Атайсалым
классный час

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Атайсалыбыҙҙың үткәнен өйрәнеү һәм киләсәк быуындар өсөн бөгөнгөһөн һаҡлап алып ҡалыу

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_meropriyatiya.docx19.49 КБ

Предварительный просмотр:

Агитпоезд

“ Нуриман - Мөхәббәт, һаулыҡ һәм бәхет ере”

1 слайд / учитель выходит под музыку, ученики и их родители встречают стоя

Була шундай матур кешеләр,

Ҡояш кеүек балҡып яналар.

Күңел таҙалығын һаҡлап ҡына

Ғүмер һуҡмағынан баралар.

(Гүзәл Нурғәлина)

Хәйерле көн, хөрмәтле ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, ҡәҙерле уҡыусыларым һәм ҡунаҡтар. Ғаилә йылы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалғанда, беҙ бөгөн барлыҡ ғаилә ағзалары менән мөхәббәт, һаулыҡ һәм бәхет ере булып һаналған Яңы Күл мәктәбендә “Тыуған ауылым – мөғжизәләр иле” тип аталған  интеллектуаль уйынға йыйылдыҡ (2 слайд “Тыуған ауылым – мөғжизәләр иле”)

 Интеллектуаль уйыныбыҙға бөгөн иң һәләтле, иң белемле атай-әсәйҙәр, олатай һәм өләсәйҙәр йыйылды.  Һеҙгә  бөгөн һорауҙарҙы районыбыҙҙың иң абруйлы һәм хөрмәтле кешеләре әҙерләне. Шуларҙың береһе –  БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Гөлнәзирә” башҡорт фольклоры ансамбле етәксеһе, Нуриман районының ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе  Р. С. Н. Шулай итеп уйын шарттары менән таныштырырға ваҡыт етте. Һәр команданан берәр генә кеше сыға ла барабанды әйләндереп ебәрә. Уҡтар ҡайһы һанда туҡтала, дөрөҫ хәреф асҡан һәр командаға ошо балл иҫәпләнеп барасаҡ. Ә һеҙҙе компетентлы жюри Камилла баһалаясаҡ! Хәрефтәр батшабикәһе Аида. Пульт артында Айназ. Уйынды башлайбыҙ. Резеда апай,  Рәхим итегеҙ.  

1-се уйын. Мөғжизәләр иле (Поле чудес)

Резеда: Был күл ауылдың эсендә Таубашы урамында йәшәүсе Каюмов Ғибәҙулланың баҡса артында урынлашҡан. Уның тәрәнлеге 2 метрҙан артмай. Әммә яҙын ҡарҙар иреп, һыу күбәйгәндә был күл һыуы ярҙарна тулышып, һыу кимәле күтәрелә. Насертдинова Мөслимә апайҙың әсәһе һөйләгәндәрен  иҫенә төшөрөп был күл тураһында бына шуларҙы һөйләне. Элек был күлдең исеме булмаған. Ауылда Ғарипов фамилиялы кеше йәшәгән. Ул, кәүҙәһе ғәрип булғанлыҡтан, ауылдаштарынан ҡыйынһынып, ошо күлдең яр буйына землянка яһап шунда йәшәгән. Тәүге ойошҡан колхоздың ат көтөүен көтөшкән. Аттарҙы бик яратҡан. балыҡ тотҡан. БВ һуғышы башлагғас, үҙ теләге менән һуғышҡа киткән. 1942 йылда хәбәрһеҙ юғалған. Аҡрынлап уның землянкаһы ла емерелеп, бөтөнләй күмелеп ҡалған. Ә ауыл халҡы күлде ошо ҡарттың исеме менән атап йөрөтә башлаған.  (ЗӨФӘР)

2-се уйын.  Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан? (ЧТО? ГДЕ? КОГДА?)  7 слайд из игры.

Өҫтәлдә конверттар менән һорауҙар ята. Уны һайлар өсөн мин эргәмә 2-се команданан бер уйынсыны (капитанын) саҡырам (8 слайд ).

Иғтибар экранға.

1  М. Аҡмулла исемендәге БДПИ өсөнсө курс талибәһе Ғ. Г. Ф. һеҙгә һорау әҙеләгән.

2.   Мәскәүҙәге Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтының 2-се курс талибәһе Б. Л. О.

3. Райондашыбыҙ, бөгөнгө көндә Омск ҡалаһында йәшәүсе С. А.Ф.

4. БР мәғарифты үҫтереү институтының информацион-аналитик бүлеге етәксеһе Ғ. М.Ф.

5. Нуриман районының мәҙәниәт йортонда эшләүсе, режиссер З.Ф.Й. / Ҡыҙыл Шишмә һыу миҡдары буйынса  донъяла ниндәй шишмәнәнән генә ҡалышып икенсе урында тора? (Франциялағы Воклюз шишмәһе )

              6. Нуриман районы хакимиәте башлығы Н. А. Р.

3-сө уйын Мөғжизәләр иле (Поле чудес)

Был  күл ауылдың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә болонлоҡ яғында Нимесләр ауылы менән Яңы Күл ауылы ерҙәре тоташҡан ерҙә ята. Был күл һыуының һалҡынлығы һәм таҙалығы менән болондағы башҡа күлдәрҙән күпкә айырыла. Элек-электән колхоздар берләшкәнгә тиклем үк был күлдең яры ике күрше колхоздың эшсәндәре осрашып күрешеп үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып, йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһай торған урын булып һаналған. Ике ауыл колхоздарының ерҙәрен бүлгән ваҡыттта был күл уртала тороп ҡалған. Ике яҡ та был күлде биргеһе килмәгән. Ер бүлеп йөрөүсе ат дилбегәһен алып күлдең икенсе ярына йөҙөп сыҡҡан да ҡаршы яҡ ярға бағана ҡаҡҡан. Шул ваҡыттан бирле был күл икегә бүленгән килеш ҡалған. Бөгөнгө көндә күлде уртаға бүлеүсе бағана юғалған. Әммә ике ауылдың да оло йәштәге кешеләре күлде уртаға бүлеүҙәрен әле лә көлөп иҫкә төшөрә. (НИКУАР)

4-се уйын Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?

5-се уйын Мөғжизәләр иле

Был күл Сатлыҡ ауылы яғына табан арҡа башын артылғас, ботағанлы яланында ағастар араһында урынлашҡан. Урман эсендә йүкә ағастары киҫеп һалабаш әҙерләп йөрөгән Каюмов фамилиялы кеше иң тәүләп урман эсендә күл табып, унда йүкә ағастарын ебетергә һалған. Ә көҙөн шул йүкәләрп, һалабашын атҡа тейәп алып ҡайтып һатыу иткән. Уның ниндәй күлдә һалабаш төшөргәнен береһе лә белмәгән. Шулай бер ваҡыт урманда утын әҙерләп йөрөгән ауылдаштары яңылыш бының һалабаш һыҙырып ятҡан сағына тап булғандар. Күлгә башҡалар ҙа килеп, һалабаш һалмаһындар тип, күл янына таяҡ ҡаҙап үҙенең исемен яҙып ҡуйған. Шул ваҡыттан алып күлде уның исеме менән йөрөтәләр (ҠӘНЗИ)

6-сы уйын Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?

7-се уйын Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?

8-се уйын Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан? (резерв )

9-сы  уйын СУПЕР УЙЫН Мөғжизәләр иле

Болондоң Турылдауыҡ яланының икенсе башында бер күл ята. Күлдең исеме Ҡариҙел буйын төбәк итеп, шунда йорт һалып йәшәп ятҡан бер кешенән ҡалған. Был күлдең күләме бәләкәй генә булһа ла, унда бөгөнгө көнгә тиклем балыҡ тотп була. Ҡариҙел йылғаһы яҙын һыуы күбәйеп һыу кимәле күтәрелгәндә бында күпләп балыҡтар инеп ҡала. Күл һай, тик күлдең төбөн һыу кесерткәне ләне баҫҡан. Һыу кесерткәне лә ошо ғына күлдә үҫә. (ҠУНАҠБАЙ)

Һүҙ “әҙәбиәт – халыҡтар дуҫлығы нигеҙе” конкурсының З. Нәсибуллин исемендәге шиғыр һөйләүселәр бәйгеһенең еңеүселәренә бирелә. Рәхим итегеҙ.

Һүҙ жюри ағзаларына