Викторина по ИКБ
учебно-методический материал на тему

Вопросы на башкирском языке

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл viktorina_voprosy.docx16.44 КБ

Предварительный просмотр:

һорауҙар

  1. Башҡортостандағы иң тәүге ҡурайсыларҙан алып бөгөнгө көнгә тиклемге кәмендә 15 оҫтаны һанап сығырға.
    2. Республикабыҙҙағы билдәле сәсәниә-ғалимә кем?
    3. Башҡортостанда үлән ҡурайҙан тыш, башҡа материалдарҙан да был музыка ҡоралын эшләй башланылар. Ошо шөғөлгә кем ҡасандан алып тотонған?
    4. Республикабыҙҙа Журналистар союзы ҡасан ойошторолған? Улар үҙҙәренең ниндәй премияһын һәм ҡасан булдырған?
    5. «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән исемгә иң тәүге лайыҡ булған кеше кем?
    6. Республикабыҙҙағы тәүге башҡорт рәссамының исемен атағыҙ.
    7. Башҡорт халҡының тормош-көнкүреше, риүәйәт-легендалары тураһында ниндәй яҙыусы нисәнсе йылдарҙа яҙып ҡалдырған?
    8. Башҡортостандың ҡайһы төбәктәрендә ниндәй боронғо мавзолейҙар (кәшәнәләр) бар?
    9. Республикабыҙҙың ҡайһы ҡалаһында гармунға һәйкәл ҡуйылған? Ул ниндәй музыкаль сара менән бәйле һәм ҡасандан үткәрелә, тәүге ойоштороусыһы кем?
    10. Республикабыҙҙы Рәсәй кимәлендә танытҡан өс эстрада йондоҙоноң исемдәрен атағыҙ.

 һорауҙар яуаптары

1

1. Башҡортостандағы иң билдәле ҡурайсылар – Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Буранбай Ҡотдосов, Йомабай Иҫәнбаев, Ишҡәле Дилмөхәмәтов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Кәрим Диаров, Ғата Сөләймәнов, Нәжметдин Хәсәнов, Мөхәммәт Түләбаев, Мөхәммәт Ҡәҙерғолов, Юлай Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Ришат Рәхимов, Ишморат Илбәков, Роберт Юлдашев, Рөстәм Шәрипов, Рушан Биктимеров…
2. Танылған ғалимә-сәсәниә Розалиә Солтангәрәева.
3. Ҡурай яһау оҫтаһы – Вәкил Шөғәйепов. Был эште ул 1976 йылда башлай.
4. Журналистар союзы Башҡортостанда 1958 йылда ойошторолған. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия 1988 йылда булдырылған.
5. «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән исем иң тәүҙә Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа бирелә.
6. Республикабыҙҙағы тәүге башҡорт рәссамы – Ҡасим Дәүләткилдеев.
7. Башҡорт халҡының тормошо, легенда-риүәйәттәре тураһында 921 – 922 йылдарҙа ғәрәп яҙыусыһы һәм сәйәхәтсеһе Әхмәт Ибн Фаҙлан яҙып ҡалдырған.
8. Шишмә районының Шишмә ҡасабаһы янында Аҡ зыярат эргәһендә – Хөсәйен-бәк, Түбәнге Тирмә ауылы янында – Тура-хан, Күгәрсен районында Бәндәбикә кәшәнәләре бар.
9. Гармунға һәйкәл Яңауыл ҡалаһында ҡуйылған. Сөнки бында ете тапҡыр «Моңға бай гармун байрамы» тигән музыкаль сара уҙғарылды. Ул республикабыҙҙа «Тальян байрамы»н ойоштороп ебәреүсе талантлы режиссёр, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Иҡсанов исемен йөрөтә.
10. Башҡортостанды Рәсәй кимәлендә танытҡан эстрада йондоҙҙары – Юрий Шевчук, Земфира Рамазанова, Алһыу Сафина, Юрий Шатунов, Андрей Губин һәм башҡалар.



По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Литературная викторина-КВН (сценарий) Литературная викторина-КВН (сценарий)

Данное внеклассное мероприятие во 2 классе развивает плавное выразительное чтение, грамотную речь, умение интонационно оформлять своё высказывание, закрепляет знания детей произведений и авторов русск...

Сценарии праздников "Масленица", "Светофор", викторина "Зимняя сказка", викторина "Весёлая математика"

Сценарии праздников были созданы на онове игровых, здоровьесберегающих технологий. В них использовано много игровых заданий: пословицы, загадки, ребусы, весёлые стихотворения. Во всём ходе занятия раб...

Сценарий литературной викторины "Пушкинская викторина" (к 175летию со дня гибели А.С.Пушкина)

Викторина проведена 10 февраля 2012 года. Викторина проводилась на параллели 3х классов....

Избранные викторины из книги И.Г.Сухина "Незнайка, Хоттабыч, Карлсон и все-все-все" Сборник литературных викторин, кроссвордов и чайнвордов для детей

В материале собраны избранные викторины из книги И.Г.Сухина "Незнайка, Хоттабыч, Карлсон и все-все-все" Сборник литературных викторин, кроссвордов и чайнвордов для детей...

День космонавтики. Сценарий викторины в начальной школе Сценарий викторины на День космонавтики «Нам космос покоряется»

Цель:·        расширить кругозор учащихся;·        содействовать развитию устной речи,  мышления и воображения,...

Викторина по рассказам о войне Викторина по произведениям Любови Воронковой «Девочка из города» и Иосифа Дика «Шапка на трубе», «Ванькин папа на войне»

Викторина для урока литературного чтения (внеклассное чтение) по теме: "Рассказы о войне.По произведениям Любови Воронковой «Девочка из города» и Иосифа Дика «Шапка на трубе&raq...