әҙәби уҡыуҙан эш программаһы 3 класс.
рабочая программа (3 класс) на тему
Башҡорт мәктәптәренең 3-сө класы өсөн әҙәби уҡыу предметынан эш программаһы
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
3класс . әҙәби уҡыу. эш программаһы | 218 КБ |
Предварительный просмотр:
Йөкмәтке
1.Аңлатма яҙыу.........................................................................................................................................2
2. Предмет өйрәнеүҙең планлаштырылған һөҙөмтәләре……………………………….……………..2
3. Уҡыу предметының йөкмәткеһе………………………………………………………………………4
4. Тематик планлаштырыу һәм уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәре………………………………………………………………………………………………………7
1.Аңлатма яҙыу
Әҙәби уҡыу – башланғыс белем биреүҙә төп предметтарҙың береһе. Уҡыу –телмәр эшмәкәрлегенең бер төрө.
Уҡыу дәрестәренең маҡсаттары;
-уҡыусыларҙа аңлы, йүгерек, тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу, үҙ аллы уҡыу тәжрибәһен формалаштырыу, телмәр эшмәкәрлегенең бар төрҙәрен камиллаштырыу.
-текст һәм китап менән эшләү оҫталығын тәрбиәләү, башланғыс кластарҙа уҡ уҡыусыларҙа китап уҡырға ынтылыш твуҙырыу, уларҙы дөрөҫ итеп китап һайларға, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализларға өйрәтеү.
-һүҙ сәнғәте дөрөҫ мөнәсәбәт формалаштырыу, әҙәби текстар аша уҡыусыларҙың әхлаки тәжрибәһен байытыу, ижади һәләттәрен үҫтереү. Программа материалы түбәндәге уҡыу әсбаптары нигеҙендә тормошҡа ашырыла:
-«Әҙәби уҡыу » дәреслеге, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә.Вәлиева),
-«Әҙәби уҡыу » дәреслегенә эш дәфтәре, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә.Вәлиева),
-Комплекслы предмет-ара тикшереү эштәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.). Бында уҡыу йылы аҙағында уҡыусыларҙың предмет һәм метапредмет өлкәһендәге белемдәрен тикшереү маҡсатында контроль эш материалдары тәҡдим ителә.
Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән был уҡыу программаһы Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып ҡоролдо. 3-сө класс. «Әҙәби уҡыу», бөтәһе 102 сәғәт, (34 аҙна 3 сәғәт). 1-4-се класс-471сәғәт
2. Предметын планлаштырылған һөҙөмтәләре
Уҡыусыларҙа формалаштырылҙан түбәндәге сифаттар әҙәби уҡыу предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып тора;
-Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт
-Төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү
-Әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү
-хислелек, әҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй белеү
-башҡа кешеләрҙең хис –тойғоларын аңлай һәм билдәләй белең, уртаҡлаша алыу
-матурлыҡ тойғоһо- тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һәҡсыл ҡараш
-нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү, үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу
-ғаилә киммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары
-текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу, уҡыуға ихтыяж
-үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү
-мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар-намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып, ғәфү үтенеү.
Әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып тора.
Әҙәби уҡыу предметының дөйөм (метапредмет)һөҙөмтәләре булып, универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора
Әҙәби уҡыу курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора;
-әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш булыун, әхлаки ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау
-уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре, тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙәр булыу
-уҡытыусы , уҡыусылар башҡарыунда текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү
-аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу
-текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙҙаллау
-таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү
-тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү
-текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү
-текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү
-тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү
-геройга ҡылыҡһырлама бирә белеү
-телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү
-уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү
-уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын аңлата алыу
-асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү
-проза әҫәренә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү
-нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү
-уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау
Метапредмет һөҙөмтәләре
Көйләүсе УУЭ (регулятивные УУЭ)
-дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы әйтә белеү
-уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү
-ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү
-уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү
Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу саралары булып тора
Танып белеү УУЭ(познавательные УУД)
-текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу
-уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу, текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн уҡыу ентекләп уҡыу
-төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү(тотош текст, иллюстрация, схема, таблица)
-мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү(план, схема, таблица төҙөү)
-һүҙлектәр, белешмә материал менән файҙалана белеү
-анализлай һәм синтезлай белеү
-сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү
-фекерләй белеү
Дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы танып-белеү УУЭ үҫтереү саралары булып тора
Коммуникатив УУЭ (коммуникативные УУД)
-телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү һәм яҙма формала бирә белеү
-телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү
-үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу
-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдеңҡарашыңды үҙгәртә алыу
-дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү
-һорауҙар бирә белеү
3. Уҡыу предметының йөкмәткеһе.
Телмәр һәмуҡыу эшмәкәрлегенең төрҙәре.
Тыңлау һәм аңлау.
Телдән һөйләнгән телмәрҙе (әңгәмәсенең мәғлүмәтен, һәр төрлө текстарҙы уҡыу) тыңлау ҡабул итеү. Мәғлүмәтте тыңлау мәғәнәһенә төшөнә барыу: уҡыусы һөйләмде тыңлай. Һөйләүсенең фекер ебенә төшөнә, телмәр аша уның мөнәсәбәтен, мәғәнә биҙәктәрен билдәләй, йөкмәткеһенә ҡарап үҙ яуабын әҙерләй, ҡылығын, тәртибен планлаштыра; уҡылған фәнни-мәғлүмәти, әҙәби әҫәрҙәр буйынса һорау биреү һәм мәғлүмәт алыу күнекмәләре үҙ аллы айырым ғына формалашмай. Ул һөйләү, яҙыу, уҡыу күнекмәләре менән аралашып, үрелеп бара.
Ҡысҡырып уҡыу. Уҡыу күнекмәһенә өйрәткәндә ҡысҡырып уҡыу бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡысҡырып уҡыу баланы уҡырға өйрәтеүҙә мөһим урын тота, тиҙ, дөрөҫ, йүгерек, аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә.Тксты аңлы үҙләштереү аша йүгерек уҡыукүнекмәләрен булдырыу.Һөйләмдәрҙе, тыныш билдәләренә иғтибар итеп, интонация менән уҡыу.
Эстән уҡыу. Һүҙҙәрҙе әйтмәйенсә , күҙ йөрөтөп, текстың йөкмәткеһен аңлап уҡыу. Был уөыуҙың тиҙлеген яҡшырта, балала уҡыуға ҡарата яуаплылыҡ тойғоһон арттра, үҙ аллы уҡыуңрға күнектерә.
Һөйләү- уҡыған тексты ентекләп һөйләү ул: фрагменттың төп фекрен билдәләү, терәк һәм мөһим һүҙҙәрҙе ҡулланыу;эпизодты тулы һөйләү, тексты өлөштәргә бүлеү, һһәр бүлеккә һәм тексҡа исем биреү, план төҙөү күнекмәләре булдырыу.
Диалог төҙөү. Диалогтың үҙенсәлектәре тураһында төшөнсә биреү ;бирелгән һорауҙы аңлау, уларға яуап биреү ; әңгәмәсене бүлдермәйенсә, итәғәтле формала үҙеңдең фекереңде әйтеп, уҡылған әҫәр буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашыу.
Монолог. Һөйләү телмәренең бер формаһы тураһында аңлатма биреү.Монлогик һөйләү телмәрендә берәү һөйләүсе, ә ҡалғандар тыңлаусы ролен башҡарыуын аңлатыу.
Төрлө текстар менән эш.
Төрлө төрҙәге текстар тураһында тураһында дөйөм мәғлүмәт биреү.Фольклор- халыҡ ижады өлгөләре менән таныштырыу, мәғлүмәт биреү. Таныш булмаған текстарҙың йөкмәткеһен исеменә, һүрәтенә ҡарап алдан фаразлау.
Текстарҙың темаһын, төп фекерен, структураһын билдәләү, тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү.
- Белем байрамы(1сәғ)
- « Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар » (7сәғ) Маҡсаттар;педагогик маҡсат-тасуири уҡыу күнекмәһе булдырыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаттары- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, уҡылған әҫәрҙәрҙең төп йөкмәткеһеен һөйләргә һәм авторҙарын билдәләргә өйрәнеү
- «Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә..» (8сәғ)
Маҡсаттар; педагогик маҡсат- тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтте нәфис әҙәбиәт һәм фәнни-популяр текстар аша тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, уҡыусыларҙың маҡсаты-был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә шиғырҙарҙы тасуири итеп яттан һөйләргә өйрәнеү , әҫәрҙәрҙең исемен, авторҙарын билдәләргә өйрәнек
« Әҙәп төбө- матур ғәҙәт » (15сәғ)
Маҡсаттар; педагогик маҡсат- ваҡиғаларға, геройҙарҙың ҡылыҡтарына шәхси баһа биреү; әҫәр текын файҙаланып, үҙеңдең фекереңде раҫлау өсөн шарттар тыуҙырыу; әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаки ҡиммәттәр тәрбиәләү, уҡыусыларҙың маҡсаты-был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә план ярҙамында тексты һөйләргә, әҫәрҙең йөкмәткеһен, төп фекерен билдәләргә өйрәнеү
- «Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа» ( 8 сәғ) Маҡсаттар; педагогик маҡсат-балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу, әҙәби –теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау, рәссамдың текска төшөргән һүрәте менән үҙҙәренең күҙаллауҙарын сағыштырырға өйрәнеү
- «Йортом, илем, халҡым киләсәгем»(13 сәғ)
Маҡсаттар; педагогик маҡсат-Рәсәйгә, Башҡортостанға һөйөү, уның үткәне һәм бөгөнгөһөнә ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә хеҙмәт итергә әҙер булыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә үҙеңде йәмғияттең , халыҡтың, илдең, дәүләттең ағзаһы итеп тойоу, илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисереү, уҡылған әҙәрҙәрҙең авторҙарын билдәләргә өйрәнеү
- «Әкиәт уҡырға яратам»(10 сәғ) Маҡсаттар; педагогик маҡсат-текстың йөктәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, текска ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты-ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әкиәттәрҙе тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация, темп, тон менән һөйләү
«Илде иңләп, йәмле яҙ килә…»(6 сәғ) Маҡсаттар; педагогик маҡсат- нәфис әҙәбиәтте сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләргә өйрәнеү
4. Тематик планлаштырыу һәм уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәре
№ | Дата п | Дата ф | Сәғ һаны | Дәрес темаһы | Уҡыу өсөн материал | Уҡыусы эшмәкәрлеге | Өй эше | иҫкәрмә | |||||||||
1 | 1.09 | 1 | Белем байрамы. | Инеш һүҙ.С.Әлибай “Өсөнсөгә күскәнбеҙ”. М.Кәрим “Уҡытыусыма” | Тасуири укыу. Шиғыр ятлау | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
1- се бүлек Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар (10с) | |||||||||||||||||
2 | 3.09 | 1 | Йәйҙең йәмле көндәре. | С.Шәрипов Йәй бит был йәй! | Әҫәрҙе аңлап, шыма уҡыу, ял тураһында әңгәмә ҡороу |
| Йәй тураһында һөйләргә | ||||||||||
3 | 6.09 | 1 | Айырылғанды айыу ашар | Н.Мусин «Бүленгән –бөлөр | Хикәйәне тотош уҡып, йөкмәткеһен үҙләштереү | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
4 | 8.09 | 1 | Күмәкләгән яу ҡайтарған. | Н.Мусин «Бүленгән –бөлөр» | Моделдәр төҙөргә, уларҙы ҡулланып , әҫәрҙе ҡыҫҡартып һөйләү | “Өкө тауы менән Ҡаратау” | |||||||||||
5 | 10.09 | 1 | Изгелек менән кеше күркәм. | Ф.Туғыҙбаева «Сәскә телен белеүсе Сәлим» | йөкмәткеһен үҙләштерергә, шыма уҡыу | Сәлим тураһында яҙырға | |||||||||||
6 | 13.09 | 1 | Кл.тыш уҡыу. | Сәскәләр- тәбиғәт күрке | Үҫемлектәр, сәскәләр тураһында белемде системаға һалыу, | Сәскәләр тур.өҫтәлмә м-л | |||||||||||
7 | 15.09 | 1 | Тәбиғәтте һаҡлау-Тыуған илде һаҡлау. | Ф.Фәткүллина Кем ғәйепле?” | Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен, кеше һәм тәбиғәттең берҙәмлеген аңлы үҙләштерергә | Тәбиғәт һаҡлау тур. һөйләргә | |||||||||||
8 | 17.09 | 1 | Ғәйебеңде таныу- ярты төҙәлеү | Х.Хәйретдинов « Баҫыу һаҡсылары.” | Һорауға яуап | Малайҙарға характеристика | |||||||||||
9 | 20.09 | 1 | Йомғаҡлау дәресе. | Инша “Минең йәйге мажараларым.” | Тасуири уҡыу | Йәй тураһында шиғыр уҡырға | |||||||||||
2- се бүлек Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә (13с) | |||||||||||||||||
10 | 22.09 | 1 | Көҙгө тәбиғәт күренештәре. | М.Кәрим «Көҙ» , Р.Бикбаев «Көҙ», И.Илембәтова«Көҙгө болот», А.Игебаев «Сентябрь» | Тасуири уҡыу | Шиғыр ятларға | |||||||||||
11 | 24.09 | 1 | Көҙгө урман һәм йәнлектәр. | Д.Талхина «Дуҫтар көҙ ҡаршылай” | Һорауға яуап | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
12 | 27.09 | 1 | Кластан тыш уҡыу | Көҙҙөң аҫыл биҙәктәре | Уҡырға | ||||||||||||
13 | 29.09 | 1 | Көҙҙөң аҫыл биҙәктәре. | Ф.Рәхимғолова “Сәйәхәт” | План төҙөү | План б-са һөйләргә | |||||||||||
14 | 1.10 | 1 | Күркәм йыйын. | Р.Низамов «Шыршыбикә” | Йөкмәткеһен һөйләү | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
15 | 4.10 | 1 | Көҙгө тәбиғәтк ә экскурсия | Тәбиғәттәге көҙгө үҙгәрештәрҙе, эштәрҙе, ҡоштарҙы, бөжәктәрҙе күҙәтеү | Күҙәтеүҙәреңде яҙырға | ||||||||||||
16 | 6.10 | 1 | Ябай түгел көҙҙөң алтыны. | М.Хисмәтуллина “Япраҡтар” | Һорауға яуап | Шиғыр ятларға | |||||||||||
17 | 8.10 | . | 1 | Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар. | Ғ.Ғәлиев “Ҡоштарҙың йыйылышы” | Тасуири уҡыу Шиғыр ятлау | План б-са һөйләргә | ||||||||||
18 | 13.10 | 1 | Кластан тыш уҡыу | С.Кулибай.Алдаҡсы бүҙәнә.Ҡоштар.газета-журналдар | Уҡырға | ||||||||||||
19 | 15.10 | 1 | Реферат яҙыу | Ҡыҙыҡлы, яратҡан ҡош тураһында | Өҫтәлмә материал тупларға | ||||||||||||
20 | 18.10 | 1 | Һабанда һайрашмаһаң,ырҙында ыңғырашырһың. | Ф.Фәттәхов“Серәкәй” А.Игебаев“Йомарт уңыш” | Һорауға яуап | План төҙөргә | |||||||||||
21 | 20.10 | 1 | Йомғаҡлау дәресе. | Инша“Көҙҙөң бер көнөндә” | План төҙөү | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
22 | 22.10 | 1 | Кластан тыш уҡыу | М.Кәримдең балалар өсөн яҙған әкиәттәре | Уҡырға, һөйләргә | ||||||||||||
3- сө бүлек Әҙәптең төбө-ғәҙәт (17с) | |||||||||||||||||
23 | 25.10 | 1 | Ололар кәңәше | Ололар кәңәше, мәктәптә иптәштәрең менән аралашыу ҡағиҙәләре |
| Күҙәтеүҙәреңде яҙырға | |||||||||||
24 | 27.10 | 1 | Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. | Р.Ханнанов“Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” | Телмәр үҫтереү | План б-са һөйләргә | |||||||||||
25 | 29.10 | 1 | Күңел тапмаҡ-бер һүҙ, күңел ҡалмаҡ-бер һүҙ. | Р.Ханнанов “Тартай теленән табыр” | Йөкмәткеһен һөйләү ,Һорауға яуап | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
26 | 8.11 | 1 | Изгелек эшлә. | Р.Ханнанов“Кешегә баҙ ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң” | Йөкмәткеһен һөйләү Һорауға яуап | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
27 | 10.11 | 1 | Бүлә белгәнгә ике өлөш | Р.Ҡотошов.Ҡәңәшле эш тарҡалмаҫ | Уҡырға | ||||||||||||
28 | 12.11 | 1 | Кл.тыш.уҡ. | Ысын дуҫлыҡ ниндәй була.Йәншишмә газетаһы, Аҡбуҙат журналы | Һорауға яуап Йөкмәткеһен һөйләү | Күҙәтеүҙәреңде яҙырға | |||||||||||
29 | 15.11 | 1 | Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала. | К.Мәргән “Дуҫтар һәм дошмандар” | Йөкмәткеһен һөйләү | План б-са һөйләргә | |||||||||||
30 | 17.11 | 1 | Татлынан татлы-яҡшы һүҙ | К.Мәргән “Дуҫтар һәм дошмандар” | Дуҫлыҡ тур.мәҡәлдәр | ||||||||||||
31 | 19.11 | 1 | Ғәйебеңде таныу- ярты төҙәлеү. | Ҡ.Даян “Өҙөлгән сәскәләр” | Йөкмәткеһен һөйләү | Үҙ фекреңде яҙырға | |||||||||||
32 | 22.11 | 1 | Яуапһыҙлыҡ бәләһе. | Р.Солтангәрәйев«Кем алданды» | Һорауға яуап | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
33 | 24.11 | 1 | Кеше хеҙмәте менән күркәм. | А.Ғирфанов “Ҡайын” “” | Тасуири уҡыу | Тасуири уҡырға | |||||||||||
34 | 26.11 | 1 | Кластан тыш уҡыу | Тоғро дуҫтар | Уҡырға, һөйләргә | ||||||||||||
35 | 29.11 | 1 | Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә. | Б.Байымов“Лайыҡлы бүләк” “” | Һорауға яуап | Үҙ фекреңде яҙырға | |||||||||||
36 | 1.12 | 1 | Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә. | Н.Игеҙйәнова “Аҡтырнаҡ” | Йөкмәткеһен һөйләү | Тасуири уҡырға | |||||||||||
37 | 3.12 | 1 | Ара боҙған дуҫ булмаҫ. | И.Ғимранов“Берлектә-ҙур байлыҡ “ | Йөкмәткеһен һөйләү Һорауға яуап | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
38 | 6.12 | 1 | Йомғаҡлау дәресе | Инша . Беҙҙең бәләкәй дуҫтарыбыҙ | Күҙәтеүҙәреңде яҙырға | ||||||||||||
39 | 8.12 | 1 | Телмәр үҫтереү | «Ата-әсәһенә изгелек күрһәтмәгән, үҙе лә изгелек күрмәҫ» | Үҙ фекреңде яҙырға | ||||||||||||
4- се бүлек Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа ( 10с) | |||||||||||||||||
40 | 10.12 | 1 | Серле ҡыш. | Н.Нәжми «Ҡыш» ,Ш.Бабич «Ҡышҡы юлда» | Йөкмәткеһен һөйләү |
| Шиғыр ятларға | ||||||||||
41 | 13.12 | 1 | Булыр бала биләүҙән. | М.Садикова “Һунарға барғанда” | Һорауға яуап | План б-са һөйләргә | |||||||||||
42 | 15.12 | 1 | Ҡышҡы күренештәр | Р.Хәйри“Йәйәүле буран”. | Йөкмәткеһен һөйләү | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
43 | 17.12 | 1 | Беҙҙең яҡта ҡышлаусы ҡоштар тормошо. | Ш.Биҡҡол“Урман ситендә” | Һорауға яуап | Күҙәтеүҙәреңде яҙырға | |||||||||||
44 | 20.12 | 1 | Кластан тыш уҡыу. | Ҡыштың серле биҙәктәре | Уҡырға, һөйләргә | ||||||||||||
45 | 22.12 | 1 | Урманда хайуандарҙың ҡышҡы тормошо. | С.Сурина .Ни өсөн айыу ҡыш көнө йоҡлай. | Йөкмәткеһен һөйләү | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
46 | 24.12 | 1 | Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы, үҙ йәме. | Г.Шафикова“Ҡыш ниңә ҡырыҫ холоҡло?” | Тасуири уҡыу | Үҙ фекереңде яҙырға | |||||||||||
47 | 27.12 | 1 | Тәбиғәткә экскурсия | Күҙәтеүҙәреңде яҙырға | |||||||||||||
48 | 29.12 | 1 | Кластан тыш уҡыу. | Ҡыш тураһында шиғырҙар уҡыу | Шиғыр ятларға | ||||||||||||
49 | 17.01 | 1 | Йомғаҡлау дәресе | Инша. Ҡышҡы күренештәр. | Тасуири уҡырға | ||||||||||||
5- се бүлек Йортом, илем, халҡым, киләсәгем (22с) | |||||||||||||||||
50 | 19.01 | 1 | Ватан ул- Тыуған ил. | Н.Нәжми“Ватан”, Р.Ханнанов “Тыуған ил ҡайҙан башлана?” | Яңы белем үҙләштереү |
| Шиғыр ятларға | ||||||||||
51 | 21.01 | 1 | Үҙ илем –алтын бишек | Р.Ханнанов Изге аманат | Яңы белем үҙләштереү | Үҙ фекереңде яҙырға | |||||||||||
52 | 24.01 | 1 | Тыуған ил ҡайҙан башлана | Ғ.Хөсәйенов. Тыуған ил ҡайҙан башлана. | Уҡырға, һөйләргә | ||||||||||||
53 | 26.01 | 1 | Тарих - беҙҙең ҡобайырҙа | Ай.Уралым, Уралым | Тасуири уҡырға | ||||||||||||
54 | 28.01 | 1 | Тыуып үҫкән илем-башҡорт иле | Ғ.Хөсәйенов. Башҡортостан. Мәҡәлдәр. | . | Тасуири уҡырға | |||||||||||
55 | 31.01 | 1 | Кластан тыш уҡыу. | Башҡортостан-минең йәнтөйәгем, башҡортостан-минең ырыҫым | Дәрестәрҙә алған белемде системаға һалыу, үҙ аллы уҡыу | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
56 | 2.02 | 1 | Үҙ тарихыңды белеп үҫ! | Ү.Сирбаев“Самат олатай ҡайындары”, Урал | Яңы белем үҙләштереү | План б-са һөйләргә | |||||||||||
57 | 4.02 | 1 | Иң матур ил- Тыуған илем | Урал. Башҡорт халыҡ ижады китабынан | Халыҡ ижады әҫәрен үҙләштереү, һәлмәк уҡыу | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
58 | 7.02 | 1 | Өфө -матур ҡала | Р.Бикбаев .Баш ҡалабыҙ-Өфө. | Тарихи материалды уҡыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
59 | 9.02 | 1 | Башҡорт ҡурайы нимә хаҡында һөйләй? | Өфө”,Б.Рафиков Ҡурай | Әкиәткә модель төҙөү, ентекләп һөйләү күнекмәһен үҫтереү | Өҫтәлмә материал | |||||||||||
60 | 11.02 | 1 | Тарих-ул үҙеңдең тамарыңды белеү ул. | Т.Шаһманов. Бабсаҡ бей ырыуы. | Хикәйәне аңлап уҡыу, ҡыҫҡартып һөйләү күнекмәһен үҫтереү | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
61 | 14.02 | 1 | Телмәр үҫтереү | Мин ниндәй ырыуҙан | Үҙ фекереңде яҙырға | ||||||||||||
62 | 16.02 | 1 | Салауат- беҙҙең замандаш. | Б.Рафиков“Салауаттың тыуған көнө нисәү?” | Телмәр үҫтереү | План б-са һөйләргә | |||||||||||
63 | 18.02 | 1 | Илемдең батыры -Салауат | С.Юлаев. Мин үлмәнем, башҡорттарым! | Шиғыр ятларға | ||||||||||||
64 | 21.02 | 1 | Кластан тыш уҡыу | Салауат Юлаев тураһында | Уҡырға, һөйләргә | ||||||||||||
65 | 25.02 | 1 | Ил яҙмышы-ир яҙмышы | С.Әлибаев. Батырға үлем юҡ. | Тасуири уҡырға | ||||||||||||
66 | 28.02 | 1 | Тел- белемдең асҡысы. | С.Сурина “Ере байҙың –теле бай” | Телмәр үҫтереү | Һорауҙарға яуап | |||||||||||
67 | 2.03 | 1 | Тел-аҡылдың баҫҡысы | Р. Тойғон. Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй | Тасуири уҡырға | ||||||||||||
68 | 4.03 | 1 | Ололар һүҙе-аҡылдың үҙе | Мәҡәлгә ҡарата инша яҙыу | Дәреслектә бирелгән йәиһә башҡа сығанаҡтарҙан алып өйрәнеп, бер мәҡәлдең мәғәнәһен тормоштан алынған миҫалдар ярҙамында асыҡлау, ҡүҙаллау | Үҙ фекереңде яҙырға | |||||||||||
69 | 7.03 | 1 | Йомғаҡлау дәресе. | Аҡбуҙат. Аманат.журналдары | өйрәнелгән материалды системаға һалыу, матбуғат сараларындағы материалдарҙы уҡып үҙләштереү | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
70 | 9.03 | 1 | Халыҡ әйтһә-хаҡ әйтә | Аҡбуҙат. Аманат.журналдары | Үҙ фекереңде яҙырға | ||||||||||||
71 | 11.03 | 1 | Халыҡ әйтһә-хаҡ әйтә | Аҡбуҙат. Аманат.журналдары | Һорауҙарға яуап | ||||||||||||
6- сы бүлек Әкиәт уҡырға яратам ( 17с) | |||||||||||||||||
72 | 14.03 | 1 | В. Исхаҡов. Ирәмәлкәй тауҙың башы. | Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, уҡыу темпын арттырыу буйынса махсус эштәр ойоштороу | Тасуири уҡырға | ||||||||||||
73 | 16.03 | 1 | А. Шәйәхмәтова. Икмәк көсө. Ҡаты-ҡото | Күктә -ҡояш, ерҙә икмәк-тигән фәлсәфәне аңлатыу | План б-са һөйләргә | ||||||||||||
74 | 18.03 | 1 | Ҡошҡа әйләнгән әбей. Васыят. | Әҫәрҙе аңлап, эстән уҡыу, йөкмәткеһе буйынса йәнле әңгәмә ҡороу | Уҡырға, һөйләргә | ||||||||||||
75 | 21.03 | 1 | А.Йәғәфәрова. Урал иле. | Йөкмәткеһен һөйләү, ҡыҫҡартып һөйләү | Йөкмәткеһен ҡыҫҡартып һөйләргә | ||||||||||||
76 | 23.03 | 1 | Аҡбуҙат журналындағы әкиәттәр | Тиҫтәрҙәре ижад иткән әкиәттәрҙе уҡыу,уларҙы үҙ ара сағыштырыу | Уҡырға, һөйләргә | ||||||||||||
77 | 4.04 | 1 | Урал батыр | Әкиәттең тәүге ике бүлеген уҡыу, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле хәтерҙә ҡалдырыу | Уҡырға, эш дәфтәре. | ||||||||||||
78 | 6.04 | 1 | Урал батыр | Әкиәттең өсөнсө, дүртенсе бүлектәрен уҡыу | Уҡырға, һөйләргә | ||||||||||||
79 | 8.04 | 1 | Нығытыу дересе | Һорауҙарға яуап | |||||||||||||
80 | 11.04 | 1 | Алпамыша батыр. | Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, уҡыу темпын арттырыу буйынса махсус эштәр ойоштороу | Уҡырға, һөйләргә | ||||||||||||
81 | 13.04 | 1 | Бойҙай бөртөгө | Үҙ аллы уҡып, әкиәттең йөкмәкеһенә төшөнөү | Уҡырға, эш дәфтәре. | ||||||||||||
82 | 15.04 | 1 | Юлдыбай һунарсы | Үҙ аллы уҡып, әкиәттең йөкмәкеһенә төшөнөү, төп фекерен үҙләштереү | Үҙ фекереңде яҙырға | ||||||||||||
83 | 18.04 | 1 | Үгәй ҡыҙ Гөлбикә | Үҙ аллы уҡып, әкиәттең йөкмәкеһенә төшөнөү, төп фекерен үҙләштереү | План төҙөргә | ||||||||||||
84 | 20.04 | 1 | Кластан тыш уҡыу. | Хайуандар тураһында әкиәттәр | Өйҙә уҡып килгән әкиәтте һөйләү | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||
85 | 22.04 | 1 | Ваҡытҡа уҡыу | Тест үткәреү, һайлап уҡыу | Шиғыр ятларға | ||||||||||||
86 | 25.04 | 1 | Тикшереү эштәре | Викторина һорауҙарына яуап яҙыу, тест үткәреү | Тасуири уҡырға | ||||||||||||
87 | 27.04 | 1 | Кластан тыш уҡыу | Китап уҡыу дәфтәре | Уҡырға, һөйләргә | ||||||||||||
88 | 29.04 | 1 | Йомғаҡлау | Уҡырға, эш дәфтәре. | |||||||||||||
7- се бүлек Илде иңләп йәмле яҙ килә (14с) | |||||||||||||||||
89 | 2.05 | 1 | Яҙ билдәләре | М. Ғәфури . Яҙ етте, Р. Ғәрипов.Яҙғы йыр.М.Кәрим. Яҙҙың бер көнөндә | Яҙ миҙгелен тасуирлаусы шиғырҙарҙы үҙ-ара сағыштырыу, үҙенсәлектәрен асыҡлау, аңлы, тасуири уҡыу, һүрәтләү сараларын табыу | Күҙәтеүҙәреңде яҙырға | |||||||||||
90 | 4.05 | 1 | Яҙғы күренештәр | С. Разетдинов. Илде иңләп яҙ килә. | Һәр айҙың үҙенсәлекле билдәләрен күрһәтеү, текстағы матур сараларына иғтибар итепҡулланышын иҫбатлау | Тасуири уҡырға | |||||||||||
91 | 6.05 | 1 | Тәбиғәттең уяныуы | Р.Сәғәҙиев. Яҙ ҡайҙан килде | Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү | План б-са һөйләргә | |||||||||||
92 | 11.05 | 1 | Әсәйҙәр байрамы | С.Әлибаев. Яҙ башы | Һәр айҙың үҙенсәлекле билдәләрен күрһәтеү, текстағы матур сараларына иғтибар итепҡулланышын иҫбатлау | Шиғыр ятларға Тасуири уҡырға | |||||||||||
93 | 13.05 | 1 | Кластан тыш уҡыу | Әсәйҙәр тураһында | Һәр айҙың үҙенсәлекле билдәләрен күрһәтеү, текстағы матур сараларына иғтибар итепҡулланышын иҫбатлау | “Әсәйем” инша яҙырға | |||||||||||
94 | 16.05 | 1 | Күпселек ҡайҙа, көс шунда | Ә. Хәмәтдинова. Тамсы менән Тамсыҡай | Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, уҡыу темпын арттырыу буйынса махсус эштәр ойоштороу | План б-са һөйләргә | |||||||||||
95 | 18.05 | 1 | Батырҙары бар илемдә | Ғ. Рамазанов.Бөйөк Еңеү | Һәр айҙың үҙенсәлекле билдәләрен күрһәтеү, текстағы матур сараларына иғтибар итепҡулланышын иҫбатлау | Тасуири уҡырға Шиғыр ятларға | |||||||||||
96 | 20.05 | 1 | Кластан тыш уҡыу | Аҡбуҙат. Аманат журналдарынан батырҙар тураһында материалдарҙар | Дәрестә алған белемде тәрәнәйтеү, уҡыу, ятлау, аң даирәләрен киңәйтеү | Өҫтәлмә материал | |||||||||||
97 | 23.05 | 1 | Яҙғы тәбиғәткә экскурсия | Күҙәтеүҙәреңде яҙырға | |||||||||||||
98 | 25.05 | 1 | Телмәр үстереү | Нәҫер, шиғыр ижад итеү | Тасуири уҡырға | ||||||||||||
99 | 26.05 | 1 | Телмәр үстереү | Нәҫер, шиғыр ижад итеү | Өҫтәлмә материал | ||||||||||||
100 | 27.05 | 1 | Нығытыу дәресе | Уҡырға, эш дәфтәре. | |||||||||||||
101 | 29.05 | 1 | Нығытыу дәресе | Уҡырға, һөйләргә | |||||||||||||
102 | 30.05 | 1 | Йомғаҡлау | Өҫтәлмә материал |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Рабочая программа 3 класс окружающий мир по программе "Начальная школа XXI века"
Пояснительная записка , календано-тематическое планирование....
рабочая программа 1 класс ФГОС 2 поколения по программе Перспектива
Разработана рабочая программа по математике по программе Перспектива, авторы Г. В. Дорофеев, Т. Н. Миракова. Офис 2007...
Рабочая программа. 1 класс. По программе "Школа 21 века"
Рабочая программа для 1 класса по программе "Школа 21 века" разработана мною в соответствии с требованиями новых стандартов....
Рабочая программа 2 класс по программе "Школа России" ФГОС
При составлении программы, я руководствовалась рекомендациями ФГОС. Здесь представлено календарно-тематическое планирование по предметам: русский язык, литер...
Рабочая программа 3 класс по программе "Школа России"
Рабочая программа 3 класс по программе "Школа России"...
Рабочая программа 3 класс программа "Начальная школа 21 век"
Рабочая программа 3 класс программа "Начальная школа 21 век" с учетом ФГОС....
рабочие программы 3 класс по программе "Начальная школа 21 века"
данные рабочие программы соответствуют ФГОС...