Праздник Урожая в начальной школе
материал (3 класс) на тему
Наша школа традиционно отмечает этот праздник. Сценарий на башкирском языке.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
stsenariy_osen_14_god.docx | 25.09 КБ |
Предварительный просмотр:
Ишембай районы Сәлих ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Мөхәмәҙуллина Айһылыу Юныс ҡыҙы
Көҙгө байрам “Уңыш байрамы”
Күңелле йыр яңғырай.
- Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Эфирҙа “Сәңгелдәк тапшырыуы. Әлбиттә беҙ бөгөн “Уңыш байрамы” тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
- Эх, көҙ, көҙ, көҙ! Кемдер уның килеүенә ысын күңелдән шатлана, ә кемдер моғайын, көйөнәлер. Сөнки көҙҙө моңһоу, һағышлы тиҙәр. Ләкин нисек кенә булмаһын, һәр йыл миҙгеленең матурлығы бар.
- Мәҫәлән, ҡыш етеүгә бар тәбиғәт үҙенең аҡ мамыҡ юрғанын ябына, яҙын бар тәбиғәт йәшеллегенән күҙҙәр ҡамаша, ә йәйен ҡоштар йырын тыңлап хозурланаһың. Көҙҙөң дә үҙ матурлығы бар, дуҫтар. Алтынға мансылған урмандар, баҡса тулып өлгөргән емеш-еләктәр ҡайһы йыл миҙгеленә хас.
Һары күлдәктә Фаягөл һәм Әлфинә сыға.
- Һаумыһығыҙ, минең дуҫтарым! Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Мин һеҙгә ҡунаҡҡа килдем. Бөгөн бөтә ерҙә байрам, сөнки игендәр, йәшелсәләр йыйылып алынған, шуға бөтә кеше шатлана. Инде ҡышҡа әҙерләнергә лә ваҡыт, ул оҙаҡ көттөрмәҫ, килеп тә етер.
- Һаумыһығыҙ, яҡын дуҫтарым!
Һеҙҙе һағынып килдем мин,
Һеҙгә аяҙ көндәр менән
Байлыҡ та килтерҙем мин.
Мин көҙ ҡыҙы – Көҙһылыу.
- Мин, Сөмбөлә, киләм һеҙгә
Көҙгө байлыҡ ҡулымда.
Муллыҡ менән байлыҡ теләйем,
Кем осраһа юлымда.
Келәт тулы арыш, бойҙарҙарым,
Тау-тау булып өйөлгән.
Алмалы тулы ботаҡтар
Ергә саҡлы эйелгән.
Ҡыр ҡаҙҙары, бөгөн епкә теҙелеп,
Йылы яҡҡа табан үттелә.
Ҡанаттарын ҡағып, һаубуллашып,
“Яҙ ҡайтырбыҙ!” – тип киттеләр.
Хушығыҙ, хуш, матур ҡыр ҡаҙҙары,
Һау-сәләмәт осоп барығыҙ.
Ә беҙ бында, матур мәктәптә
Рәхәтләнеп белем алырбыҙ.
Йыр “Хушығыҙ” Г.Ишҡыуатова.
- Көҙ көндәре бик күңелле,
Бик күп емештәр бешә.
Помидор, ҡарбуз өлгөрә.
Алмалар өҙөлөп төшә.
Арыш, бойҙарҙар менән,
колхоз келәте тула.
Яҡшы эшләгәс, уңыш күп,
Бар кеше лә бай була.
- Күрегеҙсе, күрегеҙ
Өҫтәлгә икмәк килгән!
Ниндәй матур күпергән!
Ул беләһегеҙме, үҙ юлында
Күпме хеҙмәтте күргән!
Икмәк баҫыуҙа үҫә
Унан келәткә күсә,
Унан һуң мейестә бешә,
Ҡыҙарып мейестән төшә.
Шунан килә өҫтәлгә,
Беҙгә ҡеүәт өҫтәргә.
Икмәк булһа табында,
Булдырам мин барһын да. (Икмәкте өҫтәлгә ҡуя).
- Күрегеҙсе, күрегеҙ;
Өҫтәлгә икмәк килгән!
Беләһегеҙме, үҙ юлында
Ул күпме хеҙмәт күргән!
Икмәк – беҙҙең кешеләрҙең
Иң беренсе изге ашы,
Яҡты ҡояшлы тормоштоң
Кешелектең изге ташы.
- Йәшәү сығанағы – Ҡояш нурын
Ер йылыһын һаҡлап үҙенә,
Күкрәктәргә терәп киҫер икмәк
Һәр табындың тора түрендә.
- Ҡотло булһын уңыш байрамы!
Кисәбеҙ оло йәмдәр биреп,
Биҙәп торһон көлтә бәйләме.
Йыр. “Көҙгө табын”.
Баҡсасы инә.
ҠЫҘ:
- Һаумы, баҡсасы,
Көттөңмө, һин мине?
Әсәйем ебәрҙе,
Күреп ҡайт, тип һине.
Баҡсасының хәлен белеп ҡайт тине.
Йәшелсәләр йыйып
Алып ҡайт, - тине.
Баҡсасы:
- Баҡсала күңелле,
Йәшелсә лә бик уңған.
ҠЫҘ кәрзингә йәшелсә, емеш йыя.
КӘБЕҪТӘ:
Мин булам кәбеҫтә,
үҙем гел йәшел төҫтә.
Күлдәгем күп ҡатлы,
Үҙем мин бик татлы.
Аштарға ла төшәм мин,
Бәлештә лә бешәм мин.
Сөнки мине балалар,
Көн дә көтөп алалар.
ҠЫҘ – Мин һине алырмын, кәрзинемә һалырмын.
ҺУҒАН:
- Минең исемем – Һуған,
Мин Һиндостанда тыуған.
Мине бик тә маҡтайҙар,
Шифалы тип атайҙар,
Салатҡа ла турайҙар,
Турағанда илайҙар.
ҠЫҘ – Һине лә үҙем менән алырмын һуған туған.
КИШЕР:
Минең исемем – Кишер,
Теләһәң былай бешер.
Теләһәң ашҡа тура.
Мине яратҡан бала
Оҙон ғүмерле була.
ҠЫҘ – Шулаймы ни? Бик һәйбәт!
ҠЫЯР менән ПОМИДОР:
- Мин булам ҡыҙыл помидор.
- Ә мин – йәшел ҡыяр.
Бергә:
Тәмле салат булһын өсөн,
Һин беҙҙе генә тура.
Бәлки беҙҙе лә алырһың,
Кәрзинеңә һалырһың.
ҠЫҘ – Ҡайғырмағыҙ, һалырмын,
Рәхәтләнеп алырмын.
СӨГӨЛДӨР:
Сөгөлдөр булам мин бына,
Мине бар халыҡ белә.
Төҫөм матур, үҙем тәмле,
Ашым була бик тәмле.
ҺАРЫМҺАҠ:
Минең күлдәгем бик аҡ,
Мин буламын Һарымһаҡ,
Мең серҙән дауа булам,
Мине алһаң да була.
ҠЫҘ – Алам, алам дуҫтарым.
Парлы уйын
Уйын башында баҡсаға Кәзә керә. Йәшелсәләр ҠЫҘҘЫҢ артына йәшеренә.
КӘЗӘ:
Мин – Кәзә-мәкәрәзә
Арыны тояҡтарым
Баҡса эсен гиҙгәнгә.
Яратам кишерен дә,
Яратам һуғанын да,
Кәбеҫтәһен, ҡыярын.
Яратам мин барында.
М-э-э-э, барығыҙ ҙа үҙемә,
Берегеҙҙе лә бирмәйем,
Көҙҙө һөҙөп үлтерәм,
Һеҙҙе ашап бөтөрәм.
Йәшелсәләрҙе ҡыуа башлай.
ҠЫҘ – Иламағыҙ, туҡтағыҙ,
Кәзәнән һеҙ ҡурҡмағыҙ.
Кәзә баҡсаға кергән,
Сыбыҡ татыйһы килгән.
Бына һиңә, бына һиңә!!! (Кәзәгә сыбыҡ эләктерә)
Һөт биреүен, бирәһең,
Ник баҡсаға керәһең?
Урлашыу бөтә уйың,
Бар үлән ашап туйын!
Юҡһа бына күрерһең,
Сыбыҡ тәмен белерһең.
Кәзә:
Мин бүтән улай булмайым,
Мин улар менән йырлайым.
Йыр “Көҙ”.
Уйындар.
- Бәрәңге, серле тоҡ, бында нисә бәрәңге?
- Рифмалы йомаҡтар.
А) Көҙгә лә һис, ҡышҡа ла һис ҡарамай,-
Һәр ваҡытта йәм-йәшел ул – (ҡарағай)
Б) Иген диңгеҙендә көҙөн
Йөҙә атай көн һайын;
Яҫма тулҡындарҙы йотоп,
Килә гөрләп (комбайн).
В) Һыуҙы бигерәк ярата,
Ҡороға сыға һирәк;
-Быжыҡ-быжыҡ! – тип ҡысҡырып,
Күлдәрҙә йөҙә (өйрәк).
Г) Саҡ ҡына һыуыҡ булһа ла,
Мейес башынан төшмәй –
Көн буйы йоҡо һимертеп
Ята ла ята (бесәй).
Д) Һеҙҙең ҡайһы берегеҙҙе
Өйгә керетә ҡыуып,
Ҡайһығыҙҙы танауынан
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий праздника урожая в начальной школе.
Сценарий праздника урожая в начальной школе с инсценировкой фрагментов сказок....
Праздник прощания с начальной школой "Начальная школа – пора золотая"
Торжественная линейка последнего звонка...
сценарий праздника Матери для начальной школы "Праздник наших мам".
Праздник Матери -самый молодой из всех наших традиционных мероприятий в школе, и в этом году его готовили учащиеся 2х классов. Вначале было много сомнений -справятся-не справятся дети?Но, поработав с ...
Сценарий праздника, посвящённого окончанию начальной школы «Ах этот миг волнующий» Автор Захарина Нина Леонидовна, учитель начальных классов МОУ Скоробогатовскоя общеобразовательная школа, Ковернинского района, Нижегородской области.
Сценарий выпускного в начальной школе. Представление со сказочными героями. Концертные номера весёлые и оригинальные....
Сценарий ко Дню урожая в начальной школе
Праздник ко Дню урожая, конкурсы и грамота победившим в конкурсе поделок...
Праздник прощания с начальной школой «Мы со школой начальной прощаемся…»
Праздник прощания с начальной школой....
Сценарий праздника прощания с начальной школой "Прощание с начальной школой»
Прощание с начальной школой»Цели: Донести до сознания детей, что окончание начальной школы и перехода в среднее звено – со...