Башҡортостандың ете мөғжизәһе
план-конспект занятия (2 класс)

Арыҫланова Светлана Тәлғәт ҡыҙы

Башҡорт теле дәрестәрендә "Башҡортостандың ете мөғжизәһе" темаһына әңгәмә

Скачать:


Предварительный просмотр:

Дәрестең этаптары

Укытыусы эшмәкәрлеге

Укыусы эшмәкәрлеге

Ойоштороу мәле

Темаға сығыу

Беренсе мөғжизә

Икенсе мөғжизә

Өсөнсө  мөғжизә

Дүртенсе  мөғжизә

 

Бишенсе  мөғжизә

Алтынсы  мөғжизә

Етенсе мөғжизә

 -Һаумыһығыҙ, балалар!

-Бында ҡыҙҙар бармы? Булһа сәпәкәй итә

-Бында малайҙар бармы?

-Бында аҡыллы балар бармы?

-Бында яңы белем алырға теләгән балалар бармы?

-Кем биш алырға теләй?

Бөгөн мин һеҙҙе ҡыҙыҡлы сәйәхәткә  саҡырмаҡсымын.

Кем ярата сәйәхәтте,

    Әйҙәгеҙ минең менән.

Мин алыҫ-алыҫ бер ерҙә

Тылсымлы урын беләм.

            Барып еткән һәр кешене

             Унда көтә ҙур бүләк.

             Мин барайым юл өйрәтеп,

                Һеҙгә уңыштар теләп.

 

-Башта ошо мәҡәлдәрҙе уҡып мәғәнәһен асыҡлайыҡ:

 Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.

-Был мәҡәлдә ниндәй һан осраны?

  7 һаны башҡорт халҡы өсөн изге һан.

7 һанына ҡағылышлы нимәләр беләһегеҙ?

( 7 ырыу, ҡурайҙың 7 тажы, Етегән йондоҙ)

-Афарин. Бөгөн беҙ 7 һанына бәйле Башҡортостаныбыҙҙың 7 мөғжизәһе тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

-Мин һеҙҙе сәйәхәткә саҡырам.

-Был нимә ул? Ябай ғына атмы? Кем әйтер?

Беҙҙе сәйәхәткә тоғро юлдашыбыҙ, Аҡбуҙат, алып сығасаҡ.

(Ат сапҡан тауыш ишетелә, слайдта Аҡбуҙат һүрәте күренә).

Беренсе мөғжизә- «Урал Батыр» эпосы.            

- Бына Аҡбуҙатыбыҙ осоп килеп тә етте.

-Ул Урал батыр эпосының мифик геройы.

-Эйе, балалар, ” Урал батыр эпосы”  –Башҡортостандың бер мөғжизәһе.  Эпоста ағалы -ҡустылы Урал һәм Шүлгән исемле батырҙар бар, улар тере һыу эҙләп, ил гиҙеп сығалар. Урал тик яҡшы изгелек юлы менән генә бара, Шүлгән еңелерәк, яуызлыҡ юлын һайлай. Унда Урал батыр бөтә кешелектең, ер йөҙөндәге тереклектең үлемһеҙлеге өсөн көрәшә.

Урал батыр  күп һынауҙар үтеп, аждаһалар менән көрәшеп, тере һыуҙы таба. Тик үҙе эсмәй, бөтә ергә бөркә, ерҙе мәңге йәш, үлемһеҙ итә.

Эпос төрлө телдәргә тәржемә ителгән. Йыл һайын яттан һөйләү конкурсы булып тора. Һеҙҙең класста ла ҡатнашҡан уҡыусы бар икән, Афарин. Беҙгә өҙөк ятлап ишеттер әле!

 

Аҡбуҙатыбыҙ, артабан алып китте. Киләһе мөғжизә, Шүлгән менән бәйле.

Икенсе мөғжизә – Шүлгәнташ мәмерйәһе

Был ни мөғжизә?(алда Шүлгән таш мәмерйәһе күренә)

Ниндәй районда урынлашҡан?

 Кемдәр күргәне бар был мөғжизәне?

 Ниндәй мәмерйә был? Унда нимә бар икән?

Мәмерйәлә тәүтормош кешеләре йәшәгән тип фаразлайҙар.

Мәмерйә стеналарында ҡыҙыл буяу (охра) менән ҡырағай ат, мамонт, носорог һүрәттәре эшләнгән.

Өсөнсө  мөғжизә – Салауат Юлаев һәйкәле. 

-Йыр тыңлап алайыҡ. («Һай-һай , Салауат»)

-Һәм алдығыҙҙа ятҡан пазлдарҙы дөрөҫ итеп төҙөһәгеҙ, Аҡбуҙат беҙҙе ниндәй атлы һәйкәлгә алып килгәнен белерһегеҙ.

- Кем тураһында йырлана был йыр?

-Кем ул Салауат Юлаев?

-Салауат Юлаевтың Өфөләге һәйкәле Башҡортостандың уникаль мөғжизәһе.

-Ҡайҙа урынлашҡан?

Салауат Юлаев һәйкәле – Рәсәйҙә ат һынындағы иң ҙур һәйкәл, бейеклеге – 9,8 метр, ауырлығы – 40 тонна. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлдең скульпторы – Сосланбек Тавасиев. 

Салауат Юлаев һәйкәле баш ҡалабыҙҙың символы. Ул Ырымбур юлы менән машинала үткәндә лә, самолеттан да бик һәйбәт күренә.

Дүртенсе  мөғжизә – Красноусол минерал һыуҙары.

-Аҡбуҙатыбыҙ арып, һыуһаап китте.

Аҡбуҙатыбыҙға ла ял кәрәк. Беҙ ҙә ергә төшәп бер аҙ ял итеп алайыҡ.

 Ҡайҙа алып килеп төшөрҙө икән ул?

Аҡбуҙатыбыҙ беҙҙе Ғафури районына алып килгән. Бында ниндәй мөғжизә бар икән?

-Был ниндәй һыу ул?

- Эйе, был Красноусол минерал һыуҙары. Улар нимә менән дан тота?

- Был минерал һыуҙар кальций сульфатына, минерал тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай. Шуның өсөн, һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар.

Тимәк ,беҙ тағы ла бер мөғжизәбеҙҙе таптыҡ. 

Аҡбуҙатыбыҙ һыу эсеп ял итеп алғансы, беҙҙә ял итеп алайыҡ.

Әҙерәк атлап, тирә йүнгә күҙ һалып уҙайыҡ,

Сылтыр-сылтыр шишмә аға, ел иҫкәндә яптартар шаулай.

Хәзер ҙулдар йылы ғына булып киттеме?

Аҡбуҙатыбыҙ алып килгән киләһе  мөғжизә лә йыйылыҡ менән бәйле. Ҡарағыҙ әле алда беҙҙең нимә күренә ул?

Тауҙың ниндәй мөғжизәһе булырға мөмкин?

 Ул нисек йыйылыҡ менән бәйле икән?

Бишенсе  мөғжизә - Янғантау.

Был беҙҙең планетала ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән- бер урын. Тауҙың сере 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора. Тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ урғыла.

   -Балалар, танрам ысулы менән Янғантауҙы эшләп ҡарайыҡмы?

( тау эшләйҙәр)

Алтынсы  мөғжизә-ҡурай

Афариндар, матур матур, бейек тауҙар эшләп ҡуйҙығыҙ.

Ошондай тау битләүҙәрендә киләһе мөғжизә үҫә. Нимә икән ул, үҙегеҙ әйтеп ҡарағыҙ?

Ҡурай – башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.

Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы. Уның ете тажы, берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра. Башҡортостандың флагында ла, гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән.

Етенсе мөғжизә - башҡорт балы.

-Балалар, кем таный, был нимә?

Улар нимә эшләй? Ни өсөн сәскәләргә ҡунғандар?

- Нимә ул бал?

- Ә балды бал ҡорттары нимәнән йыя?

- Сәскәләрҙән.

- Ниндәй балдар була?

- Йәй көнө бал ҡорттары кәрәҙгә тултырып бал йыялар.

Беҙ ҙә кәрәҙҙәребеҙҙе тултырҙыҡ. Беҙҙең кәрәҙҙә шул тиклем күп байлыҡ, белем менән тултырҙыҡ.

Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың ете мөғжизәһен табып бөттөк.

Ҡабатлап үтәйек.

Йә, нимәләр иҫегеҙҙә ҡалды?

Башҡортостаныбыҙҙың ниндәй мөғжизәләре менән таныштыҡ?

Һанап китәйек.

Башҡортостан мөғжизәләргә бай. Уларҙы һаҡларға кәрәк.

Нисек?

Сүпләмәҫкә

Ағастар ултыртырға

Сәскәләр үҫтерергә

Афарин уҡыусылар, һеҙ бик актив булдығыҙ. Тырышып яуаптар бирҙегеҙ, барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

 

-Балалар иғтибар менән тыңлап сәпәкәй итәләр

Һаумыһығыҙ!

-Нимәлер эшләр йә әйтер алдынан яҡшылап уйлар кәрәк!

Ете

Тема ошо һан менән бәйле

Ат

Ябай түгел, ҡанаттары бар.

Был Аҡбуҙат

Белгән балалар булһа өҙөк тынлап китергә мөмкин

Мәмерйә , Шүлгәнташ мәмерйәһе

Бөрйән

Мин

Кемдер барған булһа ҡыҫҡаса тыңлап китеү

-Салауат Юлаев тураһында.

-Башҡорт халҡының милли батыры.

Өфө ҡалаһында

Пазл төҙөйҙәр

Красноусол минераль һыуҙары

Тауҙар

Балалар танграмм ысулы менән тау эшләйҙәр

Ҡурай

Ҡурай көйөнә уҡытыусы артынан төрлө хәрәкәттәр яһайҙар

Бал ҡорто

Бал

- Бал үҙенең составы һәм дауалау көсө буйынса һирәк осрай торған уникаль продукт

- Йүкә, ҡарабойҙай, сәскә балдары. 

Башҡорт балы, ҡурай, С.Юлаев һәйкәле,.”Урал батыр” эпосы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Янғантау, Красноусол минераль һыуы

Класс: 2А

Тема: « Башҡортостандың  ете  мөғжизәһе»

Маҡсат: Башҡортостандың ете мөғжизәһе менән яҡындан таныштырыу;
Бурыстар:

Белем биреүсе: Башҡортостан Республикаһының ете мөғжизәһе менән таныштырыу. Башҡортостанды бөтә донъяға танытҡан башҡорт балы, ҡурай, С.Юлаев һәйкәле,”Урал батыр” эпосы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Янғантау, Красноусол минераль һыуы – беҙҙең ҡомартҡыларыбыҙ тигән төшөнсәне камиллаштырыу.

Үҫтереүсе:  тыуған яҡ ҡомартҡыларына ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаштырыу, уҡыусыларҙың  фекерләү ҡеүәһен, бәйләнешле телмәрен үҫтереү;

Тәрбиәләүсе: тыуған илгә, уның тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш, шәхестәренә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү;

Көтөлгән һөҙөмтәләр: Башҡортостан Республикаһының ете мөғжизәһен беләләр, улар тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәтле булалар;

Йыһазландырыу: мультимедия экраны , презентация, тан фигуралары, кәрәҙҙә  ҡырҡылған һүрәттәр, минераль һыу, бал, ҡурай, конвертта таратма материалдар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мои стихи.“Бер һүҙ менән әйтһәң - йәшәргә” Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың 85 йәшенә

Һаумы, Рәми ағай, эйе,  беләм,Ана, өҫтән ҡарап тораһың.Миңә, ҡыҙым  шиғыр яҙған, тиепАрҡамдан да һөйөп алаһың....

Башҡортостандың ете мөғжизәһе

Класс сәғәте Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған...