Сценарий мероприятия, посвященного ко Дню Родного языка
презентация к уроку (3 класс) по теме
Сценарий к открытому уроку с презентацией.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
stsenariy.docx | 13.92 КБ |
tugan_telem.pptx | 1.07 МБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле-туған телем
Маҡсат:Әсә теленә ҡарата һөйөү,ихтирам,ғорурлыҡ тойғолары уятыу,балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре,йырҙары,бейеүҙәре тураһында белемдәрен байытыу.
Йыһазландырыу:икт(слайдтар),компьютер,магнитофон.
(Ҡурай моңо яңғырай)
-Хәйерле көн,уҡыусылар!
Хәйерле иртә,алһыу таңдарға,
Хәйерле иртә,зифа талдарға,
Хәйерле иртә,наҙлы елемә,
Хәйерле иртә,тыуған еремә.
-Беҙ бөгөн туған еребеҙгә,туған телебеҙгә бағышланған кисәгә йыйылдыҡ.Һәр кешенең иле бер генә булған кеүек,туған теле лә бер генә.
(Ике уҡыусы сыға):-Һин кем булаһың?
-Мин башҡорт балаһы.
-Илең ҡайҙа?
-Сал Урал итәгендә
-Ватаның бармы?
-Ватаным Башҡортостан.
-Ниндәй телдә һөйләшәһең?
-Башҡорт телендә.
Йыр» Ерем,илем,телем”
-Туған тел хаҡында фекер йөрөткәндә,беренсе сиратта шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итергә кәрәк.Ысынлап та ,шағирҙар-улар ысын һүҙ оҫталары,һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәр,халыҡтың телен һәм рухын һаҡлаусылар.М.Аҡмулла,М.Кәрим,З.Биишева,Б.Бикбай,Р.Ғәрипов,Р.Бикбаев кеүек әҙиптәр тел тураһында илһамланып ижад иткәндәр(слайд)
(Уҡыусылар шиғыр һөйләй)
-Башҡорт халҡы-тәбиғәт балаһы,ул йыр-моңға бай,бейеүҙәре генә ни тора(бейеүселәр тураһында слайд)
Тыпыр-тыпыр,тыпырҙашып
Бергә баҫайыҡ әле
Уйнап-көлөп,йырлап-бейеп
Күңел асайыҡ әле
Бейеү М.Наҙгөл башҡарыуында
-Уҡыусылар,билдәле шағирҙар ғына башҡорт телен ярата икән тип ултырмағыҙ.Арабыҙҙа ,рус ауылында тыуып үҫкән,бөтөнләй башҡорт телен уҡымаған ,ләкин үҙ телен онотмаған кеше бар-Бикбова Ф.К.һүҙҙе уға бирәйек.
-Һәр кем өсөн ғәзиз был һүҙ.Тыуған йортобоҙҙоң,тыуған илебеҙҙең ҡәҙерле булыуына иң элек туған тел аша тоябыҙ.Мәҡәлдәр,йомаҡтар,моңло йырҙарыбыҙҙы,әкиәттәребеҙҙе туған тел аша иишетәбеҙ.
3г класы тарафынан әҙерләнгән «Шалҡан »әкиәтен ҡарарға саҡырам(Слайд )
-Уҡыусылар,ошо ике мәҡәлдең ҡайһыһы ,беҙҙең әкиәткә тап килә:Берҙәмлектә –көс,Ололарҙы ололау-яҡшылыҡтың билдәһе?
%тел тураһында шиғырҙар,йырҙар ғына түгел,ә мәҡәлдәр ҙә бик күп.Әйҙәгеҙ эле шулар менән танышып китәйек:(слайд)
Тел –күңелдең көҙгөһө
Татлы телташ ярыр
Теле юҡтың иле юҡ
-Күреүегеҙсә ата-бабаларыбыҙ борон-борондан үҙ туған теленә һаҡсыл булған.Быуаттар буйына тупланған аҡыл хазинаһын тел аша беҙгә еткерергә тырышҡан.
-Беҙ шундай матур Учалы ерендә йәшәйбеҙ,тәбиғәтебеҙ бик матур,халҡыбыҙ аҡыллы һәм үҙ телен берҙә онотмай(Слайд Учалы )
Барыбыҙҙа рәхәтләнеп
Байрам итәйек әле
Уйнап –көлөп,йырлап-бейеп
Күңел асайыҡ әле
(Шарапова Асель башҡарыуында Учалы тураһында йыр)
-Нур балҡыта тормош күгендә
Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән
Матур телем,туған телем
(Хор менән):Рәхмәт һиңә!
4-се В уҡыусыһы Хайретдинова Аида башҡарыуында йыр тыңлағыҙ
-Бейе,бейе бейеүсе
Иҙәндәре һелкенһен
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеһ
Бейеүсе бит-беренсе!
3А класы уҡыусыһы Вильданова Эльвина бейей
-Халҡым минең,баян тартып
Башҡорт моңон көйләне
Бөтөнөһөн төшөндөрөп
Ил тарихын һөйләне
(3А уҡыусыһы Чезганов Алексей баян уйнап ишеттерә)
-Башҡорт халҡының теле,ере өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙ бик күп.Кемдәрҙе беләһегеҙ?Тыныс тормоштала батырлыҡ күрһәткән егеттәребеҙ бик күп.Әйҙәгеҙ әле,Сагитов Арсен башҡарыуында «Батырҙар» тура8ында йыр тыңлайыҡ
-Хушлашҡанда һуңғы теләк беҙҙән,
Көн артынан матур көн тыуһын.
Тыуған илдең,тыныс аяҙ күге
Гел яҡтырһын,күңелләнеп торһон!
Телебеҙҙе онотмағыҙ,һаҡлағыҙ һәм яҡлағыҙ!
Йыр «Туған телем»
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Күмәкләгән-яу ҡайтарған. Әйткән hy ҙ — аткан ук .
Тел-күңелдең көҙгөһө. Теле барҙың-иле бар. Татлы тел таш ярыр.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
сценарий мероприятия посвященного дню пожилого человека
Сцкенарий для организации мероприятия с обучающимися 3-4 класса....
сценарий мероприятия посвященного дню пожилого человека
Сцкенарий для организации мероприятия с обучающимися 3-4 класса....
ПОЛОЖЕНИЕ Об открытой школьной викторине, посвященной международному дню родного языка «Язык мой родной»
1. Цель и задачи школьной викторины.1.1. Целью школьной викторины «Язык мой родной» является расширить знания младших школьников о русских народных сказках, а также развить интерес к изучению родного ...
Справка о проведенных в МКОУ «Новопоселковая СОШ» мероприятиях , посвященных Международному дню родных языков.(21 февраля).
К Международному дню родных языков в школе был составлен план мероприятий. По этому плану в школе проведены открытые уроки, обычные и открытые классные часы, общешкольное мероприятие...
сценарий линейки, посвященный Международному Дню родного языка
Мероприятие разработано для учащихся начальной школы....
Сценарий мероприятия посвященный Дню русского языка и дню рождения А. С. Пушкина. «Один за всех и все за одного»
Аннотация. Мероприятие разработано к празднованию Дня русского языка и дню рождению А.С.Пушкина.Праздник проходит в три этапа:1. Ознакомительная беседа с детьми.2....
Сценарий мероприятия «Гордость народа – родной язык», посвященное Международному дню родного языка.
За основу в сценарий взяты национальности сотрудников....