Ата - әсәләргә кәңәштәр
статья

Бөгөнгө тормошобоҙҙо беҙ компьютерһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Уны хәҙер бар ерҙә лә ҡулланалар: эштә лә, уҡыу йорттарында ла, өйҙә лә. Интернет селтәренә балалар йылдан-йыл нығыраҡ ылыға бара. Бынан ун йыл элек кескәйҙәр буш ваҡытын урамда уйнап үткәрһә, әле улар компьютер уйындарын хуп күрә. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon internet_seltrzre.doc30 КБ

Предварительный просмотр:

Интернет селтәрҙәре.

Бөгөнгө тормошобоҙҙо беҙ компьютерһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Уны хәҙер бар ерҙә лә ҡулланалар: эштә лә, уҡыу йорттарында ла, өйҙә лә. Интернет селтәренә балалар йылдан-йыл нығыраҡ ылыға бара. Бынан ун йыл элек кескәйҙәр буш ваҡытын урамда уйнап үткәрһә, әле улар компьютер уйындарын хуп күрә. 

“Ҡамасаулап йөрөгәнсе компьютер алдында ултырһын”, “Тик иламаһын ғына” кеүек фекерҙәр ата-әсәләрҙә йыш таралған. Ә күптәр балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең көндән-көн тиерлек интернетҡа ылыға барыуын һәм уның ҡоло булыуын хәүеф итеп күрмәй. Был бик борсоулы хәл, сөнки интернетҡа бәйлелек менән хәҙер йәштәр, үҫмерҙәр, хатта балалар йыш ыҙалай. Ата-әсәләрҙең күбеһе балаларының буш ваҡытын дөрөҫ үткәреүгә иғтибар бүлмәй, уларҙы интернет селтәре ҡоллоғона тапшыра. Бының иһә бик күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. 

Әлбиттә, интернетта ултырыуҙың ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла бар. Билдәле, унан үҙеңә кәрәкле бөтә мәғлүмәтте алырға мөмкин. Әммә балаларҙы бындай файҙалы мәғлүмәткә ҡарағанда социаль селтәрҙәрҙә аралашыу һәм уйнау айырыуса оҡшай. 

Оҙаҡ  ваҡыт компьютер мониторы экраны алдында ултырыу хәүефлеме? Әлбиттә! Бала йәки үҫмер бындай осраҡта аныҡ ваҡыт хисен әкренләп юғалта, тиҙ арый, йоҡлау һәм йоҡонан уяныу циклы боҙола, физик әүҙемлеге кәмей, уҡыуҙа насар өлгәшә башлай. 

Ғалимдар, медиктар, психологтар билдәләүенсә, баланы 3 йәшкә тиклем компьютер алдына ултыртыу бөтөнләй тыйыла. 3-5 йәшлек балаларға иһә ярты сәғәт, 10 йәшкә тиклемгеләргә 1 сәғәт шөғөлләнергә мөмкин. 
Әгәр ҙә бала йәиһә үҫмер көнөнә 4 сәғәттән ашыу монитор экраны алдында үткәрһә, ата-әсәгә хәүефләнергә урын бар. Был тәңгәлдә өлкәндәр балаларҙың ялын файҙалы итеп үткәреү тураһында етди уйланырға, йәғни уларҙы виртуаль донъя ҡоло булыуҙан һаҡларға тейеш. 
Интернетҡа бәйлелек – бөгөнгө көндөң хәүефле күренештәренең береһе. Ул күренеш кенә түгел, ә ысын мәғәнәһендә заман сиренә әйләнде. Балаларҙы унан йолоп ҡалыу сараһын күрәйек, ата-әсәләр!