Әлифба байрамы
план-конспект

Ишкинина Светлана Галиевна

Әлифба байрамы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл lifba_bayramy.docx35.36 КБ

Предварительный просмотр:

Әлифба  байрамы

Уҡытыусының  инеш һүҙе.

    Хәйерле көн , хөрмәтле әҫәйҙәр, ҡәҙерле  балалар,  ҡунаҡтар.  Бөгөн  беҙҙә  ҙур  байрам-   Әлифба  байрамы. (балалар инеп теҙелә)

.Әлифба байрамы- уҡыусыларҙың ярты йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһау тантанаһы ул. Балалар уҡырға, яҙырға, әҙәпле булырга, өлкәндәрҙе һәм кескәйҙәрҙе ихтирам итәргә, коллектив менән дус һәм татыу йәшәргә, ирешкән уңыштарға шатланырға, ярҙамсыл булырға өйрәнделәр.  Беренселәрҙе  ошо  тәүге  еңеүҙәре  менән  ҡотлайбыҙ.

                      Күскәнме был залға донъяның бар йәме,

                      Күңелдәр түрендә Әлифба байрамы.

                      Был матур байрамға ҡушыл дуҫ,әйҙә әле.

                      Донъяны гөрләтһен әлифба байрамы.        

Укытыусы.  Уҡыусылар,  әлифба һеҙҙе  б ик  күп  нимәләргә  өйрәтте. Әйҙәгеҙ  Әлифбаны  байрамыбыҙға саҡырайыҡ.

Уҡыусылар барыһы бергә. «Ә-лиф-ба!

“Әлифба” китабы күңелсез генә керә.

Әлифба. Һаумыһығыҙ, минең  дуҫтарым һәм хөрмәтле ҡунаҡтарым!

Барыһы бергә. Һаумы, Әлифба!

Уҡытыусы: Иҫәнме, китап дуҫ! Һин ниңә былай күңелһеҙ?

Әлифба: Мин исемемде югалттым, озаҡ эзләнем, таба алманым.

Уҡытыусы:Ҡайғырма, китап дуҫ,  мин беләм һиңә нисек ярҙам итергә!Детектив саҡырырға!

Әлифба: Ҡайҙан табам һуң мин уны хәҙер.

Уҡытыусы: МИн дә уның номеры бар, шылтыратабыҙ хәҙер. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле детектив, һеҙгә беренсе класс уҡыусылары шылтырата, беҙгә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк.

детектив сыға.

Детектив:

Барығыҙға ла минән сәләм!

Елдәй етеҙ мин еләм!

Нимә булды? Ниндәй бәлә?

Әлифба

Исемемде юғалттым.

Детектив

Тәк-тәк-тәк. Исемемде юғалттың тиһең инде. Ел осороп алып китте инде, эҙҙәрен юйҙы инде.... Әһә белдем, бына күпме балалар ултыра, улар беҙгә хәҙер тиҙ генә ярҙам итә. Ярҙам итәгеҙме, балалар?

Улайһа, Һеҙ яуаптар  табыгыҙ,

Мин табышмак әйтәйем.

  1. Юк, аяғы, юк күҙе,

Һөйләй, өйрәтә үҙе.

Телгә унан оҫта юҡ,

Унан яҡын дуҫ та юҡ.          (Китап)

  1. Сумка тотоп керәһең,

Белем тейәп  сығаһың.       (Мәктәп)

В)Кто шагает с сумкой книг утром в школу? (ученик)

  1. Төрлөһө төрлө төҫтә,

                      Барыһы ла бер эштә.         (Буяу каләмдәре)

  1. Аҡ яланда ҡара малай,

Ҡыҙыу йөрөп,эҙ яһай,

Эҙ яһамай, һүҙ яһай.  (Ручка)

Е)  Аҡ ҡағыҙҙан тегелгән

Шаҡмаҡлы булла, ҡыя

Һыҙыҡлы ла булла ул

Һан, хәреф  уға һыя. ( дәфтәр)

Детектив:Афарин, балалар, һеҙҙән бик яҡшы детективтар сыға

Әлифбаның исеме нимә ярҙамында яҙылған булған икән?

Балалар :Хәрефтәр ярҙамында.

Хәрефтәр йүгереп сығалар.

Ә. “Әсәй” тип телем асылған,

Әсәй һөйгән, наҙлаған,

Ҡайһыбыҙ һуң дәфтәренә

Ә хәрефен яҙмаған?

Л.  Күҙҙәремдән йәштәр сыҡты

     Ҡапҡан инем лимонды.

     Һары булғас бик тәмле тип

     Белгән инем мин уны.

И.  Иген үҫкән, бейек үҫкән,

Башаҡтары тулып бешкән!

Комбайндар туҡтап тормай,

Ашлыҡ һуға йырлай-йырлай.

Ф.  Ябалаҡтың ҙур күҙҙәре

     Ялтырай ҡараңғыла.

     Ф хәрефенә бик оҡшаған

     Туп – тура ҡарағанда.

Б.  Һуҡ барабан, уйна борғо,

Бар кешеләр ишетһен,

Б-нан башҡа байрам юғын

Барыһы белеп торһон.

А.  Башланып китте уҡыуҙар

А тигән хәреф менән.

Атайҙарыбыҙ ҙа беҙҙең

Башлаған ана шунан.

Укыт.  Ниндәй һүҙ төҙөнөгөҙ уҡыусылар?

Детектив: Йә,  хәреф - дуҫтар, ҡайҙа инде китаптың исеме?

Әлифба: Бына бит минем исемем! Исемемде таптым! Мин бит -Әлифба! Ниндәй  ҙур шатлык! Рәхмәт, һеҙгә балалар!

Әлифба йыры

Әлифба:

Рәхмәт, балалар!

Бик матур йырлайһығыҙ,

Иҫемдә һәр берегеҙҙең

Күңелле йөҙҙәрегеҙ,

“Яҡшы” тигәс уҡытыусы

Йылмайған күҙҙәрегеҙ

Хәҙер инде ҙур үҫтегеҙ,

Уҡыусы булдығыҙ һеҙ

Төрлө-төрлө фәндәрҙе

Яратып уҡырһығыҙ һеҙ.

Юғалмаҫһығыҙ бер ҡасан да

Китап булһа дуҫығыҙ

Тырышлыҡ һәм сабырлыҡ

Булһа гел юлдашығыҙ.

  1. Алтын   яуған көҙгө көндә

   Тыйнаҡ үттек беҙ класҡа

   Әлифбаны ҡулға алдыҡ

    Әй  һөйөндөк  шулсаҡта

2.Әлифба,Әлифба,

Беренсе битеңде

Асҡан көн хәтердә

Зурбайрам шикелле.

3.Иң яҡын дуҫыбыҙ                                        4. Хәрефтәр бик матур

Булдың һин гел беҙҙең                                       Һүҙҙәргә әйләнде.

Һәр хәреф йылмайып                                         Һүҙ төҙөп уҡыуы

Әйтте үҙ исемен.                                                  Ҡыҙыҡлы,күңелле.

5.   Әлифбам, Әлифбам-

      Һин  тәүге китабым

      Хәрефтәр өйрәндем

      Шиғырҙар  ятланым

6.   Әлифбам, әлифбам

       Тылсымлы  китабым.

       Мин  һине  дуҫым  тип,

       Яратып  атаным.

7.    Яҙырға  өйрәттең

      “Әсәйем “ һүҙен  дә,

       “Атайым”  һүҙен  дә,

        Тырышам  үҙем  дә.        

8.Һәммәбеҙҙең үҙ урыны-

Барыбыҙ ҙа кәрәкле.

Беҙҙе Әлифба китабы

Дуҫ булырға өйрәтте.                                              

9. Белем алыу еңел түгел

Белем еңел бирелмәй

Яулай уны бары шулар

Кемдәр уңған,иренмәй.

10.Рәхмәт ,һиңә,Әлифбабыҙ                              

Белем иленең башы                                            

Асыштарҙың,табыштарҙың                            

    Бәхеттең нигеҙ ташы.                                         .

Хор менән : Рәхмәт, һиңә, Әлифба!

Уҡытыусы: Ә хәзер,  беҙ ата-әсәләребеҙгә , ҡунаҡтарға  нимәләр белеүебеҙҙе күрһәтеп, уларҙы ҡыуандырырға теләйбеҙ.

Әлифба: Тикшереп ҡарайыҡ әле, 

1)ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

1  Китап- белем шишмәһе.

2. Белеме барҙың- ҡәҙере бар.

3. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

4. Яҡшы һүҙ һөйөндөрә, яман һүҙ көйөндөрә.

2)Артыҡ хәрефте күрһәт.

-а, ә, о, у, ы;

-н, р, ж, л, м, ң, й;

-д, ф, к,  с, т, п, ҫ;

-ж-ш, з-с, г-к, ғ-ҡ, м-л;

-и, ү, ы, ә, ө, ә.

3) Һүҙҙәрҙән һан исемдәрен тап:

берҙәм, тун, көслө, алтын, йөҙгән, етегән, бишмәт.

Әлифба               Афарин , балалар!

                              Мин- Әлифба, Әлифба

        Бөтәһенә  лә  оҫта

        “А” –нан башланып  китәм

        “Я”- ға  хәтлем  юл  үтәм.

        Һәр  хәрефем  тылсымлы-

        Төшөнә  бар  ошоно.

        Минең  менән  кем  туған-

        Шул  була  тырыш, уңған.

        Шатлығым  ҙур-  барығыҙ  ҙа

        Көр  күңелле , иҫән-һау.

        Арағыҙҙа, миҫал  өсөн,

        Юҡ,  тапманым  бер  ялҡау.

Уҡытыусы: Әлифба байрамға АЗБУКА дуҫын да саҡырған.

АЗБУКА: Сказки вы читаете? Названия тоже знаете? Вот сейчас посмотрим. А я специально в названиях сказок все запутаю и перепутаю.

"Снежная

принцесса"

“Золотая  

Русалка”

"Красная

Кепочка"

«Курочка

РАЯ»



"Мальчик

и Карлсон"

"Сказка о

рыбаке и

рыбачке"

«Спящая

бабушка»

  1. Как хорошо уметь читать!

Не надо к маме приставать,

Не надо бабушку трясти:

«Прочти, пожалуйста, прочти!»

2.Не надо умолять сестрицу:

«Ну, прочитай ещё страницу!»

Не надо звать, не надо ждать,

А можно взять и почитать!

3.Башҡортса ла яҡшы бел

Урыҫса ла яҡшы бел

Икеһе лә беҙҙең өсөн

Иң кәрәкле затлы тел.

Песня : Дружба с букварем.

Билдәләр керә: “2” “3”билдәләре

3- Бөгөн байрам икән һеҙҙә

Килдек әле беҙ ҙә бына

Ҡарағыҙ беҙ ниндәй матур,

Мин йәйә, ә ул аҡҡош

2- Беҙҙе алыу бик еңел,

Кәрәкмәй тырышырға.

Кәрәк ялҡау булырға,

Һәм бик насар уҡырға.

Уҡытыусы: Балалар, был билдәләр менән дуҫ булабыҙмы? (ЮҠ)

“2” “3”билдәләре: Киттек улайһа,  дуҫтар эҙләргә.

“4”, “5” билдәләре керә.

4- Мин дүртле – яҡшы тимәк

Тырыштар янында мин.

Минең менән дуҫлашһағыҙ –

“Бишле”гә  йырак түгел.

5- Мин “биш” ле бик көслө

Юҡҡа ғына ҡуймайҙар

Кем тырыша, көс һала

Шулар минең ысын дуҫтар.

Уҡытыусы:

Балалар, был билдәләрҙе  дуҫ итәбеҙме?

Бергә: Эйе

Әлифба:

 Ысын дуҫтарҙы ямандан

Айыра беләһегеҙ икән

Гел шулай зирәк булыгыҙ,

Һынатмағыҙ, алға барығыҙ.

                                          Уҡырға  өйрәнгәс  инде

        Күп  китаптар  уҡырбыҙ.

        Әлифбаны  һәр  ваҡыт

        Күңелдәрҙә  һаҡларбыҙ.

Әлифба  

   Ярай, балалар,  мин  һеҙҙең  менән  хушлашайым.

Гел  шулай  тырыш  булығыҙ

Тырышты  һөйә  белем

Халҡым  шатланһын  һеҙгә

Ҡыуанһын  тыуған  илем.

БАЛАЛАР :    Һау  бул,    Әлифба.

Уҡытыусы:  Иң  тырыш,  уңған  уҡыусыларҙы  билдәләп, грамоталар тапшырыу өсөн һүҙ Уразаева Гөлдәр Таһир ҡыҙына бирелә .

Ата-әсәләрҙең дә ҙур ярҙамы бында бар.Балаларығыҙ өлгәшкән  уңыштарҙа һеҙҙең өлөшөгөҙ  баһалап бөткәһөҙ.!Әлифба байрамы менән һеҙҙе, Ҡәҙерле ата- әсәләр!

БАЛАЛАР. Беҙҙе уҡырға өйрәтеүҙә күп көс түгеүсе ата-әсәләребеҙгә ҙур рәхмәт.

--Хөрмәтле ,ата-әсәләр, әйҙә, рәхим итегеҙ, Һеҙҙең дә барҙыр әйтер һүҙегеҙ.

(Ата- әсәләр сығышы)

Уҡытыусы:

Гел  шулай  тырыш  булығыҙ

Тырышты  һөйә  белем

Халҡым  шатланһын  һеҙгә

Ҡыуанһын  тыуған  илем.

     

 Йөрәктәр ярһый

Бер теләк менән.

Вәғҙә бирәбеҙ

Мең йөрәк менән:

 Бергә:  Тырышып уҡырбыҙ! Яҡшы эшләрбеҙ!  Күңелле ял итәрбеҙ! Тиҙерәк  үҫәрбеҙ!

Сценка “Терпекәй”

Йәшәгән, ти, урманда терпе. Бер көн терпе әсәһенә сәскә бүләк итергә уйлаған.

Терпе:  - Һаумыһығыҙ, сәскәләр, фр – фр!

Сәскәләр:  - Хәйерле көн, көн!

Терпе:   -  Сәскәләр, зинһар өсөн, әйҙәгеҙ минең әсәйемде ҡотлайыҡ.

Сәскәләр:  -  Беҙ риза, ә ҡайҙа барырға?

Шул ваҡыт урман эсенән Төлкө килеп сыға.

Төлкө:  -  Ниндәй тәмле, ням – ням.

                Хәҙер мин һине ашайым, ам – ам.

Терпе:  -  Ай, мин ҡурҡам, фр – фр, ярҙам итегеҙ!

Терпе сәскәләр араһына йәшенә, төлкө сәскәләр тирәләй әйләнә лә китә.  Урман эсенән Терпекәйен эҙләп Әсәй терпе сыға.

Әсәй терпе:  -  Ниндәй матур сәскәләр, ә ҡайҙа һуң минең терпекәйем?

Терпе сыға.

Терпе:  -  Әсәй, мин сәскәләр араһында, фр – фр.

               Әсәй, һине байрам менән ҡотлайым.

Хор менән : Байрам менән әсәйем!!!

Йыр: Әсәйем гүзәлкәйем. (бүләктәрен тапшыралар)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Әлифба байрамы

Праздник букваря проводится в 1-м классе.Әлифба байрамы на башкирском языке,проводилась в середине февраля,когда научились читать и писать.На праздник приглашаются родители.Дети показывают чему ...

Әлифба байрамы

Праздник прощания с букварем на башкирскомя языке...

Әлифба байрамы

               Әлифба байрамы “Хәрефстан иле”нә сәйәхәт  Байрам бөгөн, байрам беҙҙә!Көттөк һине йыл буйы.Ҡотло булһын, ҡотло булһын,Беҙҙең...

Сценарий "Әлифба байрамы"

"Праздник Букваря" Әлифба байрамы (на башкирском языке)Для скачивания презентации на "Праздник букваря" пройдите по ссылке, которая указана ниже:https://cloud.mail.ru/public/2Bvs/LbzyGkRwr...

Әлифба байрамы

Үтелгәндәрҙе нығытыу менән бергә яңы ҡорама ҡорау биҙәге өйрәнеү...

Әлифба байрамы

Әлифбанан хәрефтәрҙе үтеп бөткәс үткәрелгән иртәлек...

"Әлифба байрамы" сценарийы

ӘЛИФБА байрамы сценарийы...