Классный час на тему "Дуҫлыҡ" (Дружба).
классный час (3 класс)

Галимова Айгуль Равиловна

Методическая разработка классного часа для учеников 3-4 классов башкирских школ. Составлена для формирования у обучающихся культуры общения, умения дружить и ценить дружбу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл duslyk_3_klass.docx28.53 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Дуҫлыҡ.

Маҡсат: әхләҡи  ҡағиҙәләрҙе булдырыу  өҫтөндә эшләү, дуҫлаша белергә һәм дуҫлыҡтың  ҡәҙерен белергә өйрәтеү;уйлау һәләтен,үҙеңдең уйыңды яҡлай белеүҙе үҫтереү;бер –береңә ҡарата ихтирам итеүҙе тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:шиғыр,иншалар,әкиәт геройҙары, «Бу –ра –ти –но» музыкаһы,ситуациалар,карточкалар,мәҡәлдәр,краска,губка,ағас һүрәте,слайд.

Класс: 3 класс.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.

Һаумыһығыҙ,һаумы әле,

Ниндәй йылы һүҙ икән!

Күңелдәрҙе иретерлек,

Һәр кемгә лә үҙ икән.

Сәләмләйбеҙ һауаны

Именлек булһын өсөн.

Сәләмләйбеҙ Ер – әсәне

Беҙҙе туйҙырған өсөн.

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы

Гел дуҫлыҡ булһын өсөн.

-һаумыһығыҙ,балалар,ултырығыҙ!

2.Тема өҫтөндә эш.

-Бөгөнгө һөйләшеүҙең темаһын белер өсөн,әйтегеҙ әле:Беҙҙең класта нисә бала уҡый?(яуап) Беҙ үҙ –ара нисек йәшәйбеҙ? (бик татыу).Беҙҙең класс ҡайсан көслө була? (дуҫ,татыу йәшәгәндә).Тимәк,беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (дуҫлыҡ тураһында)(слайд)

-Эйе,уҡыусылар,беҙ дуҫлыҡ тураһында һөйләшеп,уның  ҡағиҙәләрен сығарасаҡбыҙ.

Владимир Иванович Даль һүҙлегендә «Дуҫлыҡ» һүҙенә ошондай аңлатма бирә : «Дружба – это бескорыстная стойкая приязнь» йәғни «Дуҫлыҡ –эскерһеҙ ныҡлы бәйләнеш»,-ти ул.

ҡыусылар,таҡталағы яҙыуға иғтибар итегеҙ  унда нимә тип яҙылған?(Дуҫ – ул…)

-Эйе, ошо минуттабеҙ һеҙҙең менән үткән дәрестә бирелгәң иншаларҙы тыңлап китәйек.(3 иншаны уҡыу).

«Дуҫлыҡ» - ниндәй матур һүҙ ул!Ул һүҙҙе әйтеү менән үҙеңдең иң яҡын дуҫыңды иҫкә төшөрәһең.Сөнки һиңә уның менән уйнауы,китаптар уҡыуы,серҙәр бүлешеүе бик күңелле.

-Иң беренсе дуҫыбыҙ беҙҙең әсәйебеҙ,ул беҙгә ауыр минуттарҙа һәр саҡ ярҙамға килә.(слайд).

-Икенсе дуҫ тип,уҡытыусыңды әйтһәң була,ул һиңә был донъяның матурлығын аса,һине ҡурсалай.(слайд)

-Өсөнсө дуҫ –яратҡан уйынсығың,сөнки уға эс серҙәреңде һөйләп була. Бына һинең өс дуҫың булды ла инде.

-Барыһы менән дуҫ йәшәргә кәрәк,әлбиттә.Шулай ҙа иң яҡын дуҫыбыҙ берәү генә була.

-Балалар,беҙгә әкиәт геройҙары Буратино менән Мальвина ҡүнаҡҡа килгән.Буратино һеҙҙең менән дуҫлашырға теләй,һеҙ уның менән дуҫлашыр инегеҙме?Әйҙәгеҙ,ҡаршы алайыҡ!

(Буратино менән Мальвина сыға).

Мальвина: - һаумы,Буратино!

Буратино: -һаумы,Мальвина!

Мальвина: -Буратино,ә ни эшләп һин бөгөн бик күңелһеҙ?

Буратино: -Беләһеңме, Мальвина,мин бик яҡшы дуҫ,бөтәһенә лә ярҙам итәм,шатландырырға яратам,тик ҡайһы берәүҙәр шаяртыуҙы аңламай,шул.Бына,кисә урам буйлап китеп бара инем Пьероның аяғы тайып йығылып ятты.Мин ҡысҡырып көлдөм дә : «Шунан,ултырыуы,рәхәтме?» -тинем.Ә ул үсекте лә ҡайтып китте.Нимә,мин насар әйттемме ни? Тағы ла теге ваҡыт дәфтәрен бысратҡан өсөн уҡытыусы уға икеле ҡуйғайны: «Клякса –вакса –гуталин,дәфтәреңдә  ҡойроҡло ен»-тинем.Пьеро асыуланды,мин бит уның күңелен генә күтәрергә теләгән инем.Пьеро миңә асыуланып дөрөҫ эшләмәне бит,нисек уйлайһығыҙ,балалар? (яуаптар).

Мальвина: - Балалар,дөрөҫ әйтә,минеңсә,Һин бик насар эшләгәнһең,сөнки әйтер алдынан уйларға кәрәк.Бәлки,һин кешене үпкәләтеп ҡуйырһың?

Буратино: - Мин генә шулай һөйләшәмме ни? Мин бит уларҙан өйрәнәм(балаларға төртөп күрһәтә).Әле ултырған булалар аҡыл өйрәтеп.Ә тәнәфес ваҡытында…Улар минең кеүек һөйләшә.(шыбырлап ҡына)Ҡайһы берҙәре насар һүҙҙәр әйтәләр.Эйе,эйе,үҙем ишеттем.Юҡ  ҡына нимә өсөн дә һуғышырға,   этешергә,төртөшөргә генә торалар!Әйҙәгеҙ кем яҡшы,кем насар тип әрепләшеүҙе бөтөрәйек,ә изге эштәр эшләй башлайык!Шулаймы,Мальвина?

Мальвина: - Бик шәп уйланың әле,Буратино!Юҡҡа ғына бит «Йәшәткән дә- һүҙ,бөлдөргән дә –һүҙ» тип әйтмәй башҡорт халҡы.

3.Ял минуты.

-Балалар,һеҙ Буратиноны яманлап,күңелен төшөрҙөгөҙ бит әле. Әйҙәгеҙ,уның яратҡан музыкаһына ҡушылып,уны ҡабатлап бейеп алайык.(«Бу -ра-ти-но» көйө яңғырай,балалар бейей).

4.Теманы дауам итеү.

-Хәҙер Буратино ненән дуҫлашайыҡмы?(дуҫлашайыҡ).Улай булғас,Буратино менән Мальвина ла беҙҙә ҡалып дуҫлыҡ ҡағиҙәләрен өйрәнһендәр.

Дуҫлашырға,кешеләр менән аралашырға бәләкәйҙән өйәнергә кәрәк.

5.Ситуациялар өҫтөндә эшләү.Группалап эшләү.

А). Дуҫың өйгә эшен эшләмәгән,ул һинән күсерергә теләй.һин нишләрһең?

Б). Дуҫың ололар булмағанда насар һүҙҙәр әйтеп һөйләшергә ярата.Нимә эшләрһең?

В).Дуҫың берәй насар эш эшләргә тәҡдим итә.Һин ни эшләрһең?

Г).Мәктәпкә бик матур ҡыҙ килде.Уның телефоны ла,кейемдәре лә,китаптары ла һинең әхирәтеңдекенән яҡшыраҡ.Ҡайһы ҡыҙ менән дуҫлашырһың?

Д).Бер көндө дуҫың икенсе малайҙар менән һиңә әйтмәй генә мәктәптен ҡайтып китте.Икенсе көндө нисек аралашырһың ?

-Афарин,балалар!Дуҫыңдың насар яҡтарын төҙәтеү ҙә һинең өҫтөңдә,шулай булғас,ваҡытында ҡулыңды бирергә онотмағыҙ!

6.Парлап эшләү.

-Хәҙер һәр бер партаға карточкалар таратам,унда һүҙҙәр яҙылған,шул һүҙҙәр араһынан «Дуҫ – ниндәй булмаҫҡа тейеш»,шул һүҙҙе табып аҫтына һыҙығыҙ.Ни өсөн шулай тип уйлайһығыҙ,аңлатығыҙ.

1.Ҡыҙыҡһыныусан, ғафү итә белә,ошаҡлаша,зауыҡлы.

2.Шат күңелле, күп белә,ҡыйыу,ҡаты күңелле.

3.Уҡымышлы, алсаҡҙе өсөн гене тырышыусан,бөхтә.

4.Ярҙамсыл, үсексән,тырыш,яҡшы.

5.Ҡайғыртыусан, шат күңелле,кешелекле,алдаҡсы.

6.Ҡаты бәғерле, тура һүҙле, ҡыйыу,ышаныслы.

7.Ҡурҡаҡ, аралашырға яратыусан,оялсан,тәртипле.

8.Танылыу яулаған,иркә,ышаныслы,ҡыйыу.

9.Тәртипле, бөхтә,кешелекле,ҡаты күңелле.

10.Матур әңгәмәсе,иғтибарлы,саф йөрәкле,маҡтансыҡ.

11.Ярҙамсыл, күп белергә теләүсе,тырыш,ялҡау.

12.Ышаныслы, ҡайғыртыусан,тәртипһеҙ,талантлы.

-Афарин!Сиратлап уҡыйыҡ:Дуҫ ниндәй булмаҫҡа тейеш?

-Балалар,йәнһүрәт геройҙарын да иҫкә төшөрөп китәйек әле. «Дуҫы кем» уйыны. «Чип һәм…(Дейл)»; «Винни-пух һәм…(Пятачок)»; «Малыш һәм…(Карлсон)»; «Белоснежка һәм…(7 гном)»; «Крокодил Гена һәм…(Чебурашка)».

-Ә һинең дуҫың кем?(яуаптар).Афарин,дуҫтар!Был донъяла бер кем дә дуҫһыҙ йәшәй алмай.

7.Мәҡәлдәр менән эш.

(Слайд ҡарау.)

-Балалар,беренсе бағаналағы мәҡәлдең яртыһына икенсе бағананың ҡайһы яртыһы тура килә?Шуларҙы табып,уҡыйыҡ.

1.Иҫке дуҫ,ике                                                тапһаң – һаҡла.

2.Дуҫты –эҙлә                                                 яңы дуҫтан яҡшы.

3.100 һум аҡсаң булғансы                             50 дуҫың булһын.

4.Ил өҫтөндә                                                  100 дуҫың булһын.

8.Ҡағиҙә сығарыу.

-Бөгөнгө дәрестә алған белемдәрегеҙҙе туплап,дуҫлыҡ ҡағиҙәләрен сығарып ҡарайыҡ әле.

а).Дуҫыңды ауыр саҡта ташлама.

б).Дуҫ булһаң,дуҫлыҡ ҡәҙерен бел.

в).Дуҫыңдың етешһеҙлектәренән көлмә.

г).Дуҫыңды ғафү итә бел.

д).Тоғро дуҫыңды яңыларға алыштырырға ашыҡма.

9.Рефликсия.

-Теманы бик яҡшы үҙләштергәнһегеҙ икән.Дәрестең оҡшау йәки оҡшамауын белер өсөн «Дуҫлыҡ ағасын» төҙөйөк.Бының өсөн ҡулдарҙы төҫлө һыуҙарҙа буяп ағасҡа мисәт ҡуйырға кәрәк. «Йәшел»-дәрес ныҡ оҡшаны; «Һары» -дәрес бик үк оҡшап етмәне; «Ҡыҙыл» -дәрес оҡшаманы.(балалар мисәт ҡуялар).

-Балалар,тышта матур көҙ миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан,беҙҙең ағасыбыҙ йәшел төҫтә булды.Ул төҫ – йәшәү төҫөн,дуҫлыҡ төҫөн аңлата.

10.Йомғаҡлау.

ҡыусылар,дәрес һеҙҙе нимәгә өйрәтте?

-Нимә эшләргә өйрәндегеҙ?

ҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?

-Ошоноң менән беҙҙең дәресебеҙ тамам.Моғайын,хәҙер беҙҙең класта малайҙар һәм ҡыҙҙар татыуыраҡ йәшәй башларҙар.Үсегеүҙәр,талаштар әҙерәк булыр тип уйлайым.Ҡатнашып ултырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!Һау булығыҙ!

       


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конкурс "Самый классный классный руководитель"

В феврале 2011года в нашем городе проходил районный конкурс учителей "Самый классный классный руководитель". Интересно, местами сложно, но нужно. От СОШ №1 принимали участие два педагога начальной шко...

Сценарий классного часа "Семья без детей, как день без солнца " + анализ. На конкурс "Самый классный классный"

Классный час на конкурс "Самый классный классный".Тема "Семья без детей, как день без солнца"Э п и г р а ф: Семья без детей, как день без солнца (античный афоризм)  (на правой половине доски)Ход ...

Портфолио классного руководителя. Конкурсные материалы на районный конкурс "Самый классный классный"

Результаты педагогической деятельности, формы работы классного руководителя, достижения класса и учащихся....

Выступление на заседании городского методического совета классных руководителей «Роль классного руководителя в адаптации и социализации детей мигрантов. Диссеминация педагогического опыта» по теме «Роль классного руководителя в адаптации и социализации

Выступление на заседаниигородского методического совета классных руководителей «Роль классного руководителя в адаптации и социализации детей мигрантов. Диссеминация педагогического опыта»п...

Выступление на заседании городского методического совета классных руководителей «Роль классного руководителя в адаптации и социализации детей мигрантов. Диссеминация педагогического опыта» по теме «Роль классного руководителя в адаптации и социализации де

Если учесть, что в настоящее время, по данным статистики, дети мигрантов, недавно прибывших из стран СНГ и российских регионов, составляют 20–30 процентов общего числа учеников, т...