[с] өнө, Сс хәрефе.
план-конспект урока (1 класс)

Хибатуллина Айгуль Ирназаровна

 [с] өнө, Сс хәрефе. Әлифба беренсе класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл s_ono_ss_hrefe.docx19.11 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: [с] өнө. Сс хәрефе.

Маҡсат: [с] өнөн әйтергә, тыңларға, характеристика бирергә күнектерергә, Сс хәрефен дөрөҫ итеп яҙырға һәм башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға  өйрәтергә, интонация менән уҡырға күнектерергә, фекерләү һәләттәрен үҫтерергә, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятырға.

Йыһазландырыу: интерактив таҡта, ноутбук, таблицалар, алфавит, кәрәҙ, бал, умартасы кейеме.

  1. Ойоштороу мәле. Психологик комфорт булдырыу.

Һаумы, ҡояш!

Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Мин сәләмәт, мин матур!

Салауат кеүек батыр! ( 1-се слайд)

  • Афарин, балалар! Бына шулай һаулыҡ һорашҡас, барыбыҙҙың да күңеле күтәрелеп китте, көс-дәрт инде. Изге сәғәттә эшкә тотонайыҡ.
  1. Уңыш ситуацияһын ойоштороу.

Балалар,  әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп үтәйек  бөгөн аҙнаның ниндәй көнө?

  • Эйе, дөгөн дүшәмбе. Беҙ нимә тейбеҙ әле?( Беренсе көн дүшәмбе.  Һаумы, дуҫым, иҫәнме?) – 2-се  слайд.
  • Эшебеҙ уң барһын өсөн,  матур һөйләй, һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә тейешбеҙ, ә бының өсөн телебеҙ шыма булырға тейеш.  Әйҙәгеҙ, телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ. (3- сө слайд)
  • Эй, афарин балалар. Үҙҙәре шәп, үҙҙәре матур, үҙҙәре тырыш.
  • Балалар, әйтегеҙ, әле, беҙ теге дәрестә ниндәй өн-хәреф менән таныштыҡ.
  • (Балаларҙың яуаптары)
  • Кем сығып ошо хәрефте алфавитта күрһәтер?
  • Ә был өн-хәреф тураһында нимә беләбеҙ икән?
  • (тартынҡы, яңғырау, парлы)
  • Ә хәҙер, таҡтаға күҙ һалайыҡ, әйтегеҙ әле нимәләр күрәһегеҙ?
  • (таҡтала: сысҡан, себеш, самолет, самауыр һүрәттәре)
  •  Был һүҙҙәр тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
  • (Бөтәһе лә С хәрефенә башлана).
  •  Ә был өн-хәреф тураһында нимә әйтергә була икән?  Әйҙәгеҙ әйтеп ҡарайыҡ.
  • Дөрөҫ, тартынҡы һаңғырау.
  • Әйҙәгеҙ, ошо хәреф менән ижектәр төҙөп уҡыйыҡ.
  •  Са, сә, со, сө, су, сү, сэ, се, сы – был ижектәр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ
  • Дөрөҫ – асыҡ ижектәр
  • Ас, әс, ос, өс, ус, үс, ыс, ис, эс,ес – ябыҡ ижектәр.
  • Ә хәҙер үҙегеҙ Сс өн-хәрефе  булған һүҙҙәр уйлағыҙ.
  • Әйҙәгеҙ ошо һүҙҙәрҙең өн-моделен төҙөйөк.
  • Ошо һүҙҙәр менән һөйләм уйлайыҡ.
  • (Һөйләмдәрҙең схемаһын төҙөү)
  • Афарин, балалар, бик яҡшы.
  • Уҡыусылар, ә был һүҙҙәр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
  • Сәй, бесән, мейес
  • Дөрөҫ, Сс хәрефе һүҙҙең,  башында ла, уртаһында ла, аҙағында ла килә.
  • Ял минуты.
  •  Балалар, ә был хәрефте кем яҙа белә?
  • (таҡтаға балалар сығып яҙып күрһәтә)
  •  Әйҙйгеҙ, дөрөҫ яҙҙыҡ мы икән тикшереп ҡарайыҡ, Сс хәрефе өс элементтан тора.
  • Өҫкө һыҙыҡтан өҫкәрәк нөктә ҡуябыҙҙа өҫкә ҡарай дуға эшләй башлайбыҙ,  аҫҡа тура һыҙыҡты төшөрәбеҙ, аҫҡы һыҙыҡҡа етмәҫ борон дуғалай башлайбыҙҙа дуғалап һыҙыҡтан өҫтәрәк туҡтайбыҙ.
  •  Ә хәҙер ручкаларҙы алабыҙҙа ошо хәрефте һауала яҙып ҡарайыҡ.
  •  Бик яҡшы. Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе асабыҙҙа матур итеп ултырып, дәфтәрҙә яҙып ҡарайбыҙ.
  •  Балалар, хәҙер китаптың Сс хәрефе торған битте асабыҙ.  Бағаналап яҙылған һүҙҙәрҙе таптыҡ, бармаҡтарҙы ҡуйҙыҡ ҡысҡырып бергә уҡыйбыҙ:
  • (уҡып баралар, уҡытыусы һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлата бара.)
  • Сымбыр буйынса уҡыу.
  • Балалар ,ә бына  солоҡ һәм Солоҡсо тураһында мин һеҙгә күберәк һөйләп киткем килә.
  • Солоҡ — ҡырағай бал ҡорттары өсөн үҫеп ултырған ағасты соҡоп яһаған умарта, ә солоҡсо ошо бал ҡорттарын тәрбиәләүсе кеше. Урманлы урында йәшәгән башҡорттар солоҡтан бик ҙур табыш ала. Улар ҡорттарҙы үрсетергә бик оҫта, урманда бер нисә мең солоҡ ағасы, бер ағаста ике, ҡайһы саҡта өс солоҡ ояһы булған ағастар бар. Урманда йәшәп мөлкәтһеҙ булғандар бик һирәк. Бер солоҡтан ботҡа яҡын, ҡайһы саҡта күберәк, йә аҙыраҡ балауыҙлы бал алалар». Башҡорт бал ҡорто уҫаллығын күрһәтә: махсус костюмһыҙ, ауһыҙ, төтәткесһеҙ умарталар менән эшләүе мөмкин түгел.
  • (Кәрәҙ, төтәткес һәм башҡа ҡоралдарҙы күрһәтеү, балдан ауыҙ иттереү)
  • (Видео күрһәтеү)
  • Беҙ һеҙҙең менән дәрестә нимәләр эшләнек.
  •  Сс хәрефе ниндәй?
  • Ул һүҙҙең ҡайһы урынында килә ала?
  • Сс хәрефе нимәгә оҡшағаан?
  • Афарин, балалар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Уку дәресе "Н хәрефе булган сүзләрне уку.Әниләр темасына бәйләнешле сөйләм үстерү"

Урок в 1 классе помогает  правильно произносить и запомнить произношение трудных букв....

Тартык [ң] авазы һәм ң хәрефе.

Язарга өйрәнү дәресенә презентация....

Әлифба 1 класс к хәрефе

Интерактив такта өчен презентация к хәрефе белән таныштыра...

Әлифба.1кл.Щ хәрефе.

Әлифбадан 1  класс өчен дәрес планы....

"С" хәрефе

"Перспектив башлангыч мәктәп" программасы буенча 1 нче сыйныфта уздырылган татар теле дәресе....

М хәрефе булган сүзләрне уку

Әлифбадан дәрес эшкәртмәсе...

Тема: м хәрефе һәм авазы

1) М хәрефе һәм авазы белән танышу; сүзләрдә ишетеп (м) авазын күрсәтү; иҗекләрдән сүзләр, сүзләрдән җөмлә төзү.2) Сөйләм телен баету. Яңа лексика белән таныштыру...