Әсәйҙәр байрамы
план-конспект
Предварительный просмотр:
Әсәйем-алтыным берҙән-берем.
Максаты: уҡыусыларға әсәйҙәр яҡын,изге,ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү;
Уҡыусыларҙың иҗади һәләттәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.
Әкиәт: Тыңлауһыҙ ҡуян балаһы.
Бөтәһе бергә:
Беҙ ҡуяндар, ҡуяндар,
Бөтәбеҙ бер туғандар.
Эшләйбеҙ ҙә ял итәбеҙ,
Бөтәбеҙ ҙә уңғандар.
Әсә ҡуян:
Балаларым бик матур:
Өсөһө лә аҡ ҡына.
Ҡолаҡтары һаҡ ҡына
Тундары йомшаҡ ҡына,
Балаларым бик матур…
Ҡуян – ҡыҙҙар :
Беҙ матур шул,
Беҙ матур.
Ҡуян –малай
Юҡ һеҙ түгел,
Мин матур.
Мин матур!
Әсә- ҡуян:
Талашмағыҙ, һин дә матур.
Уйнайыҡ та көләйек
Өйөбөҙҙө йылытырға
Утын алып киләйек.
Ҡуян-ҡыҙ: Әйҙә әсәй!
Икенсе ҡуян – ҡыҙ: Әйҙә, әйҙә!
Ҡуян-малай:
Юҡ-юҡ, унда бармайым.
Уйнап ҡына торайым.
Ҡуян – ҡыҙ (асыуланып):
Әйҙә- әйҙә, ҡалмайһың!
Ҡуян- малай :
Бармайым! Юҡ, ҡулым өшөй минең.
Әсә- ҡуян:
Ярай, ҡалһаң да ярай,
Иллә ялҡауһың, малай.
Бөтәһе лә китәләр. Ҡуян-малайҙың тауышын ишетеп, төлкө килер сыға. Шыршы тирәләй Ҡуян- малайҙы ҡыуа башлай.
Ҡуян-малай:
Һәй, ҡотҡарығыҙ!
Әсәй!
Мине, эй,
Тәлкә тешләй!
Төлкө ҡуян малайҙың ҡолағынан эләктереп ала. Тартҡылашалар.
Ҡуян-малай: Ай- ай-ай!
Һыңар ҡолағы өҙөлөп ҡала.
Төлкө
Хи-хи-хи,
Хи-хи-хи...
Исемем минең төлкө.
Минең ҡулға эләкһәң һин,
Булырһың шулай көлкө.
Хи-хи-хи.
Ҡойроғом оҙон булһа ла ,
Һүҙҙәрем оҙон түгел.
Кемдәр әсәһен тыңламай...
Тоттом.... ашаным ҡуйҙым!
Бергә сығып баш эйәләр.
- Ни өсөн ҡуян малай төлкөнән ашала яҙа? Ысынлап та, әсәйҙәрҙе тыңларға кәрәк..
- Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,күкрәк һөтөн имеҙгән,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанган,тыуган телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә һеңдергән.Әсәйҙәрҙең һиңә кылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?
- Балалар, әйҙәгеҙ тиҙ-тиҙ генә берәмләп әйтеп сығайыҡ.
Һеҙҙе бөтөн ер йөҙөн биҙәгән Әсәйҙәр байрамы менән тәбрикләйбеҙ.Ҡәҙерләйеҡ беҙ әсәйҙәрҙе,ололайыҡ!Уларҙың ҡанаттары ҡайырылмаһын,тормош ауырлыҡтарынан иңдәре һығылып төшмәһен!Ҡатын-ҡыҙ һәр вакытта ла ҡатын-ҡыҙ булып ҡалһын!
- Хәҙер әсәйҙәренә бүләк итеп балаларыбыҙ һөйөү тулы шиғырҙарын ишеттерер.
Динар
- Тантана бөгөн ерҙә,
- Һәр кешенең йөҙөндә.
- Шатлыҡ урғый йөрәктән,
- Нур һибелә күҙҙәрҙән.
- Бөгөн һоҡланғыс байрам-
- Әсәйҙәребеҙ көнө.
Ильгиз
- Әсәй бит ул һәр кешегә
- Ғүмер бүләк итеүсе.
- Әсәй тиеп әйтеү менән
- Донъя нурға күмелә.
Вильдан
Ғумерем буйына
- Бурыслы мин уға
- Көслө һин, изге һин
- Бөйөк һин, әй-әсә!
- Йығылып илаһам,
- Абынып тормаһам,
- Ҡулыңды һуҙыусы
- Һин генә әсәйем!
Марат
Из цветной бумаги
Вырежу кусочек.
Из него я сделаю
Маленький цветочек.
Мамочке подарок
Приготовлю я.
Самая красивая
Мама у меня!
Радмир
- Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә
- Уларғалыр бөтә ауырлыҡ
- Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан
- Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.
Артур
- Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
- Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!
- Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!
- Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
- Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
- Афарин, егеттәр!
- Эйе, беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, яманлыҡтарҙан яҡлап, насар сирҙәрҙән ҡурсалап тороусы изгеләрҙән изге зат ул – әсәйҙәр. Әсәйҙәргә арнап йырҙар йырлағы ғына килеп тора, шулаймы ҡыҙҙар?
- Рәхим итеп тыңлағыҙ, яратҡан ҡыҙҙарығыҙҙан йыр бүләк.
Йыр “Әсәйем”
Сәскәләр матур булһа ла,
Бармы шаҡ ҡатырлығы.
Әсәйемдең күҙҙәрендә
Донъяның матурлығы.
Әсәйем-әсәйем- әсәйем
Таң елеләй наҙлы ҡулдарың.
Әсәйем тик һиңә бағышлап
Йырлайҙар яратҡан ҡыҙҙарың.
Ҡояштың яҡтылығына
Тораһы юҡ аптырап.
Әсәйемдең нурлы йөҙө
Ҡояштан да яҡтыраҡ.
Ҡыҙҙар бүләктәрен тапшыралар.
-Аллаһы Тәғәлә ҡатын-кыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле,һүҙсән,нәфис,хиссән итеп яралтҡан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы,сетерекле вазифаны - бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.
Бына ниндәй талантлы улдар тәрбиәләгәнһегеҙ. Рәхәтләнеп ҡул сабып ҡаршы алығыҙ, егеттәр бейей һеҙҙең өсөн. Бейеүҙең етәксеһе Динә Әхмәтйән ҡыҙы.
- Хөрмәтле әсәйҙәребеҙ!Һеҙ-тыйнаҡ та,һөйкөмлө лә, һеҙ-эшсән дә,түҙемле лә, һеҙ-иманлы ла, дарманлы ла. Һеҙ өйҙәребеҙҙең йәме,аштарыбыҙҙың тәме. Ҡатын-ҡыҙ- иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы ул . Дөнъя йөгөн һеҙ күтәргәнһегеҙ , ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйсә, һеҙ дөрләтеп тораһығыҙ.
Шиғырҙары аша үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә ғәзиз балаларыбыҙҙы саҡырайыҡ.
Ансар
Әсәй наҙы беҙгә кәрәк
Йылы һүҙе, ярҙамы
Бөтә эштә лә өлгөрә
Әсәйҙең алтын ҡулы.
Ильназ
Бәлеш һала, туҡмас киҫә
Тәмле аштар бешерә:
Торт яһаһа өҫтәренә
һырлап сәскә төшөрә.
Юлай
Аш - һыуына, тәм - томона
Бөтә халыҡ һоҡлана.
Шуға, алтынға тиң күреп,
Әсәй ҡулы маҡтала.
Б. Сулпан
Иң аҫылын йырҙарымдың
Йырлайым, әсәй, һиңә.
Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,
Сибәрһең, әсәй миңә.
Сынбулат
Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә
Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!
һәр ваҡыт эшсән булғанға,
Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!
Искандер
Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ
Иң беренсе һин беләһең.
Оҙон юлды яҡын итеп
Ваҡыт табып һин киләһең.
Рәзил
Кемебеҙҙә ниндәй ҡайғы
Әсәй, тәүҙә һин күрәһең.
ҡайғылырҙы таратырлыҡ
һүҙҙәр табып көс бирәһең.
Нурия
Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар
Күргән әсәй ғүмер эсендә.
Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,
Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.
- Әсә һәм бала!Улар бер бөтөн,айырылғыһыҙ.
Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағыла нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.
- Ҡәҙерле балаларығыҙҙан йыр - бүләк, рәхәтләнеп тыңлағыҙ!
Мамочка йырын малайҙар йырлай.
Зореньки краше и солнца милей
Та, что зовётся мамой моей.
Припев :
Мамочка, милая, мама моя,
Как хорошо, что ты есть у меня!
Ветер завоет, гроза ль за окном,
Мамочка в доме – страх нипочём.
Припев:
Мамочка, милая, мама моя,
Как хорошо, что ты есть у меня!
Малайҙар бүләктәрен тапшыралар!
- Дөньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,....йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.
Әсәйҙәренә һөйөүҙәрен бейеү аша еткерәләр беҙҙең ҡыҙҙар.
Афарин, ҡыҙҙар! Бейеүҙе ҡуйыусы Дина ахмктьяновна
Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине. Шулаймы, балалар! Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ рәхмәт һүҙҙәрегеҙҙе еткерергә.
Гөлиә
Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле
Һин ул әсәйем!
Иң яғымлы,иң һөйкөмлө
Һин ул әсәйем!
Таңдар ҙа нурлыраҡ,
Көндәр ҙә йылыраҡ,
Күңел дә йылыраҡ,
Янда һин булғанда
У. Артур
Ғумерем буйына
Бурыслы мин уға
Көслө һин, изге һин
Бөйөк һин, әй-әсә!
Алина
“Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,
Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел.
Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт
Әйтәбеҙ һиңә: мең рәхмәт!
Гүзәл
Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр
Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.
Арслан
Һинән дә яктыраҡ
Һинән дә якшыраҡ
Матурыраҡ кеше юҡ
Бөтә ер шарында.
Софья
Много мам на белом свете,
Всей душой их любят дети.
Только мама есть одна,
Всех дороже мне она.
Кто она? Отвечу я:
Это мамочка моя!
М. Гульсия
Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.
Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,
Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,
Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен
Әлимә
Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр
Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.
- Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә “әсәй”. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек.
Әсәй ул – һауа!
Әсәй ул – яҡтылыҡ!
Әсәй ул – бәхет!
Әсәй ул – йылылыҡ!
Әсәй ул – тыныслыҡ!
Һеҙгә булған мөхәббәтте балалар бейеү аша еткерергә теләйҙәр. Күмәк бейеү
Сценка “Терпекәй”
Йәшәгән, ти, урманда терпе. Бер көн терпе әсәһенә сәскә бүләк итергә уйлаған.
Терпе: - Һаумыһығыҙ, сәскәләр, фр – фр!
Сәскәләр: - Хәйерле көн, көн!
Терпе: - Сәскәләр, зинһар өсөн, әйҙәгеҙ минең әсәйемде ҡотлайыҡ.
Сәскәләр: - Беҙ риза, ә ҡайҙа барырға?
Шул ваҡыт урман эсенән Төлкө килеп сыға.
Төлкө: - Ниндәй тәмле, ням – ням.
Хәҙер мин һине ашайым, ам – ам.
Терпе: - Ай, мин ҡурҡам, фр – фр, ярҙам итегеҙ!
Терпе сәскәләр араһына йәшенә, төлкө сәскәләр тирәләй әйләнә лә китә. Урман эсенән Терпекәйен эҙләп Әсәй терпе сыға.
Әсәй төлкө: - Ниндәй матур сәскәләр, ә ҡайҙа һуң минең терпекәйем?
Терпе сыға.
Терпе: - Әсәй, мин сәскәләр араһында, фр – фр.
Әсәй, һине байрам менән ҡотлайым.
Хор менән : Байрам менән әсәйем!!!
Сәскәләр бүләк итеү.
Уйындар.
! сәскә йыйыу 3 +3
! кер элеү 3 + 3
! төймә баҫыу 3
!комплимент 8
! Бәләкәсеңде тап! 4
Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағы бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ!.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!!!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Әлифба байрамы
Праздник букваря проводится в 1-м классе.Әлифба байрамы на башкирском языке,проводилась в середине февраля,когда научились читать и писать.На праздник приглашаются родители.Дети показывают чему ...
Әлифба байрамы
Праздник прощания с букварем на башкирскомя языке...
Ҡаҙ өмәһе байрамы-йолаһы
Ҡаҙ өмәһе байрамын үткәреүселәргә ярҙамға! (на башкирском языке)...
Ҡорама ҡорау байрамы - йолаһы
Борондан килгән һәм онотолоп барған ҡул эшенә һәм сәнғәт төрөнә һөйөү уятыу. Туҙҙырғансы кеймәгән кейемдәрҙән ҡорамалар ҡорарға өйрәтеү. Матурлыҡты күрә белергә өйрәтеү....
Көҙгө бал байрамы конкурсы
Бәрәңге - ул икенсе икмәк. Бәрәңге аштарына конкурс төрҙәре...
Өләсәйем ҡурсағы байрамы
1.Балаларҙы ҡурсаҡтарҙың барлыҡҡа килеү тарихы, уларҙың төрҙәре һәм уларға бәйле халыҡ ырымдары менөн таныштырыу.2. ҡорамаларҙан ҡурсаҡ эшләү ысулын өйрәтеү һәм уларға һөйөү уятыу.3. Тыуға...
Һуңғы ҡыңғырау байрамы
Һуңғы ҡыңғырау байрамы 2014...