Программа по башкирскому языку для 3 класса
рабочая программа (3 класс)

Султанова Рузиля Хамзовна

Программа по башкирскому языку для 3 класса

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 3_klass.docx39.14 КБ

Предварительный просмотр:

                                                                 

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө кластар өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш  программаһы 3сө кластарҙа  башҡорт теле уҡытыу өсөн Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Cаҡмағош районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Иҫке Ҡалмаш урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Ҡулланылған уҡытыу технологиялары: "Үҫтереүсе" уҡытыу методикаһы, һаулыҡ һаҡлау технологияһы, проект методы. Белем кимәлен тикшереүҙең төрө: яҙма (диктант, изложение, инша, тест, һорауҙарға яуаптар), телдән тикшереү.

Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән  3-сө кластар  (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 2- күсереп яҙыу, 1-диктант үткәреү ҡарала.

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Дәреслек: Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н,Н.-Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се,2-се  йыл өйрәнеүсе 2-се ,3-сө класс уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2017.

Башҡорт теленән программа (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн). Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыс мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө кластары өсөн башҡорт  теленән  эш программаһы төҙөгәндә башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары законы, «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

3-сө класс

1.Һаумы , мәктәп!

 2-се синыфта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм  хәрефтәре .Белем алыу, уҡыу темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү, грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

2.Мин танышам

 Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы.  Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.) Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Һорау һөйләм.Һин кем?һорауы һәм шул һорауға яуап биреү. Ҡайҙа ? һора-уының  үҙенсәлеге.  Һорау һәм хәбәр һөйләм .Һин ҡайҙан? һорауын әйтеү һәм шул уҡ һорауға яуап биреү.

3. Мин белем алам

  Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.

4.Мин  һәм минең ғаиләм.

Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе.Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше.

5.Мин һөнәр һайлайым

 Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

6.Мин тәбиғәтте яратам

 Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең  уларға мөнәсәбәте.   Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың  заман  формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен  практик үҙләштереү. Телмәр  күнекмәләрен камиллаштырыу.

7.Минең яратҡан миҙгелем

Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.

8.Минең гардеробым.

 Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ  тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау.

  9.Минең тыуған көнөм.

Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

10 Мин сәйәхәтсе.

Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

   Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.  

                       

             

план

үткән

тема

иҫкәрмә

1.

03.09

Һаумы, мәктәп!  Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

2.

10.09

Һин кем? Иҫәнләшеү. Тылсымлы һүҙҙәр

3.

17.09

Һин ҡайҙан? Хат яҙыу.

4.

24.09

Башҡортостан.  Һин ҡайҙа йәшәйһең?

5.

01.10

Башҡортостандың байлығы. Яңғыҙлыҡ исемдәр

6.

08.10

Был нимә? Бармы? Мәктәп.

7

15.10

Контроль күсереп яҙыу.   «Өфө»                                          

8

22.10

Хаталар өҫтөндә эш. Ф. Туғыҙбаева “Полиглот”. Кире ҡағыу.

9.

12.11

С. Әлибай. Өсөнсөләр. Нисек аптырарға?

10.

19.11

Кем? Нимә эшләй?  Йәшәмеш үҫә.

11.

26.11

Нимә эшләргә тейеш? Әсә рәхмәте.

12.

03.12

Нимә эшләргә тейеш? Өләсәйем.

13.

10.12

Нимә эшләргә тейеш? Әсәйемә.

14.

17.12

Кем ҡайҙа эшләй? Р. Миңнуллин. Малайҙар

15

24.12

Контроль күсереп яҙыу  «Декабрҙә». Кем ҡайҙа эшләй?

16.

14.01

А. Йәғәфәрова тәржемәһе. Еҫе бармы һөнәрҙең?.

17.

    21.01

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Кеше – тәбиғәт балаһы.

18.

    28.01

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? ”Уралым” ҡобайыры.

19.

04.02

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? ”Умырзая” әкиәте.

20.

11.02

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? “Ун ике ай”әкиәте.

21.

    18.02

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Дарыу үләндәре.

22.

25.02

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Бөжәктәр.

23.

04.03

Контроль күсереп яҙыу    «Июль»                                                                                                      

24.

11.03

Хаталар өҫтөндә эш. Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Ҡоштар.

25.

18.03

Миҙгелдәр. Ҡасан? Ҡ. Даян.  Шыршы.

26.

01.04

Нимә? Нимә эшләй? Р.Хәйри.Караптар ағыҙабыҙ.

27.

08.04

С.Әлибай. Боҙбармаҡтар ниңә илай? Һынамыштар.

28.

15.04

Ф. Туғыҙбаева. Еләктәр. Йәшелсәләр

29.

22.04

Минең яратҡан миҙгелем.  ТҮ.

30

29.04

М. Кәрим.  Түбәтәй.  Яңы кейемде ҡотлау

31

06.05

Ф.  Туғыҙбаева. Минеке. Бөхтәлек ҡағиҙәләре.

32

13.05

Ҡасан? Тыуған көн. “Аҡ ҡалас “уйыны

33

20.05

Контроль диктант.  «Ҡайынлы тау» 

34

27.05

Хаталар өҫтөндә эш. Нимә менән? Нисек? Өфө урамында.

                                 

                                                                               

       Ҡушымта

   

Контроль күсереп яҙыу

«Өфө»

         Өфө-Башҡортостандың иң матур ҡалаларынан береһе. Уның урамдары киң, оҙон. Өфөгә поезд менән, самолёт һәм пароход менән барып була. Күп ерҙәрҙән бында автобус менән киләләр. Өфөлә төрлө парктар, ял итеү урындары күп. Бындағы кино һәм театрҙарҙа һәр ваҡыт халыҡ күп була. Өфөнө ике яҡлап уратып Ағиҙел йылғаһы аға. (49 һүҙ.)

Контроль күсереп яҙыу

«Декабрҙә»

       Башҡортостанда ҡыш ноябрь айында уҡ башлана. Күлдәр, йылғалар, быуалар боҙ менән ҡаплана. Ағастар яланғаслана. Тик шыршы һәм ҡарағайҙар ғына йәп-йәшел булып ултыралар. Ер аҡ ҡарға күмелә. Ҡоштар һайрамайҙар. 22 декабрҙә иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн була. Сатлама һыуыҡтар башлана. Ҡоштар һәм йәнлектәр йылдың ауыр миҙгелен кисерәләр. Улар һыуыҡтан һәм аслыҡтан интегәләр. Уҡыусылар, ҡоштарҙы ашатығыҙ! (60 һүҙ.)

                                             

Контроль күсереп яҙыу

«Июль»

    Июль-бәшмәктәр һәм еләктәр айы тип йөрөтөлә. Июлдә ер еләге, ҡара ҡарағат, бөрлөгән, ҡурай еләге өлгөрә.

   Бал биреүсе үҫемлектр:ҡарабойҙай, көнбағыш, йүкә ағасы сәскәгә күмелә.

     Июлдә күл буйҙары йәмләнә. Күл өҫтөн томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.    Был айҙа бесән әҙерләйҙәр. Болондарҙа йәшел үләндәр сабыла. Улар урынына хуш еҫле бесән кәбәндәре ҡалҡып сыға. Бесәнселәр алһыу таңдан ҡараңғы төнгә тиклем эшләйҙәр. Ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы әҙерләнә. (63 һүҙ.)

 

Контроль диктант

«Ҡайынлы тау»

     Һөҙәк тау итәгендәге аҡ ҡайындар суҡлы шәл ябынғандар. Талғын елгә зифа ҡайын аҡрын ғына сайҡалып ҡуя. Уның йәп-йәшел япраҡтары шыптырлашалар. Оҙаҡ йәшәгән бөҙрә ҡайындың эргәһенән генә һалҡын шишмә башлана. Шишмәнең тәмле һыуы күптәрҙе үҙенә тарта. Арыған юлсылар ҡайынлыҡта ял итеп китәләр. Аҡ ҡайындың ҡуйы тәлгәштәрендә ҡоштар тирбәлә. Улар күңелле һайрашалар. Ҡайынлы тау итәге емеш-еләккә бай. Ҡайынлы тау итәген һәр кем ярата. (64 һүҙ.)

 

 

                                                                                                   


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по башкирскому языку в 3 классе

Рабочая программа по башкирскому  языку  в  3  классе   башкирских школ...

рабочая программа по башкирскому языку в 3 классе

Рабочая программа по башкирскому  языку  в  3  классе   башкирских школ...

Рабочая программа по башкирскому языку 1 класс

Муниципальное  общеобразовательное казённое  учреждение основная общеобразовательная школа с. Старые Суллифилиала СОШ с.Усман ТашлыАдминистрации муниципального района Ермекеевский район...

Рабочая программа по башкирскому языку 2 класс

Рабочая программа по башкирскому языку 2 класс...

Рабочая программа по башкирскому языку 4 класс

Рабочая программа по башкирскому языку 4 класс...

программа по башкирскому языку для 7 класса

Программа предназначена для коррекционных классов,2 часа в неделю....

Программа по башкирскому языку для 2 класса

Программа по башкирскому языку для 2 класса...