Внеклассное мероприятие 4 класс
презентация урока для интерактивной доски (4 класс)
Жизнь и творчество поэта Рами Гарипова -призентация
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
tavabilova_lena_m.pptx | 1.59 МБ |
tavabilova_lena_minisagitovna.docx | 49.72 КБ |
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Приложение При создании при этой призентации использовались материалы из следующих источников: https://infourok.ru/ https://nsportal.ru/ https://www.instagram.com/?hl=ru https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%93%D0%B0%D1%80%D0%B8%D0%BF%D0%BE%D0%B2,_%D0%A0%D0%B0%D0%BC%D0%B8_%D0%AF%D0%B3%D0%B0%D1%84%D0%B0%D1%80%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87
Предварительный просмотр:
Внеклассное мероприятие
составила учитель начальных классов: Тавабилова Лена Минисагитовна
Цель: - знакомство с биографией и творчеством народного поэта Башкортостана Рами Гарипова;
- способствовать воспитанию любви и уважения к творчеству поэта и к
башкирской литературе;
- расширить кругозор обучающихся ,воспитание чувства гордости за поэта-земляка.
-воспитание интереса к книгам.
-способствовать к появлению чувства гордости за свой язык, бережного отношения к родному языку и традициям своего народа.
Оборудование:
Портрет Рами Гарипова;
Стенная газета, посвященная народному поэту Р. Гарипову;
Мультимедийный проектор;
Книжная выставка «Все доброе, что есть в моей груди…».
Участники: Учитель, учащиеся 4
Ход мероприятия.
Учитель.
Добрый день, дорогие учителя, ученики! Цель нашего мероприятия- знакомить и расширить знания о творчестве поэта Рами Гарипова. Ваша задача- внимательно слушать . В конце мероприятия мы проведем викторину.
Слайд 1
Всего 45 лет было Рами Гарипову, когда его не стало.Детство Рами Гарипова прошло среди прекрасной природы Приуралья, на реке Юрюзани. Поэт родился 12 февраля 1932 года в деревне АркауловоСалаватского района Башкортостана. Отец его ЯгафарМухаметрахимович с первых дней Великой Отечественной войны ушел на фронт и погиб в сражениях под Сталинградом.
Осталось в семье четверо детей, из них Рами был старшим. Их воспитала мать Гульмарьям Хисбулловна.Он так любил свою маму и написал в стихотворении «Руки моей матери»
Вот с этих «строчек» и берет начало
Мой путь, которым шел я , жизнь любя.
И это , мама, верно означало,
Что руки золотые у тебя.
Пятнадцатилетним юношей приехал Рами в Уфу и был принят в школу-интернат для осиротевших детей.Сейчас это Башкирская республиканская гимназия имени Р.Гарипова.
Годы учебы Рами Гарипова в Уфе … Каким он был тогда? Как запомнился он людям? Кто дружил и общался с ним? Вспоминает школьный друг Гарипова, летчик с 30-летним стажем Махмут Шафиков: «Это был тихий, серьезный мальчишка. Очень любил гуманитарные предметы, а вот к математике не лежала его душа. Литературу очень любил, читал много. Псевдоним у него был «бабай».В годы учебы Рами мечтал стать летчиком, но подвело его зрение.. Есть у него стихотворение «Полет», в котором живут его детская мечта о небе, и образное сравнение жизни человека с полетом, и страстное желание оставить светлый след в душе народа.
Лечу, лечу!
Едва ль не от рожденья
Лететь куда-то требуется мне.
Вся жизнь моя – то взлеты, по паденья,
Сам – на земле, а взор мой – на луне.
В 1950 году Союз писателей Башкирии послал Рами Гарипова в Москву в Литературный институт имени Горького, который он успешно закончил.. Москва много дала поэту.. Именно в Москве, заканчивая институт, встретил Рами Гарипов девушку, работницу швейной фабрики по имени Надя, которая подарила ему свою любовь, понимание и поддержку. Надежна Васильевна стала женой поэта, его верным другом и помощником, матерью троих его детей .Их детей звали Азамат, Салават и Гульнара.1955 год. Окончен Литературный институт. Вместе с женой Рами Гарипов возвращается в Уфу, работает литературным сотрудником в республиканских газетах.И однажды он принял решение. Будучи уже признанным поэтом и отцом семейства, уехал из Уфы в свои родные края. Больше пяти лет он был в родном совхозе секретарем комсомольской организации и заведующим отделом районной газеты. Он прожил там насыщенный волнениями и размышлениями период жизни.
Совсем мало прожил рами Гарипов. В 45 лет, 20 февраля 1977 года разорвалась сердце мужественного поэта. Он похоронен на мусульманском кладбище г.Уфы, на могиле установлен памятник из мрамора.
Вот несколько страниц из дневника поэта.
2 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР
12/II, 1949 й. 1932 йылдың уҫал, зәһәрле йылан кеүек ыжғырған, арҡа мейеләренә үтәрлек һалҡын, буранлы февраль айының бер төнө. Ауыл йоҡлай. Бер кемдең өйөндә лә ут юҡ. Ауыл урамдарында кистән үк башланған дәһшәтле буран ғына хөкөм һөрә. Ул рәхимһеҙ рәүештә һаман ҡоторона, үҙенең яуыз йырҙарын аслыҡ йырҙары менән ҡушып, күңелһеҙ, ҡайғылы йыр йырлай. Мәрйәм әнә шул йырҙарҙы һәм ел олоуынан тәҙрә ҡапҡастарының бер туҡтауһыҙ ниндәйҙер күңелһеҙ, йөрәк тамырҙарынан һурып ала торған көй сығарып, сыйылдап тороуҙарын һис бер керфек ҡаҡмайынса тыңлай Шул саҡ Мәрйәмдең үкһеп-үкһеп илағыһы килде Тамаҡ төбөнә ниндәйҙер бер йотоуы мөмкин булмаған ҡаты төйөр килеп тығылды ла, быуып тора башланы. Ирекһеҙҙән ике бөртөк кенә көмөш йәш тамсылары бәреп сыҡты. Ләкин йомшаҡ бәғерле булыуына ҡарамаҫтан, тимер кеүек ныҡ, ярһыу йөрәкле Мәрйәм иламаны. Тик ул хәҙер бер генә нәмә тураһында — тиҙҙән донъяға килер өсөн даулашҡан сабый тураһында ғына уйлай ине. «Уға ата кеше — уның Йәғәфәре ҡайтырмы, юҡмы? Әллә ул бөтөнләй юғалдымы? Юҡ, ул ҡайтыр. Ата йөрәге түҙмәҫ — ҡайтыр!.. Бит Мәрйәм уға арыҫлан кеүек таҙа, шаян малай бүләк итергә тейеш. Ата кеше был ҙур бүләккә, һис шикһеҙ, шатлыҡ белдерер!.. Уны ҡулдарына алыр, һөйәр, иркәләр һәм тирбәтер... Таң яҡтырып килә ине инде. Буран тынды. Күршеләге Сәрби әбейҙәрҙең ҙур сыбар әтәсе һуҙып-һуҙып ҡысҡырып та ебәрҙе. Күк йөҙөндә бер генә болот әҫәре лә тороп ҡалманы. 12 февраль көнө аяҙ һәм тышҡа сыҡҡансы танауҙы туңдырырлыҡ ҡоро һыуыҡ ине. Энйе емелдәп ятҡан ап-аҡ ҡарҙар сана табандары аҫтында ҡыш йырҙарын йырланылар. Мәрйәм Йәғәфәргә биргән вәғәҙәһен үтәне. Вәхит бына шул көндө донъяға килде. Бөтә Йүрүҙән буйында донъяға бер кеше артты. Күрше-тирәләр был гражданин менән күрешергә килеп торҙолар...
3 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР:
КИЛӘСӘККӘ ЮЛ ЯРАМ 1-5 август, 1946 й. Көндәр бер-бер артлы үттеләр ҙә үттеләр. Ҡалаға китеү теләге артҡандан-артты. Ләкин инәйем ҡаршы төшә. Ә мин бит уҡырға маҡсат ҡуйғанмын икән, уны алып ташлай аламмы һуң! Бер әйттем — бөттө. Ҡуйған уйҙан кире ҡайтаммы мин? Юҡ! … 14 август …Кискә табан ғына өйгә ҡайттым да: — Теләһә нишлә, инәй, мин китәм!.. — тинем. — Кем менән китәһең? Барыусы кеше юҡ бит... — Үҙем китәм, барыусы табылыр әле. Күлмәк-фәләндәрҙе әҙерлә, инәй. Ул өндәшмәне. Уға ҡыйын ине. Мин дә башҡа һүҙ әйтмәнем. Үҙемә кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләп, ҡалған китап-фәләндәрҙе һандыҡҡа тултырып, йыйып ҡуйҙым. Мин әҙер инде. Осорға ғына торам. 15 август .. Мин Ғәйниямал әбейҙең урамына өйөлөп ҡуйылған эҫкерткә ҡараным да: „Бына был бесән кемдеңдер үҙенә аҡса кәрәк булған өсөн ялланып ташып бирелде бит!“ — тип ҡуйҙым эстән. Эйе, бына мин юлға аҡса ла эшләп алдым. Китергә ярап тора бит ул!..
Иҫкәрмә: Рәми Ғарипов 16-17 йәшендә алып барған яҙмаларында ул үҙен Вәхит Ғәлимов исемле әҙәби герой итеп һүрәтләй һәм үҙенә ситтән ҡарау мөмкинлеген аса.
4 слайд
УЙЛАНЫУҘАР Шиғриәт — йәшлек иле (Йәш яҙыусылар кәңәшмәһе алдынан) 1. Быуындар эстафетаһы Ғүмер ҡалай тиҙ үтә!.. Ирекһеҙҙән ярым шаян, ярым моңһоу шундай бер йыр иҫкә төшә: Йәш ғүмерҙе үтә тиҙәр, Үткәнен күрһәң ине: Үткән сакта тотоп алып, Кәрәген бирһәң ине!.. Ләкин бөтә бәлә лә шундай шул: йәшлектең үткәнен дә күреп булмай, үткән саҡта уны тотоп алып та, кәрәген дә биреп булмай. Йәшлек һине үҙенең хыял ҡанаттары менән осороп йөрөткәндә, һин уның ҡәҙерен дә белмәйһең. Йәшлек ҡәҙере уның менән хушлашҡанда ғына беленә, йөрәкте өтөп ала. Шуға күрә лә: Йәшлек ваҡыт ике килмәй, Белегеҙ ҡәҙерҙәрен,— тип тиккә генә йырламағандарҙыр. Ғөмүмән, иң ҙур шағир булған халҡыбыҙ берәй генә йырын булһа ла тиккә генә йырлай микән һуң?.. Тигән йоҫоҡҡа ғына йырланған йырҙарҙың ғүмере бик ҡыҫҡа. Улар халыҡ ижадында юҡ дәрәжәһендә. Сөнки халыҡ бөйөк шағир ғына түгел, бөйөк мөхәррир ҙә бит. Үҙенең күңеленә ятмағанын ул «йырҙың йыртығы юҡ» тип һыҙа ла ырғыта. Ә ысын йырҙарҙы ул быуаттар аша, төрлө батшалар, төрлө дәүләттәр, төрлө цензураларҙан ҡурсалап, үҙенең күңел дәфтәрендә һаҡлап килә. Әйтәйек, бөгөн Бабичты яңынан үлтерһендәр икән, ти. Ләкин кем уны йөрәгенән йолҡоп ырғытһын!? Поэзияның көсө лә шундалыр.
5 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР 1964 й. 13 апрель Йыйылыш булды, һаман да минең докладты тылҡыйҙар. Тимәк, юҡты һөйләмәгәнмен икән. Електәренә үткән тегеләрҙең. …Урманға сығып, яҙҙың һуңғы ҡарына һуҙылып ятып, йондоҙҙар менән һөйләшеп яттым. Йәл, тик Рәшит Ниғмәти ағай юҡ, ул да минең менән һуҙылып ятып берәй аҡыл әйтер ине, исмаһам. Ул юҡ шул. Дөрөҫ һүҙ ҙә юҡ әлегә. Шул хаҡта ағастар менән һөйләштек. Шулай ҙа дөрөҫ һуҙ буласаҡ. Ул тыуып килә. …Яу киткәс кенә батыр, аҡыллы, философ. Ә кәрәк саҡта ауыҙынан бер тамсы һүҙ ҙә ҡайтарып ала алмаҫһың. Юҡ инде, әҙәбиәттә һуғышыу былай булмай. Әйтерһең, әҙәбиәт шунда ултырыусы әҙәбиәтселәр өсөн генә. Ә халыҡ ул кемдең күңелендә бар, кемдең күңелендә юҡ — уны бер Аллаһы тәғәлә үҙе генә белә. Һай, ҡасан тыуыр икән беҙҙең үҙ ир-егеттәребеҙ? Ҡыҫҡаһы — эшләргә, эшләргә кәрәк. Ә мин күпме ваҡыт инде эшләмәйем...
6 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР 28 февраль, 1964 й. Беҙ бөгөнгө Башҡортостанға бик ғәҙәти бер ил тип карайбыҙ, уның яҙмышы хаҡында аҙ уйлайбыҙ. Әгәр ҙэ бөтә донъя тарихының бейеклегенән ҡараһаң, ул бит донъяның бөтә иҙелгән халыҡтары араһынан кешелек тарихында беренсе булып милли ирек алған ил. Һәм был илдең барлыҡҡа килеүен раҫлап, донъя пролетариатының юлбашсыһы Вл. Ильич Ленин үҙе ҡул ҡуйған уның тыуыу танытмаһына. Ә беҙгә был хәҙер бик ғәҙәти күренә. Ғәжәп, бер уйлап ҡараһаң. Ә ни өсөн ул беренсе ил булған? Был хаҡта бик уйланырлык. Юҡ, был бөйөк ҡултамғаны һис кем, һис ҡасан, һис ҡайҙа ла юя алмаҫ! Ул юйылыр өсөн ҡуйылмаған, һәм башҡорт ҡаны уны юйҙырыр өсөн ҡойолмаған. Рәсәйҙәге бөтә һуғыштарҙа уның даны бар, ҡаны бар. Диңгеҙ арттарында өрмәһендәр был бөркөткә, уны һис кем булмаҫ өркөткән. Батшаларға башын эймәгәнде, Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ! Бөйөк әсәй — Рәсәйҙең билкәйенә Сиселмәҫкә ул бит уралды. Ҡәмәре бит Өфөм Уралдың. Ныҡ тотабыҙ ҡында ҡоралды.
7 слайд
ШАҒИРҘЫҢ ҠӘЛӘМДӘШТӘРЕ Тимер Йосопов, Рауил Бикбай, Әсхәл Әхмәтҡужа һәм ✅Хәсән Назар шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ
Затыма һүҙем
Киткәндә лә үҙем, ҡалыр һүҙем,
Һүҙемдә бит барлыҡ асылым.
Булдым зат-зәүергә һәм дәүергә
Һайламаҡта һүҙҙең аҫылын.
Аҫылдары һүҙҙең, ысындары
Шиғриәттә – булһа яҙмыштан.
Һөнәр сәме түгел. Ул юғары
Мәртәбәләр өсөн уҙыштан.
Остаз булды иң тәү халыҡ моңо,
Кемдәргә мин сафташ – беләмен.
Улар – күтәреүсе азатлыҡ рухы
Һәм рух азатлығы әләмен.
Шоңҡар сөйҙөм. Күктәр иркендә ул,
Осор әле минән аҙаҡ та.
Рух та шулай – ул осошта икән,
Булмай уны, булмай тоҙаҡлап.
Хәсән Назар
8 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР 1 май 1955 й. … Ул хәҙер бөтөнләй мин тәүге күргәндәге Надя түгел. Быны мин уны матурлап күреүҙән әйтмәйем. Юҡ, мин ғәҙәттән тыш һалҡын аҡыл менән ҡараным уға һәм был уны яҡшылап күреү өсөн бик һәйбәт булды. Юҡһа, һуҡыр рәүештә яратыу — иң үкендергес нәмә. Ә мин уны "бөтә ваҡлыҡтарына тиклем өйрәндем — минең ҡатыным тап шундай булырға тейеш. Мин уның яҡшы әсә буласағына ла ышанам. Беҙ бәхетле буласаҡбыҙ. Ниңә һуң мин баштан уҡ шул фекергә килә алманым? Күпме ғазапланым мин Надяны! Хатта ул хәҙер минең бер ҡарарға килеүемә ышана ла алмай. Сөнки мин уны киләсәктә бергә була алмауыбыҙға ышандырҙым. Ә хәҙер башҡа була алмауыбыҙға ышандырырға кәрәк! Был хатта ауырыраҡ. Бөтәһен дә Надя ғына хәл итә ала. Уның күҙ ҡарашында ышанысһыҙ яратыу ғына. Шундай саҡта мин уның күҙҙәренән үпкем килә. Ләкин ул быны рөхсәт итмәй. Ғәжәп хәл был. Ә ирендәренән теләгәнсә үбәм, ләкин туя алмайым. Мин үҙемде бер ҡасан да шулай ҡомһоҙ булырмын тип күҙ алдына килтермәй инем. Был минең иң тәүге татлы ләззәттәрем — нисек итеп мин уларҙы онота алырмын? Кәрәкмәй, кәрәкмәй! Үлгәндә лә, минең ошолай үлгем килә. Тормош миңә иҫ киткес яҡты был яҡынлыҡтан һуң. Минең осҡом килә! Арыу юғала. Йәшәреп китәм. Бөтә тәнгә көс тулыша. Тимәк, мин уны бик ныҡ яратам! Тик был ниндәйҙер ғазапһыҙ, бәхетле, кешелекле яратыу, яҡты яратыу. Ә тәүге яратыуым ғазаплы булған өсөн ярһыу һәм тау йылғаһы булып тойолған. Ләкин тормош өсөн кешелекле, яҡты һәм оҙаҡ яратыу кәрәк. … Надяның күкрәгенә башымды ҡуйып, уның йөрәк тибешен тыңлап, мин шул хаҡта уйланым... Мин уны һәр саҡ ҡолонсаҡҡа сағыштырам. Сөнки минең иң яратҡаным — ҡолон. Иң яратҡан өләсәйем дә миңә «Ҡолонсағым!» тип өндәшә торғайны. Ә әсәйем мине: — Аттан тыуғанһыңдыр, ахыры,— тип әрләр ине. Белмәйем, ниңә мин шул тиклем ат йәнле булғанмындыр. Атҡа менеп сабыу хәҙер ҙә әле миңә ниндәйҙер бер бәхет булып тойола. Колхоз тигән һүҙ ҙә минең аңыма ат тигән һүҙ булып ингән. Ғәжәп был, Надяға был хаҡта аңлау ҡыйыны-раҡтыр инде. Был хис тик башҡорттарға ғына шулай хас. Надя минең сәстәрем эсенә бармаҡтарын тығып иркәләй... Минең сәстәрем ат ялы кеүек ҡалын һәм ныҡ. Ә Надяның йөрәге ҡолон тояғы кеүек тыпылдап ярһый...
9 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР 26 февраль 1964 й. Поэзияла һүҙҙең тәҫьир көсө нәмәлә һуң? Ул йәнһеҙ нәмәне лә йәнле итә, иң абстракт төшөнсәне лә конкрет төшөнсәгә әйләндерә. Был халыҡ ижадында ла, хәҙерге поэзияла ла шулай.
Уралҡайым, һинән ҡырҡып алһам,
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың,
Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта
Яуҙа үлгән батыр ҡандары.
Йәки Урал-тау халыҡ ижадында «Уралып ятҡан Урал» ул. Күҙ алдына Урал тере булып килеп баҫа. Быны ысын шағир бик яҡшы тоя.
Урал үҙе боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә,
Ә ҡойроғо ҡойона Аралда.
Быуаттарҙың баш өҫтөнән ҡарап,
Мәғрур тора бында ҡаялар...
Хатта абстракт «быуат» та бында бит башлы күҙле йән эйәһенә әйләнә. Поэзия мөмкин булмаған нәмәне мөмкин итә. Йәки Мостайҙа ул Европа менән Азияны пар ҡанаты итеп осҡан гигант ҡошҡа әйләнә, һәм беҙ уға ышанмайынса булдыра алмайбыҙ. Шунда ла инде һүҙҙең шиғри көсө һәм ул онотолмай. һүҙҙәр менән тере, әлбиттә. К. Паустовский: «Ничто так не омолаживает слова, как поэзия» тип бик дөрөҫ әйтте.
10 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР 22 май
Үҙе өсөн генә йәшәмәгән кешенең тирә-яғында кешеләрҙең күпме мәғәнәһеҙлеге тулып ята... Бөтә донъя, донъяла ниндәй яҙ булһа ла, тормош теге холодильник ише... Йәшә-йәшә лә, ян-ян да кемдәрҙеңдер мәғәнәһеҙлеге өсөн үл, имеш! Чехов — устрица вагоны! Евтушенко — во весь рост... һәм өс көндән һуң һин бисәңә лә кәрәкмәйһең!.. Аһ, инәкәйҙәрҙе онотабыҙ шул. Ә һинең ни кисергәнеңде, ни ашайһың, ни әсәһең килгәнеңде тик улар ғына һиҙеп-белеп тора... Шулай ҙа мәрхәмәтһеҙ беҙ уларға, был донъяның үҙе һымаҡ бәғерһеҙ, шәфҡәтһеҙ, кешелекһеҙ... Инде бер ус тупраҡ ташлайһы бер генә кешем ҡалды — Сәләх ағай. Ә ҡалғандары инде үҙҙәренең даны, үҙҙәренең малы өсөн генә. Миңә кем ташлар — ?.. тик инәйем генә булмаһын ине. Уны үҙем генә йыйыштырһам ине — бөтә теләгәнем шул ғына... Эй, ғүмер! Ил, ер-һыу, ҡояш!..
11 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР 1 июнь. 1955 й.
Надя! Ҡатыным минең!..
Хәҙер беҙҙең «Икәүебеҙгә бер яҙмыш.
Тормоштан тейгән өлөш.
Күпме ғүмер бар, беҙ шуны
Ғәҙел йәшәргә тейеш!»
Беҙ бәхетле буласаҡбыҙ!..
Был бәхет тураһында Надя менән күп һөйләштек. Беҙҙең эшебеҙ ҙә, телебеҙ ҙә, тәбиғәтебеҙ ҙә башҡа, ләкин бәхетте бер төрлө аңлайбыҙ. Беҙҙең донъяға ҡарашыбыҙ бер. Тик минең ҡарашым киңерәк, тәрәнерәк, сөнки ул белем менән нығытылған. Надя ла уны үҙенең уҡыуы менән нығытырға тейеш. Уны уҡытыу хәҙер минең иң ҙур бурысым...
Унан һуң ул башҡорт телен өйрәнергә тейеш! Тел — минең тормошом! Сөнки мин эшемде телдән башҡа күҙ алдына ла килтерә алыуым мөмкин түгел! Беҙ ир менән ҡатын булып кына йәшәй алмаясаҡбыҙ. Хәҙерҙән үк беҙгә башҡорт теленә тотонорға кәрәк. Һуңға ҡалдырырға ярамай. Бер сәғәт ваҡытты ла бушҡа әрәм итмәҫкә! Торғанда ла, бергә йөрөгәндә лә, ашағанда ла мин уны һиҙҙермәйенсә генә өйрәтергә тейешмен! Шаярып һөйләшеү, минеңсә, бының иң яҡшы юлы. Был ғәҙәткә әйләнәсәк! ..Тел бөтә нәмәгә асҡыс булырға тейеш. Минең өсөн башҡорт телендә аңлата белеү генә бик аҙ һәм бәләкәй нәмә. Тел өйрәнеү Надя өсөн ҙур бер эшкә, үҙ өҫтөндә эшләүгә әйләнерлек булһын. Мин Надяның биш йыл эсендә башҡорт телендә уҡый-яҙа аласағына ышанам. Ул 1960 йылда минең был уйҙарымды уҡып көлөрлөк буласаҡ. Минең был көндө тиҙерәк яҡынайтҡым һәм үҙ уҡыусыма ҡарап бөтә күңелдән шатланғым килә. Был бәхетте мин хәҙер үк тоям һәм ғорурланам. Ул көндө мин үҙем дә уның туған теленән Тарас Шевченко шиғырҙарын тәржемә итеп уҡырлыҡ булырға тейешмен! Ә беҙҙең тәүге балабыҙ был көндө русса ла, башҡортса ла һөйләшеп йөрөйәсәк!
Юҡ, мин быларҙың тик хыял ғына булып ҡалыуын теләмәйем. Быға тиклем минең хыялдарым тормоштан айырылманы. Бынан һуң да мин үҙемә тоғро ҡаласаҡмын. Надя менән беҙ бәхетле буласаҡбыҙ!
12 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР июль, 1967 й. …Ер еләккәйҙәре лә беште инде. Арыш та емләнеп килә. Бойҙай әле яңы баш ҡоҫҡан. Ҡурай еләге өлгөрөп килә. һандуғастар тынып ҡалһа ла, һаман да әле урман яңғыратып кәкүк саҡыра. Тиҙҙән инде тамағына арыш башағы тығылып, ул да һаҡауланыр. Йәй уртаһы етте. һыу кис тә, иртән дә, көндөҙ ҙә йылы — йәнең теләгәнсә һыу инергә була. Ҡарағат, еләк өҙөп ашайһың, балтырғанын, ҡуҙғалағын ауыҙ итәһең. Иң йәмле һәм шул уҡ ваҡытта йәйҙең дә ғүмере ҡыҫҡа икәнен тоя башлап торған саҡ. Тәбиғәтте минең әле былай ентекләп күҙәткәнем юҡ ине. Ә быйыл бөтә йәйем тәбиғәт ҡосағында үтә. Уйланырға ла күп сәбәптәр бар. Яҙырлыҡ нәмәләр ҙә баштан ашҡан. Ләкин мин көндәлек кенә лә алып бара алмам— иң үкенеслеһе шул. Ә яҙырға, һәр бер күренеште ҡағыҙға теркәп барырға ине. Ни хәл итәһең — булмай. Беҙҙең экспедиция Беүә буйҙарын йөрөп сыҡҡас, яңынан Танып буйына, Мәнәккә ҡайтты. Мин дә, бер аҙна Өфөлә, Шишмәлә йөрөп килгәс, яңынан экспедицияға ҡайттым. Ғәжәп— мин был тиклем дә археология менән мауығып китермен тип башыма ла килтергәнем юҡ ине. Шулай итеп мин археолог булып барам, буғай. …Лагерь хәҙер тотош бер археологтар ҡалаһына әүерелде — ҡайнап тора. Нияз менән «Алға» колхозына барып, көтөүҙән бер тәкә тотоп алып ҡайттыҡ. Иртәгә ныҡлы эш башланасаҡ. Беҙ киткәс, Байтимер ҡалған группа менән ҡаҙына торғас, бер баш һөйәгенә юлыҡҡан. Иртәгә асып ҡараясаҡбыҙ. Гәкә алырға барышлай беҙ ҙә Редькино ауылы эргәһендә Таныптың бейек текә яр башында бер ҡәберлек табып ҡайттыҡ. Иртән тәкә һуйғас, бәлки, беҙ шунда юлланырбыҙ. Фотола Нияз Мажитов, Рами Гарипов экспедицияла
13 слайд
САБЫЙ ЙОҠОҺО
Ҡыҙым Гөлнараға
Мин көнләшәм ҡайсаҡ Сальериҙан,
Юҡ, Моцарт та булмаҫ кешенән:
Уртаса бер фотограф та хатта,
Бәхетлерәк була эшенән.
Уға ла бит тормош , был тәбиғәт
Үҙенең бер бөйөк телдәрен
Бүләк итеп ҡуя ҡайһы саҡта:
Бына ҡыҙым, тибеп мендәрен,
Башы түбән иҙерәп йоҡлап ята,
Әсәһенең сығып ҡуйынынан.
Юҡ, ҡулҡайын түгел, бер тәпәйен
Ташлап ятҡан уның ҡуйынына!..
Был тиклем дә мәрәкәне миңә
Ҡалай итеп тотоп ҡалырға?
Ҡайҙа миндә Леонардо ҡулы «Мадонна һәм ҡыҙы»н яҙырға? «Бите — алма, ирендәре — сейә,
Ә ҡулдары — аҡҡош ҡанаты » ,
— Тигәйнем дә... Был тапалган һүҙҙәр
Ни генә һуң бирһен аңлатып?
Теләһәң, һин сәсең йолҡоп ила,
Был илаһи бер мәл юғалыр.
Осоп китер күккә фәрештәләй,
Көнләшеүем минең шуғалыр...
Ҡабатланмаҫ ошо матурлыҡты
Күрә алмаҫ үҙе Гөлнарам.
Тик атаһы күрә күҙ йәш аша
Был донъяла шундай гөл барын...
1971 й.
14 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР 11 июль, 1962 й.
Мең-мең бәләләр менән ете йыл буйы хыялланған квартираға ордер алып ҡайттым! Күпме ғүмер, күпме көс шул квартира арҡаһында бушҡа һәләк булды!.. һигеҙ йыл буйы бергә йәшәп тә, ҡатынға бөгөнгө кеүек ҙур бүләк биргәнем булманы. Ул бүләк - ошо квартираның асҡыстары (ике асҡыс) инде. Бөтә күргәндәр, бөтә кисергәндәр артта инде. Ҡалған ғүмерҙе иҫән-һау ғына эшләп үткәрергә яҙһын! Хәҙер минең төн ултырып шиғыр яҙырға үҙ мөйөшөм бар. Ике бүлмә, кухня айырым, бөтә уңайлыҡтары менән. Тыныс буласаҡ кеүек. Тәҙрәләр эргәһенән генә урман башлана. Иң яҡшыһы шул. Ярай, ғүмерҙе яңынан башлап ҡарайыҡ.
15 слайд
ХАТТАР / ПИСЬМА 15 мая 1957 г.
Надя, дорогая моя! Какое большое спасибо тебе за жизнеописание Салаватки!.. Вот только что прочел твое письмо и сел писать. У меня вся душа вдруг наполнилась смехом нашего сына и какой-то тревожной печалью за твое положение. Как мне больно, что ты без моей помощи! Все это омрачает, портит, душит. Я стараюсь утешать тебя и себя тем, что все скоро наладится. Немножко терпения, немножко выдержки — и отдохнем мы от этих унизительных мук. Как только представляю себе, что Салаватке нет молока!.. — у меня дух захватывает... Я сам тоже сижу без ничего — вот уже пятнадцать дней «вдохновляю» себя крепким чаем... Слава индийцам и грузинам за то, что они поддерживают бедного башкирского поэта!.. Как мне не воспеть дружбу народов?! Ты смеешься, Надя? Я — тоже. Но это не смешно — это очень трогательно! Я как Христос-коммунист!.. Ладно, это учтет человечество и скажет спасибо предкам своим. А пока мы пишем... Книжка моя около ста страниц! Не ожидал я этого. Придется сократить наполовину — а то разбогатеешь и позабудешь свои писанины! Все-таки мне дороги эти мои дни — никогда они не повторятся и не забудутся, как и прежние. Я очень уверен, что я бесполезным не буду — что-нибудь оставлю после себя.
16 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР 12 февраль, 1955 й. Бына Кремль куранттары төнгө 12-не һуҡты. 12 февраль башланды. Бүлмәлә тынлыҡ. Барыһы ла йоҡлай. Аҡ ҡар юрғаны күм-күк төҫкә инеп, ҡатып ҡалған. Ай юҡ — ҡараңғы һәм тыныс. Сәғәт ашыға. Үткән йылдар сәғәт кеүек уҙа. Уларҙың һәр береһендә кешеләр, халыҡтар, илдәр яҙмышы. Шулар эсендә минең дә яҙмышым бар. Мин дә йәшәйем донъяла. Ҡыҙыҡ. Ләкин йәшәй белмәйем. Бәләкәй генә нәмәләрҙә лә аҙашып ҡалам. 23 йәш миңә. Бына хәҙер 24-енсеһе башланды. Ҡыҙыҡ. Үҙемде бик ярлы тоям. Аҙ йәшәгәнмен һәм яңғыҙмын. Минең үҙем теләгән ысын дуҫым да, үҙем теләгән бөтә йөрәктән яратырлыҡ ҡыҙым да юҡ. Был ҡыҙыҡ ҡына түгел, ҡурҡыныс та.
17 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР. 13 май, 1961 й. Төштәр...
Егерме йыл үткән, егерме йыл
Атай өйҙән сығып киткәнгә.
Күпме кәкүк ғүмер һанап киткән
Алыҫ яҙҙа һуғыш бөткәнгә... Тик инәйем һаман төштә күрә
Ҡайтып кермәҫ беҙҙең атайҙы. — Ҡайтҡан, имеш... — тиеп,
һөйләй-һөйләй
һарғайҙы ул, инде ҡартайҙы... Бына бөгөн дә ул, сәйен яһап,
Төшөн һөйләй тағы... Бер үк төш!.. — Хәс элекке төҫө, кейеме лә
Үҙгәрмәгән, имеш, шул килеш. Тере микән әллә?..
Йөрөй микән Сит илдәрҙә әллә тилмереп?.. Әллә инде уйлап ҡуя микән,
Булһа ине, тиеп, бер күреп?.. Изге төштәр!.. Һис бер юрау, яуап
Әйталмайһың һин был төштәргә... Тик теш ҡыҫып, тағы тотонаһың
Атайҙарҙан ҡалған эштәргә.
Надя менән Салауатты концертҡа ебәрҙем- дә тиҙ генә шул шиғырҙы яҙып ташланым. Кисәге инәйемдең тағын шул төшөн һөйләүе көнө буйы баштан сыҡмай йөрөнө лә яҙмайынса булдыра алманым. Надяға шиғыр оҡшаны, тәржемә итеп тә, былай ҙа уҡып күрһәттем. Ул тик аҙағын икенсерәк бөтөрөргә тәҡдим итте. «Бындай төштәрҙе беҙҙең ҡатындарға күрергә яҙмаһын ине» тигән фекерҙе әйтергә кәрәк, ти. Ләкин мин был фекер менән килешһәм дә, үҙ фекеремдә ҡалдым. Сөнки Надя әйткән фекер әйтелгән инде, күп ҡабатланған, артыҡ трафарет булып китә. Минеңсә, уны былай ҙа аңларға мөмкин.
18 слайд
ДЕТИ РАМИ ОБ ОТЦЕ Азамат Гарипов: Думаю, если атай не был поэтом, то из него получился бы очень хороший архивист. Как он выбирал материалы, в каком порядке он их держал, как укомплектовывал свои написанные произведения, то, надо признать, для этого тоже нужно много сил, терпения, времени и собранности. В детстве, помню, ночью прохожу мимо его кабинета, а у него по всему полу разложены тетради, книги, какие-то страницы. То есть он собирал всё по-отдельности: по тематике, по жанру, по содержанию. Атай любил работать ночью, в тишине, в одиночестве. Об этом он пишет и в стихах. Отец был очень доброжелательным по отношению к тем людям, которые в нём нуждались. Ради своих друзей он не жалел ни времени, ни свои идеи. Ещё с юности он выстроил для себя жизненный план, которого он ни разу не нарушал. Главной целью жизни для него было служить народу. Звучит, особенно в наш век, слишком идеалистично. Сегодня в такие ценности мало кто верит. Даже в его юности один известный писатель написал статью, где раскритиковал отца словами, наподобие того, что молодёжь всегда считает себя правым, настолько умным, чего этот парень больше всех нас печётся о народе, о башкирском языке? Такие флюгероподобные люди всегда были и будут. Но Рами Гарипов никогда не был «флюгером». Он был прямолинейным. Он не мог промолчать, когда народ нуждался в его слове. На фото: Рами и Надежда Гариповы с сыновьями Азаматом и Салаватом.
19 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР. 24 май, 1953 й. Тирә-яҡ йәм-йәшел. Алмағастар, муйылдар ап-аҡ сәскәлә ултыра. Ландыштар ҙа, сирендәр ҙә, еләк тә сәскә атҡан. Ҡайындарҙың япраҡтары ҡояш нурҙарына ялтырап күренә. Иң яратҡан ағасым ҡайын минең. Бигерәк тә юл ситендәге яңғыҙ ҡайынды яратам. Ул, иртән институтҡа ашыҡҡан саҡта, иң беренсе булып мине ҡаршы ала һәм кире ҡайтҡанда оҙатып ҡала. Тәбиғәттең һәр күренешендә үҙенә генә хас матурлыҡ бар. Шуларҙың бөтәһен дә тоя белергә, Тургенев кеүек һүрәтләй алырға кәрәк. Хәҙер мин тәбиғәт тураһында Тургеневһыҙ уйлай алмайым. Ә Добролюбов уҡығандан бирле мин йәшәй башланым. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта уйланыуға бирелдем. Файҙалы әйберҙәр яҙа алмау ҡурҡыта. Үҙ-үҙемә күп ваҡыт ышанып етмәй ҙә ҡуям. Ә мөхәббәт йоҡлай. Бик ныҡ һөйгөм һәм һөйөлгөм килә. һөйөрлөк кешем юҡ. Ата булғым килә минең. Яратҡан дуҫым ғына түгел, ныҡ яратҡан ҡатыным да булырға тейеш. Бына инде институтты тамамларға ике генә йыл ҡалды. Әйләнеү һис тә иртә түгел. Ваҡлағым килмәй үҙемде. Тулы тормош менән йәшәгем килә. Үҙемдең ҡатынымдан башҡа мин бер кемгә лә /булырға тейеш түгел. Кисә Рәйес менән был турала һөйләшкәндә: — Эштән ҡайтыуыңа муйыныңа балаң килеп аҫылынырлыҡ булмаһа, нимәгә ул ғаилә ҡороу! — тигәс, ул көлөп ҡуйҙы.
20 слайд
КӨНДӘЛЕКТӘР. 30-апрель, 1974 й. Үҙ балаларымдың башҡортса төш күреүе лэ миңә оло бер бәхет... Күҙгә йәштәр тула хатта. Ун туғыҙ йыллыҡ тырышлығым бушҡа китмәгән, тим. Быны әйтеүе генә анһат. Ә бит был ун туғыҙ йыл нисә көндән тора!.. Иртән — май. Гөлнар ҡыҙым төш күрә...
21 слайд
12 ФЕВРАЛЬ - РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ Арнауҙар ТЫУҒАН КӨНӨҢӘ Ошо ыҙғыр февраль көндәренең береһендә, 12 февралдә, башҡорт халҡының улы Рәми Ғарипов донъяға килгән... Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә тиҫтәләрсә йылдар буйына йөҙҙәрсә шағирҙар әйтә алмаған тойғо-һүҙҙәрҙе яҙып өлгөрә һәм ҡалдыра. Халҡыбыҙҙың бойөк улы Рәми Ғариповтың әҫәрҙәрен бойөк рус шағиры А. Пушкин әҫәрҙәре кеүек өйрәнеүсе, тикшереүсе башҡорттар булырмы икән?
Умер поэт. Но остались его стихи, его мысли и переживания, запечатленные в его поэтических строках… В деревне АркаулСалаватского района открыт дом-музей, установлен бюст поэта. Создан фильм о жизни и творчестве. Имя Рами Гарипова носят: Башкирская республиканская гимназия-интернат №1.,улица в селе Аркаул. В ноябре 1990 года учреждена премия имени Рами Гарипова. В Уфе есть улица имени Р.Гарипова. Значит, жива его душа! Жив поэт, пока его помнят, читают, любят! А-а сейчас, дети, проводим викторину. 1.Сколько детей было в семье Гариповых? 2. Что вы знаете о его родителях? 3. Где учился Рами ? И что вы знаете об этой школе? 4. Какое прозвище было у него в детстве? И почему? 5. Кем он хотел стать? 6.Что вы знаете о его семье? 7. Чем он занимался, когда жил в деревне? 8.Сколько было лет поэту, когда его не стало? 9. Как народ прославил своего поэта? 10 .Что вам особенно понравилось на сегодняшнем мероприятии? Спасибо за внимание. |
Приложение
при создании этой призентации были использованы материалы со следущих источников:
https://www.instagram.com/?hl=ru
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Внеклассное мероприятие. Тема мероприятия: Правила дорожные знать каждому положено.
Цели занятия:1. Познакомить детей с правилами дорожного движения.2. Формировать навыки поведения на улицах города в соответствии с правилами ПДД....
Внеклассное мероприяти Внеклассное мероприятие: «Традиции и праздники татарского народа»
Внеклассное мероприятие: «Традиции и праздники татарского народа» проводится с целью - познакомить детей с обычаями и традициями татарского народа; продолжать прививать детям чувство...
Внеклассное мероприятие "Прощание с Начальной школой" 4класс. Конспект мероприятия.
Внеурочная деятельность . Конспект "Прощание с Начальной школой"...
"Цветочная история" внеклассное мероприятие в рамках общешкольного мероприятия "Фестиваль цветов" для учащихся начальной школы
Методическая разработка воспитательного мероприятия "Цветочная история" , проведенного в рамках общешкольного "Фестиваль цветов" составлена с использованием интернет-источников.Текст частично бы...
Самоанализ внеклассного мероприятия. Внеклассное мероприятие, защита проекта «Моя семья»
Самоанализ внеклассного мероприятия....
Методическая разработка внеклассного мероприятия по литературному чтению. Познавательно - развивающее мероприятие «Русские писатели 19 века».2 класс
Данное мероприятие проведено в рамках Фестиваля гуманитарных наук среди 2-х классов. Групповая работа, ИКТ, инсценирование позволиили активизировать учащихся в течении всего мероприятия....
Технологическая карта открытого внеклассного мероприятия к 23 февраля для 2-4 классов «Вперед, мальчишки!» Сценарий внеклассного турнира - викторины к 23 февраля .
Данное мероприятие способствует воспитанию у учащихся любви к Родине, уважения к ее защитникам, стремления служить Отечеству; формирование позитивного нравственного климата в коллективе....