"Икмәк бөтәһенә лә баш" (конспект)
классный час (5 класс) по теме

Калимуллина Сания Даяновна

"Икмәк бөтәһенә лә баш" (конспект)

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ikmk_bothen_l_bash_klastan_tysh_ukyu5klass.docx38.29 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:  Икмәк-бөтәһенә ла баш .

Маҡсаттар:

1.Игенселәргә  арнап  яҙылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү.

2.Икмәккә ихтирам һәм  һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

3.Игенсе һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уларҙы хөрмәт итергә өйрәтеү.

Кәрәкле  әҙәбиәт:

Р.Низамов. “Икмәк тәме”, Ш.Янбаев. “Үлән  өҫтөндәге ысыҡ”,

Ғ.Байбурин. “Бер телем  икмәк”, К.Ш. Әхиәров, З.П.Петрова. “Икмәккә баш эйәйек”.

Уҡыусыларға дәрескә әҙерләнеү өсөн эш алдан бирелә:

1.Күрһәтелгән әҫәрҙәрҙе уҡып сығырға һәм тасуири уҡырға әҙерләнергә.

2.Игенсе һәм уның хеҙмәте,икмәк тураһында шиғырҙар ятларға һәм йырҙар өйрәнергә.

3.Кисәне алып барыу өсөн программа төҙөргә.

4.”Икмәк-бөтәһенә лә баш” тигән баш аҫтында стена газетаһы сығарырға.

5.Плакат әҙерләргә:

Онотмайыҡ йәйге селләләрҙә

Ең һыҙғаныпкемдәр иккәнен,

Онотмайыҡ бәрәкәтле ерҙең,

Ҡара ерҙең ҡара икмәген!

(Ә.Атнабаев.”Ҡара икмәк”.)

6.Алдынғы игенселәрҙе саҡырырға.

Дәрес барышы

План.

1) Уҡыусыларҙың сығышы.

2) Ҡунаҡтарҙың сығышы.

3) Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.

Класс бүлмәһенә игенселәрҙең хеҙмәтен сағылдырыусы һүрәттәр, икмәк тураһында шиғыр юлдары, әйтемдәр яҙып ҡуйыла,стена газетаһы сығарыла, алдынғы игенселәр саҡырыла. “Ялан батыры маршы” аҙтында Рәсәй халыҡтарының милли костюмдарын кейгән уҡыусылар сәхнәгә аҡ һәм ҡара икмәк индерә. Икмәктәр матур таҫтамалдарға ҡуйылған.

Икмәктәрҙе өҫтәлдәргә ҡуялар.Алға бер төркөм уҡыусылар сыға.

Алып барыусы: Икмәк-ул халыҡ байлығының иң ҡәҙерлеһе. Ер йөҙөндә икмәк өсөн көндәлек ауыр,фиҙаҡәр хеҙмәт бара.

1-се уҡыусы: Игенсе алдында беҙ һәр саҡ бурыслы.Бер телем икмәк йөҙөндә ғалимдар,агрономдар,тракторсылар,комбайнсылар,шоферҙар һәм бик күп ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәте һынлана.Икмәк өсөн көрәш беҙҙең хөкүмәтебеҙҙең иң төп хәстәрлектәренең береһе булды,булып ҡала.

2-се уҡыусы:

“Иген”, “икмәк”-иң оло һүҙ

Ҡитғаларҙың телендә.

Аңлашыла бөтәһенә,

Ябай ул һәр телемдәй.

Был ике һүҙ бәхет ише

  Ҡәҙерле һәм татлы  һүҙ:

Ерҙә иң ҙур мәғәнәле,

Телдә иң-иң затлы һүҙ.

     Ышаныслы халыҡтарҙың

                                                Киләсәккә ҡарашы.

     Кәрәккәндә,икмәк бүлһә,

Илдәр китә ярашып.

Илдәрҙе лә,телдәрҙе лә

Яҡынайтыр сара ул.

Ҡитғаларҙың өҫтәленә

Сиктәр аша бара ул.

Игенле ил-бәхетле ил,

Кешеләрҙең телендә.

Тыуғанбыҙ ҙа,йәшәйбеҙ ҙә

Беҙ бит иген илендә.

(И.Кинйәбулатов.”Иген,икмәк”.)

 3-сө уҡыусы: Ә бит ҡасандыр бер телем икмәк өсөн һуғышҡандар,бер телем икмәк өсөн үлгәндәр.Бер телем икмәк өсөн көн-төн байға бил бөккәндәр,тир түккәндәр,ләкин туйғансы ашай алмағандар. 19 быуатта Рәсәйҙә 40 тапҡыр аслыҡ дер һелкеткән. Граждандар һуғышы йылдарында Мәскәү эшселәре 50 грамм икмәк алғандар,ошо йылдар иҫтәлеге итеп Революция музейында ҡара сохари киҫәктәренә һаҡлана. Бер телем икмәктең уҙендә ни тиклем көс,тормош һаҡлауын Мостай Кәрим уҙенең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабында былай тип яҙа.

4-се уҡыусы: “Вәлетдин ҡыҙыл сепрәк өҫтөнә бер саматигеҙ генә бүленгән ете киҫәк икмәкте теҙеп ҡуйҙы. Етебеҙгә ла өлөш сыҡты. Әммә ғәҙел үк булманы.Иң ҙур киҫәк миңә,иң бәләкәйе башлыҡҡа эләкте. Шулай ҙа теге сир бирмәне. Тик мин һиҙеп торам: был икмәк минең эсемә аш булып бармаясаҡ. Дөрөҫ килеп сыҡманы. Шәһиҙулла минән биш йәшкә өлкән. Дәү кешегә өлөштөң  дә ҙурырағы  булырға  тейеш. Алмашырға кәрәк… Шулай тип уйлап торғанда,теге үҙ киҫәген умырып тешләп алды… Өс-дүрт ҡабымлыҡ икмәгем ҡалғас,уны Шәһиҙуллаға һондом:

-Мә,ағай,ашап бөтөр.

-Үҙең аша.

-Мин туйҙым инде,валлаһи.

-Ант итмә.Бирһәң,былай ғына бир.

Ҡорһаҡҡа аҙыҡ ингәс,аяҡҡа ҡеүәт ҡайтты.Мин йыш ҡына шундай уйға ҡалам: йоҙроҡ саҡлы ғына икмәк киҫәгендә күпме тылсым бар,асыҡҡанда шуны ашаныңмы,донья йәмләнә лә китә.Бына әле лә… Эргәлә лә генә бер ҡош һайрап ебәрҙе,яңыраҡ баш ҡоҫҡан бойҙай өҫтөнән шашып ел йүгереп үтте. Ҡояш та ул тиклем өтөп бармай хәҙер.Бөтәһе лә ана шул бер һыныҡ икмәктән.

5-се уҡыусы: Совет иле тыныс тормошҡа аяҡ баҫып,күпләп иген үҫтерә башланы. Хәҙер инде аслыҡ ҡурҡыныс түгел ине. Ләкин фашистик Германия тағы илгә аслыҡ, ҙур һынау алып килде.Бөйөк  Ватан һуғышы тарихында Ленинград блокадаһы ҙур урын алып тора. Дошман ҡаланы ут һәм аслыҡ менән үлтерергә тырышты. Ленинградта Тарих музейында блокада йылдарының икмәге һаҡлана. Тәүлегенә бирелгән 125 грамм ҡара икмәк. Ошо тиклем  ауырлыҡтар кисереп,совет халҡы еңеп сыҡҡан.

6-сы уҡыусы: Бөгөн һинең өҫтәлеңдә икмәк етерлек.Күпме теләйһең,шул тиклем аша.Икмәк-ул тормош.Бер ус бойҙайҙың күпме тороуын һин беләһеңме?Белергә тырышма-яңылышырһың.Һин уны өлкәндәрҙән һора.Улар һиңә икмәктең хаҡын билдәләп булмауы тураһында әйтерҙәр.Бер ус бойҙай алтын киҫәгенән дә ҡиммәтерәк,сөнки ул-йәшәү нигеҙе.Шуның өсөн да беҙҙең илдә игенсе һөнәре иң хөрмәтле урында,ул иң ҡәҙерле һөнәркешеһе. Икмәк үҫтереүсе кешенән дә кәрәклерәк һәм ҡәҙерлерәк кеше юҡтыр,моғайын.

7-се уҡыусы:

Һандуғастар әле таң йырҙарын

Тамамлап та бөтмәй ҡағынып,

Һин киләһең колхоз ҡырҙарына,

Һөйгән баҫыуыңды һағынып.

Алтанланған иген тулҡынында

Юғалаһың көндәр буйына,

Шуға,ахыры,баҫыу һиңә тиңдәш,

Яҡын серҙәш булып тойола.

Күңелең бөтмәй,купме тыңлаһаң да

Баҫыуҙарҙың таныш моңдарын,

Устарыңа башаҡ тәмен алған

Талыу белмәҫ тилбер ҡулдарың.

Аҡ ҡаластан телем телгән һайын

Тулҡыныулы хистәр кисерәм,

Алтын башаҡ тәме һеңеп ҡалған

Ҡулдарыңды иҫкә төшөрәм.

(Ә.Таһирова. “Агроном дуҫыма”.)

8-се уҡыусы: Халыҡ икмәкте изге символ билдәһенә әйләндергән. Ул тормош,тыныслыҡ һәм байлыҡ билдәһе. Кеше ғүмеренең мөһим ваҡиғалары икмәк менән билдәләнә. Икмәк-тоҙ менән иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы,йыһандан әйләнеп ҡайтҡан космонавтарҙы ҡаршылайҙар. Икмәк һәм игенсе хаҡында күпме халыҡ мәҡәлдәре,әйтемдәре бар. Игенсегә арнап күпме шиғырҙар,хикәйәләр,повестар, романдар яҙылған. З.Биишева,М.Карим,Ә.Атнабаев,Р.Бикбаев,Р.Ғарипов,Р.Низамов,Ғ.Байбурин,Ф.Иҫәнғоловтарҙың әҫәрҙәрендә халҡыбыҙҙың байлығы булған икмәкте һаҡлау тауышы яңғырай.

9-сы уҡыусы:

Әсәй миңә ҡара икмәк сәйнәп,

Имеҙлеккә һалып биргән дә

Үҙе иткән ураҡ урырға.

Илағанмын,ләкин сыҙағанмын-

Икмәк менән була торорға.

Ҡара икмәк бәләкәйҙән таныш,

Беләм уның ҡиммәт икәнен.

Бер телеме өсөн кешеләрҙең

Таңға тиклем сират көткәнен.

Ҡара икмәк ҙур мәсьәла булған:

Йөҙ грамлап уны бүлгәндәр,

Ҡош телендәй шул грамдар өсөн

Һуғышҡандар,хатта үлгәндәр…

Шул саҡтарҙы онотабыҙ,буғай,

Әйтерһең дә,күктән төшкәнбеҙ.

Беребеҙ ҙә күктән төшмәгәнбеҙ,

Ҡара икмәк ашап үҫкәнбеҙ.

Ул ваҡыттар мәңге кире ҡайтмаҫ,

Беҙ ашайбыҙ хәҙер ҡаласын,

Тик ҡаластың тәмен белер өсөн

Онотмайыҡ уның ҡараһын.

Онотмайыҡ йәйге селләләрҙә

Ең һыҙғанып кемдәр иккәнен,

Онотмайыҡ бәрәкәтле ерҙең,

Ҡара ерҙең ҡара икмәген!

(Ә.Атнабаев. “Ҡара икмәк”.)

10-сы уҡыусы:

Йырым-ҡайсаҡ әрем тәме әйткән,

Көйөп бешкән арыш икмәге,

Мамыҡтай аҡ,

Йомшаҡ  ҡалас һымаҡ,

Юҡ шәрбәтең һинең,

Юҡ мәгең…

Үҙем кеүек көл-күмергә буяп,

Аунатҡан бит ауыл мейесе,

Ниңә һуң мин һине яҙам эле?

Кем өсөн һуң?

Эйтсе,ни өсөн?

Белмәйем дә ҡай саҡ …

Ләкин яҙам!

Яҙам һине,үҙең яҙылғас.

Ауырлы мин көн-төн һинең менән,

Еңелерәк миңә,һин тыуғас:

Оҙон юлға  сыҡҡан берәүгә,тим,

Булмаһа ла таты һәм мәге,

Ярап ҡалыр,бәлки,асыҡҡанда,

Көйөп бешкән арыш икмәге.

(Р.Ғарипов. “Арыш икмәге”.)

Алып барыусы: Халыҡтың һәм партияның бөйөк подвигытип сиҙәм ерҙәрҙе эшкәртеүҙе атайҙар. Икмәк өсөн көрәш 1954 йылда башлана,һәм шул уҡ йылда сиҙәм илгә үҙенең икмәген бирә.

Саҡырылған ҡунаҡтарҙың сығышын тыңлау.

Алып барыусы:Күреүегеҙсә,тәмле икмәк еңел генә бирелмәй.Унда күп кешеләрҙең хеҙмәте һалынған,тире тамған.Был ғәжәп хазинаны үҫтереүгә кем көс һалған,уны кем бешергән-шуларҙы  ҡәҙерләйек һәм һаҡлайыҡ,уларҙы хөрмәт итергә өйрәнәйек! Хәҙер бөтәбеҙ бергә Х.Әхмәтовтың   Ҡ.Даян һүҙҙәренә яҙған “Ялан батыры маршы” йырын йырлайыҡ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

План - конспект урока в форме презентации в программе Power Point на немецком языке по теме " Немецкая пресса для подростков" и конспект урока в программе Word к УМК И.Л.Бим., Л.В.Садомовой " Шаги 5" для 9 класса.

Презентация конспекта урока на немецком языке  в программе Power Point по теме "Немецкая пресса для подростков" и конспект в программе  Word показывают некоторые приёмы работы по теме "СМИ" ...

ПЛАН-КОНСПЕКТ УРОКА План-конспект урока в 11 классе «Фотоэффект. Применение фотоэффекта.»

Урок с использованием  ЭОР. В изучении нового материала используется информационный модуль  "Фотоэффект" для базового уровня старшей школы.  В практический модуль входи...

РАЗВИТИЕ РЕЧЕВОГО УМЕНИЯ С ПОМОЩЬЮ МЕТОДА ОПОРНЫХ СИГНАЛОВ-КОНСПЕКТОВ РАЗВИТИЕ РЕЧЕВОГО УМЕНИЯ С ПОМОЩЬЮ МЕТОДА ОПОРНЫХ СИГНАЛОВ-КОНСПЕКТОВ.АНГЛИЙСКИЙ ЯЗЫК.

Говорение на иностранном языке, особенно в монологической форме, представляет большую трудность для учащихся.Обучение с помощыо метода опорных сигналов открывает большие возможности в развитии речи уч...