Классный час по теме "Если я когда-нибудь стану папой или мамой, то..."
классный час (8 класс) по теме

Султанова Илюза Ахтямовна

Классный час для 8-9 кл. проводится на башкирском языке.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon kl_chas_agar_min_atay-_asay_bulham.doc43 КБ

Предварительный просмотр:

Класс сәғәте: Әгәр мин атай (әсәй) булһам…

Маҡсат. Уҡыусыларҙың киләсәктә атай, әсәй булыуҙарын иҫәпкә алып, уларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләү.

Инеш һүҙ. Хәйеле көн, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар. Бөгөнгө һөйләшеүҙең темаһы  “Әгәр мин атай (әсәй) булһам…»  тип атала.

 Һеҙ, бөгөн мәктәп партаһы ултырған ҡыҙҙар һәм егеттәр, киләсәктә тыуған ауылыбыҙҙың хужаһы, төрлө - төрлө һөнәр эйәләре булып, егеттәр өйләнеп, ҡыһһар тормошҡа сығып, ғаилә ҡороп, матур һәм уңған балалар үҫтерерһегеҙ тигән ышаныс менән мин һөйләшеүҙе башлайым.

    Белеүегеҙсә, 2008 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы, ә республикабыҙҙа Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителгәйне. Ошоға бәйле һеҙ киләсәктә ниндәй атай - әсәй булырға хыялланаһығыҙ, ниндәй пландар, уй – теләктәр менән йәшәйһегеҙ, буласаҡ ғаиләгеҙҙе нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ икән? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, әйҙәгеҙ уҡыусыларҙың үҙҙәре яҙған иншаларына күҙ һалып үтәйек. Мәҫәлән, бер уҡыусының ошондай уй – теләктәре, киләсәккә пландары. (Розаның, Айзиләнең, Нүрзиләнең, Илъястың иншалары уҡыла)

    Уҡыусылар бына беҙ һеҙҙең уй - хыялдарығыҙ  менән танышып үттек. Ысынлап та һәр кем үҙенең ғаиләһен бәхетле итеп  күрергә теләй. Һеҙ әле атай - әсәйегеҙҙең йылы ҡанаты аҫтында йәшәйһегеҙ. Ғаиләгеҙҙә үҙегеҙҙе бәхетле бала тип һанайһығыҙмы? Әйҙәгеҙ, ошо һорауға яуапты күмәкләп эҙләйек.  (Уҡыусыларҙың яуаптары)

Эйе, ысынлап та, һеҙ барығыҙ ҙа бәхетле балалар. Сөнки бөтәгеҙҙең дә һеҙҙе ҡурсып, һеҙҙең өсөн өҙөлөп тороусы атай - әсәйегеҙ, яҡын туғандарығыҙ бар.

Бына хәҙерге көндә күп йәштәр ғаилә ҡормай яңғыҙ йәшәүҙе хуп күрә. Уларҙы һеҙ бәхетле тип һанайһығыҙмы? Ғөмүмән әйткәндә һеҙ тормошоғоҙҙо ғаиләһеҙ күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? (Уҡыусыларҙың фекере)

Һеҙ бәхетле ғаиләлә йәшәгебеҙ килә тип әйтеп киттегеҙ, ә һеҙҙең буласаҡ ғаиләгеҙ ниндәй сифаттарға эйә? Ә хәҙер һүҙ ошо хаҡта. Ғаилә һүҙе 5 хәрефтән тора – Ғ, А, И, Л, Ә. Ошо хәрефтәрҙән башланған, ғаиләне һүрәтләгән 5 сифат уйлағыҙ.

Күрәһегеҙме, ниндәй матур сифаттарға эйә ул ғаилә.

Халҡыбыҙҙың теле мәҡәлдәргә һәм әйтемдәргә бик бай булған. Шулар араһында бик күп мәғәнәгә эйә булған ғаилә, атай - әсәй, бала темаһына арналған мәҡәлдәр бихисап. Әйҙәгеҙ, шуларҙы бергәләп иҫкә төшөрөп үтәйек. Мин һеҙгә мәҡәлдәрҙең башын әйтәм, ә һеҙ аҙағын тамамларға тейешһегеҙ:

- Ояһында ни күрһә, осҡанында шуны күрер.

  - Атаны күреп ул үҫер, инәне күреп ҡыҙ үҫер.

- Аталы бала арҡалы, инәле бала иркәле.

- Балһыҙ гөлгө ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ.

- Ир баш – ҡатын муйын.

-Йорт тотҡан - ир,  өй тотҡан – ҡатын.

- Күлдәктең йәме ҡама менән, өйҙөң йәме бала менән.

-

Пед. Мәсьәләләр. Әйҙәгеҙ, хәҙер үҙебеҙҙе атай - әсәй роленә ҡуйып ҡарайыҡ. Беҙ һеҙгә пед. Мәсьәләләр тәҡдим итәбеҙ.    

  • Балаң мәктәпкә уҡырға йөрөргә теләмәй. Нисек ыңғай хәл итерһең?
  • Улың тәмәке тарта башлаған. Быны нисек ҡабул итерһең?
  • Балаң көндәлек эштәрен  иҫенә төшөргәс кенә үтәй. Был һиңә оҡшамай. Хәлдән нисек сығырһың?
  • Балаң һинең менән телләшә башланы, ти. Түҙә алмайынса һин уға бер – икене эләктерҙең. Мәсьәлә хәл ителдеме әллә?...
  • Ҡыҙың уҡыған класта бер – ике ҡыҙ ҡиммәтле сит ил итеге кейеп йөрөй. Ҡыҙың да шундай итек һорай. Ә һин 4 ай эш хаҡы күргәнең юҡ. Ҡыҙыңа нимә тип яуап бирерһең?
  • Берҙән – бер улың мәктәптә уҡыу алдынғыһы. Тик һуңғы ваҡытта класс етәксеһе уның тәртибе насарайыуға зарлана. Ни хәл итерһең?

Беҙҙең һөйләшеү «Әгәр мин атай (әсәй) булһам…» тигән темаға арналды бит инде. Һеҙҙең ғаиләгә булған мөнәсәбәтегеҙҙе, киләсәккә ғаилә ҡороуға ҡарашығыҙҙы белеү маҡсатында алдан тест үткәргәйнек. Ошо тест һөҙөмтәләренә ҡарап, ғаилә ҡороуға әҙерме, түгелме икәнлегегеҙҙе асыҡлап үтәйек.

Ошоноң менән беҙҙең бөгөнгө һөйләшеү тамам. Моғайын, был һөйләшеүҙән һуң һәр берегеҙ ниндәйҙер дөрөҫ фекергә килгәндер, киләсәге тураһында уйланғандыр тип ышанабыҙ. Барығыҙға ла һәйбәт ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт.    


Әгәр мин атай (әсәй) булһам…

“Мин ҙурайғас кәләш алып Һәм матур итеп өй һалып инәсәкмен. Минең ғаиләмдә  2 -3 бала буласаҡ. Ауыл ерендә йәшәп, ҙур баҡса төҙөп, унда төрлө емеш ағастары, йәшелсәләр  үҫтерәсәкмен. Балаларымды үҫтереп, тәрбиәләп, мәктәптән һуң юғары уҡыу йортонда уҡытырға уйлайым. Үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләүҙәрен теләйем.    Балаларыма үҙ ғаиләләрен ҡороуҙарына ярҙам итәсәкмен. ”

Әгәр мин атай (әсәй) булһам…

«Мин үҫкәс матур, һәйбәт ғаилә ҡорорға тырышам. Матур балҡып торған өй һалам. Ат, һыйыр, һарыҡ көтәсәкмен. Балаларыма һәйбәт тәрбиә бирергә тырышам. Мин дә атайым кеүек тырыш, уңған буласаҡмын. Өй эшендә ҡулланыр өсөн техника алам. Үҫкәс шундай ғаилә булдырырға тырышасаҡмын.»

Әгәр мин атай (әсәй) булһам…

“Минең ғаиләм бик татыу, ҙур буласаҡ. Татыу ғаилә - ил күрке тип, әйткәндәр бит боронғолар. Мин аҡҡылы, тәртипле әсәй булғым килә. Балаларыма өлгө булып, уларҙы әрләмәй, аҡылға өйрәтеп, эшсән балалар үҫтерермен. Минең өйөм ҙур була. Эргәлә баҡса. Баҡсала сәскәләр, төрлө гөлдәр үҫәсәк. Әгәр ҙә ғаиләм  татыу булһа мин бик бәхетле булыр инем.»  

 

Әгәр мин атай (әсәй) булһам…

 “Һәр бер кеше үҙ ғүмерендә ғаилә ҡора һәм ғаиләһендәге балаларҙы тәрбиәләүҙе үҙенә төп маҡсат итеп ҡуйырға тейеш. Мәҫәлән, минең буласаҡ ғаиләмдә ике бала булыр ине. Һәм мин уларҙы бәләкәйҙән үк тәртипле, әҙәпле, рухлы итеп тәрбиәләп, кешеләргә изгелек эшләргә өйрәтәсәкмен.  Үҫеп еткәс мин уларҙың кешелек өсөн, Һәм үҙе өсөн файҙалы булған берәй эш менән мауығыуҙарын теләйем. Тағы ла уларҙы мәктәп йылдарынан уҡ төрлө олимпиадаларға, спорт, музыка яғынан төрлө ярыштарға йөрөтәсәкмен. Уларҙы мин күренекле кеше итеп күрергә теләйем.”

Әгәр мин атай (әсәй) булһам…

«Мин ҙурайҡас кәләш алып, өй төҙөйөм, машина һатып алам. Матур итеп тормош ҡорам. Бер бала үҫтерергә уйлайым. Уны мине атай - әсәй тәрбиәләгән кеүек тәртипле, итәғәтле, аҡыллы, башҡа балаларға өлгө булырлыҡ итеп  тәрбиә бирергә тырышам. »

Әгәр мин атай (әсәй) булһам…

«Мин әсәй булһам балаларыма яҡшы тәрбиә бирер инем. Уларҙы юғары уҡыу йортона индереп уҡытырға тырышам. Уларға тартмаҫҡа һәм эсмәҫкә ҡушыр инем. Бер үк ваҡытты ололарға мәрхәмәтле һәм ата - әсә һүҙен тыңларға өйрәтәсәкмен. Мин үҙемдең балаларымды башҡа балалар алдында үҙҙәрен мәхрүм итеп тоймаһын өсөн, нимә теләйҙәр шул нәмәләрҙе алып бирер инем. Мин үҙемдең ғаиләмде бик бәхетле итеп күрәм. Минең ғаиләм бер нәмәгә лә мохтаж булмаясаҡ. Тормош иптәшем менән татыу ғаилә ҡорасаҡбыҙ.»

Әгәр мин атай (әсәй) булһам…

«Һәр бер кеше үҙенә ауыр саҡта ғаиләһендә терәк, таяныс таба. Юҡҡа ғына Ғаиләм – ҡәлғәм, тип әйтмәгәндәрҙер ата – бабаларыбыҙ.

Минең ғаиләмдә 3 бала булыр. Уларҙы башҡорт рухлы, тәртипле итеп үҫтереү өсөн тормош иптәшем менән бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Сөнки Ни сәсһәң шуны ураһың, тигән тормош хәҡиҡәтен яҡшы аңлайбыҙ. Хәҙер ауылда ла балаларҙың үҫеше өсөн мөмкинселектәр күп. Уларҙы бейеү, спорт түңәрәктәренә йөрөтәсәкбеҙ. Шулай уҡ хеҙмәт тәме белеп үҫһендәр өсөн баҡса, йорт - ҡура эштәренә  лә өйрәтеү мөһим. Ял кҡндәрендә ғаиләм менән урманға ял итергә, олатай - өләсәйҙәргә ҡунаҡҡа йөрөбөҙ. Мин ғаиләмде шулай күҙ алдына килтерәм. Ҡараштарҙың үҙгәреүе лә мөмкин, әммә балалар – тормош сәскәләре булғанлыҡтан, уларҙы ысын кеше итеү бурысы бер ваҡытты ла үҙгәрмәйәсәк.»


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация "Десять ошибок в воспитании,которые все когда-нибудь совершали"

Презентация "Десять ошибок в воспитании,которые все когда-нибудь совершали"...

Материал для классного часа: "Десять ошибок в воспитании, которые все когда-нибудь совершали".

Все родители  воспитывают  своего ребенка в меру своего умения и понимания жизни. И у каждого бывают такие моменты, когда поведение родного ребенка ставит взрослого в тупик. А может сам...

"Пусть когда-нибудь имя моё прочитают..."

Литературно-музыкальная  композиция  по  жизни и  творчеству  А.А.Ахматовой....

Практикум для родителей «Десять ошибок в воспитании, которые все когда-нибудь совершали».

Практикум для родителей «Десять ошибок в воспитании, которые все когда-нибудь совершали»....

Консультация для родителей "Десять ошибок в воспитании, которые все когда-нибудь совершали".

Все родители воспитывают детей в меру своего умения и понимания жизни и редко задумываются о том, почему в определённых ситуациях поступают так, а не иначе....

Десять ошибок в воспитании, которые все когда-нибудь совершали

Все родители воспитывают детей в меру своего умения и понимания жизни и редко задумываются о том, почему в определенных ситуациях поступают так, а не иначе. Однако у каждой мамы в жизни бывают моменты...

Урок в 7 классе "Вы когда-нибудь видели выдру?"

Урок в 7 классе по теме "Вы когда-нибудь видели выдру?"...