классный час "Влияние компьютера на здоровье"
план-конспект занятия (5 класс)
Һәр беребеҙҙә тиерлек компьютер бар һәм уның артында күпмелер ваҡытыбыҙ үтә. Ә компьютер менән эш иткәндә уның һаулыҡ өсөн кире тәьҫире тураһында уйланмайбыҙ тейерлек
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
klass_sgte_kompyuter_hm_haulyk.docx | 30.95 КБ |
Предварительный просмотр:
Класс сәғәте:
Компьютер һәм һаулыҡ
Маҡсат: кеше өсөн һаулыҡтың ролен билдәләп китеү: кеше һаулығына компьютерҙың тәьҫирен аңлатыу; уҡыусыларҙы сәләмәт тормош алып барыуға өндәү.
Йыһазландырыу: компьютер, презентация “Компьютер һәм һаулыҡ”, анкета.
Класс етәксеһе:
Көн һайын беҙ бер-беребеҙҙе Һаумыһығыҙ тип сәләмләйбеҙ. Уйланғанығыҙ бармы, ни өсөн кешеләр осрашҡан саҡта бер береһенә һаулыҡ теләй. Моғайын, һаулыҡтың кеше өсөн иң төп донъя ҡиммәте булғанғалыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ һаулыҡ тураһында уны юғалта башлағас ҡына уйлай башлайбыҙ.
Мин һеҙҙе күңелһеҙ статиститка мәғлүмәттәре менән таныштырып үтмәксемен.
- Рәсәйҙә тулыһынса һау-сәләмәт бала тыумай тейерлек. Һәр мең яңы тыуған баланың 900 –дә ниндәйҙер ауырыу табыла.
- Һуңғы йылдарҙа 1 синыф уҡыусыларының 90-95%-да төрлө хроник ауырыуҙарҙың булыуы билдәле.
Бөгөнгө класс сәғәтебеҙҙең маҡсаты булып компьютерҙың һаулыҡҡа зыянын асыҡлау һәм нисек был кире тәьҫирҙе кәметеү тора. Шуға ла дәресте “Цивилизация үҫешенә кеше үҙенең һаулығы менән түләргә тейеш түгел” тигән девиз аҫтында үткәрәсәкбеҙ.
Әйҙәгеҙ, тәүҙә һаулыҡ тип нимәне күҙ уңында тотабыҙ икәнлеген асыҡлап китәйек.
- Һаулыҡ - ул байлыҡ;
- Һаулыҡ - ул әгәр һиңә рәхәт булһа;
- Һаулыҡ - ул әгәр һинең бер ереңдә ауыртмаһа;
- Һаулыҡ - ул матурлыҡ;
- Һаулыҡ - ул көс.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы биргән мәғлүмәт буйынса:
кеше һаулығы 50% йәшәү рәүешенән, 17-20% йәмғиәт һәм тәбиғәт шарттарынан, 17-20% нәҫелдән, 8-9% һаулыҡ һаҡлау органдарының эффектлы эшләүҙәренән тороуы билдәле.
Тимәк беҙҙең һаулығыбыҙ үҙебеҙҙең ғәҙәттәребеҙгә һәм һаулығыбыҙҙы нығытыуғы йүнәтелгән сараларға бәйләнгән.
Һәр беребеҙҙә тиерлек компьютер бар һәм уның артында күпмелер ваҡытыбыҙ үтә. Ә компьютер менән эш иткәндә уның һаулыҡ өсөн кире тәьҫире тураһында уйланмайбыҙ тейерлек.
Ниндәй кире тәьҫире бар һуң компьютерҙың?
- Оҙаҡ ваҡыт ултырған хәлдә булыу;
- Электромагнит нуры;
- Бармаҡ быуындарынына көс төшөүе;
- Күҙ талыуы;
- Кәрәкле информацияны юғалтыу арҡаһында стресс барлыҡҡа килеүе.
Һәр береһен айырым ҡарап үтәйек. Һүҙ уҡыусыларға бирелә.
- Оҙаҡ ваҡыт ултырған хәлдә булыу
Компьютер артында кеше билдәле бер позала ултыра шуға күрә муйын, баш, ҡул, арҡа мускулдары көсөргәнешле эшләй. Һөҙөмтәлә- остехондрох,сколиоз. Бик оҙаҡ ултырған саҡта ултырғыс менән тән араһында йылылыҡ компрессы эффекты барлыҡҡа килә , ә был таз ағзаларында ҡандың йыйылыуына һәм ҡан йөрөшөнөң яйлауына килтерә.
Ошондай кәрәкмәгән проблемаларҙы барлыҡҡа килтермәү өсөн һәр сәғәт һайын компьютер артынан тороп физик күнегеүҙәр эшләр кәрәк. Мәҫәлән, бер нисә тапҡыр сүкәйеп кире тороу, торған урында йүгереү.
- Электромагнит нуры
Әлбиттә, хәҙерге монитор экрандары кеше организмын электромагнит нурҙарынан һаҡлау яғынана эшләнелгән. Ләкин әгәр ҙә кешенең иммунитеты бик түбән икән, был осраҡта организмдың төрлө вирус һәм бактериялар тәьҫиренә ҡаршы тороуы ла түбән кимәлдә буласаҡ.
- Бармаҡ быуындарынына көс төшөүе
Һәр ваҡыт клавишаларға баҫып ултырыу арҡаһында ҡулдың бармаҡтары арый, ойой башлай, яйлап бармаҡтар “өшөргә” тотона. Был хәлде булдырмау өсөн сәғәт һайын ял итеүҙе онотмаҫ кәрәк, физик күнегеү эшләү бик әһәмиәтле. Мәҫәлән, бармаҡтарҙы йомоп кире асыу, бармаҡтарҙы йүгертеү.
- Күҙ талыуы
Монитор менән күҙ араһы 70 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш Мониторға бик оҙаҡ текләп эшләп ултырыу арҡаһында “компьютерлы күҙ синдромы ” барлыҡҡа килә. Был ваҡытта күҙ алды ҡараңғылана, күҙ йәшләй башлай, һүрәттәр икәү булып күренеүе ихтимал, баш ауыртыуы барлыҡҡа килә. Әгәр күҙ гигиенаһын тотһаң һин быларҙан азат булаһың, йәғни ярыт сәғәт һайын күҙҙе ял иттерергә, күҙ өсөн гимнастика эшләргә кәрәк. Мәҫәлән. бер яҡынға, бер алыҫҡа ҡарау.
- Кәрәкле информацияны юғалтыу арҡаһында стресс барлыҡҡа килеүе.
Күптәр кәрәкле мәғлүмәттәренен юғалтыуҙы бик ауыр кисерә: илау осрағы, агрессия бирелеү, хатта инфаркт. Быларға компьютер артында бик оҙаҡ ултырыу арҡаһында барлыҡҡа килгән нервы системаһы эшмәкәрлегенең боҙолоуы сәбәпсе. Компьютерҙа көнөнә 2-3 сәғәттән артыҡ ултырмаҫҡа кәрәк.
Рәхмәт уҡыусылар! Тимәк, компьютер артында дөрөҫ ултырыу бик мөһим роль уйнай. Иғтибар менән слайд ҡарайбыҙ. Һүрәттә дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған ултырыу осраҡтары күрһәтелгән. Ҡыҙыл түңәрәктәр менән компьютерҙа дөрөҫ ултырмағанда барлыҡҡа килгән һаулыҡҡа зыян күрһәтелгән. Киләһе һүрәтте күҙ һалайыҡ, ҡағиҙә буйынса һеҙҙең клавиатура һәм манипулятор – “сысҡан” терһәк кимәленән мотлаҡ аҫтараҡ ятырға тейеш. Сысҡан менән эшләгәндә усығыҙ уны тулыһынса уңайлы рәүештә ҡаплаһын, ә усты өҫтәлгә терәп, бармаҡ остары менән генә йөрөтмәгеҙ. Сөнки бармаҡ остарныда ҡан йөрөшө туҡтай һәм ойоп, өшөй башлай.
Компьютерҙың һеҙҙең һаулыҡ өсөн зыян булыуының беренсе билдәләрен һынап үтәйек:
1) компьютер алдында ашау, сәй эсеү, дәрес әҙерләү;
2) компьютер артында төнө буйы ултырыу;
3) дәрескә бармай компьютер артында ултырыу;
4) өйгә ҡайтыу менән компьютер артына ултырыу;
5) ашарға һәм йыуынырға онотоу;
6) компьютеры боҙолоу сәбәпле насар кәйефтә булыуы, бер ни ҙә эшдәргә теләмәү;
7) компьютер артына ултырыуҙы тыйыу осрағында агрессияға бирелеү, конфликтка инеү,
Ә хәҙер анкета һорауҙарына яуап бирәбеҙ. Яуаптарығыҙ беҙгә һеҙҙең компьютер менән нисек эшләүегеҙҙе һәм һаулығыҙға зыяны бармы әллә юҡмы икәнлеген билдәләү өсөн ярҙам итәсәк.
Анкета һорауҙары:
- Өйөгөҙҙә компьютер бармы ?
- Компьютерҙа эшләй беләһегеҙме?
- Нисә йәштә компьютер артына ултырып эшләй башланығыҙ?
- Көнөнә нисә сәғәт компьютер артында ултыраһығыҙ?
- Ҡайһыныһына өҫтөнлөк бирер инегеҙ: компьютер йәки спорт?
- Компьютер уйындарын уйнайһығыҙмы?
- Нисә сәғәт компьютер уйындарын уйнайһығыҙ?
- Компьютер уйындарынан еңел айырылаһығыҙмы?
- Компьютер уйындарын уйнау теләге һеҙҙә һәр ваҡыт бармы?
- Ҡайһыныһына өҫтөнлөк бирер инегеҙ: компьютерғамы йәки дуҫың менән аралашыуғамы?
- Һеҙҙе нимә нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра: компьютермы йәки китап уҡыумы?
- Ҡайһыныһына өҫтөнлөк бирер инегеҙ: компьютерғамы йәки саф һауала йөрөүгәме?
- Күҙегеҙгә гимнастика эшләйһегеҙме?
- Компьютер артында эшләгәндә күҙегеҙ таламы?
- Дуҫығыҙ менән ниндәй аралашыуяҡшыраҡ: компьютер ашамы йәки үҙе менән туранан турамы?
Һөҙөмтөләрҙе анализлау
Анкета һорауҙарының яуаптарына ҡарап түбәндәгеләр асыҡланды:
-Компьютер менән эшләү ҡағиҙәләре үтәлеше ҡәнәғәтләндерерлек тип әйтергә була;
- уҡыусылар компьютер артында оҙаҡ ултырмауҙары;
- компьютерға ҡарағанда саф һауала йөрөүҙе, дуҫтар менән туранан тура аралашыуҙы өҫтөн ҡуйыуҙары;
- компьютер уйындары менән мауығыу ҡурҡынысы юҡлығы.
Дәрес аҙағында шуны әйтеп үтәһе килә. Компьютерҙар донъяһы шул тиклем ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс. Ләкин һаулыҡты кире ҡайтарыуы бик ҡыйын, ҡиммәт, ҡай саҡта килеп тә сыҡмай. Шуның өсөн дә һеҙгә компьютерҙы файҙалы һәм зыянһыҙ ҡулланыу кәңәштәре таратып сығам, әгәр иҫегеҙҙә тотоп эш итәһегеҙ икән, тимәк һеҙ һаулығыҙҙы ҡайғыртаһығыҙ һәм һаулыҡтың иң ҙур йәшәү ҡиммәте икәнлеген аңлағанһығыҙ тип әйтергә була.
Кәңәштәр:
- Компьютерҙың яңы моделдә булыуы;
- Компьютерҙың яҡты бүлмәлә ултырыуы;
- Көнөнә компьютер менән 3 сәғәттән артыҡ эшләмәҫкә;
- Һәр сәғәт һайын умыртҡа бағанаһы өсөн физик күнегеү эшләү;
- Һәр сәғәт һайын бармаҡтар өсөн физик күнегеү эшләү;
- Һәр ярты сәғәт һайын күҙ өсөн гимнастика эшләү;
- Компьютер артында эшләү менән саф һауала йөрөүҙе сиратлау мотлаҡ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Классный час на тему "Компьютер и здоровье" (на баш яз)
Классный час можно проводить во всех классах. Почти у каждого дома имеется компьютеры, поэтому тема актуальна...
Компьютер и здоровье
Стенд - как работать на компьютере и оставаться здоровым....
Влияние компьютера на здоровье ребенка
Противники преподавания курса информатики в начальной школе мотивируют свое негативное отношение тем, что компьютер наносит вред здоровью ребенка. Так ли это? Как поправить ситуацию?...
Программа ЭЛЕКТИВНОГО курса «КОМПЬЮТЕР и ЗДОРОВЬЕ» для учащихся 9 класса.
Авторская программа элективного курса "Компьютер и здоровье" для учащихся 9 класса...
Влияние компьютера на здоровье человека.
В исследовательской работе раскрыта теоретичаская част по теме, дается характеристика влияния вредных факторов на человека, меры предосторожности работы с компьютером, результаты анализа с вывод...
Компьютер в жизни школьника. Влияние компьютера на здоровье наших детей.
Компьютер - "двуликий Янус". Что он в себе таит? Угрозу? Помощь? Как влияет постоянное "общение" с компьютером на здоровье наших детей?... Над этими вопросами стоит задуматься......
«ЗДОРОВОЕ ПОКОЛЕНИЕ 21 ВЕКА.КОМПЬЮТЕР И ЗДОРОВЬЕ»
Наступивший век - эпоха информационных технологий. Отлучить детей от компьютера все равно не удастся, да и не нужно. Умение быстро принимать решения и не теряться, когда происходит сбой и на экране по...