Һөнәрҙәр.Кем ҡайҙа эшләй?3класс
план-конспект урока на тему

Ситдикова Раиса Салимьяновна

Дәрес конспекты

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл honrzr.kem_kayza_eshly_3_klass.docx21.51 КБ

Предварительный просмотр:

                                         Тема:  Һөнәрҙәр.Кем ҡайҙа эшләй?  3 класс

Максат:

  1. Дәрес этаптарында яңы технологиялар ҡулланыу. Уҡыусыларҙы төрлө һөнәр исемдәре менән таныштырыу;
  2. Һөнәр исемдәрен һөйләмдә активлаштыру. Милли – төбәк компоненттар        ҡулланып,  балаларҙың белем дәрәжәһен, ҡыҙыҡһыныусанлыҡтарын үҫтереү;
  3. Хеҙмәт эйәһенә хөрмәт тәрбиәләү, һәр һөнәрҙең мөһим булыуын билдәләп үтеү.

 

Йыһаҙландырыу: 3-сө  класс дәреслеге, магнитафон, карточкалар, компьютер, проектор, экран, тема буйынса презентация.

                                                         Дәрес барышы:

1.Ойоштороу моменты. Слайд№1

Балалар менән иҫәнләшеү.

Хәйерле көн,балалар!

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

Дүртле, бишле  билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

Дәресте башлар алдынан  бер аҙ телдәрҙе лә шымартып алайыҡ

2. Фонетик күнегеү (слайд).

 

Һа-һа-һа-һатыусы

Тө-тө-тө-төҙөүсе

Тә-тә-тә-тәрбиәсе

Сы-сы-сы-ашнаҡсы

      Ирек иген игеүсе

      Илгә икмәк биреүсе .

       

     Гөлкәй гөлдәр үҫтерә ,

     Гөлдән хуш еҫ бөркөлә.

3. Актуалләштерү.

- Уҡыусылар, бөгөн беҙҙе дәрестә күп эш көтә. Экранга ҡарағыҙ әле. Был кем?

почтальон, хат ташыусы(таҡтаға һүҙ эленә)

- Эйе, балалар. Был хат ташыусы Печкин. Ул бөгөн һеҙгә хаттар

биреп ҡалдырҙы. Унда һеҙгә эштәр. Печкин Өфө ҡалаһында йәшәүсе уҡыусылар янына ашыға, ләкин юлда уны төрлө ҡаршылыҡтар (препятствия)көтә. Хат ташыусы Печкинға беҙҙең ярҙам кәрәк буласаҡ. Һеҙ ярҙам итергә әҙерме?

Уҡыусылар, башланыҡ.

  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Таҡтаға картиналар элеү.Һөнәрҙәр картиналары.

-Балалар картиналарҙа нимәләр һүрәтләнгән?(һөнәрҙәр)

-Бында ниндәй һөнәрҙәр күрәбеҙ?

-Балалар, нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ?

- Дөрөҫ! Һөнәрҙәр тураһында.

- Бар һөнәрҙәр ҙә кәрәкме икән?Ҡайһы һөнәр яҡшыраҡ ?Ошо һорауҙарға бөгөнгө дәресебеҙҙә яуап эҙләп ҡарайыҡ әле.

Дәфтәрҙәргә число ,теманы яҙып ҡуйыу.

- Ә хәҙер ошо һөнәр исемдәрен башҡортса әйтеп ҡарайыҡ.Уларҙы һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып ҡуяйыҡ.?        6 слайд)


хат ташыусы
һатыусы

ашнаҡсы

тегеүсе

уҡытыусы

тәрбиәсе

 Яңы белемдәрҙе  үҙләштереү.

  • Тағы ниндәй һөнәрҙәр беләһегеҙ? ( Яуаптар; тәржемәсе, осоусы  һ.б.)

Таҡталағы был һүҙҙәрҙе уҡып,ҡарап сығығыҙ.Улар ҡайһы яҡтары менән оҡшаш?

-Дөрөҫ, уларҙың ялғауҙары бер төрлө.

  • Рус телендә аңлатыла
  • Слова, обозначающие профессии образованы при помощи окончаний –сы, -се. Если в слове есть твердые гласные (а, о, у, ы), то употребляется окончание –сы. Пример: һатыусы – продавец. Если же в слове мягкие гласные (и, е, э, ә,ө,ү), то окончание –се.

Пример: тәрбиәсе – воспитатель.

  • Окончание не употребляются в заимствованных словах.

Пример: инженер, агроном, банкир, экономист, архитектор.

Балалар, хат ташыусы Печкинға беҙҙең ярҙам кәрәк. Уға юл аша сығырға кәрәк. Бының өсөн эш дәфтәрендәге 28- се биттәге 1-се күнегеүҙе үтәргә тейешбеҙ. Бирелгән һүҙҙәрҙән һөнәр исемдәре яһап яҙ. 

                         

Һатыу сы                                

Бейеү  се    

Уҡыу сы        

Уҡытыу сы    

Эш се          

Тәрбиә се

Төҙөү се    

Баҡса  сы    

- Уҡыусылар, уҡыусы һүҙенә ҡарағыҙ әле.  Уның ялғауы ниндәй? (Яуаптар.) Тимәк, һеҙҙең дә бәләкәс кенә һөнәрегеҙ бар. Һеҙ ниндәй эштәр башҡараһығыҙ? (Яуаптар.) Дөрөҫ. Ә инде үҫеп, үҙеңә теләгән һөнәрҙе һайлар өсөн, эшләр өсөн тырышып уҡырға кәрәк. Минең һорауҙарыма яуап бирегеҙ әле.

Кем һата?Кем бейей?Кем уҡый?Кем уҡыта?Кем эшләй?Кем тәрбиәләй?Кем төҙөй?

Беренсе бағанала  кем? Тигән һорауға яуап биргән һүҙҙәр бирелгән,ә икенсе бағанала нимә эшләй?Уйлап ҡарағыҙ уҡытыусы ни эшләй?

Уҡытыусы               дауалай

Һатыусы                 уҡыта

Табип                       төҙөй

Төҙөүсе                   бешерә

Ашнаҡсы                тегә

Тегеүсе                    һата

Ял минуты.

Күрһәт  әле,  үҫкәнем

Нисек  һыйыр  һауалар?

Бына шулай,  бына  шулай

Шулай  һыйыр  һауалар.

Күрһәт  әле,  үҫкәнем

Нисек  бесән  сабалар?

Бына шулай,  бына  шулай

Шулай  бесән  сабалар.

Күрһәт  әле,  үҫкәнем

Нисек  машина  йөрөтәләр?

Бына шулай,  бына  шулай

Шулай  машина  йөрөтәләр.

Күрһәт  әле,  үҫкәнем

Нисек  итеп бейейҙәр?

Бына шулай,  бына  шулай

Шулай  итеп бейейҙәр

Балалар хат ташыусы ярҙам һорай.Уны кем туҡтатҡан?Полиция.Полиция һөнәре беҙгә кәрәкме?Ул нимә эшләй?(беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо һаҡлай)

Икенсе конверттағы биремде ҡарайыҡ. Текст менән эш.

-уҡыу

-тәржемә итеү

-һорауҙарға яуап биреү:

1. Ниндәй һөнәрҙәр осраны  һеҙгә?(һатыусы,уҡытыусы,ашнаҡсы -кондитер)

-Айгөл кем булып эшләй?Ул ҡайҙа эшләй?

-Гүзәл  кем булып эшләй?

-Азат үҫкәс кем булырға теләй?Азат ҡайҙа уҡый?

-Ә һеҙ, үҫкәс кем булаһығыҙ?                         9 слайд

Әйҙәгеҙ төркөмдәрҙә эшләп алайыҡ.Бирелгән һүҙҙәргә таянып ,һөнәрҙәрҙе билдәләгеҙ.

1-се төркөмгә эш.Акбур,журнал,ручка  

2-се төркәмгә эш.Дарыу,шприц,бинт

3-сө төркөмгә эш.Аш,бутҡа,бәлеш

Найди лишнее слово.

  1. Табип,китап,уҡытыусы,хат ташыусы.
  2. Дәфтәр,ашнаҡсы,бейеүсе,һатыусы
  3. Тегеүсе,төҙөүсе,әсәй,тәржемәсе.
  4. Йомғаҡлау.
  • Балалар,беҙ бөгөн дәрестә бик күп һөнәрҙәр тураһында һөйләштек.

- Беҙҙең дәрес башында ниндәй һорау ҡуйған инек? 

-Бар һөнәрҙәр ҙә кәрәкме икән?

- Нисек улайһығыҙ һөнәрҙең ҡайһыһы әһәмиәтлерәк? (Какая профессия самая значимая и важная?) (Яуаптар.)

–Тимәк,уҡыусылар, бына шулай итеп әйтергә була.

Бөтен эш тә әһәмиәтле, барыһы ла яҡшы.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

Шулай итеп, бөгөн дәрестә үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡтар алдығыҙ?

- Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме?

Баһалау битендә үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.

-   Алған белемдәрегеҙ тормошта кәрәк булырмы?

  Уҡыусыларҙы баһалау.

Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Тәртипле. аҡыллы малайҙар һәм ҡыҙҙар булып Тыуған илебеҙгә файҙалы, кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем. 

  1. Өйгә эш.
  • Һөнәрҙәрҙе белдергән һүҙҙәрҙе ятларға;
  • Һөнәр исемдәре менән 5 һөйләм уйлап яҙырға;
  • “Минең ғаилә һөнәре”

VIII.Баһалау. ( Ребята около вас лежат звездочки разного цвета, с помощью этих звездочек вам нужно будет самим себе поставить оценки.)

Данил, почему ты решил себе поставить четверку?

Дима, почему ты решил поставить пятерку себе?