Сценарий последнего звонка "Прощай, школа!"
учебно-методический материал на тему
Сценарий последнего звонка "Прощай, школа!" на башкирском языке
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
hungy_kyngyrau_bayramy_stsenariyy.docx | 46.59 КБ |
Предварительный просмотр:
1 а.б.: 2-се а.б. -2014 йылғы сығарылыш уҡыусыларының һуңғы ҡыңғырау байрамын асыҡ тип иғлан итәм.
(гимн яңғырай).
Май ҡояшы иркә нурҙарында
Алып килгән саҡта йылылыҡ,
Беҙ мәктәпкә бөгөн тантаналы
Һуңғы ҡыңғырауға йыйылдыҡ.
2 а. б. Мәктәп, мәктәп… Һинең залдарыңда
Күпме ҡыңғырауҙар ишеттек.
Тупһаң аша атлап инеү менән,
Беҙҙе яҡын күрҙең, иш иттең.
1 а.б.: Әйҙә, сыңла, геүлә, һуҙ йырыңды,
Мәктәбемдә һуңғы ҡыңғырау.
Зың-зың йырың минең тормошомда
Татлы бер моң булып яңғырар.
.
- алып барыусы:
Х әйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм уҡыусылар! Бөгөн һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә иң тантаналы һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе. Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ. Һуңғы ҡыңғырау ул беҙҙең өсөн урта мәктәпте тамамлап, ҙур тормошҡа, оло донъяға атлаған көндәрҙең ғәжәп матур ҙа, тынғыһыҙ ҙа, һоҡландырғыс та һәм ауыр ҙа булыуын иҫкәртеп тора кеүек. Был мәктәпте тамамлауҙың хушлашыу ауазы ла.. Хәҙер ошо тантанаға сәбәпсе 11 класс уҡыусыларын саҡырайыҡ!
(ҡул сабып 11 класс укыусыларын сығарыу).
«Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары» йыры яңғырай.
11 класс уҡыусылары:
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм,
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.
Ул көн ........ йылдың 1 сентябре ине. Ул көндө беҙ беренсе тапҡыр ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына мәктәпкә килдек, уҡыусылар сафына баҫтыҡ.
Йылдар, йылдар! Айҙар ғына һанап,
Ҡалай һеҙ бик тиҙ үтәһегеҙ.
Берҙә генә инек ҡасан әле,
ҙурайып та хәҙер киткәнбеҙ.
Ҡасан ғына әле, һәр нәмәгә
Аптырашып ҡарай-ҡарай,
Асҡан инек мәктәбебеҙ ишеген
Беҙ ... ҡыҙ һәм ... малай.
Ҡасан ғына әле, ҡасан ғына
Онотолоп «ҡасыш» уйнаныҡ.
Тын да алмайынса дәрестәрҙә
Серле әкиәттәр тыңланыҡ.
« Һуң аҙаҡ? Хәтерләгеҙ әле,
Беҙҙән йылғыр, шуҡтар булманы.
Пыр туҙышып шаярҙыҡ та көлдөк,
Буштан-бушҡа ғүмер уҙманы.
Үтте йылдар. Бына инде хәҙер
Сыңлай беҙгә һуңғы ҡыңғырау,
Алда торған ҙур юлдарға
Саҡырыусы изге заң булып.
А. Б. Мәктәп йылдары артта ҡала. Һәр минут, һәр сәғәт уларҙы тарих төпкөлөнә алып китә, беҙҙән алыҫайта.
Беҙҙән алыҫайтҡан һайын мәктәптә үткән көндәребеҙҙе иң бәхетле, кире ҡайтмаҫ бала сағыбыҙ итеп хәтергә алырбыҙ.
Хәтергә алырбыҙ иҫтәлекле ваҡиғаларҙы, мәктәп кисәләрен, ҡыҙыҡлы дәрестәрҙе. Шул дәрестәрҙе биргән уҡытыусылар беҙҙең күңелдә мәңгегә тороп ҡалыр. Ҡотлау өсөн һүҙ мәктәп директоры Солтанбаев Юлай Вәли улына бирелә.
( икенсе ҡағыҙҙан уҡыу)- теләк, напутствие
алып барыусы Сығарылыш синыфтары,
Килде көткән көнөгөҙ.
Ваҡыт үтте, хәтерегеҙҙәлер
Яңы килгән инегеҙ.
Ә хәҙер һеҙ белемлеләр,
Тәрбиәле, үҫкәнһегеҙ
Ҙур донъя киләсәгенең
Атып килгән сәскәһе һеҙ.
Ҡәҙерле, ун беренселәр! Бөгөн беҙҙе котларға ҡунаҡтарыбыҙ килгән. Һүҙ уларға.
А.б.Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ!Мәктәптә эшләү дәүерендә тормошоғоҙҙа үтә яуаплы, ҡыҙыҡлы ла көндәрегеҙ һанап бөтөргөһөҙ күп булғандыр. Һеҙ күпме кеше күңеленә изгелек орлоҡтары, юйылмаҫ эҙ һәм һуҡмаҡ һалғанһығыҙ. Ҡараһаң, бөгөн дә йөҙөгөҙҙә шул уҡ мөләйемлек, шул уҡ сибәрлек, шул уҡ осҡон сәсеп торған күҙҙәр.
11 кл. Әсәкәйем, алып ҡулдарымдан
Тәүге тапҡыр тәпәй баҫтырҙы.
Уҡытыусым, баштарымдан һыйпап,
Серле китап, дәфтәр астырҙы.
Ул өйрәтте хәреф юлдарынан
Үрмәләргә һәр саҡ юғары.
Бар йыһанды урап сыға икән
Китаптарҙың оҙон юлдары.
Шул юлдарҙан алға,ҡыйып ҡарап,
Беҙ атларбыҙ һәр саҡ күмәкләп,
Әсә кеүек яҡын уҡытыусы
Бара беҙҙе алдан етәкләп.
А. Б. Уҡытыусы! Ул-бөтә кешеләрҙең дә ғүмере буйы күңел түрендә серле моң һымаҡ һаҡланған иң яҡын кешеһе. Мәктәптә уҡып, тормош юлына аяҡ баҫҡан һәр кеше, нисә йылдар үтеп китһә лә, үҙенең тормоштағы уңыштары өсөн арымай-талмай үтә түҙемлелек менән белем, тәрбиә биргән уҡытыусыларына бурыслы һанай, уларҙы хәтеренә алған һайын, «Рәхмәт, һиңә, уҡытыусым!» тиеп ҡабатлай.
Ҡотлау өсөн һүҙҙе тәүге уҡытыусылары Исламғолова Ғәзимә Барый ҡыҙына бирәбеҙ.
11 кл. Беҙҙе ҡулға ҡәләм тоторға, аҙаҡ нисек яҙырға,
уҡырға, яҡшыны ямандан нисек айырырға өйрәткән тәүге уҡытыусыбыҙ Ғәзимә Барый ҡыҙына рәхмәт әйтәбеҙ!
“Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!” йыры.
11 кл. Кемдәр сирләп киткәндәр,
Кемдәр һуңлап килгәндәр.
Кемдәр 2 «сирткәндәр» -
Бөтәһен дә төпсөнөп,
Әсә кеүек ҡайғырта,
Класта тик етәксе генә.
Беҙҙең тәртибебеҙ һәм уҡыуыбыҙ өсөн янып-көйөп йөрөүсе, һәр аҙымыбыҙҙы күҙәтеп, яңылыштарҙан һаҡлаусы класс етәксебеҙ!
Мәктәп йылдарында һеҙ беҙгә терәк, кәрәк саҡта яҙғы елдәй йомшаҡ, ә ҡайсағында ҡырыҫ та булдығыҙ. Һеҙ беҙгә ел-ямғыр тейҙермәйенсә, үз балағыҙҙай яҡын күреп, ярҙам ҡулын һуҙҙығыҙ. Һеҙҙең аҡыллы кәңәштәрегеҙҙе, өгөт-нәсихәттәрегеҙҙе бер ҡайсан да иҫебеҙҙән сығармабыҙ. Рәхмәт Һеҙгә, барыһы өсөн дә!
5 кластан 11 класҡа тиклем беҙҙең класты етәкләгән, математика фәненең серҙәрен төшөндөргән Резида Әнүәр ҡыҙына :
Хөрмәтле уҡытыусым!
Сәскәләр менән бергә беҙҙән
ҡабул ит оло рәхмәт һүҙен.
Киләсәктә лә бирһен хоҙай
Һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ түҙем.
Егерме дүрте бөгөн майҙың
Иҫтә ҡалыр ғүмер-ғүмергә.
Һин, уҡытыусым, тормошомда
Гел булырһың күңел түрендә.
Йыр «Уҡытыусыма».
А.б. Ҡотлау өсөн һүҙ класс етәкселәре Йәмилова Резида
Әнүәр ҡыҙына бирелә.
( Резида Әнүәр ҡыҙы һүҙҙәре)
А. Б. Хөрмөтле уҡытыусылар!
Рәхмәт һеҙҙең барығыҙға ла, беҙгә, уҡыусыларға белем, тәрбиә биреүегеҙгә! Һеҙҙең алдығыҙҙа беҙ, һеҙҙең хеҙмәт емештәрегеҙ. Бөгөн һеҙгә, уҡытыусыларыбыҙ, нимә әйтһәк тә, аҙ төҫлө.
11 кл. Ихлас рәхмәтемде әйтер өсөн
Нисек кенә табайым һүҙҙәрен.
Бына бөгөн сәскә бәйләменең
Бирәм һеҙгә иң-иң гүзәлен.
Сәскәләрем бәлки а8латыр6ар
Хистәремдең иң-иң изгеһен.
Әсәйемдәй яҡын уҡытыусым
Тормошомдоң яҡты көҙгөһө.
Алығыҙ һеҙ бөгөн бүләк итеп
Сәскәләрҙең ошо бәйләмен.
Ҡаршылағыҙ тағын бик күп йылдар,
Һуңғы ҡыңғырау тауышын ишетеп.
( с әскәләр биреү)
А. Б. Бөгөнгө тантаналы көндә беҙ рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе ата – әсәләргә лә әйтәбеҙ.Улар беҙҙе матур кейендерҙе, тәрбиә бирҙе. Һеҙҙең йөҙөгөҙгә бер ваҡытта ла ҡыҙыллыҡ килтермәбеҙ.
Аҡыллы һүҙ ,алтын кәңәш
Ауыр саҡта ярҙам итәгеҙ.
Аҙашҡанда,аҡ юл күрһәтеүсе
Күңел күҙе- ул һеҙ икәнһеҙ.
Хөрмәтле атай-әсәйҙәр!
Арымай-талмай тәрбиәләүегеҙ, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап үҫтереүегеҙ, тырышлыҡтарығыҙ өсөн бөгөн һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Һеҙ һәр ваҡыт күңел түрендә булырһығыҙ, йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәбеҙ!
- алып барыусы: Ата – әсәләргә һүҙ…
- алып барыусы: һүҙ беренсе класс уҡыусыларына… (шиғырҙар)
11 класс уҡыусылары:
Бөгөн беҙ эстафетаны 1 класс уҡыусыларына тапшырабыҙ. Быйыл улар белем донъяһына сәйәхәткә сыҡтылар.
Дуҫтар!
Һеҙҙең ҡаршыла
Фән тауы ҡалҡып тора
Шул тауҙың иң түбәһе
Яҡтырып балҡып тора.
Һеҙ менәһе фәндәр тауы,
Бик бейек һәм бик текә.
Уның башына тик ҡыйыуҙар,
Тырыштар ғына менә.
Һеҙгә «4», «5» билдәләренә генә уҡыуығыҙҙы, уҡыуығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ.
А. Б. Ҡәҙерле дуҫтарым! Һеҙ тормоштоң иң мөһим, һис онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында, мәктәпте тамамлау алдында тораһығыҙ. Бөгөн һеҙ ун бер йыл буйына яңғыраған звонок тауышы менән хушлашаһығыҙ.Алда һеҙҙе ынтылаһы үрҙәр, яулайһы бейеклектәр, үҙ аллы тормош көтә.Беҙҙең мәктәпте данлап, тормошта үҙ урынығыҙҙы табып, данға лайыҡ кешеләр булып китеүегеҙҙе теләйебеҙ.Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Эх, бала саҡ үткән һуҡмаҡтарҙан,
Ялан аяҡ йүгереп үтергә.
Бар доняъны онотоп, сабый булып,
Күбәләктәр ҡыуып китергә.
Уҡыусылар хушлашыу вальсын башҡаралар.Ҡоштар осороу.
11 класс уҡыусылары:
Хуш, мәктәбем! Моңһоу ғына
Шул һүҙҙәрҙе ҡабатлайым.
Таныш һуҡмағымдан бөгөн
Һуңғы тапҡыр мин атлайым.
Хуш, уҡытыусым! Рәхмәт һиңә
Биргән өсөн белем, аҡыл.
Һәр ваҡытта ла һин беҙгә
әсәй кеүек булдың яҡын.
Бөгөн һуңғы звонок тантанаһында
Йөҙҙәребеҙ нурға күмелгән.
Беҙҙе – мәктәп тамамлаусыларҙы
Тәбрикләйҙәр ысын күңелдән.
Хуш, мәктәбем! Хуш, уҡытыусым!
Шул һүҙҙәрҙе моңһоу ғына ҡабатлайым.
Тормош юлы бөгөн китә һинән,
Киләсәккә инде мин атлайым.
«Мәктәбем» йыры
Уҡытыусым!
Буш класҡа инеп уйға талдың,
Бөгөн хәтерләйһең кисәне,
Таралышҡан үҫмерҙәрҙе барлап,
Күңелең генә әллә нишләне.
Буш парталар, буш класҡа ҡарап,
Уйҙарыңды төбәп алыҫҡа
Ултырғанда, һәйкәл ҡуйыр инем
ҡулдарымдан килһә шул саҡта.
Ерҙең күсәренә ҡуйыр инем,
Хата мәңгелектең үҙенә.
Яҙып ҡуйыр инем алтын менән
«Уҡытыусы» тигән һүҙ генә.
алып барыусы: Сығарылыш класс уҡыусыһы!
Бөгөн беҙҙең мәктәптә байрам, моңһоу ҙа, тулҡынландырғыс та. Тулҡынландырғыс, сөнки һеҙ мәктәпте тамамлап, ҡулығыҙға өлгөргәнлек аттестаты алаһығыҙ. Моңһоу, сөнки һеҙ мәктәпкә һуңғы тапҡыр уҡыусы булып килдегеҙ һәм унан оло тормош юлына аяҡ баҫаһығыҙ. Бөгөн һеҙ мәктәп менән, бәхетле баласаҡ менән хушлашаһығыҙ. Бөгөн мәктәптә - һуңғы ҡыңғырау, ләкин тормошоғоҙҙа ул һуңғыһы булмаһын.Алған белемдәрегеҙ һеҙҙе һәрсаҡ алға әйҙәп торһон!Хәйерле юл , һеҙгә!
Ҡыңғырау сыңлатыу.
- Ошоноң менән беҙҙең 2014 йылғы сығарылыш уҡыусыларының һуңғы ҡыңғырау байрамына арналған тантаналы линейкабыҙ тамам. К иләһе уҡыу йылында осрашҡанға тиклем.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий "Последний звонок в начальной школе".
Радостно, торжественно и немного грустно прощаться с классом. Но время прошло и дети выросли. Данная разработка поможет организовать последний школьный праздник в начальной школе "Последний звонок"....
Сценарий "Последний звонок в начальной школе"
В сценарии использованы стихотворения и песни по теме праздника....
Сценарий последнего звонка в начальной школе.
На празднике участвовали обучающиеся 4 "А" и 4"Б" классов...
Сценарий последнего звонка для начальной школы
Праздник для учащихся 4 классов...
Сценарий последнего звонка в начальной школе. 4 класс
Данный материал поможет учителю 4-го класса провести праздник "До свидания, начальная школа!"...
Сценарий последнего звонка в коррекционной школе.
Сценарий разработан для детей с ограниченными возможностями здоровья, обучающихся по адаптированной общеобразовательной программе....
Сценарий последнего звонка в начальной школе
Телекомпания НТВ – Нижневартовское телевидение выпускников...