Ата – әсәләр өсөн кәңәштәр.
материал
Предварительный просмотр:
Ата – әсәләр өсөн кәңәштәр
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү
Ҡ өнө
Өнгә характеристика: тартынҡы, һаңғырау, ҡалын.
Ҡ өнөнөң артикуляцияһы: ауыҙ уртаса асыҡ, ирендәр йәйелә, телдең артҡы өлөшө аңҡауға күтәрелеп әйтелә, тел тартыла, яҫы; тештәр асыла.
Ҡ өнө һүҙ башында, уртаһында, аҙағында ҡулланыла.
1. Өноҡшаш уйындар.
а) Ҡарға әйтә: ҡар – ҡар –ҡар.
б) Тауыҡ саҡыра: ҡыт – ҡыт – ҡыт.
2. Ижектәрҙе әйт:
Ҡа –ҡа – ҡа
Ҡу – ҡу – ҡу
Ҡо – ҡо - ҡо
Ҡы – ҡы –ҡы
Аҡ – аҡ – аҡ
Уҡ – уҡ – уҡ
Оҡ –оҡ –оҡ
Ыҡ – ыҡ – ыҡ
Ҡа - ҡо – ҡу – ҡы
Ҡо – ҡу – ҡы – ҡа
Ҡу – ҡы – ҡа – ҡо
Ҡы - ҡа – ҡу – ҡо
3. Ижектәрҙе һәм һүҙҙәрҙе әйт:
Ҡа – ҡа –ҡа – ҡаҙ
Ҡа – ҡа – ҡа – ҡалаҡ
Ҡу – ҡу – ҡу – ҡурай
Ҡо – ҡо – ҡо – ҡолон
Аҡ – аҡ – аҡ – ҡалаҡ
Аҡ – аҡ – аҡ – бысаҡ
Ыҡ – ыҡ – ыҡ – балыҡ
Ыҡ – ыҡ – ыҡ – тауыҡ
4. Һүҙҙәрҙе тыңлап, иҫеңдә ҡалдыр. Ҡ өнө булған һүҙҙәрҙе ҡабатлап әйт:
Ҡаҙ, ҡалаҡ, быҙау, ҡымыҙ, ҡурай, ҡумыҙ, ҡыҙ, йондоҙ, тоҙ.
Ҡалаҡ, ҡарбуз, ҡайсы, ҡарға, сыйырсыҡ, ҡуян, алҡа, балдаҡ.
5. Һөйләмдәрҙе ҡабатлап әйт:
∙ Ҡасим ҡатыҡ эсә.
∙ Ҡартатай ҡурай тарта.
∙ Әсәй ҡоймаҡ ҡоя.
∙ Ҡалаҡ менән ҡаймаҡ аша.
6. Тел төҙәткесте ятла:
а) Поезд килә: туҡ – туҡ – туҡ,
Вагондары: тыҡ – тыҡ – тыҡ.
б) Ҡара балыҡ ҡап – ҡап,
Ялтыр балыҡ ҡалҡ, ҡалҡ.
в) Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,
Ҡанатын ҡаға – ҡаға.
г) Йомабайҙа ҙур йоҙаҡ,
Асҡысын тапмай оҙаҡ.
7. Мәҡәлдәрҙе ятла, мәғәнәһен аңлат:
1. Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
2. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленер.
Йомаҡтарҙы сис, яуаптары менән һөйләмдәр төҙө:
1. Еҙ һарайым эсендә
Еҙнәм аты көйшәйҙер. ( ҡыңғырау).
2. Тышы йәшел, эсе ҡыҙыл. (Ҡарбуз).
Ҡ өнөн нығытыуға шиғырҙар
1. Һаумы, ҡояш!
Йоҡонан торҙо Рәсимә,
Сыҡты йүгереп тышҡа.
Ҡулын һуҙҙы ул, ҡыуанып:
- Һаумы!- тиеп ҡояшҡа. ( А. Йәғәфәрова).
2. Саған
Ҡыҙғылт һары япраҡтарын
Ергә ҡоя аҡ саған.
Ҡаҙҙың ҡыҙыл тәпәйенә
Улар бигерәк оҡшаған. ( С. Муллабаев).
3. Шауламағыҙ!
Бик матур минең ҡурсағым –
Әсәйемә оҡшаған.
Шауламағыҙ, ныҡ баҫмағыҙ,
Ҡурсағым да, әсәйем дә –
Икеһе лә йоҡлаған. (Ф. Рәхимғолова).
4. Ҡурсағым
Ҡулынан тотоп йөрөтһәң,
Ҡурсағым атлай белә.
Бәләкәс булһа ла: “Ма – ма!” –
Тип тә ҡабатлай белә. (Р. Хәйретдинов).
5. Ат
Һатып алдыҡ миңә ат
Тикшереп сыҡтым ҡат – ҡат.
Атҡайым һүҙ тейгеһеҙ.
Ысын атҡа биргеһеҙ.
Алдым йәйә, алдым уҡ.
Юлға сыҡтым шунда уҡ. ( Г. Юнысова).
6. Турғай
Алмағастың ботағында
Ҡунып алған да ҡошсоҡ,
“Ҡул ҡаушырып, тик ултырма,
Баҡсаға, -ти, - эшкә сыҡ!” (Ф. Мөхәмәтйәнов).
7. Гөлкәй менән тауыҡ
Тауыҡ саҡыра Гөлкәйҙе:
“Ҡыт – ҡыт – ҡыт,
Ҡыт – ҡыт – ҡыт.
Йәһәтерәк бул инде:
Сыҡ – сыҡ - сыҡ,
Сыҡ – сыҡ – сыҡ!”.
Гөлкәй килә йүгереп:
“Туҡ – туҡ – туҡ,
Туҡ – туҡ – туҡ.
Тары һибәм, ҡошҡайым,
Йот – йот – йот,
Йот – йот – йот.