Дәрес.Иле барҙың-теле бар.
презентация к уроку на тему

Ситдикова Раиса Салимьяновна

Урок посвященный ко Дню родного языка 

Скачать:


Предварительный просмотр:

                          Тема:Иле барҙың -теле бар.      

                                                                                           

Маҡсат: Әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре, шиғырҙары тураһында белемдәрен  байытыу.

Йыһазландырыу: күренекле кешеләрҙең тел тураһында әйткән һүҙҙәре (плакаттар), ребустар, туған телдә сыҡҡан китаптар күргәҙмәһе,проектор.

                                            Дәрес барышы.

Ойоштороу.

Психологик инеш.

    -Һаумыһығыҙ,балалар!

    -Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән.Беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙ ябай түгел,ул ярыш ,уйын формаһында барыр.

Шиғырҙы уҡып ишеттерәм.Балалар был шиғыр нимә тураһында?

 2 слайд

             Эй туған тел, эй матур тел,            

             Атам, әсәмдең теле!                            

             Донъяла күп нәмә белдем

             Һин туған тел арҡылы.

                                 Ғ.Туҡай

         Эйе, “Туған тел  хаҡында.Тимәк беҙ бөгөнгө дәресебеҙҙә туған телдәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ .Беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы Иле барҙың-теле бар  тип атала.

-Балалар,әйтегеҙ әле донъяла  ниндәй телдәр бар?

-Беҙҙең мәктәптә ниндәй телдәр өйрәнелә?

-Һеҙҙең туған телдәрегеҙ ниндәй?Үҙегеҙҙең туған телдәрегеҙҙе беләһегеҙме?

 

  • Ә йтегеҙ әле нисә тел бар икән?
  • Донъяла 5600 яҡын тел һәм диалект бар икән.
  • 500 тел  яҡшылап өйрәнелә,ә 1400 яҡыны бөтөп барған телдәргә инә
  • Башҡортостанда 120 артыҡ милләт халҡы йәшәй.


    1999  йылдың   ноябрь  айында  ЮНЕСКО  үткәргән  конференцияла туған телдәр  проблемаһы ҡарала һәм ул  2000  йылдың февраленән  билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы  6700 телдең  яртыһына юғалыу ҡурҡынысы  янай. Шуға  ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында   21 февраль – Халыҡ-ара туған-тел көнө тип иғлан ителә Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған  кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ”  тип әйтелә.

Бөгөнгө дәресебеҙҙе, уҡыусылар, туған телебеҙгә бағышлайбыҙ.

Телде үҫтерер өсөн беҙгә нимәләр эшләргә кәрәк?

   Ә хәҙер төркөмдәргә бүленәйек. Дәресебеҙ ярыш формаһында барыр.

1 төркөм -  “Телселәр”     2 төркөм -  “Белгестәр”

             

-Ә хәҙер бәйгебеҙҙе башлар алдынан телдәрҙе шымартып алайыҡ. 2.Телшымартыу.       4,5,6 слайдтар

н-ң

ҡан- таң            тун – туң

мен –мең           мин - миң

ун – уң               тин –тиң

ен – ең               өн – өң

Тел асҡысы – иман биргән

Һөйөклө туған телем.

Үҙ телемдә һеҙгә сәләм:

Әссәләмәғәләйкүм!

Теле юҡтың иле юҡ,

 Иле юҡтың көнө юҡ.

Беҙҙең беренсе бәйгебеҙ  Минең тыуған ерем,илем  тип атала.   5 слайд

         - Балалар, ҡарағыҙ, был  нимә?Был ҡурай.

Ҡурай таждарында һорауҙар ҡуйылған.Әйҙәгеҙ шуларға яуап бирәйек әле.Башҡортостаныбыҙ тураһында нимәләр беләһегеҙ икән?

1.Беҙҙең республика нисек атала?

    Башҡортостандың баш ҡалаһы?

2.Башҡортостандың баш ҡалаһы?

   Башҡортостанда ниндәй халыҡтар йәшәй?

3.Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы?

   Башҡортостандағы иң ҙур йылға нисек атала?  

 4. Башҡортостан гимнының авторы кем?

5. Башҡортостан флагы нисә төҫтә һәм нимә аңлата ул?

    Флагтың авторы кем

6.Дәүләт гербының авторы кем?

    Башҡортостандың беренсе президенты кем?

 7. С.Юлаев кем ул? С.Юлаев һәйкәленең скульпторы кем?

8. Башҡортостандағы иң бейек тау?

     Башҡортостанда дәүләт телдәре нисәү һәм ниндәйҙәр?

         Афарин.Тыуған ерегеҙ тураһында беләһегеҙ икән.Тимәк һеҙ

Башҡортостандың ете мөғжизәһен дә белергә тейешһегеҙ.Әйҙәгеҙ уларҙы башватҡыстар ярҙамында табайыҡ.  8-18 слайдтар

         Беҙҙең киләһе бәйгебеҙ  «Тамамла»уйыны.

- Бында һеҙгә ил,тел тураһындағы мәҡәлдәрҙе тамамлап әйтергә кәрәк.

- һәм ошо мәҡәлдәрҙең мәғәнәләрен һеҙ нисек аңлайһығыҙ?  19 слайд

1 төркөмгә эш

Иле барҙың  теле бар,      илтер.            

Телдең күрке                 теле барҙың көнө бар.

Аҙ һөйлә                          һүҙ

Тел Төркөстанға        күп эшлә

2 төркөмгә эш

Тел өҫтөндә бал,          аҡыллы.
Терелткән дә тел         тел аҫтында тал.

Татлы тел                        үлтергән дә тел.   Телен тыйған              таш ярыр
         

Иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар.
Кто любит Родину, любит и свой родной язык.

Тел өҫтөндә бал, тел аҫтында тал.
Над языком – мед, под языком – лед.


Терелткән дә тел, үлтергән дә тел.
Слово лечит, слово и калечит.

Тел Төркөстанға илтер.
Язык до Киева доведет.

Телен тыйған – аҡыллы.
Умен тот, кто держит язык за зубами.

  “Шиғырҙар илендә” бәйгеһе

  Туған телде ҡәҙерләп һаҡлаусы, киләсәк быуынға еткереүсе - халыҡ булһа, уның нәфислеге, моңо – әҙиптәр ҡулында. Шағирҙар – халыҡ теленең иң матур өлгөләрен, байлығын, күркәмлеген үҙҙәренең ижадында сағылдырып, халыҡ күңеленә ҡайтарыусылар. Әйҙәгеҙ, уларҙың шиғырҙарын тыңлап китәйек.   

     

“Тел һөйөүселәр” бәйгеһе

  • Бында һеҙгә бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөп,тәржемә итеп дәфтәрҙәргә яҙып ҡуйырға булыр.

1 төркөмгә эш

Телен, ул, инглиз, белә.

Ғәрәпсә, уҡый, беләм, яҙа, мин,һәм.

Һүҙлек, инглизсә-урыҫса, миңә, кәрәк.

Һөйләшмәйем, мин, инглизсә.

2 төркөмгә эш

Беҙ, башҡорт, телен, өйрәнә.

Башҡорт, теле, дәрес, бөгөн,була.

Минең,өйрәнә,әсәйем ,ҡытай ,телен. 

Гүзәл,һөйләшә,башҡортса,насар. 

Афарин.Ике төркөмдә яҡшы эшләй.Һөйләмдәр төҙөй беләбеҙ,ә хәҙер диалогтар ҡарап үтәйек.Диалогтар

1 төркөмгә эш

–Денис, һин ҡайҙа уҡыйһың?
-Техникумда.
-Нисәнсе курста?
-Икенсе.
-Ниндәй телдәр өйрәнәһегеҙ?
-Урыҫ, башҡорт, инглиз телдәре.
-Был телдәрҙе беләһеңме?
-Бер аҙ.
-Урыҫса яҡшы беләһеңме?
-Бик яҡшы түгел, сөнки насар яҙам.
-Башҡортса нисек?
-Башҡортса аңлайым, уҡыйым, һөйләшмәйем.
-Ә инглиз телең нисек?
-Насар һөйләшәм, яҡшы аңлайым, хаталы яҙам.

2 төркөмгә эш

–Булат, һин уҡыйһыңмы?
-Эйе.
-Ҡайҙа уҡыйһың?
-Башҡорт дәүләт университетында.
-Ниндәй факультетта?
-Сит телдәр факультетында.
-Ниндәй телдәр өйрәнәһең?
-Франсуз, немец.
-Был телдәрҙә һөйләшәһеңме?
-Эйе.

-Ә мәктәптә уҡығанда ниндәй телдәр өйрәндең?

-Башҡорт,инглиз.

-Башҡортса аңлайһыңмы?

-Эйе,бер аҙ.

IV.  Нығытыу.  Йомғаҡлау.

V. Рефлексия.

Дәрестә ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ?

Үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?

  • Балалар, телебеҙҙе яҡлағыҙ, илебеҙҙе һаҡлағыҙ! Беҙҙең дәрестең темаһында әйтелгәнсә, Иле барҙың -теле бар.Ә беҙҙең илебеҙ бар. Тимәк, телебеҙ ҙә йәшәйәсәк һәм үҫәсәк!

 Уларҙы  киләсәктә  ҡулланырһығыҙмы?

Һеҙгә дәрес оҡшанымы?

Нимәһе менән оҡшаны?

 

VI.  Өйгә эш.

1. туған телгә арналған хикәйә төҙөргә,

2. Туған тел” тураһында шиғыр ятларға,

3.  тел тураһында кескәй шиғыр ижад итеп ҡарарға,


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Тел ас ҡ ысы – иман биргән Һөйөклө туған телем. Ү ҙ телемдә һе ҙ гә сәләм: Әссәләмәғәләйкүм! Әссәләмәғәләйкүм!

Слайд 2

Эй туған тел, эй матур тел, Атам, әсәмдең теле! Донъяла күп нәмә белдем Һин туған тел ар ҡ ылы. Ғ.Ту ҡ ай

Слайд 3

Иле барҙың-теле бар

Слайд 4

н-ң ҡан- таң тун туң мен –мең мин - миң ун – уң тин –тиң ен – ең өн - өң

Слайд 5

у –ү айырыу –бейеү дауыл – дәүләт ауыл – еүеш һыуыҡ -һүтеү

Слайд 6

с -ҫ сәс – бәҫ тос –төҫ усаҡ –уҫаҡ сисә -иҫә Теле юҡтың иле юҡ, Иле юҡтың көнө юҡ

Слайд 7

Минең тыуған ерем,илем

Слайд 8

Башҡортостандың ете мөғжизәһе

Слайд 9

а=ы Башҡорт балы

Слайд 10

а=у Ҡурай

Слайд 11

эпосы « Урал батыр » эпосы

Слайд 12

р =лг ле =н мерй әһемә Шүлгәнташ мәмерйәһе

Слайд 13

Шүлгәнташ мәмерйәһе

Слайд 14

С алауат Юлаев һәйкәле е

Слайд 15

Янғантау ы=а

Слайд 16

Янғантау

Слайд 17

Ҡыҙыл ый о у тоҙ ь минераль + у ш Красноусол минераль шифаханаһы һы +

Слайд 18

Красноусол минераль шифаханаһы

Слайд 19

Иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар Телде ң к ү рке- һүҙ Аҙ һөйлә күп эшлә . Тел Төркөстанға илтер. Тел ө ҫтөндә бал, тел аҫтында тал . Терелткән дә тел, үлтергән дә тел . Татлы тел таш ярыр. Теле н тыйған - аҡыллы .

Слайд 20

Өйгә эш 1. – туған тел тураһында 1 мәҡәл белеп килергә 2.– “ Туған тел ” тураһында шиғыр ятларға 3. – тел тураһында кескәй хикәйә ижад итеп ҡ арарға

Слайд 21

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Туган җирем - татар җире, туган телем- Тукай теле.

Туган телгә, туган җиргә багышланган кичә....

Туган җирем - татар җире, туган телем- Тукай теле.

Туган җиргә , туган телгә мәхәббәт тәрбияләү....

Инша "Туган телем – татар теле."

Туган тел турында инша...

Татар теле - дуслык теле

,,Туган тел көне " уңаеннан  әзерләнгән дәрес үрнәге....

Татар теле - дуслык теле

,,Туган тел көне " уңаеннан  әзерләнгән дәрес үрнәге....

Туган телем - татар теле. Әдәби-музыкаль кичә .

Татар теле атналыгында яки 21 февраль - Туган тел көнендә үткәрү өчен сценарий үрнәге...

“Туган телем-татар теле” (татар теле һәм әдәбиятыннан сыйныфтан тыш чара)

Укытучы һөнәренә хөрмәт, туган телгә, иҗатка мәхәббәт; туган авылыбыз, мәктәбебез, аның сәләтле укучылары белән горурлану, кызыксыну хисләре, әхлак сыйфатлары тәрбияләү....