Белем байрамына сценарий
классный час

Гульназира Фанисовна Юлгильдина

Сценарий ко Дню знаний на башкирском языке

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл belem_bayramyna_arnalgan_stsenariy.docx29.44 КБ

Предварительный просмотр:

“Белем байрамы”на арналған сценарий.

Зал байрамса биҙәлгән, музыка аҫтында алып барыусылар байрамды башлайҙар.

1 сентябрь – Белем көнөнә арналған тантананы асырға рөхсәт

итегеҙ! ГИМН РФ, ГИМН РБ.

1 АБ:
Бөгөн тәүге көҙ айы,
Ниндәй шатлыҡлы иртә!
Ҡояш, ихлас йылмайып,
Беҙҙе бит тәбрик итә.
Хуш киләһең, сентябрь –
Уҡыу йылының башы!
Дәрестәргә саҡырып
Сыңлай ҡыңғырау тауышы.

2 АБ:
Көнгә янған йөҙөбөҙ

Шатлыҡлы, ҡыуаныслы.
Дәртләнешеп атлайбыҙ,
Аҙымдар ышаныслы.
Ҡанатланып, күңелдәр
Ҡош кеүек оса ғына.
- Һаумы, һөйөклө мәктәп,
Ал беҙҙе ҡосағыңа!
Йыр. “Башҡортостан”

1 АБ

  • Хөрмәтле уҡытыусылар, ҡәҙерле ата-әсәләр, уҡыусылар һәм беҙҙең байрамдың ҡунаҡтары! Бөгөн беҙҙең илебеҙҙә Белем байрамы! Ошо байрам менән бөтәгеҙҙе лә ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Быйылғы уҡыу йылы шатлыҡтарҙан ғына торһон!

2 АБ

  • 1 сентябрь һәр йыл һайын Белем иленә иң оҙон юл башлана. Мәктәп - ул һәр кем өсөн серле, шуның өсөн беҙ мәктәпкә яңы белемдәр, яңы асыштар, яңы үрҙәр яуларға киләбеҙ. Бөгөнгө көн һәр уҡыусы өсөн иҫтәлекле , бигерәк тә беренсе һәм дүртенсе кластар өсөн, сөнки , беренселәр, тәүге тапҡыр мәктәп ишектәрен аса, ә дүрттәр - финиш һыҙығына баҫалар, бөгөн улар өсөн һуңғы уҡыу йылы был мәктәптә.

Уҡыусылар башҡарыуында шиғырҙар.

Ильгина:

Йыйылғандар оло, кесе

Бөгөн – Белем байрамы.

Күңелдә ғилем тупланһа,

Күренер тормош йәме.

Ямиля:

Бына тағы юл-һуҡмаҡтар

Мәктәпкә ҡарай илтә:

Һаумы, сентябрь иртәһе –

Ҡыңғыраулы саф иртә!

Уҡытыусы: Бөгөн, 1 сентябрь көнөндә Белем иленә юлға сығыр алдынан һеҙгә изге теләктәре менән мәктәбебеҙҙең директоры Алгушаева Айгөл Рәйес ҡыҙы һүҙ ала, рәхим итегеҙ!

Директорҙың сығышы.

Килгән ҡунаҡтарҙың сығыштары.

1 АБ:

Бөгөн башлап баҫаһың һин

Оло белем юлына.

Белем донъяһына асҡыс-

Әлифба ал ҡулыңа.
Ә хәҙер һүҙҙе һеҙгә бирәбеҙ,
беренселәр!

1 кластарҙың сығыштары.

Залия;. Теләйбеҙ хәреф танырға,

Алфавитты ятларға,

Хәрефкә хәрефте ҡушып,

Һүҙҙәр төҙөп яҙырға.

Бик күп китаптар уҡырбыҙ,

Күп нәмәләр белербеҙ.

Үҫкәс кәрәкле һөнәрҙәрҙең

Серенә лә төшөнөрбөҙ.

Риназ;. Һәр йыл беренсе класҡа,

Ҡаршылайҙар мәктәптәр.

Ә бөгөн бигерәк күңелле

Килдек беҙ бәләкәстәр.

Артта ҡалды уйындар,

Балалар баҡсалары.

Хәҙер беҙгә көндәлеккә

Ҡуйырҙар баһаларҙы.

4. Двери школьные сегодня

Открываются для нас.

В первый раз идём мы в школу,

Поступаем в первый класс.

Даже если будет трудно

Вычитать и умножать,

Мы учиться обещаем

На «четыре» и на «пять»!

Гөлназ:

Беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асып, уҡыусы буласаҡ кескәй дуҫтарға үҙҙәренә алмашҡа килгән 9 класс уҡыусыларының да һүҙҙәре барҙыр.

Элиана:

Ҙур үҫтегеҙ, туғандар,
Уҡыусылар булдығыҙ.
Инде хәҙер тырышып,
Яҡшы итеп уҡығыҙ

Ильназ

Уҡығыҙ дүрткә-бишкә,

Итәғәтле булығыҙ,

Алдашмағыҙ һис ҡасан

Намыҫлылар булығыҙ.

Айгузель

Ҡалын-ҡалын китаптарҙы

Уҡырһығыҙ рәхәтләнеп.

Ололар белгән серҙәрҙе

Һеҙ ҙә алырһығыҙ белеп.

Нурзида

Еңел булмаҫ өйрәнеүе

Алырға ла ҡушырға.

Тик шулай ҙа тырышығыҙ

4 -ле, 5- ле алырға.

- Һеҙгә, дуҫтар, бик серле асҡыс бирәбеҙ. Ул асҡыс менән ишек асып ингән кеүек төрлө-төрлө белем иленә асып индерер.
“Әлифба” китабы тапшыралар.

(4 класс уҡыусылары беренселәргә бүләк Әлифба тарата)

Динислам: 1 сентябрь уҡыусыларға ғына түгел, уҡытыусылар өсөн дә ҙур байрам.

Һеҙҙе ысын күңелдән Белем байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ һәм

уңыштар

теләйбеҙ!

1 АБ

Хеҙмәтегеҙ емеше күренеп тормай,

Һәм ҡалмай ул ерҙә юғалып,

Ил яҙмышын, илдең киләсәген

Һеҙгә биргән халыҡ ышанып.

«Уҡытыусыма» йыры.

Уҡытыусы:Мәктәп һәм ғаилә тормошон өс төшөнсә бәйләй: УҠЫТЫУСЫ, УҠЫУСЫ, АТА-ӘСӘЛӘР. Хөкүмәтебеҙ беҙгә ошондай матур мәктәптәр бүләк итһә, ата-әсәләр беҙгә ошо мәктәп тормошон йәмләндереүсе уҡыусыларҙы ышанып беҙҙең ҡулға тапшыра. Белем байрамын һәр ата-әсә үҙенсә көтә, өҙгөләнә, әйтерһең дә ул үҙе лә балаһы менән бергә уҡырға бара. Бына бөгөн һәр бала шундай матур кейенгән, йөҙҙәрендә шатлыҡ балҡый – был, әлбиттә, ата-әсәләр тырышлығы. Һеҙгә хөрмәтле ата-әсәләр иҫәнлек-һаулыҡ, яңы уҡыу йылын һеҙҙең менән бергә үтергә яҙһын!

1 АБ

Уҡыу йылы беҙгә һәр саҡ

Бары уңыш килтерһен.

Диктанттар “биш” кә яҙылһын,

Мәсьәләләр сиселһен.

Мәктәптә күңелле булһын,

Илһам һәм күп көс килһен.

2 АБ Ниндәй шатлыҡлы иртә!

Ҡояш, ихлас йылмайып,

Беҙҙе бит тәбрик итә.

Хуш киләһең, сентябрь –

Уҡыу йылының башы!

Дәрестәргә саҡырып

Сыңлай ҡыңғырау тауышы.

Гөлназ:Ә хәҙер байрамға, күптән көткән дуҫыбыҙ ҡыңғырауҙы саҡырайыҡ. Беренсе ҡыңғырауҙы шылтыратыу хоҡуғы 1 класс укыусыһы ________________________ ,

1-се класс уҡыусыһы ___________________________ бирелә.

1 АБ:

Саҡыра , тағы саҡыра

Ҡыңғырау кластарға

Бөгөндән – Белем көнөнән

Уҡыу йылы башлана.

Ҡыңғырау шылтырай.

2 АБ:

Байрам менән һине, тыуған ерем,
Ҡыңғырауҙар сыңы тынмаһын.
Аяҙ күк аҫтында һәр уҡыусы
Белем тауҙарында һаналһын.

. Уҡытыусы:

Хөрмәтле уҡыусылар! Быйылғы уҡыу йылында Һеҙҙең өсөн тәүге ҡыңғырау яңғыраны. Хәҙер инде көндә ошо ҡыңғырау сыңы дәрескә саҡырып ҡаршы аласаҡ, күңелле мәктәп йылдарында һеҙҙе оҙатып барасаҡ. Тырышып уҡығыҙ, белемдең ҡәҙерен белегеҙ!

. Ә хәҙер иң йәш уҡыусыларыбыҙҙы һәм уҡытыусыларын тәүге дәрескә оҙатайыҡ. Рәхим итегеҙ! Ошоноң менән тантаналы линейка тамам.

гимн


Элиана:

Ҙур үҫтегеҙ, туғандар,
Уҡыусылар булдығыҙ.
Инде хәҙер тырышып,
Яҡшы итеп уҡығыҙ

Ильназ

Уҡығыҙ дүрткә-бишкә,

Итәғәтле булығыҙ,

Алдашмағыҙ һис ҡасан

Намыҫлылар булығыҙ.

Айгузель

Ҡалын-ҡалын китаптарҙы

Уҡырһығыҙ рәхәтләнеп.

Ололар белгән серҙәрҙе

Һеҙ ҙә алырһығыҙ белеп.

Нурзида

Еңел булмаҫ өйрәнеү

Алырға ла ҡушырға.

Тик шулай ҙа тырышығыҙ

4 -ле, 5- ле алырға.

Залия;.

Теләйбеҙ хәреф танырға,

Алфавитты ятларға,

Хәрефкә хәрефте ҡушып,

Һүҙҙәр төҙөп яҙырға.

Бик күп китаптар уҡырбыҙ,

Күп нәмәләр белербеҙ.

Үҫкәс кәрәкле һөнәрҙәрҙең

Серенә лә төшөнөрбөҙ.

Риназ;.

Һәр йыл беренсе класҡа,

Ҡаршылайҙар мәктәптәр.

Ә бөгөн бигерәк күңелле

Килдек беҙ бәләкәстәр.

Артта ҡалды уйындар,

Балалар баҡсалары.

Хәҙер беҙгә көндәлеккә

Ҡуйырҙар баһаларҙы.

Ильгина:

Йыйылғандар оло, кесе

Бөгөн – Белем байрамы.

Күңелдә ғилем тупланһа,

Күренер тормош йәме.

Ямиля:

Бына тағы юл-һуҡмаҡтар

Мәктәпкә ҡарай илтә:

Һаумы, сентябрь иртәһе –

Ҡыңғыраулы саф иртә!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий праздника "Белем бэйрэме" .

Сценарий праздника "День знаний"  для малокомплектной начальной школы....

Сценарий урока "Где живут белые медведи?"

Знакомство с холодными районами Земли - Арктикой и Антарктидой....

Урок Милосердия Акция «Белый цветок» Сценарий классного часа

Цель :1. Расширить знания детей о милосердии.2. Формировать у учащихся нравственные качества милосердие, доброту; выявить представление о добрых словах и поступках.3. развивать умение сравнивать, анал...

Ололар өсөн 8 март байрамына КВН

Ололар өсөн 8 март байрамына  конкурс сценарийы...

Сценарий литературного праздника "Белые журавли памяти"

Цель.Воспитание патриотических чувств и гражданского самосознания учащихся.Задачи.Познавательные:Познакомить с историей праздника,  с памятниками «Журавли» - солдатам, погибшим за вер...

Башлангыч мәктәп өчен Белем бәйрәменә сценарий / Сценарий «Здравствуй, новый учебный год!»

Сценарий для начальной школы,воспитание в которой ведется на двух языках: русском и татарском...

Белем коне. сценарий

Белем кэнэна сценарий....