Ата -әсәләр
классный час

Зайнуллина Разиля Тимерхановна

Ата - әсәләр

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ата- әсәйҙәр28.22 КБ

Предварительный просмотр:

ХӨРМӘТЛЕ АТАЙ-ӘСӘЙҘӘР!!!

   ТУҒАН ТЕЛ – АТАЙ МЕНӘН ӘСӘЙҘЕҢ ҮҘ БАЛАЛАРЫНА  МӘҢГЕЛЕК БҮЛӘГЕ УЛ. ОШО БҮЛӘКТӘН КИЛЕР БЫУЫНДАРЫҒЫҘҘЫ  БЕРҮК МӘХРҮМ ИТӘ КҮРМӘГЕҘ!!! ӘЙҘӘГЕҘ, ХАЛЫҠ АҠЫЛЫНА МӨРӘЖӘҒӘТ ИТӘЙЕК.  ХАЛЫҠ ӘЙТҺӘ, ХАҠ ӘЙТӘ, ТИҘӘР БИТ.  ЫСЫНЛАП ТА, ТЕЛ ТУРАҺЫНДАҒЫ МӘҠӘЛ ҺӘМ ӘЙТЕМДӘРҘӘ, ТАПҠЫР ҺҮҘҘӘРҘӘ АТА-БАБАЛАРЫБЫҘҘЫҢ МЕҢӘР ЙЫЛДАР ДАУАМЫНДА ТУПЛАНҒАН  УЙ-ФЕКЕРҘӘРЕ, БАЙ ТОРМОШ ТӘЖРИБӘҺЕ САҒЫЛЫШ ТАПҠАН. БЫНА УЛАР – ТИҢДӘШҺЕҘ ХАЗИНАҒА ТОРОШЛО ХАЛЫҠ ИЖАДЫНЫҢ АҪЫЛ ӨЛГӨЛӘРЕН ТӘШКИЛ ИТЕҮСЕ МӘҠӘЛДӘР:

  • ТЕЛЕ БАРҘЫҢ ЮЛЫ БАР.
  • ТЕЛДӘР БЕЛГӘН – ИЛДӘР БЕЛГӘН.
  • ТЕЛЛЕ КЕШЕ  ТЕЛЕ МЕНӘН ҠОШ ТОТА.
  • ТЕЛҺЕҘ КЕШЕ – ЯРТЫ КЕШЕ.
  • ТЕЛЛЕ ҺҮҘЕН ИКЕ ӘЙТЕР.
  • ТУҒАН ТЕЛЕМ – ҮҘ ТЕЛЕМ, ҠАЙҘА БАРҺАМ – ҮҘ КӨНӨМ.
  • ТУҒАН ТЕЛЕН ҠӘҘЕРЛӘГӘН ХАЛЫҠ ҠӘҘЕРЛЕ БУЛЫР.
  • ҮҘ ТЕЛЕМ – ҮҘ ҠЫЛЫСЫМ, АТАЙҘАН ҠАЛҒАН ҠОРОСОМ, ИЛДӘ — КӨНДӘ ТЫНЫСЫМ.
  • ТЕЛ – ҠЫЛЫС: ТЕЙЕШҺЕҘ ЕРҘӘ ТЫЙ, ТЕЙЕШЛЕ ЕРҘӘ ҠЫЙ.
  • ТЕЛ ҠЫЛЫСТАН ҮТКЕР. 
  • ТЕЛ – КҮҢЕЛДЕҢ КӨҘГӨҺӨ.
  • ТЕЛ МЕНӘН ӘЙТМӘЙ, БАРМАҠ МЕНӘН ТӨРТӨП БУЛМАЙ.
  • ТЕЛДЕҢ ЗИННӘТЕ – ТУРА ҺҮҘ.
  • ТЕЛДӘН ТЕЛ УҘА, ҠУЛДАН ҠУЛ УҘА.
  • ТЕЛДӘН ТЕЛЕҢ УҘҘЫРМА, ҠУЛДАН ҠУЛЫҢ УҘҘЫРМА.
  • ҺҮҘҘӘН ҺҮҘ УҘА, ТЕЛДӘН ТЕЛ УҘА, ҠУЛДАН ҠУЛ УҘА.
  • ҺҮҘҘЕҢ ҠАНАТЫ БАР.
  • ҺҮҘЕ ХАҠТЫҢ ЙӨҘӨ АҠ.
  • ҺҮҘЕҢ ҮЛГӘНСЕ, ҮҘЕҢ ҮЛ.
  • ҺҮҘЕН ҺӨЙЛӘЙ БЕЛМӘГӘН – ҮҘЕНӘ ЗЫЯН КИЛТЕРГӘН. 
  • ҺҮҘЕН ҺӨЙЛӘЙ БЕЛМӘГӘН – ҺҮҘЕН ҮҘЕНӘ КИЛТЕРГӘН, ЭҘЕН ЭҘЛӘЙ БЕЛМӘГӘН – ЭҘЕН ҮҘЕНӘ КИЛТЕРГӘН.
  • ӘЙТЕМ – ҺҮҘҘЕҢ БИҘӘГЕ, МӘҠӘЛ – ҺҮҘҘЕҢ ЕЛӘГЕ.
  • ҠАРТТАР ҺҮҘЕН ҠАР БАҪМАҪ.
  • ҠАРТТАР ҺҮҘЕН ТОҠҠА ҺАЛ, ЙӘШТӘР ҺҮҘЕН ЯНСЫҠҠА ҺАЛ.
  • ҠАТЫ КҮҘҘӘН ТАЛ ҺЫНА, ЙОМШАҠ ҺҮҘҘӘН ТАШ ҺЫНА.
  • ҠЫЛЫС БЕРҘЕ ҮЛТЕРГӘН, ТЕЛ МЕҢДЕ ҮЛТЕРГӘН.
  • ҠЫҪҠАЛЫҠТА – ОҪТАЛЫҠ.
  • МЕҢ КЕШЕ МЕНӘН ЭШ ИТ, БЕР КЕШЕ МЕНӘН КӘҢӘШ ИТ.
  • МЕҢ ИШЕТ, БЕР ҺӨЙЛӘ.
  • МӘҠӘЛ ӘЙТКӘН – ЮЛ ӨЙРӘТКӘН, ӘЙТЕМ ӘЙТКӘН – КҮҢЕЛ ЙЫУАТҠАН.
  • МӘҠӘЛЛЕ ҺҮҘ – АҠЫЛЛЫ ҺҮҘ, МӘҠӘЛҺЕҘ ҺҮҘ – ТОҘҺОҘ АШ.
  • ОЛО ҺҮҘЕН БҮЛДЕРМӘ.
  • ОЛО ҺҮҘЕН ТЫҢЛАМАҒАН – ОРОЛҒАН ДА БӘРЕЛГӘН.
  • ОҪТА БАРҘА ҠУЛЫҢ ТЫЙ, СӘСӘН БАРҘА ТЕЛЕҢ ТЫЙ.
  • БИТ КҮРКЕ – КҮҘ, ТЕЛ КҮРКЕ – ҺҮҘ.
  • БОРОНҒОЛАР ҺҮҘЕ КИТАПТАН ТЫШ ТҮГЕЛ.
  • ДОНЪЯЛА ИҢ ӘСЕ НӘМӘ ЛӘ ТЕЛ, ИҢ СӨСӨ НӘМӘ ЛӘ ТЕЛ.
  • ДОНЪЯНЫ ҺҮҘ БИҘӘР.
  • ИЛ ТЕЛЕ ИМ БУЛЫР. ИЛЕ БАРҘЫҢ ТЕЛЕ БАР.

ЯРАТАЙЫҠ  ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘҘЕ!!!

Ата-әсәләргә кәңәштәр:

1. Ғаиләлә яҡын, ихлас һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырығыҙ. 
2. Балағыҙҙы «Хәйерле иртә» тип уятығыҙ. Яңы көндө күтәренке кәйеф менән башлағыҙ. Бала йоҡоһонан уяна алмай ятҡанда, уны әрләүҙән, ыҙғыш-талаштан тыйылығыҙ. 
3. Бала менән һөйләшкәндә уның күҙҙәренә ҡарағыҙ.

4. Ғаиләлә яҡын, ихлас һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырығыҙ. 
5. Балағыҙҙы «Хәйерле иртә» тип уятығыҙ. Яңы көндө күтәренке кәйеф менән башлағыҙ. Бала йоҡоһонан уяна алмай ятҡанда, уны әрләүҙән, ыҙғыш-талаштан тыйылығыҙ. 
6. Бала менән һөйләшкәндә уның күҙҙәренә ҡарағыҙ. 
7. Психик һаулыҡтың борондан билдәле булған «Һин яҡшы, әммә бүтәндәрҙән бер яғың да артыҡ түгел» формулаһын бала күңеленә һеңдерегеҙ. 
8. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡосаҡлап, арҡаһынан һөйөргә онотмағыҙ. 
9. Баланан ғәфү итеүен һорай, үҙегеҙ ҙә уны кисерә белегеҙ. 
10. Холҡондағы ыңғай үҙгәрештәрҙе ваҡытында күрә белегеҙ һәм хуплағыҙ. 
11. Бала һеҙҙән һәр саҡ яҡлау табырына, ышаныслы таяныс булырығыҙға ышанырға тейеш. Ярҙамға мохтаж сағында һәр саҡ әҙер булыуығыҙҙы белдерегеҙ. 
12. Уның менән аралашыу өсөн көн һайын «айырым ваҡыт» булдырығыҙ. 
13. Балаға ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәттә булығыҙ, шәхес булараҡ хөрмәт итегеҙ. 
14. Бала менән өлкәндәрсә һөйләшегеҙ, фекере менән иҫәпләшегеҙ. 
15. Бәхәсләшкәндә ҡайһы саҡта бала менән ризалашығыҙ. Ошо рәүешле һеҙ уны башҡаларға юл ҡуя, еңелеүен һәм хаталарын таный белергә өйрәтерһегеҙ. 
16. Балалар алдында бүтәндәрҙе тәнҡитләмәгеҙ. 
17. Балаларҙың ниҙер һорауына, үтенеүенә күнеккәнбеҙ. Иғтибар итегеҙ: үҙегеҙ һәр саҡ бойороу тонында һөйләшмәйһегеҙме? Балағыҙға үтенес менән мөрәжәғәт итергә өйрәнегеҙ. 
18. Намыҫлы, тоғролоҡло, ғәҙел һәм уның өсөн абруйлы булған атай- әсәй булығыҙ, ышанысын аҡлағыҙ. Бала һеҙҙең үҙ-үҙегеҙгә ышанғанығыҙҙы белһен, бер ҡасан да дәрәжәгеҙҙе төшөрмәгеҙ.

(сығанаҡ: https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/obrazovanie/ata-slrg-kshtr-17041/)

                                         Һеҙ ниндәй ата-әсә?(тест)

Беҙ йыш ҡына үҙебеҙҙең ниндәй ата-әсә булыуыбыҙ тураһында уйланабыҙмы икән? Хөрмәтле, ата-әсәләр! Түбәндәге һорауҙарға эйе, юҡ, йә ҡайһы берендә тип яуап биреп, үҙебеҙҙең ниндәй икәнлекте билдәләйек.

  1. Һеҙ гәзит-журнал биттәрендә, интернет селтәрендә баланы тәрбиәләүгә ҡағылышлы мәҡәләләргә туҡталаһығыҙмы? (эйе, юҡ, ҡайһы берендә)
  2. Әгәр һеҙҙең балағыҙ күләмле эш башҡарһа, үҙегеҙҙең тырышлығығыҙ һөҙөмтәһе тип уйлайһығыҙмы?(эйе, юҡ, ҡайһы берендә)
  3. Баланы тәрбиәләүҙә тормош иптәшегеҙ менән һеҙ бер ҡараштамы? (эйе, юҡ, ҡайһы берендә)
  4. Әгәр балағыҙ һеҙгә кәрәкмәгәндә лә үҙенең ярҙамын тәҡдим итһә, ҡабул итәһегеҙме? (эйе, юҡ, ҡайһы берендә)
  5. Бик кәрәк булғанда бойороҡ, ҡәтғи тыйыу алымдарын ҡулланаһығыҙмы? (эйе, юҡ, ҡайһы берендә)
  6. Эҙмә-эҙлеклелек — педагогик принциптарҙың береһе тип иҫәпләйһегеҙме? (эйе, юҡ, ҡайһы берендә)
  7. Балағыҙҙың эргә-тирәһендәге мөхит уға йоғонто яһаймы?(эйе, юҡ, ҡайһы берендә)
  8. Баланың үҫешенә спорт һәм физкультура ҙур йоғонто яһай тип уйлайһығыҙмы? (эйе, юҡ, ҡайһы берендә)
  9. Балағыҙға бойормай ғына унан нимәлер һорай алаһығыҙмы? (эйе, юҡ, ҡайһы берендә)
  10. Балағыҙға «Минең ваҡытым юҡ», «Эшем бөткәнсе көтөп тор» тип әйтеүе ауырмы? (эйе, юҡ, ҡайһы берендә)

Һөҙөмтә:

Һәр ыңғай яуапҡа- 2, ҡайһы берендә — 1, юҡ тигән яуапҡа 2 мәрәй ҡуйып, иҫәпләргә.

6 мәрәйҙән әҙерәк. Балаға тейешенсә иғтибар, аралашыу етмәй. Шулай ҙа башларға бер ҡасан да һуң түгел. Ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай бәләкәсегеҙ менән аралашырға, уны тыңларға ваҡыт табығыҙ.

7-14 мәрәй. Тәрбиә эшендә һеҙ ҙур хаталар яһамайһығыҙ, шулай ҙа уйланырға урын бар. Әйҙәгеҙ бөтә мәшәҡәттәрҙе онотоп,  был ялығыҙҙы тулыһынса балағыҙға бағышлағыҙ.  

15 мәрәйҙән күберәк. Афарин! Һеҙ үҙегеҙҙең ата-әсәлек бурысығыҙҙы тулыһынса үтәйһегеҙ.