Инәйемә шиғырым
статья на тему

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Инәйем Байрамғәлина Әҡлимә Алсынбай ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә, 1939.15.05 - 1996.04.02

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл iny_hine_haman_kotbez_28.01.2016_yyl.docx16.22 КБ

Предварительный просмотр:

Инәй, һине һаман көтәбеҙ

Зилдә Мәүлитова, 28.01.2016 йыл

Йүгереп килеп керҙең, инәй,

Хәл белергә  ҡабалан.

Иртәгә һин  китәм, тинең,

Магниттағы ҡыҙыңа.

Февраль айы...Аҡман-тоҡман...

Күҙ асҡыһыҙ буранда

Сығып киттең, тыңламаның,

Бәпәй көтә, тип, унда.

Аймылышып ҡуйҙығыҙ һеҙ

Бер-берегеҙҙе  күрә  алмай.

Ҡыҙың балаһын һуңғы юлға

Оҙатып килде... уйламай.

Бер гонаһһыҙ сабыйҙы

Алды  Ер ҡуйынына.

Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй –

Барып яттың  янына.

Инде бына егерме йыл

Көтәбеҙ, инәй, һине...

Шул сабый өсөн  көйөп

Ҡалдырып киттең беҙҙе...

Ауырының  һин, өндәшмәнең,

Тешләндең, ләкин түҙҙең.

Һигеҙ балаға ғүмер биреп,

Барыһын кеше иттең.

Зәмирә ҡыҙың, етмәһә,

Яңылышып ҡуйҙы шул.

Сәбәбе лә шул булғандыр...

Йәшәнең бары дүрт йыл.

Һигеҙебеҙ һигеҙ яҡтан

Әллә ҡаңғырттыҡ микән.

Рәхмәт, инәй, йәшәйем

Һин биргән аҡыл менән.

Бәлки, шулай кәрәктер, тип

Уйлағандыр  Хоҙай ҙа.

Үҙҙәре йәшәп ҡараһын, тип

Беҙҙе, әллә, һынайҙыр.

Инәй, бер ҙә бирешмәнем

Хоҙайҙың һынауына.

Тыныс ҡына йоҡлайһың

Ышанып һин ҡыҙыңа.

Нисә туй, нисә ҡоҙалыҡ –

Барыһы үтте баштан.

Инәй урынына ҡалған бала

Сыҙамлы була таштай.

Татыу ғына йәшәйек, тип

Туғандарҙы тотамын.

Аңлағандары бергә -

Ярҙам ҡулы һуҙамын.

Әрүахтар рухына тип

Уҡытып торам аят.

Һине йыл да иҫкә алғас,

Донъям да алға бара.

Ҡасандыр, тим, осрашырбыҙ

Һөйләшербеҙ  бик оҙаҡ.

Арҡамдан да һөйөрһөң -

Тик бөгөн түгел – аҙаҡ.

Атай ҙа хәҙер эргәңдә

Беләлер һинең тәмең.

Һинән ҡалып ун йыл буйы

Тапманы донъя йәмен.

Тыныс йоҡла, ҡыҙың үҙе

Инде хәҙер өләсәй.

Тик һин генә килмәйһең,

Эсәр инек бергә  сәй.

Иң яҡшы кешеләрҙе

Алалыр инде Хоҙай.

Риза булып йәшәйбеҙ

Артығын һорап булмай.

Йүгереп килеп керҙең, инәй,

Хәл белергә  ҡабалан.

Һине һаман көтәбеҙ

Магнит тигән ҡаланан.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Арыстан мен тышқан" мысал С. Торайғыров

"Арыстан мен тышқан"  мысал  С. Торайғыров...

С.Торайғыров "Арыстан мен тышқан" мысал

С. Торайғыров "Арыстан мен тышқан" мысал...

«Җырым аша белсен халкым» Ф.Кәрим иҗаты

Әдәбиятыбызда җуелмас эз калдырган патриот шагыйрь һәм каһарман солдат-Фатих Кәрим  иҗаты  белән танышу...