Ғаилә. Шәжәрә. Шартлылыҡты белдереү.
план-конспект урока (3 класс) на тему

Якупова Расима Равиловна

Башҡорт теленән асыҡ дәрес өлгөһө. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл gail._shzhr.docx28.78 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Ғаилә. Шәжәрә. Шартлылыҡты белдереүсе һүҙҙәр.

Маҡсат: “Шәжәрә” һүҙенең мәғәнәһен аңлатыу; Тыуған илгә, ата-әсәгә ихтирам, Һөйөү хистәре  тәрбиәләү, телмәр үҫтереү, һүҙлек байлығын,  иғтибарҙы арттырыу.

Йыһазландырыу. Компьютер, проектор, мультимедиялы таҡта, ребус,  

смайликтар, ҡурай тажы, үҙемдең һәм балаларҙың  шәжәрәләре.

.Ойоштороу өлөшө:

   Иҫәнләшеү. Ултырығыҙ! Минең исемем Яҡупова Рәсимә Рауил ҡыҙы. Бөгөнгө башҡорт теле дәресен һеҙҙә мин алып барам.

Дәрес алды шиғыры.

 Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ульырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.слайд 1

У:  Беҙ һеҙҙең менән дәрес аҙағында дуҫлашырбыҙ тип уйлайым. Дуҫ,татыу булыр өсөн ниндәй шарт үтәлергә тейеш? (бер-беребеҙгә ярҙам итеү кәрәк). Дәфтәрҙәрҙе асығыҙ. Ике юл ҡалдырығыҙ. Бөгөнгө числоны яҙығыҙ. Класс эше.

Бына һеҙҙең алдығыҙҙа ниндәйҙер бик хикмәтле ҡағыҙҙар эленеп тора. Ҡайҙа әле ҡарайыҡ. Әһә, бында бер хат бар икән. Әгәр ҙә тырышып эшләһәгеҙ,

 таҡталағы серҙе белерһегеҙ ” һөйләмде мин һүҙе менән үҙгәртегеҙ. - Бына һеҙгә беренсе эш. Слайд 2

1.Орфоэпик күнегеүҙәр.

Бөгөнгө дәрестә дөрөҫ  һәм матур итеп һөйләшер өсөн телдәребеҙгә күнекмәләр биреп китәбеҙ.

а) Тәүҙә минең арттан тел төҙәткесте ҡабатлайбыҙ: слайд 3

Тел төҙәткес.

Тай-тай-тай- эштән ҡайтты атай,

Сәй-сәй-сәй- ҡаршы алды әсәй,

Тай-тай-тай- беҙҙең менән олатай.

Сәй-сәй-сәй- сәй өлгөрттө өләсәй;

Ләп- ләп- ләп – сәй эстек беҙ бергәләп.(СЛАЙД 3)

Бер һүрәтте асабыҙ(Әсәй)

1.   Дәрестең проблемаһы.

- Ә хәҙер, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән бер кескенә тәжрибә эшләп алабыҙ. Һеҙҙең ҡаршығыҙҙа ике гөл һауыты. Уларҙы сағыштырып ҡарайыҡ әле:    бер гөл һулған. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ?

- Ә хәҙер бер уҡыусы бында сығып гөлдәрҙе урынан тартып сығарып ҡараһын әле:

- Ни өсөн берһен тартып алып булмай, ә икенсеһе бик тиҙ генә сыҡты?

- Тамыры кипкән.

- Был гөлдө ни өсөн ала алманыҡ?

- Тамыры ныҡ йәбешкән.

- Ә кешенең тамыры буламы? Ҡайһы кеше ерҙә ныҡ баҫып тора икән? Кешенең тамырҙары тураһында беҙ ҡайҙан белә алабыҙ? Бөгөнгө дәрестә беҙ шуны асыҡларбыҙ.

Был эштән һуң тағы ла бер һүрәтте асырға була.

4.Уҡыусыларҙың белем кимәлен тигеҙләү.

      - Ниндәй һүҙ икәнен белер өсөн ребус сисәбеҙ. Хәрефтәрҙе алфавит тәртибендә урынлаштырһаҡ, бөгөнгө дәрестең темаһын белербеҙ.(СЛАЙД 2)

34

40

10

40

23

40

34

40

10

40

23

40

ш

ә

ж

ә

р

ә

Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?

Һеҙ ул   һүҙҙең мәғәнәһен аңлайһығыҙмы? Нимә ул шәжәрә?

-   ( уҡыусыларҙың яуаптары).

Дәрестең маҡсатын уҡыусылар әйтә. Шулай итеп беҙ бөгөн ШӘЖӘРӘ тураһында һөйләшәсәкбеҙ.( олатай һәм өләсәй һүрәте)   Дәфтәргә дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.

5. Һүҙлек эше.

У: Шәжәрә - билдәле бер нәҫел- ырыуҙың килеп сығышын, тарылышын күрһәткән яҙма. Шәжәрәне борон-борондан алып барғандар. Унда төрлө тарихи ваҡиғаларҙы(исторические события) теркәгәндәр. Күберәк ир-егеттәр яғынан(по мужской линии) яҡшы өйрәнелгән.  Һәр бер кеше үҙенең нәҫелен(своих родственников) ете быуынға (до седьмого поколения) тиклем белергә тейеш. Улар иң беренсе яҙмалар булған.

        Шәжәрә ағасы- нәҫел- ырыуҙың тармаҡланып китеүен  

         күрһәткән һыҙма. Унда үҙеңдең туғандарыңдың  исемдәрен яҙырға кәрәк.(Слайд)

Хәҙер ошо һөйләмде бер нисә тапҡыр уҡып, дәфтәргә яҙып ҡуйығыҙ.

Ә һеҙҙең ниндәй туғандарығыҙ бар?

 Ике төркөмгә берләшегеҙ.

Бер төркөм ир туғанлыҡ терминдарын яҙа. Икенсе төркөм ҡатын-ҡыҙ туғанлыҡ терминдарын яҙа һәм тәржемә итә. (төркөмләп эш) 60-сы бит, 2-се күнегеү. 5-әр һүҙ

 Ошо һүҙҙәр ярҙамында һөйләмдәр төҙөп алайыҡ. Парҙарын тоташтырып, дәфтәргә яҙығыҙ(Соедините пары и запишите в словарной тетради). Әгәр ҙә белмәһәгеҙ, һеҙҙең алдығыҙҙа “Һүҙлектәр” ята.

олатай, ҡартатай

атай

ағай

ҡусты

еҙнә

бабай

брат

братишка

зять

дедушка

папа, отец

дядя

өләсәй, ҡартәсәй

әсәй

апай

һеңле

инәй

еңгә

сестрёнка

сестра

бабушка

тётя

сноха

мама, мать

Һәр төркөмдән һәр бер бала берәр пар һүҙ уҡып сыға. Шул рәүешле тикшерелә.    Слайд 12, 13

Ағай-апай һүрәттәре.

ФИЗМИНУТКА.

Был бармаҡ олатай

Был бармаҡ өләсәй

     Русса яҙылған ғаилә атамаларын төҙәтеп, әйҙәгеҙ, уҡыусылар мәҡәлдәр уҡып алайыҡ.

1.     Мама өйгә  нур сәсә.

2.     Папа һүҙе – аҡылдың үҙе. (слайд 15)

Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатығыҙ.

Бына тағы бер һүрәт асылды. Атай һүрәте асыла)

Һығымта.

Нимә килеп сыҡты?

-Ғаилә һүрәте. Уларҙың йөҙҙәре ниндәй? (шат) Улар бер-береһенә ярҙам итәләр.  Бына минең дә ғаиләм бар. Үҙемдең ғаиләмдең шәжәрәһен төҙөнөм. Һәр кеше үҙ шәжәрәһен тамырҙарын белергә тейеш.  Татыу ғаилә – ил күрке тиҙәр халыҡта. Шул турала йыр тыңлап дәресте тамамлайыҡ. Бына һеҙгә лә өй эше шәжәрә төҙөргә.

Рефлексия. Бөгөн дәрестә нимә эшләнек? Һеҙгә эш төрҙәренең ҡайһыһы оҡшаны? Нимәгә өйрәндек?

Алдағы дәрестәрҙә лә һеҙ ғаилә тураһында текстар уҡырһығыҙ.

Өй эше. Шәжәрә төҙөргә.

Баһалау. Уҡыусыларҙың үҙ эшмәкәрлеген баһалау. Көләкәстәр ярҙамында. Үҙегеҙҙең кәйефегеҙҙе смайликтар ярҙамында күрһәтегеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Билгене белдерә торган сүзләр

Татар мәктәбе өчен татар теле дәресе....

Тартык в хәрефен [w] авазы белән белдерү.

Презентация к уроку татарского языка в 1 классе....

Билгене белдерә торган сүзләр темасы

2 сыйныфта билгене белдерә торган сүзләр темасына ныгыту биремнәре. Нинди? кайсы?...

"Предметның билгесен белдерүче сүзләр" 2 сыйныф

Разработка урока по татарскому языку на тему "Предметның билгесен белдерүче сүзләр" для 2 класса. Урок построен по учебнику Файзрахмановой К.Ф....

Билгене белдерә торган сүзләр темасын кабатлау

Билгене белдерә торган сүзләр...