҫербеҙ…

Икенсе яуапта маңҡорттар, тик бөгөнгөһө менән йәшәгән кешеләр фашлана.

Тимәк, уҡыусыларҙа һүҙ сәнғәтенә, әсә телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү ярҙамында беҙ, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, яңы шарттарҙа гармоник үҫешкән яңы шәхестәр әҙерләп сығарырбыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙың эстетик зауыҡлы, нәфис әҙәбиәтте яратыусы, тәрән фекерле булыуына ирешәйек. Рухи кисерештәр, хис тойғолар аша бала күңелдәренә юл табайыҡ. Илгәҙәк балалар менән яҡындан аралашайыҡ, тынғыһыҙ эҙләнәйек.

Мин мәҡәләмде шиғри юлдарым менән тамамлайым:

Башҡорт милләтенәнмен,

Бар һутлы туған телем,

Нур өләшкән ҡояштай,

Телемдән бирәм белем!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Шагыйрь күңелен аңлыйм дисәң...

Дидактик максат: лирик геройның хис-кичерешләрен ачу. Дәреснең бурычлары:-белем бирү:  шагыйрьнең образлы фикер йөртүен яңгыр сүзе аша ачу;-акыл сәләтен үстерү: төркемнәрдә эшләү күнекмәләре...

...Ф.И.Тютчев о Елене Денисьевой - поэзо-фильм

Последняя любовь Тютчева.http://youtu.be/WQJFLE9t1wY Автор: Фёдор ТютчевРежиссёр: Игорь ШтернбергВ ролях: Василий Лановой, Елена Ручкина, Иван Штернберг,...

мастер – классе, организованном Питкевич Любовь Петровной и нашей родительницей Мальцевой Еленой Владимировной 2 апреля в музее

Мудрец сказал ведь неспроста, что жизнь спасает красота. Чем век свой маяться бездельем, займёмся лучше рукодельем. Рукоделие  - самый замечательный способ для развития личностного роста, самовыр...

Бала күңеленә юл салучы якташым.

Рафис Корбан – соңгы еллар татар балалар әдәбиятында уңышлы иҗат итүче шагыйрь, драматург, җыр текстлары авторы. Иҗатындагы уңыш аның турыдан-туры образлы, гади, шаян тел белән иҗат итүеннән, ба...