Сценарий ко дню Защитника Отечества
материал (1, 2, 3, 4 класс)

Рамазанова Нафиса Маснавиевна

Сценарий ко дню Защитника Отечества на башкирском языке.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_ko_dnyu_zashchitnika_otechestva.docx27.76 КБ

Предварительный просмотр:

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған иртәлек.

Алып барыусы:

- Хәйерле көн теләйем таңдар һайын,

Аяҙ күктәр теләйем еремә.

Ҡояшлы көн теләйем бар кешегә

Һәм именлек теләйем илемә.

Хәйерле көн, тимен, һәр кешегә,

 Хәйерле көн теләйем гөлдәргә.

Һөйкөмлөлөк теләйем йәш ҡызҙарға,

Һәм сабырлыҡ теләйем егеттәргә.

Хәйерле көн барығыҙға ла!

-Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле егеттәребеҙ!

-Бөгөн беҙ һеҙҙен менән, 23 февраль – Ватанды һаклаусылар көнөнә арналған сараға йыйылдыҡ.

-Башҡорт халҡы борон - борондан батыр, сая яугир булған. Тыуған илен һөйөүе, уны яугирҙарса яҡлауы менән дан ҡаҙанған. Тыуған илебеҙҙе сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлауҙа беҙҙен ата - бабаларыбыҙ ҡыйыу яугир булғандар. Шуға күрәлә тарихта, халыҡ сығарған легендаларҙа һәм йырҙарҙа Аҡай, Алдар, Күсем, Кинйә, Ҡараһаҡал, Батырша, Салауат кеүек бик күп батырҙарҙын исеме ҡалған.

-Әйтегеҙ әле, ни өсөн был байрам 23 февраль көндө  үткәрелә һәм ни өсөн Ватанды һаклаусылар көнө тип атала?

-23 февраль оҙаҡ йылдар дауамында Ҡыҙыл Армияның тыуған көнө булараҡ билдәләнде. Хәҙер 23 февраль -  Ватанды һаҡлаусылар көнө тип атала. Был көн, ысынлап та, ҡулына ҡорал тотоп, Тыуған ил именлеге һағында тороусылар, уның азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәр байрамы.

- Хөрмәтле ир –егеттәребеҙ!  Һеҙҙе    матур байрам -  Ватанды һаҡлаусылар көнө менән   ҡайнар ҡотлайбыҙ.  Һеҙгә киләсәктә  ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә  ҙур уңыштар, ғаилә бәхете, ырыҫлы  тормош  теләйбеҙ. Һеҙҙең менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, эскерһеҙ , ярҙамсыл һәм ғәҙел  булыуығыҙ өсөн  ихтирам итәбеҙ.

- Ҡәҙерле ир-аттарыбыҙ, әгәр әрме сафтарында һеҙ ил дошмандарына ҡаршы хеҙмәт итһәгеҙ, көндәлек тормошта һеҙгә күҙгә күренмәгән ҡаршылыҡ, ҡатындар хәйләкәрлегенә, тормош ығы-зығыһына бирешмәҫкә кәрәк!  Шуға күрә хәҙер һеҙҙең өсөн бәләкәй генә спец.курс  үткәрәбеҙ.

-Беҙҙең жюри: Зарема Рәфис ҡыҙы, Зөлфиә Миндебай ҡыҙы.

- Балалар шигыр һөйләй.

-Сығып теҙелегеҙ килгән атайҙар.

- Беҙгә ҡыҫҡаса ғына үҙегеҙҙең әрме хеҙмәтегеҙ тураһында һөйләп китһәгеҙ ине. Ҡайҙа, нисек әрме юлдарын тапанығыҙ, ниндәй иҫтәлектәр һаҡлайһығыҙ. Ҡыҙыҡлы хәлдәр булдымы?

өгөнгө байрам уңайынан ойошторолған бәйгелә ике команда ҡатнаша.Командаларға исем биреү,девиз,йыр.

-1 конкурс. “Хәрби әҙерлек”

Отжимание. Һәр команданан ике кеше ҡатнаша. Кем күберәк?

-2 конкурс.Егеттәрҙе һынап ҡарайыҡ

Аш-һыу өлкәһендә лә.

Уларға көс биреп торайыҡ

 Картуф әрсегәндә. Конкурс: “картуф әрсеү”.

-3 конкурс. “Йылмайып  лимон ашау.

Муз пауза: « Моряктар» бейеүе

4 конкурс. “Һорауҙарға яуап биреү”.

Нимә өҫтәл янында бигерәк кәрәк? (Ауыҙ)

Ниндәй һауыттан эсеп булмай? (Буш)

Ҡайһы ай календарҙа юҡ? (Һауалағы ай)

 Һыйыр һыуҙан сыҡҡас нимә эшләй? (ҡоро ергә баҫа)

Ниндәй һорауға “эйе” тип яуап биреп булмай? (“Йоҡлайһыңмы?”)

Бер имәндә өс ботаҡ, ботаҡ һайын өсәр алма. Барыһы нисә алма? (Имәндә алма булмай)

Һыу ҡайҙа ҡоро була? (География картаһында)

 Һыйыр ни өсөн ята? (Ултыра алмағанға)

 Нимәне йомоҡ күҙ менән күреп була? (Төштө)

Кәзә һыуҙан нисек сыға? (һыуланып)

 Ҡара бесәй ниндәй ишектән инә? (Асыҡ)

 Һигеҙ таяҡтың дүртәүһен һындырғас, нисә таяҡ ҡала? (12 таяҡ)

 Яҙ менән көҙ нимә менән тамамлана? (“Ҙ” өнөнә)

Б” менән башлаһаң – бик тәмле әйбер, “Һ” менән башлаһаң – бүрәнәләр бәйләме, “Ҡ” менән башлаһаң – бойороҡ һүҙ. Был ниндәй һүҙҙәр? (Бал, һал, ҡал.)

Ямғыр яуғанда ҡуян ниндәй ҡыуаҡ аҫтында ултыра? (Һыу, еүеш)

 1кг мамыҡ ауырмы, 1кг тимерме? (Тигеҙ)

Винтовка осона беркетелә торган осло ҡорал нимә тип атала? (штык)

 Төз атыусыны кем тип атайҙар? (Снайпер)

 Корабль менән идара итеүсе руль тәгәрмәсе нисек атала? (Штурвал)

Моряклар араһында киң таралган өҫ кейеме нисек  атала? (Тельняшка)

 Сигнал уттары менән юл күрһәтеүсе яр буйындағы башня нисек  атала? (Маяк)

 йәш бала ауырый, температураһы күтәрелгән. Ни эшләргә?

Балалар мыжый, көйһөҙләнә. Күмәк балаларға ниндәй уйындар беләһегеҙ?

һеҙҙеңсә, ҡыҙҙарға оҡшар өсөн нимә эшләргә?

Ҡатын-ҡыҙ илай, уны нисек тынысландырырһығыҙ?

әрмелә хеҙмәт итеү егеттәрҙә ниндәй сифаттар тәрбиәләй/

Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар һүтелгән колготкиһына лак һөртәләр/

Нимә ул мелирование/

Ацетон ҡатын-ҡыҙға ни өсөн кәрәк/

5 конкурс. «Автоматты  йый» ( ит  үткәргесте һүтеп йыйыу)

6 конкурс. Ҡул эшенә оҫталыҡты

Һынарға ваҡыт еткән.

 Кәрәк бөхтә тегергә

Костюм һүтелеп киткән. Конкурс “Күлдәккә төймә тағыу”.

Муз пауза « Ерҙән  һалдат атлай»

7 конкурс.  

 «Меткие стрелки». На площадке кладется два обруча. С небольшого расстояния участники игры должны попасть теннисными мячами в обруч. У кого будет больше попаданий, тот и победил ИГРАЮТ ДЕТИ

-Жюриға һүҙ.

Алып барыусы=

- Иргә ярау – илгә ярау тейеп

 Юҡҡа ғына халыҡ әйтмәгән.

  Ирҙең данын, ирҙең мөхәббәтен

 Тарихтар ҙа һөйләп бөтмәгән.

Ир булғанда – илең һаҡ аҫтында,

 Ирҙәр булһа – донъя түңәрәк.

  Аҡыллы ир кәңәштәре тейһә,

  Ҡатын-ҡыҙҙар була күбәләк!

 Маҡтаһындар ирҙәр тапҡырлығын,

  Данлаһындар – улар хаҡлылар!

  Улар ғына беҙҙең ышанысты

  Үҙ эштәре менән аҡлайҙар!

 Ҡыҫҡа ғына ғүмер йылдарында,

  Ирҙәр менән еңел атларға!

  Ҡәҙерҙәрен белеп, ир-аттарҙы

  Йәнең кеүек кәрәк һаҡларға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий мероприятия. День защитника Отечества.

Сценарий праздника-соревнования для мальчиков  можно использовать в параллели или в классе. Весёлых соревнований....

Сценарий праздника "День защитника Отечества"

В сценарий праздника вошли стихи, конкурсы, посвящённые Дню защитника Отечества....

сценарий ко Дню защитника Отечества

Разработка материала с включением спортивных конкурсов, загадок....

Сценарий праздника День защитника Отечества

Сценарий содержит стихи, конкурсы, поздравления к 23 февраля...

Сценарий праздника "День Защитника Отечества" (праздничный турнир рыцарей)

Конкурсная программа для мальчиков, посвящённая 23 февраля....

Сценарий праздника «День защитника Отечества»

Это праздничное мероприятие можно провести для учащихся 1 класса. Удачное сочетание конкурсной программы и номеров художественной самодеятельности сделает праздник незабываемым....

Сценарий праздника "День защитника отечества"

Праздник разрабатывала сама, позже его и проводила.Праздник очень всем понравился. я даже благодарность получила....