Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары
олимпиадные задания (4 класс) на тему

Каразбаева Разиля Зиннуровна

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары (4кл)

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon bashkort_telenn_olimpiada_horauzary.doc35 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары (4 класс)

 

1.”Башҡорт теле”   һәм “Әсә теле” төшөнсәләренең айырмаһы нимәлә?

    Аңлатма яҙ.

2.Һуҙынҡы хәрефтәрҙе тәүге юлға, икенсеһенә  өндәрҙе теҙеп

   яҙ.Һуҙынҡы хәрефтәр күберәкме әллә өндәрме?Был һорауға яуап яҙ.

3.Юя, таяу һүҙҙәренең өн моделен төҙө.Унан һуң транскрипцияларын

   яҙ.

4.Бирелгән схемаға ярашлы һүҙ яҙ.

т

ҡ

 

5.Йомаҡҡа төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙ.

   Бер тере…

   Мамыҡтай йомшаҡ.

   “Мыр” ҙа “мыр”…

   Алмаһын ...

6.Ни өсөн аръяҡ  һүҙендә ҡалын айырыу билдәһе (ъ), ә бирьяҡ һүҙендә  

    нәҙек айырыу билдәһе(ь) яҙыла? Аңлатма яҙ.

7.Үҙең тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт яҙ. Ул тексҡа исем ҡуш.

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙарына яуаптар.

1.”Башҡорт теле” һүҙбәйләнеше аныҡ ҡына бер тел тураһында һүҙ барыуын аңлата.Ул  киң төшөнсә: башҡорт теле ғилеме, башҡорт теле тарихы, башҡорт телендә һөйләшеү һ.б.

   

“Әсә теле” һүҙбәйләнеше бөтә телдәргә лә ҡағылышлы.Баланы тыуҙырған әсәнең һөйләшеү теле, ул һөйләшкән тел һ.б.

2. Һуҙынҡы хәрефтәр: ә,ө,ү,э,и,о,а,у,ы,е,ё,ю,я

    Һуҙынҡы өндәр: [ә],[ө],[ү],[э],[и],[о],[а],[у],[ы]

     Һуҙынҡы хәрефтәр  өндәрҙән күберәк.

3. [йуйа]

[тайау]

4.

Мәҫәлән:

т

у

л

ы

л

а

н

д

ы

р

м

а

я

с

а

ҡ

5.Бер тере йомаҡ

   Мамыҡтай йомшаҡ.

   “Мыр” ҙа”мыр” йырлап,

    Алмаһын тырнап.

6.Ҡушма һүҙҙең беренсе һүҙе нәҙек булып, икенсе һүҙе я,е,ё,ю

   хәрефтәренән башланһа, ике һүҙ араһында нәҙек айырыу билдәһе

   (ь) яҙыла.

  Ҡушма һүҙҙең беренсе һүҙе ҡалын булып, икенсе һүҙе я,е,ё,ю

   хәрефтәренә башланһа, ике һүҙ араһында ҡалын айырыу билдәһе(ъ)

   яҙыла.

7.   8-9 һөйләмдән торған текст төҙөү.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татар теленнән олимпиада сораулары

Башлангыч сыйныф укучыларына татар теленнән олимпиада сораулары...

Ҡорама ҡорау байрамы - йолаһы

Борондан килгән һәм онотолоп барған  ҡул эшенә һәм сәнғәт төрөнә һөйөү уятыу. Туҙҙырғансы кеймәгән  кейемдәрҙән ҡорамалар ҡорарға өйрәтеү. Матурлыҡты күрә белергә өйрәтеү....

Фәрит Иҫәнғолов ижады буйынса тест һорауҙары, 4 класс

Туған әҙәбиәттән Фәрит Иҫәнғолов ижады буйынса тест һорауҙары, яуабы менән...

4 нче сыйныф укучылары өчен татар теленнән олимпиада материаллары

4 нче сыйныф укучылары өчен татар теленнән олимпиадага әзерлек өчен ярдәмлек материал....

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары (4кл)...