Класс сәғәте "Нимә ул дуҫлыҡ?"
план-конспект занятия (2 класс)

Кувандыкова Гузель Ринатовна

Тема: Нимә  ул дуҫлыҡ?

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tema_duslyk.docx17.84 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Нимә  ул дуҫлыҡ?

Маҡсат: 1)Уҡыусылыарҙа намыҫ, аҡыл, әҙәп, сабырлыҡ кеүек гүзәл сифаттар тәрбиәләү,2)Дуҫлыҡ тур-да белемдәрен арттырыу,3)Үҙ фекереңде әйтергә өйрәтеү, 4) балаларҙа әхлаҡ тәрбиәһе булдырыуға булышлыҡ итеү, дуҫлаша белеү, дуҫлыҡты ҡәҙерләй һәм һаҡлай белеү, коллективта үҙеңде тота белеү 5)Бер-береңә яҡшы мөнәсәбәттә булыу, хөрмәтләргә өйрәтеү, дуҫлыҡ ҡағиҙәһен  иҫтә тотоу. 

                               Г. Дәрес барышы

Эпиграф

Дуҫһыҙ кеше – утһыҙ кеше,

Дуҫһыҙ йәшәмәй кеше.

Ҡоштоң көсө – ҡанатында,

Дуҫлыҡта кеше көслө.

(С. Әлибаев.)

А. Һаумыһығыҙ,хөрмәтле ҡунаҡтар һәм уҡытыусылар”

Г.Хәйерле кис хөрмәтле конкурста ҡатнашыусылар”

А.Бөгөнгө ташышыу кисәһен башлайбыҙ! Бөгөн һеҙ бер берегеҙ менән танышып,  ысын ,тоғро ,дуҫтар табырһығыҙ тип ышанабыҙ!

Г.Ысын дуҫ ниндәй булырға тейешҘ(ярҙамсыл,тоғро,) ярҙамсыл, тырыш, аҡыллы,ҡыйыу, ғәҙел, талапсан,көнләшмәҫкә тейеш, насар һүҙҙәр һөйләмәҫкә. Ышаныслы һ.б)    

  • Эйе, дуҫлыҡ – ҙур төшөнсә. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Ысын дуҫ һәр саҡ ярҙам итә, һинең менән бергә шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлаша.Класташың, ата-әсәйең, һиңә  ышынған кеше дуҫ була ала. Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ , иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең.Дуҫлыҡ ғаиләлә башлана.

А.

- Дуҫлыҡ яҡын кешеләр араһында ғына түгел, төрлө милләт кешеләре араһында ла була. Был- халыҡтар дуҫлығы. Беҙҙең республикала төрлө милләт вәкилдәре йәшәй:урыҫ, сыуаш, мари, удмурт һәм башҡа. Улар бер-береһе менән дуҫ, татыу ғүмер итәләр.Ошо Дуҫлыҡ монументы ла рус һәм башҡорт халҡының дуҫлығын һынландыра.Бер яҡта-рус, икенсе яҡта башҡорт ҡатын-ҡыҙы тора.

-Беҙҙә әле төрлө райондарҙан,ҡалаларҙан йыйылғанбыҙ.Беҙ ҙә бер беребеҙ менән дуҫ татыубыҙ!

Г.Ә хәҙер уҡыусылар бер беребеҙгә дуҫлыҡ ептәре һуҙайыҡ.

-Бер беребеҙгә исемдәребеҙҙе әйтеп ошо йомғаҡтарҙы бәрәйек.

-Эйе, афарин,)Ошо дуҫлыҡ ептәре бер ҡасан да өҙөлмәһен,ныҡ булһын!

А.-Ә хәҙер уҡыусылар кемдәрҙә                            йомғаҡ булды.

Алға сығыуығыҙҙы һорайбыҙ!  

Г.-Бына беҙҙең 3 команда.  Ә хәҙер командалар үҙҙәренә исем ,девиз,йыр ,уйлай.Улар әҙерләнгәнсе,беҙ залдағылар менән һорауҙарға яуап биреп алайыҡ.

А.

Г.Ә хәҙер командалар менән танышып китәйек.  

-Иң тәүҙә һәр бер уҡыусы менән танышайыҡ.Беренсе уҡыусы үҙенең исемен әйтә,икенсеһе үҙенекен һәм алдағы иптәшенекен.һ.б  

 -Иң һуңынан команда исеме.девизы,йыры.  Афарин!

  А.- ә хәҙер уйындарҙы башлайбыҙ. Апельсиновый рай.

1.Апельсинды арҡа менән алып барыу.

Г.2.Апельсинды иңдәргә ҡуйып.

А.3.Ҡалаҡҡа һалып.

Г.4.Ҡайһы команда апельсинды тиҙерәк таҙарта.

А.5.Ҡайһы команда тиҙерәк апельсинды ашай. Бына уҡыусылар,һеҙ ысын дуҫтар булдығыҙ бер апельсинды 5 кә бүлдегеҙ.

Г.Әкиәт яҙыу.

А.Залдағылар мәнән уйын.                                        

                         Ял минуты

                 Бер – ҡулдарҙы алға һуҙабыҙ,

                 Ике – уларҙы беҙ күтәрәбеҙ,

                 Өс – яҡ-яҡҡа беҙ һуҙабыҙ,

                 Дүрт – ҡулдарҙы төшөрәбеҙ,

                 Бер, ике, өс – беҙҙә дуҫлыҡ, беҙҙә көс.

-уң ҡулдарҙы һәм аяҡтарҙы алға һуҙҙыҡ.уңдан һулға бер ваҡытта ғына өйрөлтәбеҙ.киреһенсә  тиҙерәк.

Г.-әкиәттәрҙа уҡыу.

Афарин уҡыусылар.  Тимәк беҙҙә дуҫлыҡ еңде тиһәк тә була

  • А..Уҡыусылар  2014  йылда Сочи ҡалаһында ниндәй ҙур ваҡиға була?

  • Г.Бына ошо  ҡалала Дуҫлыҡ ағасы бар (слайт) . 1934 йылда селекциоенр –ғалим Федор Зорин  бер ваҡыт ҡырағай лимон ултырта. Һәм был  бәләкәй ағасҡа төрлө- төрлө илдән килтерелгән,  ағас , ҡыуаҡ ботаҡтарын ( мандарин, апельсин, кинкан)  прививка ярҙамында ялғап үҫтерә башлай. Сочиға килгән ҡунаҡтар   был ағасҡа  төрлө ботаҡтарҙы ялғай башлайҙар. Әгәрҙә планетала 192 ил булһа, был ағасҡа 174 илдән килтерелгән ботаҡ ялғанған, һәр бер ҡунаҡ автограф ҡалдырған. Ҡунаҡтар араһында президенттар, космонавтар, олимпиада  чемпиондары, ғалимдар, йырсылар, , хатта балалар ҙа бар.Дуҫлыҡ ағасы музейында  был ағасты ҡәҙерләп һаҡлайҙар, ул планетала тыныслыҡ , дуҫлыҡ булыуын  хәтерләтеп тора.

А.-Уҡыусылар бына ошо ағасты беҙ үҙебеҙҙә эшләй алабыҙ, бының өсөн һеҙгә ошо япраҡтарҙы ағасҡа йәбештерер кәрәк.

.

( Музыка «Дуҫлыҡ” йыры)     (Таҡтала  ағас олоно)

  • Бына беҙҙең япраҡтар әҙер, шулай итеп , беҙ бөгөн нимә тур-да һөйләштек?
  • Бөгөн беҙ миһырбанлыҡ, яҡшылыҡ  орлоҡтары сәстек. Улар бына ошо дуҫлыҡ ағасы кеүек  уңдырышлы ергә төшөп, шытып сыҡһа, беҙ бик шат булыр  инек.

     - Рәхмәт .


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий для кукольного театра "Как Девочка с тенью дружбу водила"

Сказка  о маленькой  Девочке, которая  дружила  с животными.  Она  ухаживала  за  ними  и  они  помогали  ей  по  хозяйству. Но ...

М.Пляцковский “Как утенок свою тень потерял”.

Открытый урок литературного чтения во 2-м классе по научно-методическому комплекту "Гармония", автор учебника О.В. Кубасова. "Любимые страницы"....

Презентация к открытому уроку литературного чтения во 2 классе по теме: «М.Пляцковский. Как утёнок свою тень потерял. »

Презентация к открытому уроку литературного чтения во 2 классе по теме: «М.Пляцковский. Как утёнок свою тень потерял. » УМК Гармония...

Урок музыки в 1 классе "Свет и тень в музыке (лад)"

Урок музыки "Свет и тень в музыке (лад)" для учащихся 1-х классов.Рассматриваются понятия "свет" и "тень" в жизни и в музыке. Слушание и умение различать "светлую" и "темную" музыку.Цель урока: сформи...

Урок литературного чтения во 2б классе. М. Пляцковский "Как утёнок свою тень потерял"

Урок литературного чтения построен в соответствии с ФГОС, присутствует групповая работа....

Презентация к методической разработке "Театр теней. Игры со светом и тенью"

Презентация к методической разработке "Театр теней. Игры со светом и тенью"...

Презентация мастер-класса "Свет и тень "

создание театра теней на уроках технологии и во внеурочных занятиях...