Ҡушма һүҙҙәр һәм уларҙың яһалышы
план-конспект урока (3 класс)
Предварительный просмотр:
Тема : Ҡушма һүҙҙәр һәм уларҙың яһалышы
Маҡсат : 1.Уҡыусыларҙың ҡушма һүҙҙәр тураһында алған белемдәрен системаға һалыу һәм тәрәнәйтеү ; 2.уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу; 3.Башҡортостан тәбиғәтенә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: проектор, компьютер, интерактив таҡта.
Дәрес барышы
Психологик комфорт булдырыу.
-Хәйерле көн ,уҡыусылар
Слайд 1 Таң ата ла ҡояш сыға , К Ҡояшлы беҙҙә һәр көн. Ҡ ҡояш менән сәләм юллайым, Ә Әссәләмәғәләйкүм !
-Туған телебеҙ –башҡорт телен яратайыҡ.Уны ҙүр теләк менән ,ихлас күңелдән өйрәнәйек. Хәйерле сәғәттә дәресебеҙҙе башлайыҡ !
-Иҫкә төшөрәйек,үткән дәрестә беҙ ниндәй һүҙҙәр менән танышҡайныҡ ? - Ниндәй һүҙҙәр ҡушма һүҙҙәр,тип атала ? -Хәҙер өс командаға бүленеп ҡушма һүҙҙәр уйлайыҡ.1-се рәт кеше исемдәрен, 2-се р әт тау исемдәрен , 3-сө рәт йылға исемдәрен әйтһендәр.
Китаптан 51-се дәресте табығыҙ.Уйлап ҡына әйтегеҙ,был дәрестә нимә эшләйәсәкбеҙ ? ( Ҡушма һүҙҙәр менән танышыуҙы дауам итәрбеҙ,уларҙың яһалышын өйрәнербеҙ,тауҙар тураһында һөйләшербеҙ )
-Беҙ йәшәгән республика нисек атала ? Ә бит Башҡортостан һүҙе лә ҡушма һүҙгә инә . Беҙҙең республикабыҙҙа күп милләт халыҡтары йәшәй,әммә республикабыҙҙың исемен билдәләүсе халыҡ –ул башкорттар.Китаптарҙы яҡыныраҡ алығыҙ,” Исемебеҙ-тарихыбыҙ”,тип аталған тексты уҡыйыҡ. (Үҙаллы уҡытыу,ҡысҡырып уҡытыу,ҡушма һүҙҙәрҙе таптырыу,берәмләп әйттереү:был һүҙ ниндәй һүҙҙәрҙе ҡушып яһалған )
–Һеҙгә ошо текстан ҡушма исемдәрҙе матур итеп дәфтәрегеҙгә һайлап яҙып алыр кәрәк. Исем ҡушҡанда башҡорттар уның мәғәнәһенә ныҡ ихтибар иткән .Малайҙарға көслө булһын,бай булһын,батыр булһын ,тип юрап Батырхан ,Ирхан тигән исемдәр ҡушһалар,ә ҡыҙҙарға инде һөйкөмлө,нәфис,матур булып үҫһен тип Нәфисә,Гөлзифа тигән һымаҡ исемдәр ҡушҡандар. – Киләсәктә, балаларығыҙ булып исем һайлағанда ,исемдең мәғәнәһенә иғтибар итегеҙ.
–Уйын уйнап алайыҡ: ( мин һеҙгә исемдәр әйтәм: әгәр ҡушма исем әйтһәм,сәпәкәй һуғабыҙ,бер тамырлы исем әйтһәм аяҡтарҙы тыпырлатабыҙ) гөлйемеш,өләсәй,алмағас,Япракбикә,сәс,Батмусбикә,Стәрлетамаҡ,Өфө,ИшембайАғиҙел,Мөхәмәтйәров,республика,Тимерханова.
-5-се күнегеүҙе уҡыйыҡ .Бирелгән һүҙҙәрҙе уҡып,ниндәй һүҙҙәрҙе ҡушып яһалғанлығын билдәләргә кәрәк. Тимәк,ниндәй һүҙҙәрҙе ҡушма һүҙҙәр тип атайбыҙ? Ә ҡушма һүҙҙәр нисек яҙыла ?
Карточкалар менән эш.”Парыңды тап ” 1-се рәт :Аҡ,һабан,гөл,кило,ҡар. 2-се рәттә туй,йөҙөм,ҡош,һылыу,грамм.
Эйе ,телебеҙ ысынлап та,матур шул беҙҙең.Башҡорт теленең гүзәллеген ер-һыу атамаларында ла күрергә була. Әйҙәгеҙ бөгөн шул һүҙҙәр тураһында һөйләшеп алайыҡ.
–Ә һеҙ ниндәй тау исемдәрен беләһегеҙ? Һеҙҙең ауылығыҙ янындағы тауҙарҙы һанап китәйек.(Рәз,Ирәмәл,Малиновка) -Был һүҙҙәрҙе ниндәй хәрефтән башлап яҙабыҙ ?
Слайд-Тауҙар.
Дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлашып килә.Дәрестә алған белемдәребеҙҙе дөйөмләштереп ҡуяйыҡ :
-Был дәрестән үҙең өсөн нимә алдың ? -Ниндәй ҡушма һүҙҙәр иҫеңдә ҡалды ? -Ҡушма һүҙҙәр нисек яҙыла ? -Үҙегеҙгә ниндәй баһалар ҡуяр инегеҙ?
ТЕМА: ҠУШМА ҺҮҘҘӘР.
МАҠСАТ: Уҡыусыларға ҡушма һүҙҙәр тураһындабелем биреү,системаға һалыу. –һүҙлек байлығын арттырыу. –телгә,республика тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
ЭШ АЛЫМДАРЫ: уйын,әңгәмә,текст өҫтөндә эш,китап менән эш,яҙма эш,коммуникатив технология ҡулланыу.
Уҡыусылар теманы аңланылар,маҡсатыма ирештем ,тип уйлайым.КТП-ла был темаға дәрес бирелгән,әле был икенсе генә дәрес.(яңғыҙлыҡ исемдәрҙең яҙылышы )
Тәрбиәүи эш үткәрҙем,тәбиғәтте һаҡларға,националь традицияны һаҡлап ,балаларға мәғәнәле исемдәр ҡушырға кәңәш бирҙем.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ойындар мен жаттығулар арқылы оқушылардың шығармашылық қабілеттерін арттыру жолдары (тамыз маслихатында оқылатын баяндама)
Қазіргі таңда жапондық тәрбие деген ұғым кеңінен таралған. Жапондықтар«егер балаңыз терезені сындырып тастаса, ашуыңызды көретіп, баланы жазаға тарпаңыз. Істі сол күйінде қалдырыңыз. Түнде салқын түск...
Ҡушма һүҙҙәр
Тема: Ҡушма һүҙҙәр.Маҡсат: 1. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм нығытыу. 2. Бәйләнешле телмәр һәм яҙыу күнекмәләрен үҫ...
Ҡушма һүҙҙәр.Уларҙың яһалышы
Ҡушма һүҙҙәр.Уларҙың яһалышы...
- Мне нравится (1)