Ата-әсәләр йыйылышы
методическая разработка (6 класс) на тему

Хәҙерге осорҙа мәктәптең һәм киң йәмғиәтселектең төп маҡсаты: йәш быуынды донъя күләмендә әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙе хәл итә алырлыҡ шәхес итеп тәрбиәләү. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ata.docx20.1 КБ

Предварительный просмотр:

Ата-әсәләр йыйылышы.

Тема: «Һеҙ балағыҙҙы аңлайһығыҙмы?»

 

«Тыуған йылың ҡайһы һорауына – халҡым тыуған йыл – тигән ҡыйыу яуапты донъяла, тарихта һәм тормошта үҙ урынын аңлаған шәхес кенә әйтә алыр ул».

( Ә. Вәхитов)

Шәхес (ғәр.) һүҙе аңлатмалы һүҙлектә айырым сифаттары, үҙенсәлеге, тотҡан урыны, эше менән билдәләнгән кеше тип бирелә.

Хәҙерге осорҙа мәктәптең һәм киң йәмғиәтселектең төп маҡсаты: йәш быуынды донъя күләмендә әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙе хәл итә алырлыҡ шәхес итеп тәрбиәләү. Шуға күрә беҙҙең республика, ил мәғариф системаһының бурысы донъя мәғарифының бына ошо маҡсатын ғәмәлгә ашырыуҙан ғибәрәт булырға тейеш. Бының өсөн балаларҙа, иң беренсе сиратта, төп мәсьәләләрҙә компетентлыҡ формалаштырырға кәрәк. Беренсе компетентлыҡ – донъя мәғлүмәте даирәһендә шәхестең үҙенә кәрәклеһен һайлап ала белеүе, уны анализлай алыуы, компьютерҙан файҙалана белеүе. Икенсе компетентлыҡ – уҡыусының эшләргә өйрәнеүе һәм тормош көтөү өсөн үҙен һәм ғаиләһен тәъмин итәрлек аҡса эшләп алыу күнекмәһен үҙләштереүе. Өсөнсө компетентлыҡ – аралаша белеү.

Һәр яҡтан сәләмәт, ижади, тәрбиәле шәхес формалаштырыу – мәктәп һәм ғаилә алдында тора торған мәңгелек бурыс. Ә хәҙерге ваҡытта был айырыуса мөһим. Донъла быға ҡәҙәр күренмәгән үҙгәртеп ҡороуҙар бара. Киләсәктә кешелек йәмғиәтенең үҫеше кеше һәм йәмғиәттең интелектуаллеге һәм белемлелеге ни дәрәжәлә булыуы менән билдәләнәсәк. Кешелектең алға табан үҫеше өсөн белемле, интеллектлы, мәҙәниәтле булыуы кәрәк, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.

Кешеләрҙе әйләндереп алған тирә-яҡ мөхит халыҡҡа ҙур йоғонто яһай. Берәүҙәр дөрөҫ юлдан китһә, икенселәре насар юлҡа баҫалар. Йәш үҫмерҙәр араһында был хәл йыш осрай. Статистика күрһәткестәре буйынса, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары тәмәке, насвай, марихуананы бер тапҡыр ғына ҡабып ҡарау ниәте менән насар юл буйлап китәләр. Ни өсөн?

Өлкәндәр балаларға был һорауҙы йыш бирә, ләкин һорауға яуап бирә алмайҙар. Әмма үҙҙәре үк шуға этәргес ролен үтәйҙәр. Ир кешеләр донъя күләмендә тәмәке тартыусылар рәтендә. Балалар йәмәғәт урындарында ғына түгел, ә өйҙә (атай, олатай) күрәләр, уларҙы күҙәтәләр. Беренсе тапҡыр ҡабып ҡарағылары килә, ә икенсе тапҡыр инде юҡ. Организм күнегә: тағы ла күберәк дәрәжәлә адреналин һорай башлай. Организм һораған норманы тулыландыра. Улар: “Тәмәкенең зыяны юк ул. Ул мине тынысландыра, рухландыра. Уны ташлау дөнъя ла уҙеңдең урыныңды юғалтыу менән бер,”- тиҙәр. Закон тарафынан ҡабул ителгән тыйыуҙар ҙа тартыусыларҙы туктата алманылар. Ир-аттарҙан ҡала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында да тартыусылар булыуы йылдан-йыл арта ғына бара. Фильтрҙы тәмәке тартып, ҡыҙҙар үҙҙәренең организымына зыян килмәй тип уйлайҙар. Был дөрөҫ түгел. Тәмәке ҡатын-ҡыҙҙарҙың организмына бик ҙур дәрәжәлә тиҫкәре йоғонто яһай. Беренсенән, ҡайһы береһе әсә була алмай. Икенсенән, тәмәке -- күп ауырыуҙарҙың башланғыс стадияһы. Язвалар, рак тәмәке төпсөгөнән килеп сыға ла инде. Яуапһыҙ әсәләр ҙә хәҙерге заманда йыш осрай. Балаһына ихтибарһыҙ, уның хәленә керә белмәү ул. Шунан башлана да инде тәмәке тартыусылык. Бала үҙ-үҙендә бикләнә, кешеләр менән һирәк аралаша, уҡыуы төшә, аппетиты бөтә. Унан насар юлға баҫа, тәмәкенән ләззәт ала башлай ул. Был өлөштә ата-әсәнең ҙурҙан-ҙур ғәйебе. Баланы шәхес итеп танымау, уға ихтибар итмәүҙән улар тиҫкәре гаҙәттәргә өйрәнәләр. Эшмәкәр ата-әсәләр, донъя ҡыуып, балаға аҙ ваҡыттарын бағышлайҙар. Бала, нишләргә белмәй, тәмәке, наркотик менән мауығып китә.

Ә тартыусылар тәмәке ҡулланып, организмдарына күпме зыян килгәнен беләләрме һуң? Тештәренең эмале һары төҫкә керһә, үпкәләр төтөн менән ашала. Тартыусыларҙың, ғәҙәттә, аппетиттары юғала. Бара торғас еҫтәрҙе тоймай башлай. Ә тәмәкенең төтөнө һулыш органдарына ултырып, йүткереүгә килтерә. Шулай ук тәмәке тартыусының психикаһы ныҡ ҡаҡшаған була: тиҙ ҡыҙып китә, юҡҡа туҙына, яҡындары менән насар һөйләшә. Яныңдағы кешеләр менән аралашыу теләге юғала. Ғаиләһеңә аҙ ваҡытын сарыф итә һ. б. Бәләкәй балалар янында тәмәке тарту бөтөнләй насар күренеш. Баланың үҫеп, нығып бөтмәгән организмына ҙур зыян килә.

 

Тәмәкене ҙур партиялар менән етештереү һәм ҡыйбатлы хаҡҡа һатыу эшмәкәрҙәргә һәм тартыусыларга бик яҡшы. Эшмәкәр һата, тартыусы ала һәм тарта. Ул бынан үҙенә ләззәт ала, ә организмы зыян күрә. Тәмәкене ташлау, әлбиттә, һәр бер кешегә лә мөмкин түгел. сөнки бының өсөн кешелә рухи көс өҫтөнлөк итергә тейеш. Кем тартыуҙың нимә икәнен аңлай, шунан – ташлай. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай кешеләр бик һирәк.

 

Ҡайһы бер ата әсә әйтмешләй, минең улымдан, ҡыҙымдан тәмәке еҫе килмәй тип әйтә ала, бала бит икенсе төрлө лә еҫе сыҡмаған матдә ҡуллана ала. Ул насвай. Насвай тәмәкегә ҡарағанда бала организмына насар тәьҫир итә. Тәмәкегә ҡарағанда күпкә осһоҙ, Үҙәк баҙарҙа бер пакетын егерме һумға ғына һатыа алалар. Насвай ул йәшел төҫтәге борсаҡ.

Минем уйлауымса, Дәүләт төрлө саралар күрһен ине. Көсөмдән килһә, тәмәке һата торған пункттарҙы яптырып, илгә сит илдәрҙән тәмәке һ.б. зыянлы нимәләрҙе керттермәҫ инем. Хәҙер һәр бер кибеттә, киоскта, баҙарҙа, урамда тәмәке һаталар. Тимәк, халыҡҡа барлыҡ ишектәр ҙә асыҡ. Үҫмерҙәрҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ала. Дәүләт юғары килтерелгән сараларҙы тормошҡа ашыра алмаһа, кеше үҙ-үҙен ҡайғыртырға тейеш. Урамда тартып тороусыға бер аҙ ғына ваҡытын сарыф итеп “Тартма”,-тиеп әйтеп китһә донъя яҡшы яҡҡа боролор ине. Бер йылы һүҙ етә бит кешегә.

Тәмәке тартыу проблемаһы мине һәр ваҡыт борсой, күңелемде әрнетә. “Алдағы быуындың яҙмышы безҙең ҡулдарҙа. Йәштәштәрем, дуҫтарым! Насар ғәҙәттәрҙән арынып, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барайыҡ; тормоштың ҡәҙерен белеп йәшәйек,”—тип өндәшәм мин һәр дуҫыма.

Ата-әсәләр өсөн һорауҙар

«Һеҙ балағыҙҙы аңлайһығыҙмы? »

1.Балағыҙҙы ныҡ итеп шелтәләгәндән һуң, үкенәһегеҙме??
2. Баалағыҙ менән уртаҡ тел таба алмаған саҡта, сит кешеләр менән кәңәшләшәһегеҙме?
3. Балағыҙға булған һөйөүегеҙ иң яҡшы тәрбиәсе, тип уйлайһығыҙмы?
4. Һеҙ балағыҙ менән бер кемгә лә әйтмәгән серҙәрегеҙҙе һөйләгәнегеҙ бармы?

5. Балағыҙ тураһында насар һүҙҙәр ишетһәгеҙ, һеҙгә ҡыйынмы?
6. Балағыҙҙан ғәфү үтенгәнегеҙ бармы?
7. Һеҙҙең фекерегеҙсә баланың ата-әсәһенән сере булырға тейешме?
8. Балағыҙҙың холҡо һеҙгә оҡшамаған. Һеҙ быға аптырайһығыҙмы?
9. Балағыҙ ауыр хәлдә булһа, һеҙҙе был борсоймы?
10. Балағыҙ һеҙҙән уны ҡыҙыҡһындырған берәй әйберҙе алыуығыҙҙы һорай, һеҙҙең аҡсағыҙ бар, ләкин яңы әйбер баланы боҙа тигән фекерҙәһегеҙ?
11. Һеҙҙең фекер буйынса, балаға ҡул күтәреү иң яҡшы тәрбиә биреү алымы?
12. Балағыҙҙың тышҡы ҡиәфәте, холҡо һеҙ теләгәнсәме?
13. Һеҙҙең балағыҙ һеҙгә шатлыҡҡа ҡарағанда күберәк борсолоу килтерә?
14. Балағыҙ һеҙҙе тәрбиәләй?
15. Балағыҙ менән аңлашылмаусанлыҡ буламы?

Яуаптар:

2, 4, 6, 8, 10, 12, 14 - «Эйе» - 10 мәрәй

1, 3, 5, 7, 9, 11, 13, 15 - «Эйе» - 10 мәрәй

«Белмәйем» - 5 мәрәй

100-150 мәрәй - Һеҙ балағыҙҙы бик яҡшы аңлайһығыҙ! Һеҙҙе башҡа ата-әсәләргә өлгө итеп ҡуйырға була.

50-99 мәрәй – Һеҙ дөрөҫ юлда, килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡтарҙы еңеп сыға алаһығыҙ, ләкин балағыҙҙың фекерендә тыңлағыҙ.

0-49 мәрәй– Һеҙгә балағыҙ менән уртаҡ тел табыр кәрәк, балағыҙ һеҙҙә үҙенең яҡлаусыһы тип күрмәй. Тырышҡан-ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр тиҙәр, балағыҙ менән уртаҡ тел табығыҙ.