Ваҡыт ҡәҙере
классный час на тему

Рух һәм тән сәләмәтлеге өсөн ваҡытты дөрөҫ файҙаланыу, эште планлаштырырға өйрәтеү маҡсатында әҙерләнгән синыф сәғәтендә башҡорт һәм урыҫ телдәренән мәҡәлдәр, күренекле шәхестәрҙең цитаталары ҡулланылды.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon vakyt_kzere.doc50.5 КБ

Предварительный просмотр:

Ваҡыт ҡәҙере

Маҡсат: уҡыусыларҙа үҙеңдең һәм башҡаларҙың ваҡытына ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, ваҡытты дөрөҫ бүлергә һәм эште планлаштырырға өйрәтеү

Таҡтала: “Время – это ткань, из которой соткана жизнь”

                “Ике көнөн бер тигеҙ, бер иш үткәреүсе үҙенә зарар яһайҙыр”

Кеше күпме йәшәргә тейеш һуң?

Ғалимдар әйтеүенсә, уртаса алғанда 100 йылдан да кәм түгел. Ә ни өсөн кеше ғүмеренең оҙонлоғо 2-3 тапҡырға кәм килеп сыға һуң? Сәбәптәре бик күп. Шуларҙың береһе – профессияңды дөрөҫ һайлай белмәү, тормош юлыңда һәләттәреңде һәм мөмкинлектәреңде дөрөҫ ҡулланмау. Һөҙөмтәлә һин профессияңды яй, оҙаҡ һәм һуң үҙләштерәһең.

         Кешенең мөмкинселектәре бик ҙур ул. Әгәр һинең эшең системалы, маҡсатлы, дөрөҫ ойошторолған булһа, күп нәмәгә өлгәшергә була. Әммә ләкин ваҡытыңды ҡәҙерләй белмәһәң , хатта талантлы кешеләр ҙә юғалып ҡала. Һәм киреһенсә, артыҡ һәләттәре булмағандар ҙа тормошта уңыштар яулайҙар, сөнки улар ваҡыттың ҡәҙерен беләләр, үҙҙәренең эшен һәм тормошон дөрөҫ ойоштора беләләр.

        А.А. Любищев исемле профессор үҙенең һәләттәрен төрлө яҡлап асҡан. Ул зоология, генетика, философия буйынса китаптар, брошюралар һәм статьялар яҙған. Уның уңыштарының сәбәптәре шунда: ваҡытҡа шул тиклем һаҡсыл була. Көндәлек, айлыҡ, йыллыҡ, хатта 5 йылға алдан эшенә план яҙған. 56 йыл буйына көн һайын нисек ваҡытын үткәреүен яҙып барған. Ҡалала транспортта йөрөгәндә лә, сиратта торғанда ла һәр минутын файҙалы үткәрергә тырышҡан, мәҫәлән, инглиз телен өйрәнгән. Любищевтың яҙыуҙарын ҡараһаң, бөтә көнө, һәр сәғәте яҙылып барған. Һәр ай һәм йыл аҙағында эшенә һығымта яһалып ҡуйылған. Ваҡыт уға икмәк кеүек ҡәҙерле булған. Любищев өлгөһөндә беҙ һәр минут, һәр сәғәт нимәлер эшләп була икәнен күрәбеҙ.

        Тик күп кешеләр үҙҙәренең  ҡиммәтле ваҡыттарын бушҡа әрәм итәләр. Улар нисек килеп сыға, шулай йәшәйҙәр, ваҡыт ағымында йөҙәләр, теләһә ниндәй тормош алып баралар, үҙ һәләтлектәрен-мөмкинселектәрен файҙаланмайҙар, бөгөнгөһөн иртәгеһенә ҡалдыралар. Рим философы Сенека юҡҡа ғына шулай тимәгәндер бит: “ Пока мы собираемся жить, жизнь проходит”.

Ваҡыттың юғалыуының төп сәбәбе ниҙә? Ойоштороусанһыҙлыҡ, ҡаңғырыҡ, эшеңде дөрөҫ планлаштыра белмәү һәм тормошоңдо дөрөҫ ҡормау.

Үҙеңде һәм башҡаларҙың ваҡытын ҡәҙерләргә мәктәптә үк өйрәнергә кәрәк, сөнки был уҡыу йылдары ғына түгел, ә һеҙ шәхес булараҡ үҫәһегеҙ, киләсәк тормошҡа әҙерләнәһегеҙ.

            Ваҡыт ҡәҙере хәҙер бигерәк тә мөһим, информация ағымы ҙурайғандан - ҙурая. Американдар бушҡа ғына “Время - деньги” тимәйҙәр. Шулай ҙа хәҙер күберәк “Время дороже денег” тиҙәр әле. Кешенең аҡсаһын урлаһалар кире эшләп ҡайтарып була, ә ваҡытты юҡ.

        Кешеләргә ваҡыт ҡәҙерле, һәм улар уны сәғәтләп һанайҙар. Төрлө дәүерҙә төрлө сәғәт ҡулланғандар. “Много воды утекло с тех пор” тиҙәр, тимәк, күп ваҡыт үткән. Тарихҡа ҡараһаҡ, элек һыу сәғәте ҡулланғандар икән. Бер һауыттан икенсеһенә күпме һыу ағыуына ҡарап ваҡыттың үтеүен белгәндәр.

        Һыу сәғәттәренә оҡшаш песок сәғәттәре булған, өҫкө һауыттан аҫҡыһына песок ағып торған.

        Һуңғары механик, электрон сәғәттәр барлыҡҡа килгән.

Ваҡытты сәғәт һуғыуы буйынса ла белгәндәр. “Битый час” һүҙбәйләнеше шунан килеп сыҡҡан.

        Ваҡытты үлтереп, файҙаһыҙ үткәрергә ярамай. Беҙ үҙебеҙҙә ваҡыт тойғоһон үҫтерергә тейешбеҙ, һәр минутты, һәр сәғәтте аҡыл менән үткәрергә өйрәнергә тейешбеҙ.

            Хәҙер, әйҙәгеҙ, мин һеҙгә эштәр бирәм, төрлөгөҙгә - төрлө. Мәҫәлән, ике кеше тик ултырһын, икәү - шиғыр ятларға әҙерләнһен, берегеҙ китаптан мәҡәлдәр эҙләп тапһын, берегеҙ тексты һөйләргә әҙерләнһен, тағын берәү һүрәт буяһын, икенсегеҙ хат яҙһын (һ.б.) һәм 10 минут ваҡыт үткәс, һәр уҡыусы ошо ваҡыт нисек үтеүен һәм нимәләр тойоуын әйтә - кемгәлер бик тиҙ, кемгәлер бигерәк тә оҙаҡ үтә. Ни өсөн шулай икән?

        

Бер уҡыусыға ошондай текст бирелә, һәм ул уны һөйләргә әҙерләнә:

                                                      Тәүлек, аҙна

Аҙналағы көндәр телебеҙҙә фарсы атамалары менән билдәләнгән. Был иһә ата-бабаларыбыҙҙың фарсылар менән тығыҙ аралашып йәшәүенә асыҡ дәлил. Әле беҙҙә тәүлек юридик яҡтан төнгө сәғәт 12-лә (24 сәғәттә) тамамлана ла шунда уҡ яңы тәүлек башлана, тип һанала. Христиан динендә тәүлек төнгө сәғәт ун икелә тамамлана һәм шунда уҡ яңы т!әүлек башлана.

         Йәһүди динендә (иудаизм) тәүлек киске сәғәт алтыла тамамлана һәм шунда уҡ яңы тәүлек башлана.

        Мосолмандарҙа иһә (Ислам динендә) тәүлектең башланыуы-тамамланыуы сәғәткә ҡарап билдәләнмәй. Ҡояш байыу менән бер тәүлек тамамлана ла шунда уҡ яңы тәүлек башлана. Мосолмандарҙың тәүлегендә кис көндән алда килә. Ҡояш байыу менән кис булыуы ҡәр кемгә билдәле. Ҡояш байыу менән яңы тәүлек башлана. Быны белеү бик мөһим. Сөнки йома кисе тигәндә, беҙҙең клендарҙа кесе йома кисе итеп күрһәтелгән. Йоманан алда бирә торған хәйерҙе кесе йома көнө кис һалырға кәрәк тимәк. Сөнки йома тыуған тәүлекте меҫкендәр, фәҡирҙәр аҙнаның күркәм көнө итеп, тамағы туйырлыҡ ризыҡланһын, йоманы ризыҡһыҙ ҡаршыламаһын өсөн хәйерҙе шулай йома кисендә бирергә тәҡдим ителә.

        Һәр секундты ҡәҙерләргә өйрәнгән кеше күп нәмәгә ирешә. Ваҡыт тураһында бөйөк кешеләр нимә әйтеп ҡалдырғандар икән, иҫләйек әле.

        

 Миҫалдар:

  • всегда можно найти достаточно времени, если употреблять его хорошо. (И.В.Гете)
  • Кто не умеет с толком употреблять свое время, тот первым жалуется на его нехватку. (Ж.Лабрюйер)
  • Хорошее употребление времени делает время  еще более драгоценным. (Ж.Ж.руссо)
  • Порядок освобождает мысли. (Р.декарт)
  • Небрежный человек все делает вдвойне. (А.В.Суворов)
  • Устают и изнемогают не столько от того, что много работают, а оттого, что плохо работают. (Н.Е.Веденский)
  • Һәр төрлө экономия ваҡытты экономиялауға ҡайтып ҡала. (К.Маркс)
  • Ваҡыт – һәләтлектәрҙе үҫтереү өсөн мөмкинлек ул. (К.Маркс)
  • Ваҡыттың әрәм булыуына кемдең кәйефе нығыраҡ ҡырыла, шул иң аҡыллы кеше. (А.Данте)
  • Үҙ ваҡытының бер сәғәтен булһа ла бушҡа үткәрергә ҡарар иткән кеше йәшәүҙең ҡәҙерен аң лап етмәй әле. (Ч.Дарвин)
  • Ваҡытты аҡыллы бүлә белеү – бөтә эшмәкәрлектең нигеҙе ул. (О.Бальзак)
  • Буш ваҡытты файҙалана белеү һәләтлеге – шәхси культураның юғары баҫҡысы ул. (Б.Рассел)
  • Ваҡыт етешмәүенә һәр ваҡыт зарланған кешеләр ғәҙәттә бер нәмә лә эшләмәй. (Т.Лихтенберг)
  • Бөгөнгө бер сөғәт иртәнге ике сәғәткә торошло. (Т.Фуллер)
  • Мөһим эштәрҙә һәр ваҡытта ла шундай итеп ашығырға кәрәк, әйтерһең дә бер минутты юғалтыуҙан бөтә нәмә һәләк булырға тейеш. (В.К.Белинский)  

Улаҙың әйткәндәре һеҙҙе әҙ генә булһа ла уйландырһа, бик яҡшы.

Ваҡыт, сәғәт бер секундҡа ла туҡтамай, ваҡыт аға ла аға. Әйҙәгеҙ, бер минутты тыңлап ҡарайыҡ әле. Ниндәй икән ул.    (Бер минут тын ғына ултыралар).

Ә бер минут күпме тора, ни хаҡ икән.

1989 йылғы мәғлүмәт буйынса, беҙҙең илдә бер минут эсендә бына ниҙәр эшләнгән:

- бер йылда 2,6 мең ғаилә ҡулланырлыҡ электроэнергия;

- 290 тонна ҡорос – 10 мең кер йыуыу машинаһы эшләрлек;

- 22 мең метр тауар – 15714 салбар тегерлек;

- 130 сәғәт;

- 7 төрлө машина;

- 2700 китап;

Күрәһегеҙме, ни бары 60 секунд эсендә күпме файҙалы эш эшләргә була.

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙың ваҡытты ҡәҙерләүҙәре тураһында шундай мәҡәл-әйтемдәр һөйләй:

  • Үткән ғүмер – аҡҡан һыу.
  • Ҡалған эшкә ҡар яуа.
  • Ашыҡҡан – ашҡа бешкән.
  • Һуңға ҡалған – туңға ҡалған.
  • Упустишь минуту – потеряешь час.
  • Время – казна для знающего ему цену.
  • Делу - время,  потехе – час.
  • Потерянную вещь можно найти, потерянное время – никогда.
  • Время ушло – счастье ушло.
  • Минута час бережет.
  • Порядок время бережет.
  • Начиная дело, о конце помышляй.
  • Время, приливы и отливы не ждут человека.
  • Время не ждет человека.
  • За все браться – ничего не делать.
  • Кто рано встает тому Бог дает.
  • Куй железо пока горячо.
  • Меньше говори, да больше делай.
  • Тише едешь, дальше будешь.
  • Что прошло, того не воротишь.
  • Время не деньги, раз потеряешь – не найдешь.
  • Потерявший время потерял добро.
  • Потерянные деньги находятся, потерянное время не восполняется.

Бер тәүлектә 24 сәғәт. Нормаль йоҡо беҙҙең 8 сәғәт булырға тейеш, тағы 8 сәғәт мәктәптә үтә, юл менән бергә һанағанда. Тағы 8 сәғәт нимәгә ҡала икән? Нимәгә өлгөрөп була икән? Ошо 480 минутта һеҙ дәрес тә эшләйһегеҙ, китап та уҡыйһығыҙ, телевизор ҙа ҡарайһығыҙ, атай-әсәйгә ярҙам да итәһегеҙ... бөтәһенә лә өлгөрәсәкһегеҙ, әгәр теләһәгеҙ. Ни өсн ваҡыт етмәй икән, бергәләп шуны һанап сығайыҡ әле:

        -Иртәнсәктән башлайыҡ. Йыбанып ятҡансы, йәһәт кенә тор ҙа кит, барыбер йоҡлай алмайһың, дәрескә барыр кәрәк.

        - Кистән бөтә әйбереңде әҙерләп ҡуй. Иртәнсәк, ҡабаланып йөрөп, нимәнелер онотоп ҡалдырасаҡһың. Кистән иртәнге көн тураһында уйлап ят.

        - Күп ваҡытты беҙ нимәнелер эҙләп йөрөп әрәм итәбеҙ. Бөтә нәмә үҙ урынында булырға тейеш.

        -  Телефондан күп һөйләшмә. Дәрес эшләргә ултырғас, кемдер һеҙгә шылтырата. 15-20 минут һөйләшеп ултырҙығыҙ, ти, хәҙер һеҙгә яңынан дәрескә тотоноуы ҡыйын, сөнки киренән башты эшләтергә кәрәк. Һуңынан шылтыратыуын һора ла дәрескә ултыр.

        - Ялһыҙ 5-6 сәғәт эшләү файҙаһыҙ ҙа, зарарлы ла. Физик эш эшләп ял итегеҙ.

        - “Точность – вежливость королей ” тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр моғайын. Быны үҙегеҙгә ҡағиҙә итеп алып ҡуйығыҙ. Бөтә ергә лә ваҡытында йөрөргә кәрәк.

        Хәҙер бергәләп һығымта яһайыҡ:

-эшеңде һуңға ҡалдырма;

- артыҡ күп аралашма;

- хыялланып уйҙарға бирелеп ултырма;

- эшеңде планлаштыр;

- дөрөҫ ял ит.

        Бер аҡыл эйәһе “Әгәр кешегә бер балыҡ бирһәң, ул бер көн туҡ буласаҡ. Әгәр кешегә ике балыҡ бирһәң, ул ике көн туҡ буласаҡ. Әгәр кешене балыҡ тоторға өйрәтһәң, ул кеше ғүмер буйы туҡ буласаҡ” тигән. Бөтә илдә лә, бөтә заманда ла кешелек алдында шундай һорау торған – нисек кешене тиҙерәк һәм яҡшыраҡ итеп профессияға өйрәтергә. Бының өсөн кеше дөрөҫ профессия, йүнәлеш алырға тейеш. Үҙенең һәләттәрен күҙ уңында тотоп, ваҡытты ҡәҙерләргә өйрәнеп, уны дөрөҫ бүлеп, эшен һәм ялын дөрөҫ аралаштырып йәшәргә тейеш.

        Уҡыуығыҙ, эшегеҙ уңышлы һәм арытмаҫлыҡ булһын өсөн шундай ҡағиҙәләргә таянырға кәрәк:

  • эшкә алдан уйлап әҙерләнегеҙ;
  • эш урынығыҙҙы әҙерләгеҙ;
  • нимә артынан нимә эшләүегеҙҙе бүлегеҙ;
  • эшкә шунда уҡ тотоноғоҙ;
  • эшегеҙгә яуаплы һәм етди ҡарағыҙ;
  • эш төрҙәрен алмаштырығыҙ;
  • аҡыл эшендә (умственная работа) йыш тәнәфес эшләмәгеҙ;
  • көн һайын һәм системалы эшләгеҙ, ләкин арығансы түгел;
  • дөрөҫ ял итегеҙ.

Беҙҙең дәресебеҙ тамам, ләкин сәғәттәр китеп бара, тормош дауам итә. Бала саҡта ғүмер сикһеҙ күренә, беҙ эштәребеҙҙе һуңғыға ҡалдырабыҙ, ҡалдырабыҙ. Ә аҙаҡ, бер заман ғүмерҙең ҙур өлөшө үтеп киткәнен аңлап ҡалаһың. Буштан-буш ваҡыт үткәргән килеп сыға. Кемдер икенсе кешене йәки нәмәне ғәйепләй. Ә ваҡытты һинән башҡа бер кем дә тотонмай, үҙ ваҡытыңа үҙең хужаһың.

        Цитатаға кире әйләнеп ҡайтайыҡ. “Ике көнөн бер тигеҙ, бер иш үткәреүсе үҙенә зарар яһайҙыр” әйтеме рух сәләмәтлеге тураһында ла ул. Кеше көн һайын рухын камиллаштырырға тейеш, ғилем алырға, башҡаларҙың тәжрибәһен өйрәнергә тейеш – үҙе лә үҫә, абруй яулай, иленә, милләтенә, ғаиләһенә файҙалы кеше булып үҫешә.