Минең кескәй дуҫтарым. Был нимә? ниндәй? конспект урока
план-конспект урока по чтению (2 класс)

Халилова Регина Фановна

конспект урока

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл minen_kesky_dustarym._byl_nim_nindy.docx27.07 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусы

Хәлилова Регина Фән ҡыҙы.

Дәрес темаһы

 Минең кескәй дуҫтарым. Был нимә? Ниндәй?

Дәрес төрө

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты: ниндәй? Һорауына яуап бирергә, телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү.

Үҫтереүсе: фекерләү һәләтен, тыңлап аңлау, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи:  беҙҙең кескәй дуҫтарға ҡарата ихтибарлы булырға, уларҙы хөрмәт итергә, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға өйрәнеү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре:  ниндәй? Һорауын ҡулланырға, яуап бирергә өйрәнеү.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, дөйөмләштерә, күрһәтә белеү; һығымта эшләй белеү.

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралашыу, тасуири уҡый белеү.

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре:  аралашыу процесында кәрәкле һүҙ байлығына эйә булыу, үҙеңдең кире сифаттарыңды таныу, уларҙы булдырмаҫҡа тырышыу, уҡытыусы баһаһына адекват ҡарашта булыу.

Йыһазландырыу

“Башҡорт теле” дәреслеге, башҡорт теленән эш дәфтәре, яңы һүҙҙәр.

Дәрес барышы

Дәрес этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу моменты)

 - Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн!

 - Дәрестә кемдәр юҡ?

Артикуляцион күнегеү

  • Туғанлыҡ терминдарын иҫкә төшөрәләр.
  • Аҙыҡ – түлек һүҙҙәрен ҡабатлайҙар.
  • Ҙур, бәләкәй, яңы, иҫке, матур, насар һүҙҙәрен ҡабатлау.
  • Таҡта, аҡбур, өҫтәл, ишек, тәҙрә, иҙән – һүҙҙәрен ҡабатлау.
  • Һандарҙы ҡабатлайҙар. 
  • “Тышта ҡар яуа” шиғырын ҡабатлайҙар.

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашыу.

Уҡытыусы тәүҙә уҡый.

Хор менән уҡыйҙар.

Башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәнәләр.

Үтелгән темаларҙы иҫкә төшөрәләр.

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Т.б. : яңы белем алыу кәрәклеген аңлау.

Ш. : белем алыуға, уҡыуға, дәрескә ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

II. Өйгә эште тикшереү.

  • Алдағы дәрестә ниндәй тема үттек?
  • Эш дәфтәренән  54 -се бит 2,3- сө күнегеү.

Уҡыусылар үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрә, һорауҙарға яуап бирә.

III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

  • Дәреслектән 87-се бит “Бесәй” шиғыры менән танышалар.

Бесәй, бесәй, бесәй, - шул,

Бесәй әле кескәй, шул.

Үҙе мырлай ҙа мырлай.

Әллә ул шулай йырлай.

  • Уҡыусылар, был шиғыр нимә тураһында?
  • Беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
  • Эйе, дөрөҫ, йорт хайуандары тураһында һөйләшәбеҙ.
  • Әйтегеҙ әле, һеҙҙең өйөгөҙҙә йорт хайуандары бармы?
  • Һеҙ уларҙы яратаһығыҙмы?
  • Эйе, уҡыусылар, уларҙы яратырға, тәрбиәләргә кәрәк.

Һүрәттәрҙе ҡарайҙар.

Һорауҙарға яуап бирәләр.

Дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәктәре тураһында әйтәләр.  

Яңы һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙалар.

Р. : уҡытыусы менән берлектә дәрестең темаһын, үҙҙәренең эшмәкәрлектәренең маҡсатын билдәләргә өйрәнеү.

Т.б. : логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү.

IV. яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

  • Дәреслектән 85-се бит 1- се күнегеү. Һүрәтте ҡарайҙар һәм текст менән танышалар. Тәржемә итәләр. Һорауҙарға яуап бирәләр.

Бесәй – кошка

Ялбыр йөнлө – длинношерстный

Ҡараҡаш – чернобровка

Һөт – молоко

Тәпәй – лапы

Йөнтәҫ - мохнатый

Ҡойроҡ – хвост

  • Был текст нимә тураһында?
  • Бесәйҙең ҡушаматы нисек?
  • Бесәй нимә эсергә ярата?
  • Нимә менән уйнарға ярата?
  • Ниндәй? Һорауына яуап бирергә өйрәнәбеҙ.

Какой? Ап-аҡ, ялбыр йөнлө.

Яңы һүҙҙәр менән танышалар.

Дәфтәргә яҙып ҡуялар.

Тексты уҡыйҙар, тәржемә итәләр.

Һорауҙарға яуап бирәләр.

К. : диалогка инергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнәләр, башҡаларҙы тыңлау күнекмәһе формалаша, һүҙбәйләнештәр төҙөргә өйрәнәләр.

Т.б.: яңылыҡ белеүгә ынтылыш формалаша.

 

V . Ял минуты.

Сәп-сәп-сәпәкәй (сәпәкәй итеү),

Минең ҡулым бәләкәй (сүкәйеп ултырыу)

Ҡулын күтәргән була (ҡулдарҙы күтәрергә)

Сәпәкәй иткән була (сәпәкәй итеү). 

“Портфель” уйынын уйнарға мөмкин. Портфелгә төрлө уҡыу әсбәптаре һалынған.  Уларҙы алыу, атамаһын әйтеү.

Уҡытыусы артынан хор менән хәрәкәттәр эшләп ҡабатлайҙар.

Ш: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

 

-        эш дәфтәренән 56-сы бит 1-се күнегеү. Һүҙҙәрҙе таҙа яҙалар.

  •  Эш дәфтәренән 57- се бит 2-се күнегеү. Дөрөҫ яуапты табырға.
  1. Ялбыр йөнлө
  2. Бәләкәй
  3. Йомшаҡ
  4. Матур

 

Эш дәфтәренән күнегеү эшләйҙәр. Таҙа, матур итеп бирелгән һүҙҙәрҙе яҙалар.

Һүрәткә ҡарап дөрөҫ яуаптың аҫтына һыҙалар.  

К. : һорауҙарға яуап бирергә өйрәнәләр, башҡаларҙы тыңлау, һөйләмдәр төҙөй белеү күнекмәһе формалаша.

Р. : уҡыу мәсьәләһен аңлай, ҡабул итә, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыра, ҡуйылған һорауға яуап бирергә өйрәнәләр.

VII. Дәресте йомғаҡлау.

  • Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
  • Нимәгә өйрәндегеҙ?
  • Рефлексив анализ. Баһалау.
  • Өйгә эш биреү.
  • Дәреслектән 86- сы бит “Аҡтүш” шиғырын уҡырға.

Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

Уҡыусылар дәрестә нимә эшләүҙәре, нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында яуап бирә.

Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙ үҫеш, баһалау һәләте үҫешә.

Бесәй, бесәй, бесәй, - шул,

Бесәй әле кескәй, шул.

Үҙе мырлай ҙа мырлай.

Әллә ул шулай йырлай.

Бесәй – кошка

Ялбыр йөнлө – длинношерстный

Ҡараҡаш – чернобровка

Һөт – молоко

Тәпәй – лапы

Йөнтәҫ - мохнатый

Ҡойроҡ – хвост


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

мини-презентация и конспект урока К.Паустовский Кот ворюга.

Данное произведение изучается в 3 классе на уроках литературного чтения по программе УМК "Школа 2100"...

мини-презентации и конспекты уроков по творчеству К.Паустовского

Произведения К Паустовского изучаются на уроках литературного чтения по всем УМК. Данные презентации и конспекты уроков были использованны на уроках литературного чтения в 3 классе по УМК "Школа 2100"...

план конспект урока по мини-футболу

План-конспект урока по мини-футболуТема урока: Техника паса и комбинированные действия.Задачи урока:Обучение технике паса.Обучение правильному передвижению по площадке.Развитие быстроты мышления.Воспи...

Конспект урока литературы - Обобщение. Мини-проект. УМК Перспектива

Конспект урока литературы - Обобщение. Мини-проект. УМК Перспектива...

Конспект урока по татарскому языку во 2 классе на тему "Нинди?соравын өйрәнү һәм аңа җавап формасын ныгыту."

Конспект урока по татарскому языку во 2 классе для русскоязычных групп на тему "Нинди?соравын өйрәнү һәм аңа җавап формасын ныгыту."На уроке использованы приемы, способствующие формированию ...

План-конспект урока по мини-футболу.

План-конспект урока по мини-футболу, в системе дополнительного образования школы....