Яңы йыл байрамы сценарийы
классный час (1, 2, 3, 4 класс)
Данная методическая разработка может быть использована учителями начальных классов и вожатыми при проведении новогоднего утренника.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
yany_yyl.odt | 108.38 КБ |
Предварительный просмотр:
Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Яңы йыл байрамы
өсөн иртәлек сценарийы
Ҡарағолова Гәүһәр Тәлғәт ҡыҙы
башланғыс кластар уҡытыусыһы
Яңы йылды көткәндә
1-се алып барыусы :
Ниңә бөгөн барыһы ла
Йылмая, көлә?
Бәхет булып беҙҙең ергә
Яңы йыл килә!
Яңы йыл килә еремә
Моңло йыр булып!
Түңәрәккә торайыҡ беҙ,
Дуҫтар, бер булып!
Шыршы тирәләй күмәк йыр:
2-се алып барыусы.
Шыршыбыҙ нурға күмелде,
Таратып тәмле еҫтәр,
Яңы йыл байрамы менән
Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, дуҫтар!
1-се алып барыусы.
Ниндәй матур биҙәлгән зал,
Буласаҡ бында байрам.
Килегеҙ күңел асырға,
Тирә-яҡ ҡалһын хайран!
2-се АБ:
Яңы йылда йыл буйына
Шатлыҡтар торһон тулып.
Йырҙар йырлап әйләнәбеҙ
Ғүмерлеккә дуҫ булып.
Байрам булырын әллә ҡайҙан
Барыһы белеп бөткән.
Ҡуян, тейен, айыу , төлкө
Урмандан килеп еткән.
(Алан-йолан ҡаранып Мәскәй әбей килеп инә) :
С ума что ли схожу, все звери собрались! Лиса с зайцем сидит, …..
1-се АБ:
Балалар, Мәскәй әбей белмәй ҡалған, әйтәбеҙме ниндәй байрамға йыйылғанды?
Балалар: Яңы йыл байрамына!
Мәскәй: А меня зачем не позвали?!
2-се АБ:Саҡырманыҡ шул, һин барыбер башҡортса аңламайым тиһең!
Мәскәй: И не понимаю, и говорить не буду по-башкирски. И вообще здесь мне не интересно: ни Деда Мороза нет, ни Снегурочки, ни подарков.
1-се алып барыусы.
Юҡҡа бошонмай тор әле,
Матур көйгә бейешеп,
Ана, балалар киләләр,
Шатланышып, көлөшөп.
Музыка уйнай. “Бәләкәй шыршы» йырлап төрлө костюмдағы балалар бейеп инәләр һәм шыршы тирәләй бейеп йырлайҙар. Ҡар бөртөктәре алға сыға.
1-се ҡар бөртөгө.
Ынйы-мәрйен ҡарҙар яуа,
Шундай яҡты көн бөгөн!
Ҡулға тотоп алғы килә
Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн!
2-се ҡар бөртөгө.
Бөгөн тышта ниндәй рәхәт,
Донъялар матур ниндәй!
Әйтерһең дә, кемдер күктә
Ҙур иләктән он иләй.
3-сө ҡар бөртөгө.
Ҡарҙар яуа, йым-йым нурҙан
Тулышҡан устарыбыҙ.
Аяҙ күк аҫтында тағы
Ишәйһен дуҫтарыбыҙ!
2-се алып барыусы.
Бөтәбеҙ ҙә йыйылдыҡ
Ә беҙҙең Ҡыш бабайыбыҙ
Ниңә оҙаҡлай икән?
Әллә инде урманда
Аҙашып йөрөй микән?
1-се алып барыусы.
Һеҙ, ҡар бөртөктәре, бөтәһенә лә байрамға килергә хәбәр һалығыҙ. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ла саҡырығыҙ.
Ҡар бөртөктәре сығып китәләр.
2-се АБ: Балалар, ысынлап та, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу байрамға ниңә һуңлай? Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ ҙә бергә уларҙы саҡырайыҡ әле.
Балалар: Ҡыш бабай! Ҡарһылыу!
Бөтәһе лә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы саҡыра. Ҡар бөртөктәре менән Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу килеп инә.
Ҡыш бабай.
Буран – ҡарҙар һепереп
Мин килдем һеҙгә.
Яңы йылды ҡаршыларға
Дуҫтарым менән бергә.
Һаумыһығыҙ, балалар, ҡунаҡтар!. Мин көттөгөҙмө? Мин һеҙгә тип ашҡынып килеп еттем.
Балалар.
Һаумы, һаумы Ҡыш бабай!
Һаумы, һаумы Ҡарһылыу!
Ҡарһылыу.
Яңы йыл менән ҡотлайым
Барығыҙҙы ла, дуҫтар!
Тик ниңә һуң шыршығыҙҙа
Күренмәй серле уттар?
Эй, шыршы, йәшел шыршы
Нур сәсеп көлөп ебәр!
Мең уттар менән ҡабынып,
Беҙҙең күңелде күтәр!
Бөтәһе лә.
Ян шыршы, ян шыршы! (шыршыла уттар ҡабына)
1-се алып барыусы.
Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергәләп
Баҫайыҡ беҙ шыршы тирәләп
Байрамға бөтмәҫ йәм өҫтәп
Йырлашып алайыҡ бергәләп.
(« Ҡыш бабайҙың аҡ туны» йырын йырлап Ҡыш бабайҙы бейетәләр)
Ҡарһылыу:
Әкрен генә ҡарҙар яуа
Әйтерһең дә аҡ мамыҡ.
Ҡунаҡҡа килгән шыршыны
Бөтөнләй булмай танып.
е-йәшел энәләренә
Уйынсыҡтар эленгән.
Байрамға беҙҙе килгәнде
Шыршыҡай ҡайҙан белгән?
Ҡыш бабай:
Балалар, тоҡсайым бик ауыр булды. Һеҙгә күберәк күстәнәс һалырға тырыштым. Ә бына был кеҫәмә йомаҡтар һалып килдем.
- Улар әйтә "Ға-Ға-Ға” Әйҙә киттек йылғаға!
- Ул йоҡлай мыр-мыр-мыр Йоҡлаһа ла йырлай йыр.
- Ағас түгел, япраҡлы, Туң түгел, тегелгән.
- Башы- тараҡ, ҡойроғо – ураҡ
- Йөрөй торғас ҡойроғон юғалтҡан.
ҠБ: Афарин, балалар! Бөтә йомаҡтарыма ла яуапты таптығыҙ. Шуның өсөн мин һеҙгә барығыҙға ла күстәнәс бирәм.
БЯ: Я тоже конфеты хочу, ДМ
ҠБ: Һин бер яуап та бирмәнең. Шулай булғас бер кәнфит тә төшмәй һиңә. Балаларҙың шиғырҙары ла һөйләнмәгән, йырҙары ла йырланмаған. Әйҙә, башҡортса берәр шиғыр һөйләп күрһәт, шунан мин һиңә үҙең теләгән күстәнәсеңде бирермен!
БЯ: Не хочу, не буду, не желаю. Аесли правду сказать- не знаю я ни одного стишка, ни одной песенки. Не учила, времени не было.
2-се АБ:
Кем оҫта шиғыр һөйләргә,
Теләй бейергә кемдәр?
Йырлағыҙ әйҙә өҙҙөрөп,
Һандуғасмы тиһендәр.
1-се АБ
Әйҙәгеҙ әле үҙегеҙ әҙерләгән шиғырҙарығыҙҙы һөйләгеҙ, ә Ҡыш бабай ултырып тыңлаһын, һеҙгә бүләк таратһын.
(Мәскәй әбей каждый раз просит конфету, а ДМ просит чтоб она стихи рассказала.)
Мәскәй әбей : Ладно, я вспомнила один стишок. Можно я расскажу, только ты мне дашь самую вкусную конфету!
Ҡыш бабай, Ҡыш бабай,
Замечательный бабай!
Йырланым да , бейенем дә,
Күстәнәстәр бир, давай!
2-се АБ: Теле барҙың көнө бар тиҙәр. Һин дә кәнфитлек ятлағанһың. Бына бит, башҡортса өйрәнә башлағанһың! Ә уҡыусылар менән мәктәпкә йөрөһәң, күберәк тә белерһең, этлеккә лә ваҡытың ҡалмаҫ! Әйҙә беҙҙең менән йырлап та ал, Мәскәй әбей!
Күмәк йыр:
Ҡыш бабай. Ай, афарин, балалар! Йырланыҡ та, бейенек тә, ә хәҙер уйнап та алайыҡ.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу төрлө уйындар уйнаталар.
Балалар һөнәрҙәрен күрһәтәләр.
Ҡыш бабай. Афарин, балалар, бик аҡыллы, зирәк икәнһегеҙ. Ҡайҙа әле, Ҡарһылыуым , балаларға тип килтергән бүләктәрем. (Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бүләктәр тараталар)
Йыр . Ай, Ҡыш бабай.
Ҡыш бабай. Һеҙҙе барығыҙҙы ла яңы йыл менән ҡотлайбыҙ. Ҡыйыу батыр улдар һәм матур ҡыҙҙар булып үҫеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ә хәҙер һеҙҙең менән
Етте хушлашыу мәлебеҙ
Киләһе йыл тағы ла
Осрашырбыҙ әле беҙ.
Ҡәҙерле балалар, мин һеҙгә киләһе йылдың хужаһы – этте ҡалдырам.
Эт
Һау-һау! Килде Эт йылы!
Аҡ булһын уның юлы.
Теләйем һеҙгә һаулыҡ,
Туғанлыҡ, тоғро дуҫлыҡ!
Эт йылы тип өркмәгеҙ,
Этләнербеҙ, тимәгеҙ.
Тирләп-бешеп эшләгеҙ ҙә,
Тәмләп-тәмләп эшләгеҙ!
Ҡарһылыу.
Һау булығыҙ йәнлектәр
Һау булығыҙ, балалар.
Башҡа урындарға ла
Беҙҙең бараһыбыҙ бар.
Бөтәһе лә.
Һау бул, Ҡыш бабай!
Һау бул, Ҡарһылыу!
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сығып китәләр.
1-се алып барыусы.
Хөрмәтле балалар, атай-әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Һеҙҙе яңы йыл байрамы менән ҡотлайбыҙ. Яңы йыл менән!!!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ололар көнөнә байрам сценарийы.
Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы....
Бирги класстарга тураскааткан байырлалдын сценарийи "Бичии хогжумчу"
Сценарий посвещения первоклассников ДШИ ...
Белем иленә рәхим итегеҙ! 1-се кластар өсөн асыҡ ишектәр көнөнө байрам сценарийы.
Буласаҡ беренсе кластар һәм уларҙың ата- әсәләре өсөн асыҡ ишектәр көнөнә әҙерләнгән байрам...
Шагаа сценарийи
Класстан дашкаар Шагаа сценарийи...
Ололар өсөн Яңы йыл сценарийы, 2015 йылды ҡаршылау
Ололар өсөн Яңы йыл сценарийы интернеттан алынып, бер аҙ үҙгәртелеп руссанан башҡортсаға тәржемә итеп яҙылды, ярҙамым тейер, тип ышанам...
«Шаг чаагай, шагаа чаагай !» Улуг болуктун уругларынын «Шагаа» байырлалынын сценарийи.
«Шаг чаагай, шагаа чаагай !»Улуг болуктун уругларынын «Шагаа» байырлалынын сценарийи.Шагнын чаагай эргилдезиШагаа хуну унуп келдиЧанчыл ындыг артыш-санынЧаагай чыдын айдызаалы !...
"Әлифба байрамы" сценарийы
ӘЛИФБА байрамы сценарийы...