"Россия устремленная в будущее"
классный час (3 класс) по теме

Исламгулова Газима Бариевна

Конспект классного часа на тему "Россия устремляннняя в будущее "Класс 3 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл rossiya_ustremlennaya_v_budushchee.docx33.59 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа д. Башкирская Ургинка

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан

Тема:  “Киләсәккә     ынтылыусы Рәсәй”

3 класс

Класс етәксеһе:  Исламғолова Ғ.Б.

2017

Маҡсат:1)Тыуған ил тураһында киңерәк мәғлүмәт биреү маҡсатында әҙәби     сығанаҡтарға мөрәжәғәт итергә өйрәтеү,белемдәрен тәрәнәйтеү;

2) Балаларҙа гражданлыҡ хистәре уятыу,киләсәккә ынтылыш булдырыу,маҡсатлы йәшәүгә теләк тыуҙырыу;

3)Тыуған ил менән хаҡлы ғорурланыу,уға ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләү; Йыһазландырыу: плакаттар,карточкалар,ноутбук,гимн,атрибуттар

 Барышы:

1.Ойоштороу моменты.(Класс биҙәлгән. Гимн ишетелә.Баҫып тыңлайҙар.)

Хөрмәтле уҡыусылар ,һеҙҙе яңы  2017/2018 уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым!Бөгөн һеҙҙең өсөн шатлыҡлы ла, сөнки беҙ тағы ла осраштыҡ ,бер аҙ моңһоу ҙа ,сөнки йәйге каникул тамам,көн. Моғайын һеҙ бер-берегеҙҙе һағынғанһығыҙҙыр. Мин дә һеҙҙе көтөп алдым.

Бөгөн илебеҙҙең президенты  ҡарары буйынса бер темаға класс сәғәте  үткәрәбеҙ.Тиҙ генә төркөмдәргә бүленеп ултырайыҡ. ( Карточкалар менән эш)

а) Теманы билдәләү

Алфавиттан ярашлы хәрефтәрҙе табып яҙ.

http://www.pvsm.ru/images/sozdanie-bashkirskoi-raskladki-dlya-Mac-OS-X-2.png

14

12

16

40

24

40

14

14

40

37

18

26

37

16

37

27

24

37

23

40

24

40

13

Киләсәккә ынтылыусы Рәсәй.

Б) Маҡсатҡа сығыу

-Нимә тураһында һөйләшербеҙ?

2. Төп өлөш.

Рәсәй тураһында нимә беләһегеҙ?

Иптәштәрегеҙҙе тыңлайыҡ әле.

-Рәсәй- иң ҙур территория биләп тора.Донъяла иң ҙур боҙлоҡ,тайга,тундра майҙаны.

-Рәсәй нефть табыу буйынса донъяла 1 урында тора.

- Урман һәм ҡара ер майҙаны буйынса донъяла иң ҙуры.

-Урман һәм запас һыу ресурстары буйынса донъяла 1 урын.

-Шәкәр сөгөлдөрө,арыш,ҡара бойҙай ,көнбағыш үҫтереү буйынса алдынғы урында тора.

-Фәнни-техник өлкәлә лә Рәсәй донъя лидеры булып тора.

-Йыһан  биләмәләрен яулауҙа ныҡлы урын яулаған.

Ошо өлкәләрҙәге уңыштар артында төрлө һөнәр кешеләре тора.

3. Уйын «Кем буласаҡһың?»

- Мәктәпте тамамлағас,ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ?

-Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын өсөн нима эшларга кәрәк?

-Бөгөн һеҙ уҡыусылар,ә киләсәктә-табип,музыкант,шофер,хәрби кеше,уҡытыусы,һатыусы һ.б.Илдең киләсәге һеҙҙең ҡулда.

- Киләсәкте күҙ алдына килтерәйек.

4. Балаларҙың сығышы.

Темалар “Мәктәп киләсәктә”, “Ауыл минең хыялымда” ,”Әгәр мин президент булһам”

5.Йомғаҡлау

- Киләсәктә беҙҙең планета,Рәсәй,Башҡортостан,беҙҙең ниндәй булыуы һеҙҙең ҡулда.Һеҙ- Рәсәйҙең киләсәге!

 (Балалар башҡарыуында Гөлнара Хәлфетдинова һүҙҙәре, Гөлдәр Ишҡыуатова көйө“Минең Ватаным” йыры.)

Минең Ватаным

1.Тауҙар, урмандар,

Таҙа урамдар.

Ҡояш – ямғырҙар,

Ҡарлы бурандар.

Ҡушымта:

Минең Ватаным был –

Тәрән тамырым.

Бәхетемде ситтә түгел,

Һиндә табырмын.

2. Бүре, айыуҙар,

Ялтыр балыҡтар.

Ҡыҙҙар, малайҙар,

Төрлө халыҡтар

                                                      Ҡушымта


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Россия , устремленная в будущее

презентация к уроку 1 сентября 2017 года...

Россия, устремленная в будущее.

Цели: Приобретение учениками новых знаний, не входящих в школьную программу;Формирование позиций к разным явлениям окружающей действительности;Развитие привычки обдумывать свое жизнь, пове...

Классный час на тему: "Россия устремленная в будущее".

Данная презентация содержит весь материал для знакомства с нашей Родиной....

Россия, устремленная в будущее

laquo;Россия, устремленная в будущее», тематический классный час, на 1-е сентября....