Әлифба байрамы
классный час (1 класс) на тему
Үтелгәндәрҙе нығытыу менән бергә яңы ҡорама ҡорау биҙәге өйрәнеү
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
lifba_bayramyna_dres_olgoho_5_aprel_2016yyl.docx | 33.57 КБ |
Предварительный просмотр:
Баш7ортостан Республика3ы Учалы районы муниципаль районыны8 муниципаль бюджет д0й0м белем бире1 учреждение3ы М29к21 ауылы урта д0й0м белем бире1 м2кт2бе
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы
Әлифба дәресе
1 класс
Дәрес төрө
Үтелгәндәрҙе нығытыу дәресе
Дәрес темаһыҮтелгәндәрҙе нығытыу менән бергә яңы ҡорама ҡорау биҙәге өйрәнеү
Дәрес маҡсаты
Белем биреү маҡсаты: өйрәнелгән темаларҙы ҡыҫҡаса иҫкә төшөрөү, уҡыусыларҙың белемдәрен нығытыу, башлаған ҡорама ҡорау эштәрен дауам итеү;
Үҫтереүсе: үтелгән темаларҙы ҡабатлағанда бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, өйрәнгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу;
Тәрбиәүи: ҡорама ҡорап әсәйҙәргә бүләк итеү.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса өйрәнелгән һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе ҡабатлау, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.
Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:
а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләү, булған белемдәрен барлау, баһалау;
б) танып белеү: ҡорама ҡорау өлгөһө буйынса эш итә белеү, һүҙҙәрҙән дөрөҫ һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү (төркөмләү, файҙалыһын һайлау);
в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.
Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: яҙ, йәй миҙгелдәре тураһында мәғлүмәт биреү, бүләк эшләргә өйрәтеү.
Йыһазландырыу
Мультимедиа проекторы, Ф.Ш.Сынбулатова “Әлифба” китабы, һүрәттәр, слайдтар, ҡорама ҡорау өсөн туҡыма, ҡатырға, ҡорама эштәре, ҡорама ҡорау биҙәктәре шаблондары
Дәрес этаптары
| |||||
№ | Слайд һаны | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге | ||
I.Ойоштороу моменты. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу | |||||
I. | 2 | Һаумыһығыҙ, балалар! | Һаумы, ҡояш! Һаумы дуҫым! Һаумыһығыҙ, уҡытыусым! Мин сәләмәт, мин матур Салауат кеүек батыр. Ҡыңғырау шылтырағас, Беҙ ултырҙыҡ дәрескә. Китап, дәфтәрҙәр әҙер Тотонабыҙ беҙ эшкә. Сәп-сәп сәпәкәй Мин түгел бәләкәй. Китаптар миңә бүләк Һаҡлап тоторға кәрәк. | ||
II. | Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр Хәрефтәр иленә сәйәхәт | ||||
3-4 | - Әлифба дәресенә беҙгә көн дә бер хәреф ҡунаҡҡа килде. Беҙ уларҙы өйрәндек, хатта һәр бер хәрефтең шиғырҙарын да беләбеҙ - Әйәҙәгеҙ, ҡайһы бер хәрефтәрҙең шиғырҙарын иҫкә төшөрөп алайыҡ. | Бергәләп яуап бирәләр: Аа хәрефе Алма беш ауыҙыма төш. Фф хәрефе Фил ниңә бер ҙә ятмай, Фил аяғөҫтө йоҡлай. Вв хәрефе Вагондар уҙып бара Вәли ҡул болғап ҡала. Һһ хәрефе Һары сәскә атты көнбағыш, Һары нурға батты көнбайыш. Чч хәрефе Чечнянан беҙгә ҡунаҡҡа Чечен малайы килгән. Кк хәрефе Кәзә көтөүҙән ҡайтышлай Баҡсаға инеп киткән. Рр хәрефе Рәхәтләнеп рәсем яһай Дәфтәренә Рәшиҙә. Мм хәрефе Мыраубикә бик иркә Мейестән төшмәй һис тә. | |||
5 | -Бик шәп, балалар. Дәрестә таҙа һөйләшеү өсөн, телебеҙҙе шымартып алдыҡ. -Алфавитты иҫкә төшөрәйек әле. Башҡорт алфавитында бөтәһе нисә хәреф бар? -Кемегеҙ ятҡа һөйләп ишеттерер? -Күмәкләп һөйләйек әле. | - Башҡорт алфавитында бөтәһе 42 хәреф бар. (Алфавитты тәүҙә бер уҡыусы һөйләп ишеттерә) (Күмәкләп ятҡа һөйләйҙәр) | |||
6 | -Ә хәҙер ошо һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ әле. -Ниндәй һүҙҙәр икән былар? Һәм ни өсөн? Был һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөйөк әле.
| әсәй атай ер һыу һауа ҡояш икмәк -Был һүҙҙәр - изге һүҙҙәр. Сөнки, уларһыҙ йәшәп булмай. Мин әсәйемә ярҙамлашам. Атайым менән балыҡҡа йөрөйөм. Ер йөҙөндә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын! Яҙ көнө һыуҙан һаҡ булыр кәрәк! Күберәк саф һауала уйнар кәрәк. Йәй көнө ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра. Икмәк бөтәһенә лә баш. | |||
7 | -Ә был һүҙҙәр тураһында ни әйтерһегеҙ? -Бөгөн беҙ кемгә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ? Ни өсөн? | Һаумы Һау бул Рәхмәт -Был һүҙҙәр – тылсымлы һүҙҙәр. -Әлифбаға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ, сөнки уҡырға, яҙырға, хатта ҡорама ҡорарға өйрәтте. | |||
-Әйҙәгеҙ, балалар, Әлифбаға рәхмәт әйтеп, уға йыр йырлап ишеттерәйек. | («Әлифба» йырын башҡаралар) | ||||
Уҡыусыларҙы эшкә әҙерләү. Ыңғай психологик фон (климат, комфорт) тыуҙырыу. | |||||
8-9 | -Балалар, беҙ әлифба дәресендә лә, математика дәресендә лә боронғо башҡорт халыҡ ижадының бер ҡул эшен өйрәндек. Ниндәй эш ине әле ул? -Дөрөҫ, ҡорама ҡорау эше. Әйтегеҙ әле, был ниндәй ҡорама биҙәге? Ни өсөн улай атала? -Был биҙәк нимәгә өйрәтә? | - Ҡорама ҡорау эше -Бүрәнәле өй. - Өйҙөң уртаһында мейес, ул ҡыҙыл төҫтә, тирә яғында бүрәнәләр. Уны рәт буйынса һалабыҙ. Әгәр уртаһында күк квадрат булһа, ул – һыу була. - Был биҙәк, ҙурайғас өй һалып керергә өйрәтә, өй ошо ҡорама кеүек матур булырға тейеш. | |||
10 | -Ә был ҡорама биҙәктәре нисек аталды? | -Был ҡорама биҙәктәре - «Шахмат», «Карап», «Йөрәк», «Алмаз» тип аталды. «Алмаз» - боронғо урыҫ биҙәге. | |||
III. | Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү) | ||||
11 | -Ниндәй ҡорама биҙәгенең схемаһын күрәһегеҙ? -Был биҙәкте эшләр өсөн ниндәй деталдәр кәрәк? -Ниндәй төҫтәр ҡулланырбыҙ икән? Ни өсөн? -Дөрөҫ, асыҡ, яҡты, йылы төҫтәр, сөнки тиҙҙән йәй етә, көндәр матурая, йылына. Беҙҙең эшебеҙҙә лә яҙғы һәм йәйге кәйефтәр сағылырға тейеш. Хәҙер ике төркөмгә бүленеп эшләйбеҙ. Беренсе төркөм – ҡыҙҙар, Ҡыҙыҡай исемле ҡораманы ҡорайҙар, ә икенсе төркөм – малайҙар, карап исемле ҡораманы ҡорайҙар. Бындай ҡораманы малайҙар ҡорағаны бар. |
-Күлдәге, алъяпҡысы, эшләпәһе, ҡулдары, аяғы, шарҙары -Асыҡ, йылы төҫтәр ҡулланабыҙ | |||
IV | Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу | ||||
12 | Нисек уйлайһығыҙ, бөгөн беҙ был ҡораманы ни өсөн ҡорайбыҙ һәм кемгә бүләк итәбеҙ? -Дәрестән бөгөн нимә көтәһегеҙ? Нимәгә өйрәнерһегеҙ? - Дәрес аҙағында ҡарарбыҙ, был һеҙҙең көткән өмөттәр аҡланырмы, юҡмы? |
-Тағы бер ҡорама биҙәге эшләргә өйрәнәбеҙ | |||
V . | Уҡыу проблемаһын сисеү. | ||||
13 | -Балалар, шулай итеп беҙ бөгөн дәрестә үтелгәндәрҙе ҡабатлап, яңы ҡорама биҙәге ҡорарға өйрәнәсәкбеҙ. -Ҡулымдағы был ҡорама биҙәге тегеп эшләнгән, ә беҙ әлегә тегә белмәйбеҙ, шуға күрә ике яҡлы скотч, йәки йәбештергес менән туҡыманы йәбештереп эшләйәсәкбеҙ. 3 класҡа еткәс, тегеп эшләрһегеҙ. Был ҡораманы тәүҙә ҡайһы өлөшөнән башлап тегәбеҙ икән, өйрәнеп ултырығыҙ. Был ҡорама биҙәгенә ниндәй исем бирерһегеҙ? | “Шар тотҡан ҡыҙ” «Бәхет карабы» | |||
VI | Ғәмәли эштәр «Сыйырсыҡ ояһы» исемле ҡорама биҙәген өйрәнеү | ||||
14 | Был“Шар тотҡан ҡыҙ” «Бәхет карабы» биҙәктәрен ҡорау өсөн Әлифба дәресендә алған белемдәрҙе күрһәтер кәрәк. Минең һорауҙарға яуап биргән, йә таҡтаға дөрөҫ итеп яҙған уҡыусылар ҡораманы йәбештерә баралар. Һорауҙарҙы тыңлайбыҙ, «Кем тиҙерәк?» уйынын башлайбыҙ.(һорауҙар һайлап алына, бөтәһе ун ете һорау бирелә) - А,о,у,ө,и, ы өндәре ниндәй өндәр? (һуҙынҡы өндәр) - Аҡсарлаҡ, ҡарлуғас, ыласын – улар нимәләр?(ҡоштар) - Е, ё, ю, я өндәре тураһында ни әйтерһегеҙ?(ике өндө белдерә, бер хәреф яҙыла) - Диктант һүҙендә нисә хәреф? (7) - Б,в,г,д,р,с,т өндәре ниндәй өндәр? (тартынҡы өндәр) - таҡта, парта, өҫтәл, шкаф- нимәнең атамалары (предмет атамалары, кластағы йыһаздар) -ҡул, бармаҡ, баш, күҙ, аяҡ, ҡолаҡ – ниндәй атамалар? (кешенең тән ағзалары) | Һәр кемдең алдында был ҡорама биҙәктәре төшөрөлгән ҡатырға-панно, шуның өҫтөнә туҡыманан эшләнгән биҙәк өлөштәрен йәбештерәләр. Бына - танауым, был – минең ҡашым, Күҙем, ҡолағым, ә бына башым. Ауыҙҙы асһам, телем күренә. Теҙелгән етшем өс бөртөк кенә. Ҡулды күтәрҙем – аяҡ тыпырлай. Үҙенән үҙе бейергә һорай. | |||
-Тән ағзалары тураһында ял минутын иҫкә төшөрөп алайыҡ | |||||
-Икмәк, тоҙ, һөт, ҡаймаҡ, ит, бутҡа, ҡымыҙ – былар нимәләр?(ашамлыҡтар) - предметтың атамаһын белдергән һүҙ әйтәйек (алма, китап, ручка) - предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙ әйтәйек (йүгерәм, яҙам, уҡыйым) - предметтың билдәһен белдергән һүҙ әйтәйек (ҡыҙыл, йәшел, ҙур) - Китап һүҙенең өсөнсө өнөн әйтәйек. (т) - Ярата еләкте, балды, Ҡырмыҫҡаны туҙҙыра, Ҡышын йоҡо туйҙырыуҙа Бар йәнелекте уҙҙыра. Мин нимә уҡыным?(шиғыр) -Шиғырҙа нимә тураһында һөйләнелә? (айыу) - Йәшенләп яуҙы ямғыр, Йәшендән тыуҙы йәйғор. Был шиғыр юлдары ҡайһы хәреф-өндөкө?(Йй) -Мәҡәлде дауам итәйек: Кем эшләмәй, ....шул ашамай. Уҡыған – уңыр, уҡымаған...туңыр. Матурлыҡтан элек... батырлыҡ кәрәк. Илле һум аҡсаң булғансы, илле дуҫың булһын. Ашаған аш табыр, Эшләгән эш табыр. Егәрленең ҡулы... ете. Ҡарама кешенең һүҙенә,..ҡара эшенә. -Йомаҡтың яуабын табайыҡ: Ҡат-ҡат ҡатлама, Аҡылың булһа ташлама(китап). -Светофорҙың төҫтәрен әйтәйек: ҡыҙыл, һары, йәшел - Жж хәреф-өнөнөң шиғырын һөйләп ишеттерәйек: (Жираф өйҙән дә бейек, Жираф бик сәйер кейек.) -да,-дә,-ҙа,-ҙә,-ла,-лә,-та,-тә, һәм, менән - ниндәй һүҙҙәр? (ярҙамсы һүҙҙәр) -Аҡтырнаҡ, Муйнаҡ нимә ҡушаматтары, нисек яҙыла? (Эт ҡушаматтары, ҙур хәреф менән яҙыла) -Линейка һүҙендә нисә ижек?(3) -Донъяла иң матур ил – ул...Тыуған ил - Донъяла иң матур тел – ул...туған тел. Таҡтала уҡытыусы биргән һүҙҙәрҙе яҙалар: таҡта, парта, аҡбур, тәҙрә, өҫтәл, ултырғыс, шкаф | |||||
Был эш беҙҙе нимәгә өйрәтә? | |||||
15 | -Афарин, балалар! Ҡайһы төркөм тиҙерәк эшләне? Күмәкләгән- яу ҡайтарған, тиҙәр. Бергәләп яңы ҡорама биҙәген йәбештереп ҡуйҙыҡ, энә тоторға өйрәнһәк, ҡорама ҡорауҙы тегеп башҡарырбыҙ. Был ҡорама эшебеҙҙе ата-әсәйгә бүләк итәйек әле. Был эшебеҙ уларҙы ҡыуандырып стенала эленеп торһон. | ||||
16-17 | Әлифбаға тағы рәхмәт әйтеп, йырҙар йырлап алайыҡ. «Өйрәтәләр мәктәптәрҙә» «Әлифба тигән китап» | ||||
Дәрескә һығымта, йомғаҡ яһау | |||||
18 | - Әлифбаға рәхмәт әйтеп, артабан белем алыр өсөн, мин һеҙгә Уҡыу әҙәбиәте китабын бирәм. Был китапты ла яратып уҡыр кәрәк. Ул да һеҙҙе күп нәмәгә өйрәтер: яңы әкиәттәр менән таныштырыр, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хикәйәләр уҡырбыҙ, йомаҡ, мәҡәлдәр белербеҙ, ҡоштар һәм хайуандар донъяһы менән танышырбыҙ. | ||||
Дәфтәрҙә эш. | |||||
19 |
Әлифба, һиңә рәхмәт! Һаумы, Туған тел! тип яҙып ҡуяйыҡ. | Дәфтәрҙә эш. | |||
Рефлексив анализ. Баһалау. | |||||
20 | -Шулай итеп, балалар, бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы? Ни өсөн? Дәрестә нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрестә нисек эшләнегеҙ? Эшең үҙеңә оҡшанымы? | Һәр эшләгән эштәрен иҫкә төшөрәләр, һығымта яһайҙар. |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Әлифба байрамы
Праздник букваря проводится в 1-м классе.Әлифба байрамы на башкирском языке,проводилась в середине февраля,когда научились читать и писать.На праздник приглашаются родители.Дети показывают чему ...
Әлифба байрамы
Праздник прощания с букварем на башкирскомя языке...
Әлифба байрамы
Әлифба байрамы “Хәрефстан иле”нә сәйәхәт Байрам бөгөн, байрам беҙҙә!Көттөк һине йыл буйы.Ҡотло булһын, ҡотло булһын,Беҙҙең...
Сценарий "Әлифба байрамы"
"Праздник Букваря" Әлифба байрамы (на башкирском языке)Для скачивания презентации на "Праздник букваря" пройдите по ссылке, которая указана ниже:https://cloud.mail.ru/public/2Bvs/LbzyGkRwr...
Әлифба байрамы
Әлифбанан хәрефтәрҙе үтеп бөткәс үткәрелгән иртәлек...
"Әлифба байрамы" сценарийы
ӘЛИФБА байрамы сценарийы...
Әлифба байрамы.
Беренсе класс өсөн Әлифба байрамына сценарий....