Ғилми-тикшеренеү эше
проект
Предварительный просмотр:
“ Балаларҙың ауыҙ-тел ижады.
Үсекләгестәр.Ҡушаматтар.”
темаһына ғилми-тикшеренеү эше
инеш
Ҡушамат тағыу ,исем атау элек-электән төрлө халыҡтарҙа,бигерәк тә ауыл кешеләре араһында киң таралған булған.Кемдеңдер ҡушаматы быуындан-быуынға күсә килгән,кемдеңдер сибәрлеге, яҡшылығы,егәрлелеге йәки киреһенсә урлашыуы,ялҡаулығы арҡаһында,һөнәре тормош-көнкүрешенә бәйле барлыҡҡа килгән.
Рус халҡы өсөн ҡушамат тәбиғи күренеш,был турала балаларға борон үҙ исеменөн башҡа «насар көстәрҙән,күҙ тейеүҙән һаҡлау”өсөн йәшерен йәки алдаҡсы исемдәр тураһындағы мәғлүмәттәр һөйләй.
Темам актуаль ,сөнки ҡушаматтар балалар донъяһында мөһим урын биләй.
Маҡсатым: ҡушаматтарҙың балалар араһындағы мөнәсәбәткә нисек йоғонто яһауын асыҡлау.
Бурыстар:
!.тема буйынса әҙәбиәт эҙләү һәм өйрәнеү
!.тикшереү өсөн материал йыйыу һәм уны өйрәнеү
!.һөҙөмтәләрҙе йомғаҡлау.
Тикшеренеү объекты:Ҡауарҙы мәктәбенең класс уҡыусылары
Тикшеренеү предметы:уҡыусыларҙың ҡушаматтары
Мин үҙем уҡыған мәктәп уҡыусыларының ниндәй ҡушамат йөрөтөүҙәре тураһында белешмә йыйҙым.Тикшеренеүҙәрем күрһәтеүенсә күп кенә уҡыусыларҙың ҡушаматтары бар ,хатта бер –нисә. Уларҙы барлыҡҡа килеүҙәренә ҡарап төркөмдәргә бүлдек.
1.Фамилияларҙан барлыҡҡа килгән ҡушаматтар.
Абдуллин-Абдулла
Сөләймәнов –Сөләй
Исмәғилов-Исмаҡ
Дәүләтбаев-Дәүлей
2.Кешенең тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап ҡушылған ҡушаматтар.
Айыу,горелла,бегемот(ҙур кәүҙәле булған өсөн),ҡыйыш(ҡыйшайып йөрөй)
кәтүк,кәкүк,лилипуд,сиңерткә (бәләкәй кәүҙәле ),бағана,һонтор,жираф(кәүҙәһе оҙон булған өсөн)
3.Кешенең холоҡ- фиғеленә,ғәҙәтенә бәйле ҡушаматтар.
Зомби (тыныс холоҡло),компьютер(башы шәп эшләй),бабай(яй ғына )
4.Исемдәрҙән алынған ҡушаматтар.
Сабир-сабаҡ Таня-тана
Роберт-әре ҡорт
!.Нәҫелдән ҡалған ҡушаматтар
Шулай уҡ ҡушаматтарҙы килеп сығышы буйынса ла төркөмләп була.
!.хайуандарға оҡшатып ҡушылған ҡушаматтар:бегемот,фил,тауыҡ,ат
!.мультфильм геройҙарына оҡшатып:чебурашка,винни-пух,колобок
!билдәле актерҙарға,спортсмендарға оҡшатып:джеки Чан,Пушкин,Дима Билан
!.һүҙҙәрҙең әйтелештәре бер иш булыу:Вил-фил,
Тағы ла ҡыҙыҡ,аңлашылмаған ҡушаматтар бар.
Йәштәр араһында хәҙер псевдоним йөрөтөү ҙә заманса һынала.Күп кенә артистар псевдоним аҫтында йырлап йөрөйҙәр.Мәҫәлән:МС Баш,Дени,МС Инсан,Бошман,Максим(Марина Максимова) ,Фил МС.
Күп кенә гәзит –журналдарҙа мәҡәлә авторҙары үҙҙәренең исеме урынына ҡушамат-псевдоним ғына бирә.Мәҫәлән, ”Аманат “ журналында ошондай псевдонимдарҙы осратырға мөмкин:Һыуһылыу,Йондоҙ,Серле ҡыҙ,Аҡсәскә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ғилми-тикшеренеү эше
quot;Әсә- бөйөк исем" темаһына ғилми-тикшеренеү эше...