“Ағиҙелкәй һыҙылып ағып сыға, Һалҡын терегөмөш шикелле...”
творческая работа учащихся по экологии (10 класс) на тему

Лемдясова Зульфия Аснавиевна

Фәнни -ғәмәли конференция

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ekologiya_kon.zzz2018.doc116.5 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡыусыларҙың фәнни – ғәмәли конференцияһы

Муниципаль дөйөм бюджет белем биреү учреждениеһы

Яңы Отрадовка ауылының урта белем биреү мәктәбе

 

“Ағиҙелкәй һыҙылып ағып сыға,

Һалҡын терегөмөш шикелле...”

                                                                                                         

                                                                                                         

                                                                                                          Башҡарҙы: 11- се класс уҡыусыһы

                                  Ғимаҙиева Карина

                                                Уҡытыусыһы:  Лемдясова

Зөлфиә Әснәүи ҡыҙы

Стәрлетамаҡ районы, 2017 йыл

Йөкмәтке

I.Инеш.

II.Төп өлөш.

    1.Ағиҙел тураһында мәғлүмәт.

    2. Ағиҙел легендаһы.

    3. Шағирҙар  ижадында Иҙел йылғаһы.

III.Экология мәсьәләһе.

    1.Бөгөнгө көндә йылғаның торошо.

    2. Йылға буйындағы ҡоролмалар.

IV.Йомғаҡлау.

V. Ҡулланылған әҙәбиәт.

VI. Ҡушымта.

I.Инеш.

Башҡортостанда 13 меңгә яҡын йылға бар. Уларҙың күбеһе Волга йылғаһының бассейнына ҡарай. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа иң ҙур йылға – Ағиҙел. Уның оҙонлоғо 1430 километр. Ул Учалы районында башланып, Белорет, Бөрйән райондары аша тәүҙә көньяҡҡа аға, шунан, көйөргәҙе районының Бөгөлсән ауылы янында ҡырҡа боролоп, төньяҡҡа. Төньяҡ – көнбайыштағы Краснокама районында Кама йылғаһына ҡоя.

        Ағиҙелдең иң ҙур ҡушылдығы – Ҡариҙел йылғаһы.  Ағиҙелгә һәм Ҡариҙелгә ҡушылған Дим, Нөгөш, Егән, Еҙем, Эҫем, Танып, Әй, Йүрүҙән, йылғалары ла бик матур. [1]

        Эйе, күпте күргән, күпте кисергән йылға хаҡында яҙырға теләйбеҙ. Уның тураһында күпме шиғыр, йыр, риүәйәттәр һәм легендалар бар.Рәшит Ниғмәтиҙең   “Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһына мөрөжәғәт итһәк, Ағиҙелдең ниндәй саф, ниндәй матур, көмөш һыулы таҙа йылға булыуын  “Ағиҙелкәй һыҙылып ағып сыға Һалҡын  терегөмөш шикелле” тигән юлдары иҫкә төшә. Шағир үҙенең поэмаһында Һыу, Ер һәм халыҡ яҙмыштарын бәйләп,  һоҡланғыс һәм мәшһүр йыр сығарған. Ысынлап та,  был йыр шағирҙың йәрәк төпкөлөнән сығарып яҙылған әҫәр. Ә икенсе поэманы күңел күҙлегенән үткәрһәк, унда Ағиҙел йылғаһының ниндәй хәлдә булыуын аңлайбыҙ.

Тамсы – даръя яһай,

Иҙел – һылыу

Тамсы – тамсы сиселеп һулырмы?

Ағиҙелең – илең булмағанда, Айың – көнөң имен булырмы?

Башҡорт халҡының ошондай аҫыл әҫәрҙәре һәм абруйлы ил азаматтары яҙған әҫәрҙәрҙе уҡып ҡына түгел, ә улар менән бергә янып йәшәргә кәрәк.            

Шуның өсөн эшемдә иң беренсе тирә - яҡ мөхитте һаҡлау, йылға тураһында бәхәсле һорауҙар һәм шағирҙар ижадында Иҙел яҙмышы тураһында яҙыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым.

2013 йыл Башҡортостанда Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ител-

де, был йылдың ғына исеме булмаһын, ә эше, файҙаһы булыуына ышанғы килә. Шулай уҡ 22 март – Бөтә донъя һыу ресурстарын һаҡлау көнө.

     Экологик хәлдең насарайыуын тәү сиратта приборҙар һәм лабораториялар түгел, ә кешеләр һиҙә. Һәр кеше барыһынан өҫтөн үҙенең һаулығын ҡайғырта. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың сәләмәтлеге тирә-яҡ мөхит торошона бәйле. Шуға күрә халыҡ үҙенең именлеген нәҡ экология менән бәйләй.

II.Төп өлөш.

1.Ағиҙел тураһында мәғлүмәт.

Ағиҙел, Башҡортостандағы иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы. Кама йылғаһы-

      ның һул яҡ ҡушылдығы. Уралтау итәгенән башлана. Оҙонлоғо — 1420 км, бассейнының майзаны — 141900 км2. Көмөштәй аҡ был  йылға Ирәмәл тирәһенән баш ала. Үрендә һаҙамыҡлы үҙәндәрҙән үтә, Тирлән ҡасабаһынан түбәндәрәк ҡырҡа тарая, иңкеүҙәре текәрә. Белорет,

      Бөрйән ерҙәренән Уралтауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы Нөгөштө юлдаш итеп китә биргәс, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға, иркен туғайҙарҙа ағымында боролмалар, бөгөлдәр яһап, тармаҡланып та киткеләй. Күп урында уң яҡ яры ҡалҡыуыраҡ.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары:

-уң яҡтан: НөгөшЭҫемҠариҙелБөрөТере Танып;

-һул яҡтан: АшҡаҙарӨршәкДимҠармасанСәрмәсәнБаҙыСөн.

Йылға тамағынан Өфөгә тиклем суднолар даими, Мәләүез пристаненә хәтлем өҙөклөк менән йөрөй.

Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Ағиҙел буйлатып торлаҡ ҡороп, түлләп, ишәйеп, ҡотайып

донъя көтә. Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, Белорет,МәләүезСалауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ,

 ӨфөБлаговещенБөрөДүртөйлө,Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.

Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә Ағиҙел Иҙел тип тә йөрөтөлә. «Урал батыр» ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар. Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән аты башҡортсанан туры күсермә: 1627 йылда сыҡҡан «Ҙур һыҙма китабы»нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел "Белая Воложка" тип атала.[2]

Ағиҙел тураһында мәғлүмәттәрҙә шуныһы ҡыҙыҡлы : йылғаның оҙон –лоғо төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә бирелгән. Мәҫәлән,ижтимағи электрон гәзиттә 1420 километр, ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслегендә ,

шулай уҡ, Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедияла ла 1430 километрға етә.

Был + йәки –  10 километр бик күп тә һәм аҙ ҙа түгел. Бына мине борсоған һорау: бирелгән мәғлүмәттең ҡайһыһы дөрөҫ икән? Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа шундай данлыҡлы һәм мәшһүр ағай – апайҙар тикшерһендәр ҙә, дөрөҫ оҙолоғон асыҡлаһындар ине. Беҙҙең класс өсөн был бик мөһим.

2. Ағиҙел легендаһы

    Төрлө сығанаҡтарҙы уҡығанда миңә ошо легенда осраны. Бик ентекләп уҡығандан һуң, үҙемдең эшемә ҡушып ебәрергә булдым. Ни өсөн? Быға тиклем мин ундай легенданы ишеткәнем дә юҡ ине.

     Сал Уралдың Ағиҙел исемле бик һылыу ҡыҙы булған, ти. Бөтә нәмәнән нығыраҡ азатлыҡты яратҡан  ҡыҙҙың һылыулығы тураһында хәбәр батша улы Әшәккә лә барып еткән. Хәйләкәр, уҫал булған ул, ә йөрәге урынында таш икән.

Ағиҙелгә ғашиҡ егеттәрҙең иң ҡыйыуы Әшәккә ҡаршы сыҡҡан, ләкин Әшәк уны һис йәлләмәй үлтергән. Быны күреп торған ҡыҙҙың йөрәге Әшәккә ҡарата нәфрәт менән тулған.

- Башҡа килеп йөрөмә, - тигән ул Әшәккә. – Һин кешеләргә ҡайғы килтерәһең, шуға мин һинең менән бәхетле була алмаясаҡмын.

- А-ха-ха! – тип көлгән Әшәк. – Барыбер минеңсә буласаҡ!

Ул ҡапыл Ағиҙелде эләктереп алған да, эйәр аша һалып, сабып сығып киткән. Йылғыр Ағиҙел, унан ысҡынып, алға йүгергән. Шул саҡ сабып барған ат ҡапыл кешнәп ебәргән һәм, Ағиҙелдең юлын быуып, алдына ятҡан да йөрәге ярылып үлгән, Әшәк тантана иткән.

- Атай, ҡотҡар мине! – тип ҡысҡырып ебәргән Ағиҙел.

Ҡарт Урал аяҡҡа баҫҡан, ҡыҙын ап-аҡ йылғаға әйләндергән ул. Елкенеп ағып киткән Ағиҙел. Уны туҡтатырға теләп, юлына ятҡан әшәкте урап үткән. Яурынындағы ыласынын алып сөйгән, Әшәккә был да ярҙам итмәгән. Шул саҡ үҙенең таш йөрәген йолҡоп алған да Ағиҙелдең аяҡ аҫтына ташлаған. Аҙға ғына яйлаған Ағиҙел, йөрәкте урап үткән, ләкин инде туҡтай алмаған. Сөнки ул мәңгегә йылға булып ҡалған.

Шунан бирле тора ла инде 4 шихан, 4 тау: ат ауған ер – Торатау, ҡош сөйгәне – Ҡуштау, таш йөрәген йолҡоп ташлаған ер – Йөрәктау, ә егеттең исеменән барлыҡҡа килгәне - Әшәктау.

3. Шағирҙар ижадында Иҙел йылғаһы.

      Эйе, күпте күргән, күпте кисергән йылға хаҡында яҙырға теләйбеҙ. Уның тураһында күпме шиғыр, йыр, риүәйәттәр һәм легендалар бар.Рәшит Ниғмәтиҙең   “Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһына мөрөжәғәт итһәк, Ағиҙелдең ниндәй саф, ниндәй матур, көмөш һыулы таҙа йылға булыуын  “Ағиҙелкәй һыҙылып ағып сыға Һалҡын  терегөмөш шикелле” тигән юлдары иҫкә төшә. Шағир үҙенең поэмаһында Һыу, Ер һәм халыҡ яҙмыштарын бәйләп,  һоҡланғыс һәм мәшһүр йыр сығарған. Ысынлап та,  был йыр шағирҙың йәрәк төпкөлөнән сығарып яҙылған әҫәр. Ә икенсе поэманы күңел күҙлегенән үткәрһәк, унда Ағиҙел йылғаһының ниндәй хәлдә булыуын аңлайбыҙ.

Тамсы – даръя яһай,

Иҙел – һылыу

Тамсы – тамсы сиселеп һулырмы?

Ағиҙелең – илең булмағанда, Айың – көнөң имен булырмы?

Башҡорт халҡының ошондай аҫыл әҫәрҙәре һәм абруйлы ил азаматтары яҙған әҫәрҙәрҙе уҡып ҡына түгел, ә улар менән бергә янып йәшәргә кәрәктер.

Рауил Бикбаев “Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында ер матурлығын данлау менән генә сикләнмәй, тәбиғәттең яҙмышын уйлай,борсола.Ул  тәбиғәт яҙмышы менән  халыҡ яҙмышының бәйләнешле булыуын күрһәтергә теләй. Ағиҙелдең бөгөнгө яҙмышы өсөн хафалана, борсоулы уйҙарын белдереп, “йәмләнерме тағы Аҡ йылға, тәмләнерме тағы Аҡ йылға”, тип һорау ҡуя. Р. Бикбаев киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән ҡарай.  Ысынлап та, һуң түгелдер әле, бәлки халыҡ күңелендә ғәмһеҙлек, иманһыҙлыҡ һәм битарафлыҡ алып ташланһа, тәбиғәт һәм кеше яҙмышы сәскә атыр ине. Р. Бикбаев Ағиҙелде ер тәнендәге тере бер тамыр менән сағыштыра. Әгәр ҙә ағыуланһа  кескәй тамырҙары, оло йөрәк тә бит туҡталыр, тип иҫкәртә. Ә был иҫкәртеү урынһыҙ түгел, сөнки кескәй тамырҙар ҡорой, кибә. Халыҡ үҙенең ҡулдары менән тәбиғәтте талай, йолҡҡолай. Мин дә  кешеләргә “уян, кешем, бар нәмәгә битараф булма, киләсәгең хаҡында уйлан, тип әйтер инем.  

     Әммә беҙҙең халыҡ һаңғырау һәм һуҡыр, сөнки улар бер көн менән йәшәй. Беҙ – тәбиғәт балалары, Ер, Һыу, Һауа менән  бәйле.Рауил Бикбаетың ошо һүҙҙәрен кешелек донъяһы ишетһен ине:

Айырым даръя яҙмышы юҡ,

Айырым ил яҙмышы юҡ,

Айырым моң яҙмышы юҡ,

Айырым тел яҙмышы юҡ

Барыһы ла бер еп менән бәйләнгән.

       Максим Горькийҙың  да Ағиҙелгә хайран ҡалып: “Там, на Белой, места такой красоты – ахнешь, - ахнешь, сто раз ахнешь”, тигән һүҙҙәре мираҫ булып ҡалған.

III. Экология мәсьәләһе.

1.Бөгөнгө көндә йылғаның торошо.

       Һыуһыҙ йәшәү бөтөнләй мөмкин түгел. Уны үҙебеҙ ҡулланыуҙан тыш, хужалыҡ, сәнәғәт өлкәһендә киң файҙаланабыҙ, экологик торошо бөтәбеҙҙе лә уйландырырға тейеш.

    Уҙған йылда БР Экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль комитеты инспекторҙары һыу объекттарын тикшерҙе һәм унда һыу һаҡлау режимы боҙолоуын асыҡланы. Производство, ҡулланыу ҡалдыҡтарын һыу майҙансығына ташлау, һаҡланған зоналарҙа автотранспорт сараларын йыуыу һаман дауам итә.

    Инспекторҙар шуны әйтеүенсә,  диңгеҙ, йылға, күл, һыуһаҡлағыс ярҙары һыу һаҡланған зона тип атала. Унда хайуан һәм үҫемлекте һаҡлау, таҙалыҡты тәьмин итеү маҡсатында махсус режим булдырылған. Был биләмәләр сигендә һаҡлаусы полосалар бар.

Яр буйындағы һаҡлағыс полосалар киңлеге 30-50 метр тирәһе. Ә ҡиммәтле балыҡ үрсетелгән (ыуылдырыҡ сәскән, балыҡты үҫтереү, ҡышлатыу) һыу объектының һаҡлаусы полосаһы киңлеге 200 метрға тиклем етә.

    Һыу һаҡланған зона сигендә тупраҡты дымлау маҡсатында һыуҙы ҡулланыу, зыярат, үләт соҡоро урынлаштырыу, радиациялы, башҡа химик , зарарлы, ағыулы ҡалдыҡтарҙы күмеү, авиация ярҙамында бөжәктәргә ҡаршы саралар үткәреү, транспортты ҡуйыу, йөрөү ҡәтғи тыйыла. Унда һыу объекттарын бысратмаған, ҡыйламаған, һыуҙы кәметмәгән биналар төҙөргә, проектлаштырырға мөмкин.

    Яр эргәһендәге полоса сигендә ер һөрөргә, көтөү көтөргә, йәйге лагерь ойошторорға ярамай.

     БР Экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль комитеты инспекторҙары контролде көсәйтергә планлаштыра. Һыу ятҡылыҡтары даими тикшереләсәк, рейдтар уҙғарыласаҡ.

    Һәр кем шуны иҫтә тотһон ине һыу ресурстары сикһеҙ түгел, уларҙы һаҡларға бурыслыбыҙ. Беҙҙең һаулығыбыҙ, ғүмеребеҙ һыу күләменә түгел, уның таҙалығына бәйле.

      Өфөлә Башҡортостан Республикаһының ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге Советы экология мәсьәләләрен тикшерҙе. «Һәр илдә лә экологик хәүефһеҙлек милли хәүефһеҙлектең бер өлөшө тип иҫәпләнә», — тип темаға иғтибар бүлеүгә асыҡлыҡ индерҙе ултырышты алып барыусы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. 
— Сәнәғәт потенциалының ҙур булыуына, тимәк, уның тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүенә ҡарамаҫтан, республикала ярайһы уҡ ҙур ғына саф, кеше аяғы баҫмаған тәбиғәт майҙандары бар. Айырыуса һаҡланған территориялар майҙандың 7 процентын тәшкил итә, был беҙҙең милли байлығыбыҙ. Экологик хәлдең насарайыуын тәү сиратта приборҙар һәм лабораториялар түгел, ә кешеләр һиҙә. Һәр кеше барыһынан өҫтөн үҙенең һаулығын ҡайғырта. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттарының мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың сәләмәтлеге уртаса 50 процентҡа – кешеләр тормошоноң иҡтисади йәһәттән тәьмин ителеүенә, 25 процентҡа тирә-яҡ мөхит торошона бәйле. Дүрттән бер өлөшө — ул ярайһы уҡ ҙур күрһәткес. Шуға күрә «тирә-яҡ мөхитте һаҡлау» төшөнсәһе – техник ҡына түгел, социаль категория ла. Халыҡ үҙенең именлеген нәҡ экология менән бәйләй, — тине республика Президенты.
[3] 

     Өфөгә аэропорт яғынан килеп, Ағиҙел күперен аша сыҡҡан кешеләрҙең күҙенә Башҡортостандың төп йылғаһының һуңғы ике йылда бик ныҡ һайығыуы салынмай ҡалмайҙыр. Эсәр һыуҙың Ер шарында ҙур тиҙлектә кәмеүе бөгөн генә тыуған проблема түгел. Быны белгестәр һыуҙы артыҡ тотоноу менән аңлатырға тырышыуға ҡарамаҫтан, уның башҡа, мәҫәлән, климат үҙгәреүгә бәйле сәбәптәре лә юҡ түгелдер. Ғөмүмән, сөсө һыу үткән быуаттың 60 — 70-се йылдарынан бирле даими кәмей, Әлбиттә, һаҡсыллыҡ режимы. Ямғыр-ҡар бик күп яуһа ла, йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелмәҫ, ҡороған күлдәр ҙә киренән һыулы булып китмәҫ. Ундай хәлдәрҙең тарихта булғаны юҡ.

ХVIII быуатта Башҡортостанда йәшәп киткән Петр Рычков дәлилләүенсә, ул заманда Ағиҙел йылғаһы Ҡариҙелдән ике тапҡыр мул һыулыраҡ булған. Йылға буйлап  Мәләүез ҡалаһына тиклем караптар йөҙгән. Бөгөн иһә Ағиҙел менән Ҡариҙел — бер сама. Ағиҙелдең бөгөнгө кимәлгә тиклем һайығыуында, ололар раҫлауынса, элекке йылдарҙа күпләп һал ағыҙыуҙың да өлөшө бар. Мәҫәлән, йылға буйлап кәмә менән ағырға яратҡан күренекле хирург         В. Сәхәүетдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, унда батып ҡалған бүрәнәләрҙән бер нисә ҡатлам барлыҡҡа килгән. Билдәле, улар ләм иҫәбенә ҡалынайып, шишмәләрҙең юлын быуа.

Әлбиттә, Башҡортостандың төп йылғаһы үҙәнен батҡан ағастарҙан таҙартыу — уның мул һыулылығын ҡайтарыу буйынса атҡарылырға тейешле тәүге эштәрҙең береһе. Тик бының өсөн бер нисә йыл, шулай уҡ бик күп сығымдар кәрәк. Кемдәрҙең был башланғысты күтәреп алыры ла билдәһеҙ. Йыуан олондарҙы йыйып алыу өсөн махсус техника кәрәк.

Былтыр көҙ Мәскәүҙә үткән Икенсе халыҡ-ара “Таҙа һыу-2010” форумында донъяның 48 иленән һәм Рәсәйҙең 73 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты. Һыу мәсьәләһенең ҡырҡыулашыу сәбәптәре күп, әммә иң мөһимдәре кешенең, айырыуса сәнәғәт предприятиеларының эшмәкәрлегенә бәйле. Һуңғы осорҙа һыу етешмәү проблемаһы ла үҙен торған һайын нығыраҡ һиҙҙерә. Ер шары халҡының 2,5 миллиарды һыуға ҡытлыҡ кисерә. Форум һыу ятҡылыҡтарын бысратмау, һыуҙы һаҡсыл тотоноу буйынса үҙенең кәңәштәрен еткергәндер.

        Башҡортостанда Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғаларын тәрәнәйтеү буйынса эштәр алып барырға кәрәк, сөнки йылғалар йыл һайын нығыраҡ һайый һәм уларҙың суднолар үткәреү һәләте кәмей.

Билдәле булыуынса, XX быуат башында суднолар Стәрлетамаҡҡа тиклем йөрөгән, Ағиҙел йылғаһының ярайһы ҙур өлөшө суднолар йөрөрлөк тәрәнлектә булған. Хәҙер иһә бөтөнләй икенсе хәлдәр күҙәтелә, һәм бында бер һауа шарттарын ғына ғәйепләп булмай. Йылғаларҙың һайығыуына, атап әйткәндә, йылға буйҙарынан ҡом-ҡырсынташ табыу ныҡ йоғонто яһай, ошоноң арҡаһында һыу ағышы әкренәйә.

    Йомғаҡлап әйткәндә, һыу мәсьәләһенә күптән иғтибар барлыҡҡа килгән. Дөрөҫ, әлегә һүҙ кимәлендә, эше ҡасан күренер — билдәһеҙ. Атаҡлы болгар күрәҙәсеһе Ванга ҡасан да булһа һыуҙың нефттән дә ҡиммәт буласағын әйтеп ҡалдырған, тиҙәр. Һуңғы осорҙағы хәлдәр быға ышандыра кеүек.

 

2. Йылға буйындағы ҡоролмалар.

 Халыҡтың экология торошоноң насар булыуына зарланып мөрәжәғәт итеүе буйынса ял көндәрендә “Каустик” һәм “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре эргәһендә атмосфера һауаһы тикшерелде, бында тейешле кимәлдән артып китеү күҙәтелмәне. Шулай уҡ Ағиҙел йылғаһының торошо ла тотороҡло, аммоний азоты буйынса 1,6-ға артыу күҙәтелде.

    Әммә ҡалған территорияла хәл ҡатмарлы ғына. Республикала экологик йәһәттән бысраҡ производстволарҙың күп булыуы – тарихи яҡтан барлыҡҡа килгән хәл. Был нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, химия.
  Рөстәм Хәмитов айырыуса иғтибарын ғәмәлдәге ике объектҡа йүнәлтте — «Уфахимпром» акционерҙар йәмғиәтенә һәм Баймаҡ районындағы Семеновск алтын сығарыу фабрикаһына. Республика властары алдында был предприятиеларҙа әле Совет осоронда уҡ йыйылған зарарлы матдәләрҙе юҡ итеү бурысы тора. «Химпром» ҡалдыҡтарында диоксин бар, Семеновск фабрикаһы биләмәһендә терегөмөш, ауыр металдар, цианид бар.
[4]

 Йылғаларҙың үҙәнен таҙартыу менән бығаса бер кем дә шөғөлләнмәгән, сөнки ундай мохтажлыҡ булмаған. Ә был хатта ихтыяж дәрәжәһенә еткән проблема! Бер ниндәй һаҡсыллыҡ та беҙгә эсәр һыу мәсьәләһен хәл итеүгә булышлыҡ итмәҫ. Ошо йәһәттән һуңғы йылдарҙа республикала күпләп төҙөлгән һыу һаҡлағыстарға ҡарата ла яңы ҡараш тыуҙыра.

      Йомағужа, мәҫәлән, яҙғы ташҡын һыуҙарын үҙенә йыйып һәм Ағиҙелдең түбәнге ағымында һыу запасын кәметеп, зыян ғына килтермәйме икән? Ә бит унда йыйылған һыу ҙа,   В. Сәхәүетдинов әйтмешләй, йәшелләнеп, боҙолоп, экологик хәүефте арттыра.

IV. Йомғаҡлау.

Беҙҙең Башҡортостандың бөтә матурлығын, байлығын яҙыр өсөн, минеңсә, һүҙҙәр ҙә етмәҫ. Минең төйәгем халҡы менән дә матур. Кешеләр тырышып эшләйҙәр, донъяла матур, файҙалы итеп йәшәргә тырышалар. Беҙ йөрөгән юлдар, күперҙәр, юлда осраған матур-матур йорттар, игендәре шаулап үҫкән баҫыуҙар, көтөү-көтөү малдар Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың уңғанлығы тураһында һөйләй. Мин гүзәл тәбиғәтле, бай һәм данлыҡлы Башҡортостанда йәшәүем менән ғорурланам. Яҡшы уҡып, тыуған төйәгемә файҙалы хеҙмәт кешеһе булып үҫергә тырышасаҡмын. Илемдең экологик мәсьәләһен дә хәл итергә бар көсөмдө һалып әүҙем эшләйәсәкмен.

  Эшебеҙҙә эсәр һыуыбыҙ тураһында һәм тирә - яҡ мөхитте һаҡларға, тотанаҡлы булырға саҡырабыҙ. Барыһы ла беҙҙән тора: илебеһһең киләсәге өсөн көрәшергә, төрлө юлдар эҙләп табырға тейешбеҙ. Минең киләсәгем, ул минең буласаҡ, тыуасаҡ балаларыбыҙ өсөн кәрәк.

 Әммә  эсәр һыуҙың Ер шарында ҙур тиҙлектә кәмеүе бөгөн генә тыуған проблема түгел. Быны белгестәр һыуҙы артыҡ тотоноу менән аңлатырға тырышыуға ҡарамаҫтан, уның башҡа, мәҫәлән, климат үҙгәреүгә бәйле сәбәптәре лә юҡ түгелдер. Ғөмүмән, сөсө һыу үткән быуаттың 60 — 70-се йылдарынан бирле даими кәмей.[5]

Һыуһыҙ йәшәү бөтөнләй мөмкин түгел. Уны үҙебеҙ ҡулланыуҙан тыш, хужалыҡ, сәнәғәт өлкәһендә киң файҙаланабыҙ, экологик торошо бөтәбеҙҙе лә уйландырырға тейеш.

 Беҙ, киләсәк быуын, Башҡортостанды тағы ла матурыраҡ, байыраҡ итергә бөтә көсөбөҙҙө һалырбыҙ. Эсәр һыуыбыҙҙы сафландырырбыҙ, Еребеҙҙе йәшәртербеҙ

V.Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; Рус мәктәптәренең 6 – сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Өфө; Китап, 2008.(Вилданов Ә.Х.,Хажин В.И.)

2.С.Бәҙретдинов. Башҡортостан календары, 2008 йылға.

3.Р.З. Шәкүров. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө, дәүләт ғилми  нәшриәт,1997.

4.Ижтимағи электрон гәзит. Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров  онлайн-конференция.

VI. Ҡушымта.

1-се фотоһүрәт

Ярҙарын талдар тулҡыналар,

Шаулашалар ялбыр ҡайындар...

2-се фотоһүрәт

Ағиҙелкәй!

Күпме бөгөлөңдә

Матурлыҡтан күҙем сағылды...

3 – сө фотоһүрәт

Был донъяға хайран булып ҡына

Бер ҡарарға ине хафаһыҙ!

4 –се фотоһүрәт

Һыу төбөнә батҡан ағас –

Ағыулы бер мина һымаҡ –

Йылғалағы тереклекте

Шартлатасаҡ...

5 – се фотоһүрәт

Йылға буйҙарынан ҡом-ҡырсынташ табыу ныҡ йоғонто яһай, ошоноң арҡаһында һыу ағышы әкренәйә

6 – сы фотоһүрәт

Ҡотҡарырға ерҙә матурлыҡты Һуң түгелдер әле, һуң түгел...


[1] Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; Рус мәктәптәренең 6 –сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. -Өфө; Китап, 2008, (122 се биттән алынған материал).  

[2] Ижтимағи электрон гәзит, 2010 йыл.

[3] Ижтимағи электрон гәзит, 2011 йыл.

[4] Ижтимағи электрон гәзит, 2011 йыл.

[5] С.Бәҙретдинов. Башҡортостан календары, 2008 йылға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кебек, шикелле бәйлекләре

Әлеге ачык дәрес материалында 4 сыйныфларда кебек , шикелле бәйлекләрен үтү буенча әзер дәрес планы бирелде....