М.Кәрим әҫәрҙәре
творческая работа учащихся (11 класс)
Предварительный просмотр:
Инша
“Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн...”
“ Эйәрләне атай,ялын үреп,
Аҡбуҙаттың ярһыу ап-ағын,
Әсәм һуҙа дәһәшәт ҡылысының
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.
Мин фронтҡа китәм,иптәштәр!”-
1941 йыл 22 июнь...Был совет кешеләре өсөн ҙур ҡайғы алып килде. Илебеҙ ҡурҡыныс аҫтында. Һуғыш бөтә халыҡты,һәр бер кешене яҡынлаштыра,берләштерә хатта туғанлаштыра тиһәк тә була. Улар берҙәм рәүештә илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан ҡотҡарыу өсөн яуға күтәрелә,улар менән бер рәттән яҙыусылар ҙа ситтә ҡалманы.
Яҙыусылар яу ҡырында мылтыҡ тотоп ҡына түгел, үткер ҡәләмдәре менән дә халыҡтың рухын,дәрте н күтәреп көс бирһә, дошманға ҡарата үс-нәфрәт һүҙҙәрен яуҙырҙы. Һуғыштың башынан аҙағына тиклем үткән яугир шағир,күпте күргән ,күпте кисергән хәрби журналист шул ваҡытта тойған хистәрен шиғыр юлдарына һалған.
Фронтҡа китерҙән алда яҙылған “Мин фронтҡа китәм,иптәштәр!” тигән шиғыры совет кешеләренең ил алдындағы поэтик анты булып яңғыраны.
Ышан,атай,һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙатым минең абынмаҫ,
Йәшең тамған был ҡылысты,әсәй,
Һуғарырмын дошман ҡанына.
Ошо юлдарҙа шағирҙың ата-әсәһенә оло һөйөү,хөрмәт күренә.
Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,
Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,
Атасаҡ таң,киләсәк яҙ өсөн,
Тыуыр балам,йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн-
Мин фронтҡа китәм,иптәштәр!
Ошо юлдарҙа башҡорттарҙың быуындар бәйләнешен юғары баһалауы күренә. Автор тыуыр балаһының киләсәген хәстәрләй. Балаһына Уралдың бөйөклөгөн,тыуған ерҙең гүзәллеген һаҡлап ҡалырға ант итә.
М.Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы әҫәрҙәре тәрән патриотизм менән яҙылған,шуға күрә улар ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ уларҙы әлеге көндә лә яратып уҡыйбыҙ,сөнки улар беҙҙе,йәш быуынды,Ватанға һөйөү,дошманға нәфрәт тойғоһо тәрбиәләй. Һуғыш темаһына бик күп йырҙар, әҫәрҙәр яҙылған. Ә һуғышта булған яҙыусылар һуғыштың ни хәтле ауыр ҡайғыларға ,юғалтыуҙарға килтереүен күрһәтергә тырыша, тик һуғыш темаһы әлеге ваҡытта ла актуаль. Кемдәр власть бүлә алмай, кемдәргә аҡса... Ә ябай халыҡ баш вата: “Киләсәктә беҙҙе ниҙәр көтә?” “Нимә булыр...?” Ләкин яуап юҡ...
Новиков Владимир,
2-се Инйәр урта мәктәбе